Исмәғил I

Иран шаһиншаһы, полководец һәм шағир

Исмәғил I, тулы исеме Әбүл-Мозаффар Исмәғил бин Хәйҙәр әс-Сәфәүи, шулай уҡ Исмәғил баһадур шаһ йәки Исмәғил Сәфәүи, шулай уҡ Исмәғил Хатаи[7] (17 июнь 1487 йыл — 23 май 1524 йыл; әзерб. Şah İsmayıl Səfəvi, شاه اسماعیل, фарс. }شاه اسماعیل) — Иран шаһиншаһы[8], полководец һәм шағир, Сәфәүиҙәр династияһын нигеҙләүсе. 1501 йылда Ширваншаһтар дәүләте менән Аҡ Ҡуйлылар дәүләтен еңгәндән һуң Тәбризде ала һәм Әзербайжан шаһы титулын, 1502 йылда бөтә Ирандың шаһы титулын ҡабул итә[9]. Исмәғил I заманында Сәфәүиҙәр дәүләте территорияһы ғәйәт ҙурая.

Исмәғил I
әзерб. Şah İsmayıl Səfəvi
фарс. شاه اسماعیل صفوی
Герб
Рәсем
Затир-ат[1]
Гражданлыҡ Сәфәүиҙәр дәүләте
Тыуған ваҡыттағы исемеәзерб. İsmail ibn Heydər əs-Səfəvi
Титулкороль[d]
Тыуған көнө17 июль 1487({{padleft:1487|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[2][3][4][…]
Тыуған урыныӘрдәбил, Иран[5]
Вафат булған көнө23 май 1524({{padleft:1524|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[2][3][4] (36 йәш)
Вафат булған урыныӘрдәбил, Иран[5]
Ерләнгән урыныӘрдәбил
Мавзолей шейха Сефи ад-Дина[d]
АтаһыШәйех Хәйҙәр[d]
ӘсәһеХәлимә бейем[d]
Бер туғандарыСултан-Али[d]
Хәләл ефетеТаджлы-ханум[d] һәм Behruzeh Khanum[d]
БалаларыТахмасп I[d], Алғас Мирза[d], Сәм Мирза[d], Бахрам Мирза[d], Parikhan Khanum (1506–1540)[d] һәм Мехинбану-султан[d]
НәҫелеСәфәүиҙәр
Һөнәр төрөгубернатор, монарх, полководец, шағир, яҙыусы
Эшмәкәрлек төрөислам[1], Шиғыйҙар[1], суфыйлыҡ[1], Хәрби эш[1], религия и политика[d][1] һәм духовная лирика[d][1]
Биләгән вазифаһыШаһ
Кемдә уҡығанГусейн-бек Шамлу[d]
Префикс титулаШаһиншаһ
Хөрмәтләү суффиксыFather of Kings[d]
Әүҙемлек урыныТәбриз[1]
Сәс төҫөерән сәс[d][6]
Рабочая рукалеворукость[d][6]
Һуғыш/алышБитва при Джабани[d], Battle of Sharur[d], Siege of Tabriz[d], Битва при Мерве[d] һәм Чалдыранская битва[d]
 Исмәғил I Викимилектә

Әзербайжан әҙәбиәте классигы[10]. Уның ғәзәлдәре, «Ун хат» эпик поэмаһы (1506), «Нәсихәттәр китабы» билдәле, «Хатаи» тигән псевдоним аҫтында баҫыла. Төрки телле шиғриәткә ҙур йоғонто яһай[11].

Сығышы

Шаха Исмәғил шаһтың француз сәйәхәтсеһе һәм географы Андре Теве китабындағы рәсеме, 1584 йыл.

Бөгөн ҡабул ителгән версияға ярашлы, сығышы менән XIV быуат башында Әрдәбилдә «Сәфәүиә» суфый-дәрүиш орденын нигеҙләгән Сәфи-әт-Дин шәйехкә бәйләнгән. Сәфи-әт-Диндең сығышы билдәле түгел, уны курд, төрки, ғәрәп һәм иранлы тип һанаусылар бар (ҡарағыҙ: Сәфәүиҙәр)[12][13][14][15][16][17][18][19][20][21].

Ислам энциклопедияһына ярашлы, бөгөн ғалимдар Сәфәүиҙәрҙең Иран Курдистанында барлыҡҡа килеп, һуңыраҡ Әзербайжанға күсеүе тураһында уртаҡ фекергә килгән[12]. Сәфәүиҙәр буйынса белгес, тарихсы Роджер Сейвори белдереүенсә, хәҙер Сәфәүиҙәрҙең төрки түгел, иран тамырлы булыуы тураһында ышаныслы әйтеп була[22]. Абруйлы шәреҡ белгесе В. Минорский иҫәпләүенсә, Исмәғил I ҡатнаш сығышлы булған, мәҫәлән, өләсәләренең береһе Трапезундтан грек принцессаһы була, немец ирансыһы Вальтер Хинц Исмәғилдә төрки ҡаны булмаған тиерлек тигән фекер әйтә[23].

Исмәғил Сәфәүиҙең атаһы шәйех Хәйҙәр төрки ҡәбиләләренең шиғыйсы ҡыҙылбаштар берләшмәһенең башлығы була[24], әсәһе — Хәлимә бейем, Аҡ Ҡуйлылар дәүләтенең хакимы Оҙон Хәсәндең ҡыҙы һәм һуңғы Трапезунд императоры Иоанн IV Комниндың ейәнсәре. Кейәүгә сыҡҡансы ул православие христианы була һәм Марфа (Деспина) исеме менән йөрөй.

Суфыйҙар даирәһендә Сәфәүиҙәр етенсе шиғый имамы Муса Кәзимдән килеп сыҡҡан, шулай итеп, Мөхәммәт пәйғәмбәр менән Али ибн Әбү Талиптың тоҡомо булып тора тип раҫлана. Ләкин был Сәфәүиҙәрҙең дини хакимлығын легитимлаштырыу өсөн уйлап сығарылған легенда тип һанала[25].

Биография

1488 йылда Исмәғилдең атаһы шәйех Хәйҙәр Ширваншаһ ғәскәрҙәре менән алышта һәләк була. 1495 йылда Аҡ Ҡуйлылар Әрдәбилде ала, Хәйҙәрҙең өлкән улы шәйех Алиҙы үлтерә, ә кесе улы һигеҙ йәшлек Исмәғилде ҡыҙылбаштар йәшерә. Уны һәм ҡәрҙәштәрен эҙәрләйҙәр, Исмәғил тәүҙә Әрдәбилгә, унан һуң Рештҡа ҡаса, унан Гиләнгә Кәркиә Мирза Али һарайына эләгә, шунда билдәле ғалимдар ҡулы аҫтында белем ала.

Исмәғилдең биш улы була — Рөстәм Мирза (йәшләй вафат була), Тахмасп (10 йәшендә тәхеткә ултыра), Сәм Мирза, Алғас Мирза һәм Баһман Мирза; ҡыҙҙары ла бишәү була — Ханым ханым, Пәрихан ханым, Маһинбаныу, Фирангиз ханым һәм Шаһзәйнәб ханым.

Ширваншаһтар дәүләтен яулау

Исмәғил шаһ менән ширваншаһ Фәррух Йасар араһында алыш.

1500 йылда 14 йәшендә Исмәғил, Гиләндән сығып, ҡыҙылбаштарҙы һәм башҡа төрки ҡәбиләләрҙе туплай ҙа 7000 яугирле ғәскәр менән Ширванға китә. Хәл иткес алыш Гөлистан ҡәлғәһе янында Джабани тигән урында була. Йәш Исмәғил алғы сафтарҙа һуғыша, көрәштәштәрен артынан әйҙәй. Ширванлылар тармар ителә, ширваншаһ Фәррух Йасар тотола һәм башы ҡырҡыла, ҡыҙылбаштар ҡыҫҡа ваҡытлы ҡамауҙан һуң Ширван баш ҡалаһы Баҡыны ала.

Исмәғил шаһтың торҡаһы.

Тиҙҙән Исмәғилгә уға ҡаршы Тәбриздән ике туған ҡәрҙәше Аҡ Ҡуйлы Алуанд Мырҙаның 30 меңлек ғәскәр менән килә ятыуы тураһында хәбәр итәлә. 1501 йылдың уртаһында Нахчиван эргәһендә хәл иткес бәрелеш була. Исмәғил еңеү яулай, ә көҙгә Тәбризгә инә һәм үҙен шаһиншаһ тип иғлан итә. Шиғыйсылыҡты дәүләт дине итеп индерә.

Элек Оҙон Хәсәндеке булған Иран Падишаһы (Padishah-i-Iran) тигән титулды ала[26].

Сәфәүиҙәр дәүләте

Яңы дәүләттә әзербайжан теле бер быуат самаһына — һарай, ғәскәр һәм суд теле, фарсы хакимиәт һәм әҙәбиәт теле була[27][28][29][30][31].

Тәбризде алғас, Исмәғил Аҡ Ҡуйлылар баш ҡалаһы Хәмәданға юллана. 1503 йылдың 21 июнендә Морат солтандың ғәскәрен ҡыйрата, Морат саҡ ҡасып өлгөрә. Шулай итеп, Аҡ Ҡуйлылар дәүләте тармар ителә. 1510 йылға ул бөтә Иранға һәм Ғәрәп Ирағына хужа була.

Исмәғил шаһтың Чалдыран алышы барышында ғосман хәрби түрәләренең береһен үлтереүен һүрәтләгән минитюра.
Чалдыран алышы барғанда Исмәғил шаһтың Сәлим тарафынан тартып алынған шәхси әйберҙәре. Топҡапы, Истанбул

Артабан Исмәғил төрөк солтаны Яуыз Сәлим I менән бәрелешә. 1514 йылдың 23 августында Чалдыран янындағы алышта төрөктәр еңә. Исмәғил һуғыштан бик күп юғалтыуҙар менән сыға.

Чалдыран һуғышынан һуң Исмәғил шаһ күрше дәүләттәргә һөжүм итеүҙән туҡтай, шулай ҙа Ширван менән Грузин батшалыҡтарына яу сәфәрҙәре ойоштора. Европа дәүләттәренән Венеция, Габсбургтар короллеге, Венгрия менән дипломатик мөнәсәбәттәре йәнләнә. Шаһ дәүләтен нығытыуға ҙур тырышлыҡ һала. 1524 йылда 37 йәшендә Исмәғил Әрдәбилдә көтмәгәндә мәрхүм була. Шунда Сәфәүиҙәр төрбәһе Дарүл-Иршадта ерләнә.

Исмәғил шаһ шиғриәте

Дәһнамәнең 1610 йылғы ҡулъяҙмаһының тышлығы, Әзербайжан Милли фәндәр академияһы Ҡулъяҙмалар институты

Исмәғил шағир булараҡ та билдәле, ул Хатаи тигән псевдоним аҫтында яҙа һәм әзербайжан поэзияһының классигы тип һанала. Ул шулай уҡ ат сабыштырыу, һунар менән мауыға, һүрәт төшөрөү һәм каллиграфия техникаһына эйә була, барбатта уйнай, матур тауышлы була һәм иҫ киткес көслө була. Һөнәрҙәрҙе һәм сауҙа үҫешен дәртләндерә. Күп һанлы халыҡ риүәйәттәре һәм дастандары персонажы[32]

Исмәғил шаһ шиғырҙарының аҫтына «Хатаи» (әзерб. خَطَایِیخَطَایِی) тигән псевдонимын[33] туған әзербайжан һәм фарсы телдәрендә яҙа. Улы Сәм Мирза,шулай уҡ ҡайһы бер һуңғыраҡ осор авторҙары Исмәғилдең шиғырҙарҙы әзербайжанса ла[34][35][36], фарсы телендә лә яҙыуын раҫлаһа ла, фарсы телендәгеләренең бер нисәһе генә һаҡланған. Беҙҙең осорға килеп еткән әҫәрҙәре араһында әзербайжан телендә яҙылған «Дәһнамә» поэмаһы, 400 ғәзәле һәм 100 ҡасидәһе, фарсы телендә дүрт бәйете, бер мөкәммәһе (поэма) бар. Исмәғил ижадының поэтик тамырҙары Нәсимигә барып тоташа һәм уның замандашы Фүзули ижадына ауаздаш. Традицион аруздан тыш, силлабик шиғырҙары байтаҡ. Профессор Әхмәт Ҡарамостафа, Ираника энциклопедияһында Исмәғил шаһ тураһындағы мәҡәлә авторҙарының береһе, Исмәғил шаһ шиғриәтенең ҙур өлөшө дини түгел, лирик характерҙа булыуын, Хатаиҙың адари (иран-әзери) лирик традицияһы вәкиле булыуын билдәләй.

Шиғырҙарының иң боронғо ҡулъяҙмаһы — «Диван» әле Ташкентта һаҡлана һәм 1535 йылға ҡарай. Уны Тахмасиб I шаһ һарайында данлыҡлы каллиграф Шаһ Мәхмүт Нишапури күсереп яҙған. Уға 262 ҡәсидә һәм ғәзәл, 10 дүрт юллыҡ ингән. Икенсе, иртәрәк, күсермә 1541 йылға ҡарай һәм Парижда һаҡлана, уға 254 ҡәсидә һәм ғәзәл, 3 матнака, 1 мөрабба һәм 1 мөсадда ингән. Йәнә Исмәғил кәм тигәндә ике поэма яҙған, береһе — «Нәсихатнамә»[11], икенсеһе — «Дәһнамә» («Ун хат»[11].

Исмәғил шаһ Хатаи диванынан миниатюра. Тәбриз, 1515/20 йылдар.
Бахария («Дәһнамә» поэмаһынан өҙөк)
(В. Державин тәржемәһе)

Пронеслась зима, весна пришла.
Мак зацвел, и роза расцвела.
Подымают птицы крик любви.
Вновь огонь любви горит в крови.
Миг луга и рощи расцветил
И уста молчания открыл.

Тополь полы уронил в реку,
А кукушка вновь поёт «ку-ку!».
На лугу бутоны, смеясь, стоят,
И оскалил зубчики в смехе гранат.
О муках разлуки запел соловей,
Дождь апрельский падает в волны морей
И горою жемчужин ложится на дно.
И журавль расправляет крылья весной,
Сокол бьет в облаках журавля на лету.
Тень от яблони белой глядит в высоту,
Издеваясь над облаком и луной.
Плачут тучи апрельские над землей,
И стотысячный хор соловьев гремит.


Текстың төп нөсхәһе
Qış getdi, yenə bahar gəldi,
Gül bitdivü laləzar gəldi.
Quşlar qamusu fəğanə düşdü,
Eşq оdu yenə bu canə düşdü.
Yer geydi qəbayi-xizrpuşan,
Cümlə dilə gəldi ləbxəmuşan.

Sərvin yenə dutdu damənin su,
Su üstə оxudu faxtə gu-gu.
Ğönçə dəhəni çəməndə xəndan,
Gülmaxdan ənar açıldı dəndan.
Bülbül оxudu sifati-hicran,
Dəryadə dür оldu əbri-neysan.
Durna uçuban həvayə düşdü,
Laçın aluban оvayə düşdü.
Alma ağacı dibində sayə
Tə’n eylər did bulutda ayə
Yaşin yerə tökdü əbri-neysan,
Bülbüllər оxudu səd hezaran.[37]


Исмәғил шаһ — уның тормошона бағышланған «Исмәғил шаһ» тигән дастандың геройы[38]. Исмәғил шаһ тураһында күп әҫәрҙәр яҙылған, мәҫәлән, әзербайжан яҙыусыларынан Азиза Джафарзадәнең «Баку 1501», «Напасть», Анарҙың «Победа поэта» тигән тарихи повестары бар.

Исмәғил I Хатаи тураһында хәтер

  • «Исмәғил шаһ» — йәш Исмәғил шаһ тураһында М. М. Магомаевтың операһы. 19151919 йылдарҙа яҙылған.[39]
  • 1993 йылда Баҡыла Исмәғил I-гә һәйкәл ҡуйыла (авторҙары Ибраһгим Зәйнәлов һәм Закир Мәхтиев)
  • Исмәғил һәйкәле Әрдәбилдә лә бар.

Исмғәил I исеме бирелгән:

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Әҙәбиәт

  • Антология Азербайджанской поэзии. Москва-1960.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары