Алмаш (һүҙ төркөмө)

сифат, һан һәм башҡа һүҙ төркөмдәренә ҡараған һүҙҙәр урынында ҡулланыла алған һүҙҙәр

Алмаш — сифат, һан һәм башҡа һүҙ төркөмдәренә ҡараған һүҙҙәр урынында ҡулланыла алған һүҙҙәр алмаш тип атала.

Алмаш төркөмсәләре

Алмаштарҙың мәғәнәләре дөйөм була.Ул айырым торғанда конкрент төшөнсәне белдермәй. Алмаштарҙың мәғәнәһе телмәр ағышында йәки кониекста ғына асыҡлана. Уларҙың үҙҙәренә генә хас айырым һорауҙары ла юҡ. Ниндәй һүҙ төркөмө урынында килһә, шул һүҙ төркөмөнөң синтаксик һәм морфологик формаларын ҡабул итә.

Айҙар бүлмәгә инде. Уның ҡулында ҙур ҡағыҙ ине. Бөтәһе лә уға табан боролдо.

Алмаш төркөмсәләре

  • Зат алмаштары- берлектә: мин, һин, ул; күплектә: беҙ, һеҙ, улар.
  • Күрһәтеү алмаштары- теге йәки был предметҡа, уның сифатына, эш-хәрәкәттең үтәлеү рәүешенә күрһәтә. Улар өс төргә бүленә:

а)Төп күрһәтеү алмаштары-был, ошо, теге, ул, анау, бынау.

б)Сифат урынында ҡулланыла торған алмаштар- бындай, тегендәй, шундай, анауындай, бынауындай.

в)Рәүеш урынында ҡулланыла торған алмаштар- былай, тегеләй, ошолай, шулай.

  • Һорау алмаштары
  • Билдәләү алмаштары
  • Билдәһеҙлек алмаштары
  • Юҡлыҡ алмаштары
  • Эйәлек алмаштары

Алмаштарҙың һан, килеш менән үҙгәреше

  • Төп килеш
  • Эйәлек килеш
  • Төбәү килеш
  • Төшөм килеш
  • Урын-ваҡыт килеш
  • Сығанаҡ килеш

Әҙәбиәт

  • Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф.Ф. Башҡорт теле. Өфө-2000йыл ISBN 5-295-02619-1
  • Толомбаев Х.А., Солтанбаева Х.В. Әсә теле. 6-сы класс өсөн дәреслек. Өфө-2008 йыл ISBN 978-5-295-04288-1
🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары