ВЧК

РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Контрреволюция һәм саботажға ҡаршы көрәш буйынса Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһы (рус. Всероссийская чрезвычайная комиссия по борьбе с контрреволюцией и саботажем при СНК РСФСР, ҡыҫҡартмаһы — ВЧК)[1] — совет дәүләте именлеген яҡлаусы махсус орган. Комиссия 1917 йылдың 7 (20) декабрендә булдырыла[2]. 1922 йылдың 6 февралендә РСФСР НКВД-һы эргәһендәге ГПУ-ға вәкәләттәрен тапшырыу менән бөтөрөлә.

ВЧК
Нигеҙләү датаһы20 декабрь 1917
Ҡыҫҡаса атамаһыВЧК при СНК РСФСР
ЕтәксеДзержинский Феликс Эдмундович һәм Петерс Яков Христофорович
Дәүләт Совет Рәсәйе
Юрисдикция таралышыРСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы
Баш компания (ойошма, предприятие)Совет Министров СССР[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуыСанкт-Петербург, Совет Рәсәйе
АлдағыХәрби-революцион комитеттар[d]
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсеРСФСР НКВД-һы ҡарамағындағы дәүләт сәйәси идаралыҡ[d]
АлмаштырылғанСССР Халыҡ комиссарҙары Советы эргәһендәге Берләшкән дәүләт сәйәси идаралығы
АлыштырғанОхранное отделение[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата6 февраль 1922
 ВЧК Викимилектә
ВЧК коллегияһы ағзалары (һулдан уңға) Я X. Петерс, И. С. Уншлихт, А. Я. Беленький (тора), Ф. Э. Дзержинский, В. Р. Менжинский, 1921 йыл

ВЧК РСФСР дәүләт именлеген яҡлау буйынса пролетариат диктатураһының «бөтә ил территорияһында контрреволюцияға ҡаршы көрәштең етәкселек органы» булараҡ, Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы барышында большевиктар тарафынан сәйәси төркәмдәргә, шулай уҡ контрреволюцион эшмәкәрлектә ғәйепләнгән кешеләргә ҡаршы үткәргән ҡыҙыл террорҙы тормошҡа ашырыуҙа яза саралары комплексының төп инструменты булып тора.

Роберт Конквестҡа ярашлы, ревтрибунал һәм ВЧК-ның судтан тыш ултырыштар приговорҙары буйынса 1917—1922 йылдарҙа бөтәһе 140 мең кеше атып үлтерелгән. ВЧК-ның тарих архивы мәғлүмәттәрен өйрәнеү нигеҙендә О. Б. Мозохин әлеге һанды тәнҡиткә дусар итә. Уның һүҙҙәренсә, "бөтә булған төҙәтмәләр һәм тартып-һуҙыуҙар менән бергә ВЧК органдары ҡорбандарының һанын 50 меңдән ашыу баһалап булмай ".[3] Сағыштырыу өсөн: Рәсәй империяһында 1825 йылдан 1905 йылға тиклем сәйәси енәйәттәр буйынса 625 үлем хөкөмө сығарыла, ә революция йылдрында — 1905 йылдан 1910 йылға тиклем — сәйәси енәйәт буйынса 5735 үлем хөкөмө сығарыла, шул иҫәптән хәрби-ялан пригорҙар, улар эсенән 3741 приговор үтәлә[4].

Контрреволюция менән көрәшеү өсөн ВЧК территориаль подразделениеларын булдыра[5].

Ҡыҫҡартылған «ЧК» һүҙенән «чекист» һүҙе барлыҡҡа килгән.

ВЧК-ның бурыстары

ВЧК-ны булдырыуҙың төп идеологы В. И. Ленин, Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһын «Беҙҙән күпкә көслөрәк булған кешеләрҙең Совет власына ҡаршы иҫәпһеҙ-һанһыҙ заговорҙарына, иҫәпһеҙ-һанһыҙ һөжүмдәренә ҡаршы беҙҙең ҡыйратҡыс ҡоралыбыҙ» тип билдәләй[6].

1921 йылдың 27 ғинуарынан алып ВЧК бурыстарына балалар араһында ҡараусыһыҙлыҡты бөтөрөү бурысы йөкмәтелә[7].

ВЧК структураһы

ВЧК-КГБ-ның Иҫтәлекле билдәһе

1917 йылдың 22 декабренән 1918 йылдың мартына тиклем ВЧК Петроградта Гороховая урамы, 2-се йортта (хәҙер Рәсәй сәйәси полиция музейы) урынлаша.

ВЧК-ның идаралыҡ аппаратын коллегия етәкләй, ВЧК-ның етәкселек органы — ВЧК Президиумына уның рәйесе етәкселек итә, рәйестең ике урынбаҫары була, документтар әйләнешен 2 шәхси секретарь тәьмин итә.

ВЧК аппаратында түбәндәге бүлектәр һәм подразделениелары була[5]:

  • контрреволюцияға ҡаршы көрәш буйынса;
  • сит ил бүлеге (1920 йылдың 20 декабре);
  • контрразведка бүлеге;
  • халыҡ-ара бәйләнештәр бүлеге;
  • спекуляция менән көрәш буйынса;
  • вазифа енәйәттәре менән көрәшеү буйынса;
  • төрмә бүлеге;
  • башҡа ҡалалар бүлеге;
  • ойоштороу бүлеге;
  • тимер юл бүлеге (1918 йылдың 27 июленән);
  • хәрби бүлеге (1918 йылдың 27 июленән);
  • «диниҙәрҙең дошмандарса эшмәкәрлеге менән» көрәш буйынса бүлеге (1919 йылдың февраленән), һуңынан — ВЧК-ның Йәшерен бүлегенең 6-сы бүлексәһе[8][9];
  • шифрлау һәм дешифровка буйынса махсус бүлеге (1921 йылдың 5 майынан);
  • контрабанда менән көрәш буйынса комиссия (1921 йылдың 8 декабренән).

1917 йылдың декабрендә ВЧК аппаратында 40 кеше иҫәпләнә, 1918 йылдың мартында — 120 хеҙмәткәр[10].

1918 йылдың мартында ВЧК-ның үҙәк аппараты совет хөкүмәте менән бергә Мәскәүгә күсерелә. 1919 йылдан алып «Рәсәй» страховкалау йәмғиәте бинаһында урынлаша (Лубянкалағы дәүләт именлеге органдарының бинаһы).

Территориаль һәм махсуслаштырылған бүлексәләр

1918 йылда 40 губерна (ГубЧК булараҡ та билдәле) һәм 365 өйәҙ ғәҙәттән тыш комиссияһы иҫәпләнә[10]. ГубЧК бүлектәргә бүленгән[11]:

  • контрреволюция менән көрәшеү өсөн;
  • спекуляция менән көрәшеү;
  • вазифа енәйәттәре менән көрәшеү буйынса;
  • ситтән килгәндәр өсөн;
  • тимер юлы.

1918 йылдың авгусынан ВЧК-ның сик буйы, тимер юлы һәм һыу-транспорт органдары эшләй башлай[10]. Эре тимер юл пункттарында район, участка ғәҙәттән тыш комиссиялары (ЧК) булдырыла, улар губерна комиссияларына буйһона.

1918 йылдың аҙағында Ҡыҙыл Армияла һәм фронт һыҙатында контрреволюция, шпионаж менән көрәш ойоштороу һәм дошман тылында разведка үткәреү өсөн ВЧК органдары булдырыла. 1919 йылдың 21 февраленә тиклем фронт һәм армия ғәҙәттән тыш комиссиялары ғәмәлдә була, улар 1919 йылдың 21 февралендә Ҡыҙыл Армияһы частарында һәм учреждениеларында шпионаж һәм контрреволюция менән көрәш буйынса махсус бүлектәр тип үҙгәртелә.

Вәкәләттәре

Башта ВЧК-ның функциялары һәм вәкәләттәре бигүк аныҡланмаған була, мәҫәлән, Ф. Э. Дзержинскийҙың 1917 йылдың 7 декабрендә яһаған докладында «комиссия алдан тикшереүҙәрҙе генә алып бара, сөнки был иҫкәртеү өсөн кәрәк» тип әйтелә[12].

Булдырылған ваҡыттан алып ВЧК бер ведомствола закон сығарыу (ҡануниәтте булдырыуҙа туранан-тура ҡатнашыу), суд (суд эштәрен алып барыу) һәм башҡарма (разведка, оператив һәм тәфтиш эштәре) функцияларын башҡара. Административ тәртиптә йоғонто яһау саралары ҡулланыла, улар башта шаҡтай йомшаҡ була: конрреволюционерҙарҙы аҙыҡ-түлек карточкаларҙан мәхрүм итеү, халыҡ дошмандары исемлектәрен төҙөү һәм нәшер итеү, контрреволюцион милкен тартып алыу һәм башҡалар. — түлек карточкаһы мәхрүм контрреволюционер, кисектермәй исемлеген төҙөү һәм халыҡ дошманы, контрреволюцион һәм башҡа мөлкәте конфискациялана.

Граждандар һуғышы башланыу менән ВЧК ғәҙәттән тыш вәкәләттәр ала, уларға ярашлы контрреволюционерҙарға һәм саботажниктарға, спекуляцияла һәм бандитизмда күренеп ҡалған кешеләргә ҡарата төрлө язалау саралары күрелә[10].

Аҡтарҙың әсирлеккә төшкән ҡыҙылдарҙы язалауҙарынан, Володарскийҙы һәм Урицкийҙы үлтереүҙән һәм Ленинды үлтерергә маташыуҙарҙан (1918 йылдың йәйе) башлап, ҡулға алыу һәм заложниктарҙы язалау ғәҙәте дөйөм күренешкә әүерелә һәм асыҡтан-асыҡ башҡарыла. Шикле күренгән кешеләрҙе ҡулға алыуҙы үткәргән контрреволюция, спекуляция һәм саботажға ҡаршы көрәш буйынса Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһы партияның формаль күҙәтеүе аҫтында, әммә ысынында бер кемдең дә рөхсәт алмай, үҙ белдеге менән уларҙың яҙмышын хәл итергә әүәҫләнә.

— 1919—1920 г.[13]:100

Ошо уҡ ваҡытта контрреволюционлыҡ фактына төрлөсә баһа бирелә алған, сөнки әлеге терминдың билдәләмәһе аныҡланмаған була: 17 апреля 1920 года в секретном порядке было принято «Циркулярное письмо ВЧК № 4 о взаимоотношениях чрезвычайных комиссий с трибуналами», где в частности содержится такая рекомендация:

ВЧК бер үк ваҡытта иптәштәрҙең иғтибарына, трибуналдар өсөн «ябайлаштырылған ҡарау тәртибе» тураһында айырым инструкция эшләнәсәге тураһында еткерә, ул нәшер ителгән закондың статьялары нигеҙендә эшләнәсәк, әммә бөтә суд эштәрен үтәү ғәйепләү хөкөмөн уҡыуға, ғәйепләнеүсенән һорау алыуға һәм хөкөм сығарыуға ҡайтып ҡаласаҡ.

— фрагмент [14]

1921 йылдың 23 декабрендәге Бөтә Рәсәй Советтарының IX съезында Лениндың сығышы ВЧК-ны үҙгәртеп ҡороу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә ала:

…килеп сыҡҡан хәл әлеге учреждениены кисекмәҫтән тик сәйәси сфераһы менән сикләүҙе талап итә, …ВЧК-ны реформаға дусар итергә кәрәк, уның функцияларын һәм компетенцияларын билдәләргә һәм уның эшен сәйәси мәсьәләләр менән сикләргә кәрәк…

— фрагмент [15]:328

Айырым вәкәләттәре

  • 1918 йылдың 21 февраленән — РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының «Социалистик Ватан ҡурҡыныс аҫтында» декреты на ярашлы «Дошман агенттары, спекулянттар, талаусылар, хулигандар, контрреволюцион агитаторҙар, герман шпиондары енәйәт урынында атып үлтереләләр».
  • атып үлтереүгә хоҡуҡтар һәм бурыстар һәм туранан-тура тормошҡа ҡыҙыл террорҙы ашырыуҙа.

1919 йылдың 20 июнендәге ВЦИК-тың "Хәрби хәлдә тип иғлан ителгән урындарҙа дөйөм судта ҡарарға тейешлегенән сығарыу тураһында " Декреты ЧК органдарына контрреволюцион ниәттәре менән ут төртөүҙә, шартлатыуҙарҙа, күрәләтә тимер юлдарын боҙоуҙа һәм башҡа ғәмәлдәрҙә ҡатнашҡан кешеләрҙе енәйәт урынында атып үлтереү хоҡуғын бирә, 1919 йылдың 22 июнендә «ВЦИК хәбәрҙәрендә» баҫтырыла[16]:295,296. 23 июндә ВЧК 174-се һанлы бойороҡто аңлатмалары менән баҫтырып сығара[17].

[13]:124,247.1920 йылдың 17 ғинуарында юғары язалауҙы сараһы (атып үлтереү) бөтөрөлөү тураһында ВЦИК-тың һәм Халыҡ Комиссарҙары Советының Ленин һәм Дзержинский ҡул ҡуйған Ҡарары сыға , әммә был документ көскә ингәнгә тиклем Петроград һәм Мәскәү ЧК-лары тарафынан ҡулға алынғандар төндә рөхсәтһеҙ атып үлтерелә[18], Атып үлтереүҙе тыйыу бик ҡыҫҡа арауыҡта ғәмәлдә була, 1920 йылдың 28 ғинуарында Дзержинский фронт ҡарамағындағы бөтә ЧК-оларға «1919 йылдың 22 июнендә телгә алынған енәйәттәр өсөн атып үлтереү, туранан тура язалау» хоҡуҡтары тураһында йәшерен телеграмма ебәрә[19],12 февралдә Бокийға атып үлтереүҙең Төркөстанға ҡағылмағаны тураһында телеграмма ә Белоруссияла 1920 йылдың 6 мартында поляк интервенцияһы башланыу менән 7 мартта уҡ фронттар һәм армияларҙың махсус бүлектәренә, шулай уҡ граждан трибуналдарына атып үлтереү хоҡуғын биреү тураһында телеграммалар ебәрә[20].

1922 йылдың 2 ғинуарында Себерҙәге хәлдәрҙең тотороҡһоҙ булыуы сәбәпле Дзержинский ВЧК рәйесенең вәкәләттәрен бөтә трибуналдарҙың приговорҙарын санкциялауға шәхси хоҡуғын киңәйтеү тураһында ВЦИК-ка мөрәжәғәт итә[21].

Эшмәкәрлек һөҙөмтәләре

  • Эре йәшерен ойошмаларҙы фашлау һәм юҡ ите («Ватанды һәм Азатлыҡты яҡлау Союзы Союзы», «Бөтә Рәсәй милли үҙәге»), сит ил разведка махсус хеҙмәттәренең заговорҙары бөтөрөлә[10].

Тәнҡит

1918 йылдың 25 октябрендә РКП(б) Үҙәк Комитетында ВЧК эшмәкәрлеген ҡанунлаштырған үҙгәрештәрҙе закон сығарыу акттарына индереү буйынса мәсьәләләр ҡарала. Фекерләшеү барышында партия делегаттарының бер өлөшө ВЧК эшмәкәрлеген «үҙен Советтарҙан һәм хатта партиянан да да юғары ҡуйғаны өсөн» тәнҡитләй. Шул уҡ ваҡытта Бухарин, Ольминский, Эске эштәр наркомы Петровский ВЧК эшмәкәрлегендә «енәйәтселәр, садистар һәм люмпен-пролетариаттың боҙолған элементтары менән тулған ойошма башбаштаҡлығын» бөтөрөүҙе талап итәләр, ә Каменев, сәйәси контроле комиссияһы рәйесе булараҡ, ВЧК-ны структура булараҡ тулыһынса юҡҡа сығарыу тәҡдимен яһай[22]. В. И. Ленин тар ҡарашлы, террор мәсьәләһенә киңерәк перспективала ҡарарға һәләтһеҙ булған интеллигенция яғынан ҡайһы бер үҙенең эштәре өсөн ғәҙелһеҙ ғәйепләнеүҙәргә дусар ителгән структураға тулыһынса теләктәшлек һәм ярҙамы тураһында белдерә[23],

ә РКП(б) Үҙәк Комитеты цның тәҡдиме буйынса 1918 йылдың 19 декабрендә ЦК РКП(б) юридик яҡтан ВЧК эшмәкәрлегенә ҡарата ниндәй булһа ла тәнҡитте тыйған Ҡарар сығара:

Партия һәм совет матбуғатында, айырыуса ауыр шарттарҙа алып барылған ВЧК эшмәкәрлеге тураһында, ҡайһы бер мәҡәләләрҙә быға тиклем булған, уҫал тәнҡит булырға тейеш түгел[24]

Дзержинский ведомствоның вәкәләттәре һәм эшмәкәрлеге менән ҡәнәғәтһеҙлек кимәле менән таныш була һәм быны рәсми документтарҙа сағылдыра:

Хөрмәтле иптәштәр!

Аҙаҡҡы көнгә тиклем беҙгә, беҙҙең бөтә бойороҡтарға ҡарамаҫтан, провинциаль ЧК-лар Республика өсөн бер зыянһыҙ кешеләрҙе, йәки бынан да насарыраҡ, үҙебеҙҙең иптәштәрҙе ҡулға алалар, тип яҙалар. Бындай күренештәр ВЧК аппаратына һәм уның урындағы органдарына ҡарата ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра. Беҙҙең уйыбыҙса, бындай эштәрҙең сәбәптәре беҙҙең ҡайһы бер ЧК-лар Республикабыҙ тормошоноң үҙгәргән шарттарын тулыһынса аңлап етмәүендә. Әле бер йыл йәки ике йыл элек, киҫкен Граждандар һуғышы осоронда, беҙ, айырым хаталарҙы иҫәпкә алмайынса, массауи операцияларҙы, массауи ҡулға алыуҙарҙы башҡарырға мәжбүр булһаҡ, әгәр беҙ элек ҡәтғи рәүештә һәр бер дошманыбыҙҙы изоляцияларға тейеш булһаҡ, хәҙерге ваҡытта, эске контрреволюцияның 10-дан 9 өлөшө ҡыйратылған ваҡытта, бындай ихтыяж юҡ. Беҙҙең ысулдар үҙгәрергә тейеш …

Дзержинский Ф.Э. 1920 йылдың 23 мартындағы ВЧК-ның ҡулға алыуҙар үткәреү тәртибе һәм бурыстары тураһындағы циркуляр хаты проектынан өҙөк[25]

ЧК-ны «йәшерен процедуралы инквизиция» тип исемләүсе[13]:462, әммә уның менән әүҙем хеҙмәттәшлек иткән радикаль тәнҡитсе В. Л. Кибальчич ведомствоны бөтөрөү — меньшевиктарҙың төп талабы[13]:93, тип телгә ала. 1919 йылдың 17 мартында Дзержинский меньшевиктар артынан — күҙәтеү ойошторорға һәм «уларҙан заложниктар алырға»[26], ә 1920 йылдың 2 майында — «урында уҡ хөкөм итергә һәм Мәскәүгә оҙатырға» ҡуша[27]:

Башҡалар өсөн булған кеүек, минең өсөн дә, ЧК-ның бөтөрөлөүе, ғәҙәти судтарҙы һәм яҡлау хоҡуҡтарын тергеҙеү бынан һуң революцияны эске яҡтан ҡотҡарыу шарты булыуы бәхәсһеҙ ине. Әммә беҙ бер нимә лә эшләй алмай инек. Ул ваҡытта Ленин, Троцкий, Зиновьев, Каменев, Рыков һәм Бухариндар ингән Политбюро һорау ҡуйыуын ҡуя ине, әммә, һис шикһеҙ, ҡурҡыу психозынан һәм абсолют властан үҙҙәре үк ғазапланып, уны хәл итергә ҡыймай ине

1919–1920 г.[13]:124-125

1921 йылдың 19 декабренән 22 декабргә тиклем үткәрелгән РКП(б)-ның XI Бөтә Рәсәй партия конференцияһында ВЧК-ны сикләү проблемаһы күтәрелә һәм ошо тема Лениндың сығышында ла урын таба:

Власть үткәргән иҡтисад сәйәсәте ерлегендә революция барышында булдырылған яңы мөнәсәбәттәр формалары үҙенең сағылышын законда һәм яҡлауҙы суд тәртибендә табырға тейеш… Совет республикаһының суд учреждениелары тейешле кимәлгә күтәрелергә тейеш. ВЧК-ның һәм уның органдарының компетенцияһы һәм эшмәкәрлек даирәһе тейешле рәүештә сикләнергә, һәм үҙе лә ул үҙгәртеп ҡоролорға тейеш[28]:472

Сталин репрессиялары тураһында һүҙ ҡуҙғатып, президент В. Путин, ҡайһы бер терминдарҙы телгә алмайынса (шул иҫәптән, ВЧК һәм Ҡыҙыл террор терминдарын) ВЧК-ның язалау эшмәкәрлеген ғәйепләп, хөкөм итә[29]:

…Граждандар һуғышы осорондағы заложниктарҙы атып үлтереүҙәр, тотош ҡатламдарҙы юҡ итеү, крәҫтиәндәрҙе эҙәрлекләү, казаклыҡты бөтөрөүҙе иҫкә алыу ҙа етерлек. Бындай фажиғәләр кешелек тарихында бер генә булмаған. Һәм һәр саҡ, беренсе ҡарашҡа йәмле күренгән, әммә ысынында буш идеалдар төп ҡиммәттән – кеше ғүмеренең ҡиммәттәренән, кеше хоҡуҡтарынан һәм азатлыҡтарынан - юғары ҡуйылған саҡта барлыҡҡа килгән. Сөнки масштабы ифрат ҙур. Йөҙләп меңдәр, миллионлап кешеләр язаланған, атып үлтерелгән, лагерҙарға һөрөлгән, юҡ ителгән бит. Шуның менән бергә, ҡағиҙә булараҡ, уларҙың үҙ фекерҙәре булған. Был кешеләр - үҙ фекерен әйтергә ҡурҡмаған кешеләр. Айырыуса файҙалы кешеләр. Милләттең юғары ҡатламы. Һәм, әлбиттә, беҙ оҙайлы йылдар ошо фажиғәне үҙ иңебеҙҙә тоябыҙ. Былар онотолмаһын өсөн, бик күпте эшләргё кәрәк.

— «Труд» гәзитенә интервьюһы[30]

ВЧК хеҙмәткәрҙәренең репрессиялары

Сталин репрессиялар үткәреү традицияларын дауам итә, әммә уларҙы репрессив органдар хеҙмәткәрҙәренә ҡарата ла үткәрә. «Таҙартыу» һөҙөмтәһендә «Дзержинскийҙың көрәштәштәре» тип һаналған ВЧК-ның элекке етәкселәре А. X. Артузов, Г. И. Бокий, М. Я. Лацис, М. С. Кедров, В. Н. Манцев, Г. С. Мороз, И. П. Павлуновский, Я. X. Петерс, М. А. Трилиссер, И. С. Уншлихт, В. В. Фомин репрессиялана[6]

ВЧК документтары һәм наградалары

Нәфис фильмдар

  • Сотрудник ЧК (1963)
  • Заговор послов (1965)
  • О друзьях-товарищах (1970)
  • Бриллианты для диктатуры пролетариата (1975)
  • Крах операции «Террор» (1980)
  • 20 декабря (1981)
  • Тихая Одесса (1967)
  • Чекист (1992)

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Энциклопедия

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары