Австронезия халыҡтары

Австронезия халыҡтары (австронезийлы) — австронезий телдәрендә һөйләшкән халыҡтар[1]. Был халыҡтарға түбәндәгеләр ҡарай: Тайвань утрауында йәшәгәндәр (т. н. гаошань), чамдар (тямдар) һәм тау чамдары (тямдары), күп индонезийлылар һәм филиппиндар, көнсығыш тиморецтар, Малайзия һәм Сингапурҙың малай халҡы, Мадагаскарҙың малагасий, полинезий, микронезий, меланезий халыҡтары.

Австронезия халыҡтары
Халыҡ һаны400 000 000 кеше

Лингвистик мәғлүмәттәр буйынса австронезийҙарҙың боронғо телендә һөйләшеүселәр хәҙерге Ҡытайҙың Фуцзянь провинцияһынан алып Шаньдунға тиклемге субтопик яр буйҙарында йәшәгән. Улар игенселек (эшкәртеү тары һәм дөгө), диңгеҙ кәсебе менән шөғөлләнгән. Улар балансирлы караптар (катамарандарҙың прототибы) төҙөгән, ҡабыҡтан (тапа, ҡағыҙға бәрәбәр) туҡыма иләгән.

Австронезийҙарҙың миграцияһын һәм таралып йәшәүен күрһәткән карта

Австронезий, тай-кадай һәм мяо-яо телдәренең австроазиат телдәре менән ҡәрҙәшлеге тураһында фараз бар. Уларҙы аустрик макроғаиләгә берләштерәләр. («Аустронезий, аустроазиат, австрик» тип тә атарға мөмкин).

Боди-арт австронезий халыҡтарында ғәҙәти күренеш, татуировка, бигерәк тә ҡатмарлы татуировка иң ныҡ танылған пан-австронезий йолаларының береһе булып тора. [202]

Таралып төпләнеүҙәре

Австронезийҙар беренсе булып диңгеҙҙә елкән ҡулланып йөҙөү технологияһын (иң тәүге сиратта, катамарандар, балансирлы каноэ, өсмөйөшлө елкәнле кәмәләр һәм башҡалар) уйлап тапҡан, ошо саралар ярҙамында Һинд һәм Тымыҡ океан утрауҙарына таралып төпләнеү мөмкинлеге тыуған. Австронезий берлеге беҙҙең эраға тиклем V—IV мең йыллыҡтарҙа тарҡала башлай. Халыҡтың бер өлөшө Япон утрауҙарына күсенә, артабан тулыһынса ассимиляцияға дусар була. Беҙҙең эраға тиклем IV—III мең йыллыҡтарҙа австронезийҙар Филиппин утрауҙары аша Малай архипелагына күсенә, Яңы Гвинеяның төньяҡ яр буйына барып етәләр. Беҙҙең эраға тиклем XIII быуатта Бисмарк архипелагы районында Фиджи һәм Тонга утрауҙарында таралған лапитоид керамикаһы мәҙәниәте барлыҡҡа килә. Артабан йәшәргә Полинезия һәм Микронезияға ла халыҡ күсенеп төпләнә. Азия ҡитғаһында күсенеү ике тулҡында үтә (Малайзия һәм Һинд Ҡытайы), беҙҙең эраға тиклем I мең йыллыҡта Калимантананан сыҡҡан халыҡ Мадагаскарға килеп төпләнә.

Дин

Австронезия халыҡтарының дине ҡатмарлы анимистик диндән ғибәрәт. Уларҙың дини йолалары, башлыса, тәбиғәт рухына һәм аллаларға табыныуға бәйле. Мифологиялары халыҡтың мәҙәниәтенә һәм урынлашыу географияһына бәйле, әммә боронғо ата-бабаларға табыныу, анимизм, шаманизм һәм рухи ҡиммәттәргә, ышаныу йәһәтенән уртаҡлыҡтар күп[2]. Дөйөм мифология һәм Мануға ышаныу бер төрлө[3].

Хәҙер был дини ышаныуҙар яйлап үҙгәрә бара. Урындағы диндәр: анито[en], сунда вивитан[en], кеджавен[en], кахаринган[en] йәки дин маори. Сит илдәрҙән килтерелгән күп диндәр ҙә индуизм, буддизм, христианлыҡ һәм ислам[4] австронезийҙар араһына инә бара.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары