Ангола

Анго́ла (порт. Angola, рәсми исеме — Анго́ла Республикаһы (порт. República de Angola ʁɛˈpublikɐ dɨ ɐ̃ˈɡɔlɐ) — Көньяҡ Африкалағы дәүләт.

Республика Ангола
República de Angola
Ангола гербы
Флаг
Девиз: «Virtus Unita Fortior

лат.:Берҙәмлек көс бирә»

Гимн: «Вперёд, Ангола!»
Үҙаллылыҡ датаһы11 ноябрь 1975Португалиянан)
Рәсми телпортугал
Баш ҡалаЛуанда
Эре ҡалаларЛуанда
Идара итеү төрөПрезидент республикаһы
Президент

Вице-президент

Жозе Эдуарду душ Сантуш

Фернанду да Пьедаде Диаш душ Сантуш

Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
22
1 246 700 км²
ҙур түгел
Халыҡ
• Һаны (2009)
• Халыҡ тығыҙлығы

25 789 024[1] чел. (50)
14,8 чел./км²
ИЧР  0.564 (143 урын)
Валютакванза (AOA,код 973)
Интернет-домен.ao[d]
Код ISOAO
МОК кодыANG
Телефон коды+244
Сәғәт бүлкәте1

Көньяҡтан Намибия, төньяҡ-көнсығыштан һәм төньяҡтан Конго Демократик Республикаһы, көнсығыштан Замбия һәм Конго Республикаһы (Кабинда анклавы) менән сиктәш. Атлантик океан менән йыуыла. Португалияның элекке колонияһы.

1976 йылдың 1 декабренән БМО ағзаһы.

Этимология

«Ангола» (порт. Angola) топонимы хәҙерге Ангола биләмәһендә XV—XVII быуаттарҙа булған Ндонго дәүләте исеменән барлыҡҡа килгән, икенсе фараз буйынса португал колонизаторҙарына ҡаршылыҡ күрһәткән дәүләи хакимы Зинга Мбанди Нгола исеменән барлыҡҡа килән. Португал колонизаторҙары был атамыны «Ангола колроллеге» (порт. Reino de Angola) тип атаған[3]. Теүәлерәк әйткәндә, 1571 йылда Ангола губернаторы һәм Луанданы нигеҙләүсе Диаш де Новаиш Паулу шулай тип атаған[4].

Тарихы

1482 — диңгеҙсе Диогу Кан етәкләгән Португалия экспедицияһы Ангола ярына аяҡ баҫа.1576 — португалдар Сан-Паулу-ди-Луанда фортын төҙөй, һуңынан ул Анголаның баш ҡалаһы була. XIX быуат уртаһына тиклем Анголала португалдарҙың төп шөғөлө ҡоллоҡҡа һатыу була; яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, 300 йыл эсендә илдән (башлыса Бразилияға) 5 миллион кеше сығарылған.

18851894 — Португалия, Бельгия, Германия һәм Англия килешеүе нигеҙендә Анголаның хәҙерге сиктәре билдәләнә.

1951 — Ангола Португалияның «диңгеҙ аръяғы провинцияһы» статусын ала.

1950-се йылдар — беренсе баш күтәреүселәр төркөмө барлыҡҡа килә — МПЛА, УПА.

1961 —Холден Роберто етәкләгән португалдарға ҡаршы ихтилал. Баш күтәреүселәр лагеры күрше Конгола (Киншаса) урынлаша. Ангола азатлығы өсөн һуғыш 14 йыл дауам итә. Шул уҡ ваҡытта МПЛА һәм ФНЛА араһында ҡаршылыҡтар килеп сыға.1962 —Холден Роберто етәкселегендә ситтә Ангола республикаһы хөкүмәте ойошторола.

1974 — Португалияла «ҡәнәфер революцияһы». Португалия бөтә колонияларын азат итә.1975, 11 ноябрь — Ангола бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә. Беренсе президенты МПЛА лидеры Агостиньо Нето була. Азатлыҡ илгә тыныслыҡ килтермәй. Илдә советтар яҡлы МПЛА һәм американдар яҡлы УНИТА, ФНЛА араһында граждандар һуғышы башлана. Был һуғыш милләт-ара ҡаршылыҡтар араҡаһында көсәйә.

1975 — МПЛА регуляр Куба армияһы ярҙамын ҡуллана, УНИТА — КАР ярҙамын ҡуллана, ФНЛА — Заир ярҙамы менән файҙалана.

Граждандар һуғышы ваҡытында Луандала хәрби парад

1977, 1978 —Генерал Мбумба етәкселегендәге Ангола армияһы Заирға баҫып инә. 1977 йылда Марокко ғәскәрҙәре Заирға Ангола баҫымтаһын кире ҡағырға ярҙам итә.1979 — Ангола президенты итеп МПЛА лидеры Жозе Эдуарду душ Сантуш тәғәйенләнә.1980 — хөкүмәт армиһы ФНЛА армияһын тар-мар итә.

1992 — Советтар Союзы ярҙамынан мәхрүм булғас, МПЛА иғтибарын АҠШ-ҡа йүнәлтә.2002 — көнсығыш Мишоко провинцияһында хөкүмәт ғәскәрҙәре менән атыш ваҡытында УНИТА лидеры Жонаша Савимби һәләк була. Анголала граждандар һуғышы тамамлана.

2010 — Анголала футбол буйынса африкандарҙың милли кубогы уҙғарыла.

Рәсәй Федерацияһы менән дипломатик мөнәсәбәттәре бар (11.11.1975 йылда СССР менән төҙөлгән).

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Ҡалып:Африка союзыҠалып:Латинский Союз


🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары