Дәүләт

идара итеү системаһы аҫтында йәшәгән ойошҡан община; йә суверенлы дәүләт, ойоштороусы дәүләт йәки федератив дәүләт

Дәүләт — бер географик өлкәлә йәшәүсе халыҡтың сәйәси берләшмәһе. Беренсе боронғо дәүләттәр Яҡын Көнсығышта барлыҡҡа килә. Дәүләттең үҙ хөкүмәте, халҡы һәм баш ҡалаһы була.

Дәүләт
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталғандержава[d]
МилкеДәүләт ҡаҙнаһы[d] һәм дәүләт милке[d]
 Дәүләт Викимилектә

Дәүләт — сәйәси институттар берлеге, уның төп маҡсаты йәмғиәттә берҙәмлекте һаҡлау.Хәҙерге капиталистик дәүләттәрҙә дәүләттен маҡсаттары ошондай тип әйтелә:

  • кешенең фән, ижад, шәхси, иҡтисад именлеген һаҡлау
  • кешеләрҙен дөйөм булған рухи һәм материаль байлыҡтарын һаҡлау (азатлыҡ, медицина, мәғариф, юлдар, экология һәм башҡа)
  • төп шарты: демократия, хакимлыҡ алған кешеләрҙе һайлау

Хәҙерге ваҡытта донъяла 200 яҡын дәүләт бар. Антарктидала дәүләт юҡ.Община (ябай йәмғиәт) менән сағыштырғанда дәүләттә идара иткән социаль класс бар (чиновниктар). Общинала идара итеүгә һәр индивидтың хоҡуғы бар[1].

Дәүләттәрҙең исемдәре

Күпселек дәүләттәрҙең ике исеме бар: тулы (рәсми, протокол) һәм ҡыҫҡа (географик)[2][3][4], ҡайһы бер осраҡтарҙа тулы һәм ҡыҫҡа атамалар бер төрлө була (мәҫәлән, «Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре», «Босния һәм Герцеговина», «Венгрия», «Грузия»).

Тулы исеме (мәҫәлән, Чех Республикаһы, Бөйөк Люксембург герцоглығы, Бөйөк Британия һәм Төньяҡ Ирландияның Берләшкән Короллеге) дәүләтте юридик шәхес (хоҡуҡ субъекты) тип атағанда, мәҫәлән, договорҙарҙа, закондарҙа, башҡа рәсми документтарҙа ҡулланыла, әммә хатта бындай осраҡтарҙа ла дәүләттең ҡыҫҡаса формаһы бирелә.Ҡыҫҡаса исем (Чехия, Люксембург, Берләшкән короллек) дәүләт географик йә иҡтисади яҡтан телгә алынғанда ҡулланыла (йәғни 'Францияла эшләүсе', 'Грециянан экспорт…')[5].

Дәүләт символдары

Халыҡ-ара хоҡуҡта дәүләт билдәләмәһе

Иң эре халыҡ-ара Берҙәм Милләттәр Ойошмаһының территория дәүләт булыуын йәки булмауын фиксациялау хоҡуғы юҡ. Яңы дәүләтте танырға дәүләт мәжбүр. 1993 йылда Конвенция Монтевидео дәүләттен билдәләмәһен бирҙе. Ошо документ буйынса дәүләттен 4 билдәһебулырға тейеш (территория, кеше, хөкүмәт, башҡа дәүләттәр менән бәйләнештәр төҙөү һәләте).[6].

Дәүләттең билдәһе

Дәүләт — закондарға һәм традицияларға таянып, үҙ ағзалары араһында тәртип мөнәсәбәттәрен тәьмин итеүсе социаль институт. Уны башҡа социаль институттарҙан айырып торған бер нисә билдә бар.

  • Территориаль нигеҙҙә халыҡтың бүленеше һәм ойошторолоуы
  • Суверенитет, йәғни дәүләт территорияһында башҡа дәүләттәргә бойондороҡһоҙ берҙәм власть булыуы. Суверенитет властың халыҡҡа асыҡ характерын, халыҡҡа хеҙмәт иткәнен билдәләй. (Монтевидео конвенцияһында билдәләнмәгән.)
  • Дәүләт менән идара итеү буйынса махсуслашҡан, шулай уҡ дәүләт ҡарарҙарын үтәүҙе тәьмин итеү йүнәлешендә эшләгән кешеләр төркөмө (шул иҫәптән армия, полиция, төрмә) барлығы.
  • Дәүләт, дәүләт аппаратын да индереп, үҙ ғәмәлдәрен тормошҡа ашырғанда, һалым, пошлина һәм башҡа йыйымдарҙан килгән аҡсаны тотона.
  • Дәүләт үҙенең бөтә территорияһында башҡарылыу мотлаҡ булған закондар һәм башҡа норматив хоҡуҡи акттарҙы ҡабул итеү буйынса ғәҙәттән тыш хоҡуҡҡа эйә.

Фәндә дәүләт билдәләмәһе

Лазарев Валерий Васильевич дәүләтте ошолой тип билдәләй: дәүләт — сәйәси хакимлыҡты ойоштороусы, идара итеүсе синыфтың йәки бөтә халыҡтың хыялдарын тормошҡа ашырыусы махсус аппарат[7].

Платон ҡарашы

Платон дәүләттең килеп сығыуы тураһында ла иғтибарға лайыҡ фекер күтәрә. Дәүләттең ойошоу сәбәбе — ихтыяж.Платон дәүләт менән идара итеүҙең өс формаһын атай: монархия, аристократия һәм демократия. Ошо өс форманың һәр ҡайһының эсендә ул икешәр вариантты — барлығы алты вариантты күрә. Мәҫәлән, монархия ул — бер кешенең хакимлығы. Ошо форманың бер варианты — законлы монархия (батша), икенсе варианты — көсләү ысуллы монархия (тиран). Аристократия иһә — бер нисә (бер төркөм) кешенең хакимлығы. Уның варианттары: яҡшы кешеләрҙең һәм насар кешеләрҙең (олигархия) хакимлығы. Демократия — күптәрҙең хакимлығы.Демократия — законда нигеҙләнгән формаларҙан иң насар.

Аристотель ҡарашы

Аристотель буйынса дәүләт ғаиләләр, ырыуҙар араһында имен тормошҡа ынтылыш нигеҙендә төҙөлә. Ул үҙенең «Сәйәсәт» тигән трактатында йәмғиәт һәм дәүләт менән идара итеү хаҡындағы ҡараштарын яҙа.

Гегель ҡарашы

Гегель буйынса дәүләт — объектив Рухтың иң юғары күренеше. Бер кешенең азатлығы бөтә кешеләр берҙәмлектә, был дәүләт — абсолют үҙмаҡсат (Selbstzweck).Милли дәүләттәрҙә халыҡ Рухы (Volksgeister) тормошҡа ашырыла. Уларҙын тарихи яҙмышта Рухты диалектик ҡәүете эшләй. Ул алмаштырып үҙ аңлау азатлыҡҡа килә.

Конфуций ҡарашы

Конфуций дәүләт — ҙур ғаилә, тип иҫәпләй. Ил башлығының маҡсаты — халыҡты ашатыу һәм өйрәтеү. Байҙарға һәм ярлыларға бүленеү насар түгел.

Аврелий Августин ҡарашы

Аврелий Августин буйынса дәүләт — кешеләргә беренсе гонаһ эшләү өсөн яза, дәүләт эсендә бер кешеләр икенселәренә буйһона. Дәүләт бәхет өсөн түгел, ә кешеләр тормош кисереү өсөн кәрәк. Ғәҙел дәүләт — христиан дәүләт. Августин Аврелий буйынса донъяуи дәүләт — гонаһ иле, уның прототибы — Рим.

Георг Пухта (1789—1846) ҡарашы

Георг Пухта (1789—1846) буйынса дәүләт халыҡ рухы менән төҙөлә. Георг Пухта монархияға нигеҙләнгән дәүләт төҙөлөшөн яҡлай.

Дәүләт формалары

Дәүләт формаһы — структура, дәүләттең эске ҡоролошоноң билдәле бер моделе, шул иҫәптән уның дәүләт ҡоролошо, принциптары, дәүләт власы органдарының формалашыу һәм үҙ-ара эш итеү ысулдары, шулай уҡ айырым дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеүсе сәйәси режим[8].Дәүләт формаларын классификациялауҙың түбәндәге төп параметрҙары бар[9]:

  • Дәүләт власы формаһы — дәүләт власы органдарын ойоштороу системаһы, уларҙың үҙ-ара һәм халыҡ менән мөнәсәбәттәре; төп миҫалдар — монархия һәм республика.
  • Дәүләт ҡоролошо формаһы — дәүләттең территориаль ҡоролошо системаһы, уның өлөштәренең бер-береһе менән үҙ-ара бәйләнеше; унитар дәүләт һәм федерация төп миҫал булып тора.
  • Сәйәси режим — дәүләт власын тормошҡа ашырыу ысулы; миҫалдар: демократия, олигархия, авторитаризм, тоталитаризм.

Дәүләттең барлыҡҡа килеүе

Власть учреждениеларының формалары һәм, дөйөм алғанда, мотлаҡ тәртип нормалары тәү башлап йәмғиәт үҫешенең тәүтормош стадияһында барлыҡҡа килә. Был осорға сәйәси властың һәм дәүләт институттарының булмауы хас. Социаль нормалар был осорҙа ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар, йолалар һәм тыйыу характерына эйә.

Боронғо көнсығыш дәүләттәре (хәҙерге Ираҡ, Мысыр, Һиндостан, Ҡытай территорияһында) хәҙерге заман мәғәнәһендә иң боронғо билдәле дәүләттәр булып тора. Дәүләттәрҙең барлыҡҡа килеү сәбәптәре тураһында бер ниндәй ҙә консенсус юҡ: социаль договор теорияһы һәм материалистик теория кеүек бер нисә теория бар, әммә уларҙың береһе лә һуңғы хәҡиҡәт була алмай.

Дәүләт үҫешенең этаптары

Дәүләт үҫешенең өс төп этабы бар[10][11][12]:

  • иртә дәүләт ойоштороу һәм социаль яҡтан тулы түгел. Франктар дәүләте, нормандарға тиклемге Англия, Киев Русе, боронғо полистар иртә дәүләттәргә миҫал булып тора. Иртә дәүләт концепцияһын голланд сәйәси антропологы Х. Я.M. Классен һәм уның авторҙаштары эшләй.[13];
  • үҫешкән дәүләт — ҡатлам-корпоратив дәүләт, власты мотлаҡ үҙәкләштереү, уның бөтә учреждениеларының юғары үҫеше менән ҡылыҡһырлана. Тәүге үҫешкән дәүләттәр Мысырҙа, Месопотамияла һәм Ҡытайҙа барлыҡҡа килә;
  • Өлгөрөп еткән дәүләт, синыфтары, милләттәре, милләтселеге булған сәнәғәт йәмғиәтен кәүҙәләндергән иң үҫешкән структура — капитализм үҫеше һәм сәнәғәт революцияһы һөҙөмтәһе, йәғни бөтөнләй икенсе етештереү нигеҙенә эйә; өлгөрөп еткән дәүләттәрҙең айырмалы үҙенсәлеге булып уларҙың дөйөм милли мәҙәниәтле милләткә (милләттәргә) таяныуы тора. Тәүге үҫешкән илдәр XVII—XVIII быуаттарҙа Англия һәм Франция һәм бер ни тиклем һуңыраҡ Ҡытай тип таныла.

Дәүләт хеҙмәте

Рәсәйҙә дәүләт хеҙмәте 58-се һанлы «Рәсәй Федерацияһы дәүләт хеҙмәте системаһы тураһында» федераль закон буйынса көйләнә.Һәр чиновник Класс дәрәжәһе буйынса айырыла.Класс дәрәжәһе — Рәсәй Федерацияһында федераль, региональ дәүләт хеҙмәткәренең квалификация күрһәткесе.

Рәсәй Федерацияһы дәүләт граждан хеҙмәтенең класс дәрәжәләре

Юғары тѳркѳмө:

  • Рәсәй Федерацияһының 1 класлы ғәмәлдәге (мөхбир) дәүләт кәңәшсеһе
  • Рәсәй Федерацияһының 2 класлы ғәмәлдәге (мөхбир) дәүләт кәңәшсеһе
  • Рәсәй Федерацияһының 3 класлы ғәмәлдәге (мөхбир) дәүләт кәңәшсеһе

Баш тѳркѳмө:

  • Рәсәй Федерацияһының 1 класлы дәүләт кәңәшсеһе
  • Рәсәй Федерацияһының 2 класлы дәүләт кәңәшсеһе
  • Рәсәй Федерацияһының 3 класлы дәүләт кәңәшсеһе

Башҡарыусы тѳркѳмө:

  • Рәсәй Федерацияһының 1 класлы кәңәшсеһе
  • Рәсәй Федерацияһының 2 класлы кәңәшсеһе
  • Рәсәй Федерацияһының 3 класлы кәңәшсеһе

Баш тѳркѳмө:

  • Рәсәй Федерацияһының 1 класлы референты
  • Рәсәй Федерацияһының 2 класлы референты
  • Рәсәй Федерацияһының 3 класлы референты

Кесе тѳркѳмө:

  • Рәсәй Федерацияһының 1 класлы кәтибе
  • Рәсәй Федерацияһының 2 класлы кәтибе
  • Рәсәй Федерацияһының 3 класлы кәтибе

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Ҡалып:ТГП

Әҙәбиәт

  • П. Д. Баренбойм, А. В. Захаров Пакт Рериха как этап внедрения в жизнь эстетической концепции правового государства Николая Рериха // Журнал зарубежного законодательства и сравнительного правоведения. — 2010. — № 2.
  • Власов В. И. Теория государства и права: учебник для высших юридических учебных заведений и факультетов. — Ростов-на-Дону: Феникс, 2002. — С. 70-75. — ISBN 5-222-02434-2.
  • Гринин Л. Е. Государство и исторический процесс. — М.: КомКнига, 2007.
  • Ильин В. В., Ахиезер А. С. Российская государственность: истоки, традиции, перспективы. — М.: Издательство МГУ, 1997. — 384 с. — (Теоретическая политология, мир России и Россия в мире). — ISBN 5-211-03762-6.
  • Крадин Н. Н. Политическая антропология. — М.: Ладомир, 2001.
  • Малков С. Ю. Логика эволюции политической организации государства. — М.: КомКнига, 2007. — С. 142—152. — (История и Математика: Макроисторическая динамика общества и государства).
  • Мартин ван Кревельд. Расцвет и упадок государства.
  • Пиголкин А. С., Головистикова А. Н., Дмитриев Ю. А., Саидов А. Х. Теория государства и права: учебник под редакцией А. С. Пиголкина. — Москва: Юрайт-Издат, 2005. — С. 61-63. — ISBN 5-94879-145-9.философский клуб. — М.: Летний сад, 2010. ISBN 978-5-98856-119-4
  • Роберт Нозик. Анархия, государство и утопия.
  • Энтони де Ясаи. Государство.
  • Бредихин А. Л. Суверенитет как политико-правовой феномен: монография. — М.: Инфра-М,2012.
  • Мюррей Ротбард. Анатомия государства.
  • Франц Оппенгеймер. Государство.
🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары