Дифтерия

Дифтерия Corynebacterium diphtheriae— (гр. diphtherion — яры, тиресә), кешенең киҫкен инфекцион ауырыуы; йоғошло ауырыу; танау, тамаҡ, боғарлаҡ һ.б. лайлалы тиресәһе зарарланыу менән билдәләнә[1]; дифтерия бактерияһы йоғоуҙан килгән етди инфекцион ауырыу, тамаҡ, танау, ҡурылдай, боғарлаҡ (һтрәк осраҡта башҡа ағзалар) тиресәһе зарраланыу менән характерлы[2].

Дифтерия
МКБ-10

A3636.

МКБ-9

032032

DiseasesDB

3122

MedlinePlus

001608

eMedicine

emerg/138 med/459med/459 oph/674oph/674 ped/596ped/596

MeSH

D004165

 Дифтерия Викимилектә

Эпедимиология

Дифтери́я көслө йогышлы ауырыу (башлыса, балаларҙа була торған инфекция). Йотҡолоҡ өҫтө, боғаҙ, трахея (һирәк кенә башҡа ағзалар) ялҡынһыныу, миндаль һамаҡ биҙҙәрҙә фибриноз ярылар хасил булыу, интоксикация, йөрәк-ҡан тамыры, нерв, бәүел бүлеп сығарыу системалары зарарланыу менән характерлана. Инфекция сығанағы булып Дифтерия менән ауырыусылар йәки организмнарында бактерия йөрөтөүсөләр тора.

Ауырыу йоҡтороу ысулдары

Ауырыуҙың кешенән-кешегә күсеүенең төп механизмы — һулай торған һауанан йоғоу[3]; йоғошланған әйберҙәр (кейем-һалым, һауыт-һаба, уйынсаҡтар һ.б.) менән дә күсергә мөмкин. Дифтерияне айырыуса 1 йәшкә тиклемге балалар ауыр кисерә. Иммунитет инфекциянан һуң (тотороҡһоҙ) һәм прививканан һуң (тотороҡло) барлыҡҡа килә.

Дифтерия тарихы

Ауырыуҙың төрлө формаларын француз табибы П. Бретонно тасүирлап күрһәтә (1826), «дифтерит» атамаһын ҡуллана; терапевт А. Труссо дөйөм ҡабул ителгән дифтерия атамаһын ғәмәлгә кертә. Дифтерияне ҡуҙғатыусы Corynebacterium diphtheriae микроорганизмын чиста хәлендә немец бактериологлары Э. Клебс, Ф. Леффлер (1883-84) айырып алалар. Дифтериягә ҡаршы сыворотка бактериологлар Э. Беринг, Э. Ру, Я. Ю. Бардах (1824-94) тарафынан табыла. Токсин һәм антитоксин ҡатнашмаһы менән актив рәүештә иммунлаштыру методын Э. Беринг (1913) уйлап таба. Микробиолог Г. Рамон иммунлаштыру өсөн дифтерия анатоксинын тәҡдим итә (1923), бактериолог П. Ф. Здродовский дифтерияға ҡаршы прививҡаларҙы камиллаштыра (1950 йылдар).

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Ҡалып:Книга:Турьянов М. Х.:Инфекционные болезни

Сығанаҡтар


Әҙәбиәт

  • Ҡалып:Книга:Турьянов М. Х.:Инфекционные болезни




🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары