Иокогама

Иокога́ма, Йокоха́ма[13] (япон. 横浜市Ёкохама-си?) — Японияла иң ҙур ҡала, Канагава префектураһының административ үҙәге. Ҡаланың майҙаны 437, 38 км², халыҡ һаны — 3 709 686 кеше (2014 йылдың 1 авгусына), халыҡ тығыҙлығы — 8481, 61 кеше/км².

Иокогама
Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-ja-hani" does not exist.
ФлагГерб
Нигеҙләү датаһы1 апрель 1889[1]
Логотип
Рәсем
Рәсми атамаһы横浜市
Кана әлифбаһында исемеよこはまし
Архивы хранятся вCity of Yokohama Municipal Archives Reference Room[d]
Этнохороним横浜市民, Jokohamano, 浜っ子 һәм 横浜都民
ГимнYokohama City Song[d]
Донъя ҡитғаһыАзия
Дәүләт Япония[2]
Административ үҙәгеКанагава[d]
Административ үҙәкРайон Нака[d]
Административ-территориаль берәмекКанагава[d][2]
Сәғәт бүлкәтеUTC+9:00[d]
Ассоциацияләшкән сайлау округыKanagawa 1st district[d], Kanagawa 2nd district[d], Kanagawa 3rd district[d], Kanagawa 4th district[d], Kanagawa 5th district[d], Kanagawa 6th district[d], Kanagawa 7th district[d], Kanagawa 8th district[d], Kanagawa 13th district[d] һәм Kanagawa 19th district[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡанТокийский залив[d], Port of Yokohama[d], Цуруми (река)[d] һәм Toriyama River[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡанКанто[d]
Иң юғары нөктәMount Ōhira[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһыmayor of Yokohama[d]
Хөкүмәт башлығыTakeharu Yamanaka[d]
Закондар сығарыу органыYokohama City Council[d]
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһыординарные местные государственные организации[d]
Халыҡ һаны3 757 630 кеше (1 сентябрь 2020)[3]
Административ рәүештә бүленәЦуруми[d], Канагава[d], Nishi-ku[d], Район Нака[d], Минами[d], Ходогайя[d], Исого[d], Канадзава[d], Кёхоку[d], Тотсука[d], Kōnan-ku[d], Асахи[d], Midori-ku[d], Сейя[d], Сакаё[d], Izumi-ku[d], Аоба (Иокогама)[d] һәм Судзуки[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек24 ± 1 метр
Туғандаш ҡалаСан-Диего[d][4], Лион[d][4], Мумбай[4], Одесса[5][4], Ванкувер[6][4], Манила[4], Констанца[4], Шанхай[4], Майндағы Франкфурт[7], Бремен[d], Хошимин, Пекин, Пусан, Ханой, Инчхон[d] һәм Кальяо[d]
Бойһонған ойошма (филиал)Yokohama City Minato Red Cross Hospital[d]
МилкеМицудзава[d] һәм Бейсбольный стадион «Иокогама»[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуыYokohama City Hall[d], Honchō[d], Район Нака[d]
СиктәшКавасаки[d], Фудзисава[d], Ямато[d], Йокосука[d], Камакура[d], Дзуси[d] һәм Матида[d]
АлыштырғанKanagawa[d], Toda[d], Naka[d], Honmoku[d], Negishi[d], Koyasu[d], Byōbugaura[d], Ōokagawa[d], Tsurumi[d], Hodogaya[d], Asahi[d], Ōtsuna[d], Shirosato[d], Byōbugaura[d], Ōokagawa[d], Kusaka[d], Nishiya[d], Mutsuurashō[d], Nagano[d], Hiyoshi[d], Tsuoka[d], Futamatagawa[d], Kawawa[d], Niiharu[d], Tana[d], Nakazato[d], Yamauchi[d], Nakagawa[d], Nitta[d], Totsuka-machi, Kanagawa[d], Nakagawa[d], Kawakami[d], Toyoda[d], Hongō[d], Nakawada[d], Seya[d], Taishō[d] һәм Kanazawa[d]
Майҙан437,71 км² (1 ғинуар 2021)[8]
Почта индексы221-0001–221-0866[9]
Рәсми сайтcity.yokohama.lg.jp
Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн URLcity.yokohama.lg.jp/seis…
Һештег横浜市 һәм Yokohama
Юғары кимәлдәге интернет-домен.yokohama[d]
Урынлашыу картаһы
Позицион карта
Подробная карта
Официальный символроза[d][10], C. japonica[d][11], Кастанопсис[d][11], C. sasanqua[d][11], V. odoratissimum[d][11], G. biloba[d][11] һәм Z. serrata[d][11]
Вид в ночное время
Панорамный вид
Коллаж
Тема иҡтисадыeconomy of Yokohama[d]
Вид с воздуха
Иң тәүге яҙма ваҡыты1442
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр171 435 һәм 36 600 ± 99[12]
Урындағы телефон коды45
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһыCategory:Films shot in Yokohama[d]
Элементтың күренеше өсөн категорияCategory:Views of Yokohama[d]
Карта
 Иокогама Викимилектә

Исеме

Иокогама (浜 横) һүҙмә-һүҙ «горизонталь пляж» тигәнде аңлата[14]. Майта паркы, Зока һәм Накамура йылғалары уратып алған хәҙерге территория асыҡ диңгеҙҙән ҡомло һайлыҡ менән айырылған ҡултыҡ. Был ҡомло һайлыҡ балыҡсылар ауылы Иокогама була. Ҡомло һыҙат ерҙән ҡарағанда, перпендикуляр, йәки, диңгеҙҙән ҡарағанда горизонталь рәүештә сығып торғанлыҡтан, ул «горизонталь пляж» тип атала[15].

Географик урыны

Иокогама Токио ҡултығының көнбайыш ярында, Токионан көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 30 километр алыҫлыҡта урынлашҡан, уның менән тимер һәм шоссе юлдары, шулай уҡ Кавасаки ҡалаһы урамдары менән бәйләнгән.

Климаты

Климат субтропик океанлы, ҡаланың яр буйына яҡын урынлашыуы арҡаһында йомшаҡ. Йылдың уртаса температураһы 16-17 °C; Уртаса температура ғинуарҙа һәм августа ярашлы 5,6 °С һәм 26,4 °С. Йыллыҡ яуым-төшөм күләме 1630 мм, ә максимум июнь һәм сентябрь айҙарына тура килә (190 мм һәм 230)[16].

Иокогаманың һауа шарттары өсөн ямғырҙар, болоттар һәм ҡояш хас, һәм, ғәжәпкә, ҡыш ҡояшлы. Ҡышҡы температура нулдән һирәк түбән төшә, ә йәй дымлылыҡ йоғонтоһо арҡаһында ярайһы уҡ йылы[17]. Иң һалҡын температура 1927 йылдың 24 ғинуарында теркәлгән, ул саҡта температура −8,2 °C тиклем күтәрелгән, ә иң эҫе көн (2013 йылдың 11 авгусы) температура 37,4 °C еткән. Яуым-төшөмдөң айлыҡ иң күп күләме 2004 йылдың октябрь айында теркәлгән — 761,5 мм.

Тарихы

Иокогама бухтаһында сит ил суднолары
Ҡалала сит ил сауҙа йорто, 1861 й.

Ҡалаға 1858 йылда, ике ҙур булмаған ауылды — Канагава һәм Иокогаманы берләштереү юлы менән, нигеҙ һалына, уларҙың халҡы ауыл хужалығы һәм балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгән. Артабан сил ил коммерция караптарын ҡабул итеүгә һәләтле порт төҙөлә башлай. Бында «халыҡ-ара ауыл» барлыҡҡа килә, унда экстерриториаль хоҡуҡта сит ил кешеләре йәшәй. Ул Каннай һәм Яматэ райондарында урынлаша. Бында хатта үҙ-ара аралашыу теле — иокогама-япон пиджин теле барлыҡҡа килә («иокогама диалект» кеүек билдәле), был тел япондар һәм сит ил кешеләре араһында аралашыу өсөн хеҙмәт итә (1910 йылда юҡҡа сыға).

Иокогама Япония һәм тышҡы донъя менән аралашыуҙың мөһим нөктәһе булыуы арҡаһында, бында тәүге тапҡыр Японияла күп кенә яңылыҡтар барлыҡҡа килә. Башлыса, Иокогамала Японияла беренсе тапҡыр икмәк бешерә башлайҙар (башта сит ултыраҡ кешеләре өсөн), 1865 йылда бында Япония өсөн тәүге тапҡыр туңдырма кафеһы асыла, ә 1872 йылда Иокогама Японияла урамдарҙы газ менән яҡтыртыусы беренсе ҡала була[18]. Шулай уҡ 1872 йылда Японияла беренсе Токио-Иокогама тимер юлы эшләй башлай.

1880 йылда бында «Bank Specie Yokohama» банкы ойошторола (артабан Япон империяһының иң эре банктарының береһе булып китә).

Киләһе ике тиҫтә йыл буйы Иокогама япон утрауҙарында иң эре порттарҙың береһе була, һәм 1889 йылда унда халыҡ һаны 122 мең кешегә етә. Ҡала инфраструктураһының үҫешендә һыу үткәргес төҙөлөшө (1887) һәм ҡала электрификацияһы (1890) ҙур уңыш килтерә. Ҡала тарихында иң драматик ваҡиғаларҙың береһе булып 1923 йылғы ер тетрәү тора, яҡынса 20 мең кеше һәләк була, 60 мең бина емерелә йәки янып юҡҡа сыға. Иокогаманың өс башняһы мөғжизә менән иҫән ҡала. Властарҙың һәм халыҡтың ҙур тырышлығы һөҙөмтәһендә, 1929 йылдың аҙағында ҡала тергеҙелә.

1931 йылда Цуруми йылғаһы тамағына ҡоро тупраҡ ташыу эштәре үткәрелә, унда һуңғараҡ күп сәнәғәт объекттары төҙөлә.

1934 йылдың 3 апрелендә Иокогамала Рәсәй фашистар партияһы лидеры К. В. Родзаевский һәм Бөтә Рәсәй фашистик ойошмаһы лидеры А. А. Вонсяцкий араһында 1-се протоколға ҡул ҡуйыла, унда Рәсәй фашистар партияһы һәм Бөтә Рәсәй фашистик ойошмаһының ҡушылыуы һәм Бөтә Рәсәй фашистик партияның ойошторолоуы тураһында иғлан ителә.

Икенсе донъя һуғышы ваҡытында 1942 йылдың 18 апрелендә «Дулиттл рейды» барышында АҠШ Хәрби-һауа көсәтеренең ике бомбардировщигы Иокогамаға беренсе бомбаларҙы ташлай, 1945 йылда Америка Ҡушма Штаттары Иокогаманы бер нисә тапҡыр көслө бомбаға тота, һөҙөмтәлә ҡала етди зыян күрә[19], 14 меңдән ашыу кеше һәләк була һәм һәм 80 меңгә яҡын бина емерелә.

1998 йылдан бында халыҡ-ара стадион асыла, ул 2002 йылда футбол буйынса донъя чемпионаты финалын ҡабул итә.

2009 йылдан бында Иокогама ҡатын-ҡыҙҙар марафоны үтә.

Иҡтисады

Иокогамала Japan Marine United компанияһының Yokohama Blue Avenue Building штаб-фатиры бинаһы.

Иокогама Оло Токио районында эре сауҙа үҙәге булып тора. Ҡала көслө иҡтисади базаға эйә, ул башлыса диңгеҙ транспортынан, шулай уҡ биотехнология һәм ярымүткәргесле индустриянан ғибәрәт.

Суднолар төҙөүҙең ҙур үҙәге булып тора, бында ике эре суднолар төҙөү предприятиеһы урынлашҡан, улар Japan Marine United (JMU, «Марин Джапан Юнайтед»): «Цуруми кодзё» һәм «Исого кодзё» компанияларына ҡарай һәм хәрби заказдар үтәй[20].

Мәғариф һәм фән

Йокогама дәүләт университеты 1949 йылда ойошторолған.

Дәүләт башланғыс һәм урта мәктәптәр Иокогама ҡалаһы ҡарамағында ҡала. Туғыҙ дәүләт урта мәктәп бар, улар Иокогама ҡалаһы Мәғариф буйынса советы ҡарамағында тора.[21] һәм ҡайһы бер дәүләт урта мәктәптәре Канагава префектураһының Мәғариф буйынса совет ҡарамағында.

Мәҙәниәт һәм иҫтәлекле урындары

Санкей-эн баҡсаһы

Иокогамала XX быуат башында «Европа тибындағы» архитектура һәйкәлдәре күп һаҡланған, улар Японияның яңырыу дәүерен дәлилләй һәм уның тышҡы донъя менән бәйләнешен раҫлай. Элекке Яматэ «сит ил биләмәһендә» бер нисә Европа тибындағы айырым йорттар (инеү өсөн асыҡ), сит ил зыяраты һәм ике сиркәү, Изге Иисустың рим-католик соборы һәм англикан Христос сиркәүе бар.

Ҡала үҙәгендә Иокогама портын асыуҙың мемориаль залы урынлашҡан, ул Европа стилендә Иокогама портының асылыуының илле йыллығы иҫтәлегенә төҙөлгән. Йәмәғәт урыны итеп үҙгәртелгән элекке порт районында, «ҡыҙыл кирбесле келәт» тип аталған XX быуат башындағы порт пакгауздары һаҡланып ҡалған.

Шулай уҡ популяр иҫтәлекле урын булып Чайнатаун тора, ул донъяла иң ҙур чайнатаундарҙың береһе һанала. Ҡаланың йәш булыуына ҡарамаҫтан, Иокогамала традицион япон баҡсаһы Санкей-эй бар (1906 йылда асылған).

XX быуат аҙағында Иокогамала эшлекле һәм туристик Минато-Мирай 21 районы ойошторола, уның төп иҫтәлекле урыны булып Yokohama Landmark Tower манараһы тора.

Ҡаланың мөһим музейҙары — Иокогама сәнғәттәр музейы һәм Канагава мәҙәни тарихының префектура музейы. Бынан тыш ҡалала бик күп махсус музейҙар, шул иҫәптән трамвайҙар музейы, ебәк музейы, рамэн музейы һәм башҡалар бар. Иокогаманың Тарихи архивы шулай уҡ музей экспозицияларына эйә. Иокогамала мәңгелеккә тороуға ике карап-музей, Ниппун Мару уҡыу елкәне һәм Хикава-мару лайнеһы ҡуйылған.

Халҡы

Иокогама Японияла ҙурлығы буйынса һәм халҡы һаны буйынса икенсе ҡала һәм Японияла иң тығыҙ ултырған муниципалитет булып тора. Ҡала халҡы 3 709 686 кеше тәшкил итә, ә тығыҙлығы — 8481 кеше/км. 1980 йылдан алып 2005 йылға тиклем халыҡ һанының үҙгәреүе:

19802 773 674 кеше
19852 992 926 кеше
19903 220 331 кеше
19953 307 136 кеше
20003 426 651 кеше
20053 579 628 кеше
Иокогама станцияһы
Минато-Мирайҙың 21 төнгө күренеше
Халҡы
Халыҡ иҫәбен алыу йылыХалыҡЯпония

ҡалалары араһындағы урыны

1920422 9426
1925405 8886
1930620 3066
1935704 2906
1940968 0915
1945814 3794
1950951 1894
19551143 6874
19601375 7103
19651 7889153
19702238 2643
197526217712
19802 7736742
19852992 9262
19903220 3312
19953307 1362
20003 4266512
20053579 1332
20093670 6692
20133 702551[22]2

92 139 кеше иҫәпләнгән Иокогаманың сит ил халҡы ҡытайҙар, корейҙар, филиппиндар һәм вьетнамдарҙы үҙ эсенә ала[23].

Туғанлашҡан ҡалалар

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары