Флаг

Флаг (нидерл. vlag[1]) — дөрөҫ геометрик (йышыраҡ тура дүртмөйөшлө) формалағы туҡыма, махсус төҫ-биҙәктәре була.

Флаг
Рәсем
Барлыҡҡа килгән, эшләнгәнткань[d]
Ҡайҙа өйрәнеләвексиллология[d]
Нимә менән тоташафлагшток[d]
 Флаг Викимилектә
Дәүләттәрҙең (шул иҫәптән танылмағандарҙың да) территориялары өҫтөнә уларҙың флагы төшөрөлгән донъя картаһы. 2018 йыл
Дания флагы — ғәмәлдәге дәүләт флагтарының иң боронғоһо, XIII быуатта ҡабул ителгән
Парламент өсмөйөшөндәге флагтар, Канберра (Австралия)

Байраҡ — ул бер даналы, ә флаг — күпләп етештерелгән әйбер[2]. Дәүләт флагы дәүләт символдарының береһе булып тора. Дәүләт флагынан тыш, күп дәүләттәрҙә хәрби-диңгеҙ һәм сауҙа (коммерция) флагтары була[⇨]. Ғәҙәттә, флаг махсус мачтаға — флагштокҡа күтәрелә. Флагтарҙы өйрәнеү менән вексиллология (лат. vexillum — «байраҡ», «флаг») шөғөлләнә.

Рәсәйҙең Хәрби-диңгеҙ флагы булып Андрей флагы һанала, шул уҡ ваҡытта сауҙа флагы (гражданлыҡ судноларындағы флаг) итеп дәүләт флагы ҡулланыла. Ҡайһы бер илдәрҙә, мәҫәлән, АҠШ-та, был маҡсаттарҙың өсөһөндә лә бер флаг ҡулланыла.

Дәүләттәрҙең генә түгел, уларҙың айырым төбәктәре һәм ҡалаларының да[⇨]; шулай уҡ халыҡ-ара ойошмаларҙың (мәҫәлән, БМО флагы), коммерция компаниялары, диаспоралар һәм милли хәрәкәттәр, ижтимағи хәрәкәттәр (мәҫәлән, пацифистар флагы), хатта спорт командаларының да флагы була.

Бынан тыш, сигнал флагтары флотта караптар араһында хәбәрләшеү өсөн ҡулланыла. Реклама һәм биҙәү маҡсатында флаглы композициялар ҡулланыла.

Тарихы

Беренсе билдәле вексиллоидтар һәм байраҡтар хәрби һәм церемония билдәһе булып хеҙмәт итә. Әммә XII быуатҡа улар хакимдарҙы һәм уларҙың биләмәләрен билдәләү өсөн хеҙмәт итә башлай, ә диңгеҙҙә караптарҙың һәм судноларҙың ҡайһы дәүләттеке икәнен аңлата.

Ҡытай

Ҡытайҙа ебәк туҡыма уйлап табылғас, туҡыманан тегелгән байраҡтар ҡулланыла башлай. Еңел һәм ныҡлы туҡыма байраҡты вексиллоидҡа ҡарағанда ҡулда тотоп йөрөү бик уңайлы булып сыға[3]. Байраҡтар алыҫтан күренә. Ҡытайҙан туҡыма байраҡтар ҡулланыу Монголияға, Һиндостанға һәм Фарсияға күсә һәм, ниһайәт, Римда, башҡа Европа илдәренә барып етә[4].

Япония

Японияла урта быуаттарҙа, айырым яугирҙарҙың мәнфәғәтендә геральдика файҙаланыуҙан тыш, флаг һәм төҫтәр самурай армияларын ойоштороуҙың мөһим элементы булып тора. Төрлө төҫтәге геральдик флагтар ярҙамында ғәскәрҙең айырым подразделениелары таныла һәм алыштан һуң улар күҙәтеү аҫтында тотола.

Һуғышыусы провинциялар дәүерендә бер береһе менән көнәркәшлек иткән хәрби феодалдар хата-дзируси тибындағы флагтар ҡуллана[5], ләкин сасимоно[6] һәм нобори[7] типтарын тәүгеләрҙән булып ҡулланыуға индерә.

Япон геральдикаһы бик ҡатмарлы система хасил итә, уны европалар ауыр аңлай. Мәҫәлән, хәрби барон (даймё) Арим Тоёудзиҙың (1570—1642) бөтә флагтары ҡара-аҡ төҫтә була, бөтә ҡабарынҡы тамғалары алтынһыу лак менән ҡапланған була. Асигаруҙар, йәки Аримдың рядовой пехотасылары, яу ҡорал-ҡорамалдарының артына ҡуш флаг беркетә; уның сапҡындары сығып килгән ҡояш нурҙары рәүешендә ҡабарынҡы билдә йөрөтә; уның самурайҙары ҡабарынҡы ярымай рәүешендәге сасимоно йөрөтә; Аримдың «бәләкәй штандарты» өсъяпраҡ рәүешендә була. «Ҙур штандартта» мон йәки ырыу тамғаһы төшөрөлә, улар Аримдың ярҙамсылары һәм яугирҙары йөрөткән набори флагтарында ла ҡабатлана[8].

Хәҙерге флагтар

Илдәрҙең һәм ойошмаларҙың өҫтәл өҫтө флагтары

XVII быуатта герблы байраҡтар файҙаланыу осоро тамамлана. Ҡайһы бер илдәрҙең, шул иҫәптән Бөйөк Британияның, монархтары герблы флагтарынан баш тартмай.

Нидерланд революцион Принсфлагы («принц флагы») тәүге хәҙерге заман флагы тип иҫәпләнә. Ул геральдик һындар урынына ябай буйҙар менән биҙәлә. Рәсәйҙә, Төньяҡ Америка, Франция, Италияла буйлы флагтар барлыҡҡа килә, Бөйөк Британияла һәм Скандинавия илдәрендә тәреле флагтар ҡабул ителә. Бик ябай композиция формалары һәм бик ябай эмблемалар ҡулланыла. Биш ҡанатлы йондоҙ эмблемаһы, азатлыҡ һәм бойондороҡһоҙлоҡ символы булараҡ, иң популяр булып китә.

Корнелиус Данкертс сама менән 1700 йылда беренсе хәрби-диңгеҙ флагтары таблицаһын төҙөй. Жак ван ден Киб иһә «Дәүләттәр диңгеҙҙә күтәргән флагтар һәм байраҡтар тураһында белем» тигән китап яҙа.

1967 йылда Халыҡ-ара вексиллологик ассоциациялар федерацияһы төҙөлә. Хәҙерге ваҡытта 32 илдән 50-нән ашыу ойошма[асыҡларға], шул иҫәптән Флаг ғилеме һәм геральдика Рус Үҙәге, уның ағзаһы булып тора[9].

Иллюстрациялар

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Мамаев К. К. Флаги рассказывают / Ред.: Н. В. Савков, А. С. Бессмертный; Худож. Б. Н. Осенчаков. — Л.: Аврора, 1972. — 112 с. — 100 000 экз.
  • Знамиеровский Альфред. Флаги. Всемирная энциклопедия. — М.: Эксмо, 2009. — 256 с. — ISBN 978-5-699-32161-2.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары