Карлин Джордж

американ комигы

Джордж Денис Патрик Карлин (ингл. George Denis Patrick Carlin; 12 май 1937(19370512), Манхэттен, Нью-Йорк — 22 июнь 2008, Санта-Моника, Калифорния) — американ стендап-комигы, актёр, яҙыусы, сценарийҙар авторы, продюсер, "Грэмми"ның дүрт премияһына һәм Марк Твен премияһына лайыҡ булыусы. Биш китап һәм 20-нән ашыу музыкаль альбом авторы, 16 фильмда төшкән.

Карлин Джордж
ингл. George Carlin
Рәсем
Ҡултамға
Затир-ат[1][2]
Гражданлыҡ Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған ваҡыттағы исемеингл. George Denis Patrick Carlin
Тыуған көнө12 май 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[2][3][4][…]
Тыуған урыныНью-Йорк, Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары[1]
Вафат булған көнө22 июнь 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[5][2][6][…] (71 йәш)
Вафат булған урыныСанта-Моника[d], Лос-Анджелес[d], Калифорния, Америка Ҡушма Штаттары[1]
Үлем төрөтәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбейөрәк етешмәүсәнлеге[d]
Хәләл ефетеБренда Карлин[d] һәм Салли Уэйд[d]
БалаларыКелли Карлин[d]
Туған теламериканский вариант английского языка[d] һәм инглизсә
Яҙма әҫәрҙәр телеинглизсә
Һөнәр төрөактёр, телевидение актёры, кино актёры, комик, телетапшырыуҙар алып барыусы, яҙыусы, актёр озвучивания, радиоведущий, стендап-комик, журналист, юморист, сценарий яҙыусы, композитор, изготовитель
Уҡыу йортоCardinal Hayes High School[d]
Bishop Dubois High School[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы2008
Сәнғәт йүнәлешеатеизм
Жанркомедия наблюдений[d], характерная комедия[d], сюрреалистический юмор[d], ribaldry[d], чёрный юмор[d], ирония[d] һәм Сатира
Тауыш яҙҙырыу лейблыAtlantic Records[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайтgeorgecarlin.com
 Карлин Джордж Викимилектә

Карлин үҙенең сәйәси зирәклеге, ҡара юморы, телгә ҡағылышлы күҙәтеүҙәре, шулай уҡ психология, дин темаларына фекерҙәре һәм күп кенә киҫкен темаларға монологтары менән танылыу яулай. Карлин һәм уның «Ете әшәке һүҙ» тип аталған комедия номеры АҠШ-тың Юғары Судында «Pacifica Foundation радиостанцияһына ҡаршы бәйләнеш буйынса Федераль Комиссия» («Федеральная Комиссия по связи против радиостанции Pacifica Foundation (инг.)баш.») исеме аҫтында алып барылған етди тикшеренеүҙәргә эләгә. 1978 йылда суд биш ыңғай тауыш менән хөкүмәттең уға ҡараған радиотулҡындарҙа әҙәпһеҙ һүҙҙәре булған материалдарҙы эфирға сығарыуҙы тыйыуға хоҡуғын раҫлай.

Биографияһы

Джордж Карлин Гаррисбергта (Пенсильвания)

Джордж Карлин Нью-Йорктың Манхэттен районында тыуа[7]. Әсәһе, Мэри Карлин (ҡыҙ фамилияһы Бэри), секретарка булып эшләй. Атаһы, Патрик Карлин, «Нью-Йорк Сан» гәзитендә реклама буйынса менеджер була. Джордж Карлиндың ата-олаталары — ирландтар, уны атаһы менән әсәһе традицион католик ғаиләһендә тәрбиәләнә. Ата-әсәһе араһындағы мөнәсәбәттәр ярайһы уҡ көсөргәнешле була. Джордж һүҙҙәренсә, атаһы алкоголизм проблемаларынан йонсой, шул сәбәпле Джорж ике айлыҡ сағында, ә ағаһы биш йәш булғанда әсәләре йортонан янғын өсөн баҫҡыс буйлап ҡасырға мәжбүр була[сығанаҡ күрһәтелмәгән].

Джордж Куба, Пуэрториканан килгән граждандар, афроамерикандар һәм ирландтар йәшәгән шау-шыулы Гарлемда булырға ярата.

Карлин 1969 йылда

Мәктәптә уҡыуын тамамлайынса ун ете йәшендә Хәрби Һауа Көстәренә хәрби хеҙмәткә алына, радар станцияһында механик була [сығанаҡ күрһәтелмәгән 627 көн]. Шул ваҡыт Джордж Карлин урындағы радиостанцияла диджей сифатында үҙен һынап ҡарай. 1960-сы йылдарҙа ул варьете программаларында сығыш яһай башлай, диджей булып эшләүен дә дауам итә һәм тиҙҙән телевиденияла популяр фигураға әйләнә. 1970-се йылдар башында Карлин хиппи хәрәкәтенә ҡушылып китә: ул һаҡал, сәс үҫтереп ала, хиппи кеүек кейенә, ҡолағына алҡа таға — шул сәбәпле бер нисә телепрограмма уның менән бәйләнеште өҙә. Әммә заман үҙгәрә, публиканың ихтыяжы ла башҡа төрлө йүнәлеш ала, һәм шоу-бизнес өсөн ҡайтанан Карлин кәрәк булып сыға.

Выступления Комедия стилендә сығыш яһаған әртисте йәштәр бик ярата, шуға ла ул мәҙәни «андерграундҡа» яҡынайыу мөмкинлегенә эйә була. Ул киң танылыу яулаған «Шәмбе кис тура эфирҙа» телевизион шоуында уңышлы сығыш яһай, үҫмерҙәр араһында киң популярлыҡ яулаған «Билл һәм Тэд» фильмы һәм сериалында Руфус ролен башҡарыуы арҡаһында үҫмерҙәр араһында хатта хөрмәтләнеүсе фигураға әйләнеп китә яҙа.

Уның комедия программаларының тәүгеһе 1977 йылда яҙыла. Карлиндың 1990—2000-се йылдарҙағы комик сығыштары, нигеҙҙә, хәҙерге заман Америкаһының етешһеҙлектәренә арнала. Ул йыш ҡына Ҡушма Штаттарҙың хәҙерге заман сәйәси проблемаларын асыҡтан-асыҡ яҡтырта һәм американ мәҙәниәте етешһеҙлектәренән әсе көлә. Уның һуңғы сығышы («Это плохо для тебя (инг.)баш.») вафатына тиклем 4 ай ҡалғас төшөрөлгән була.

Шәхси тормошо

1961 йылда бынан бер йыл элек танышҡан Бренде Хосбрукҡа (ингл. Brenda Hosbrook — 5 август, 1936 — 11 май, 1997) өйләнә. 1963 йылда ҡыҙҙары Келли тыуа. Бренда 1977 йылда, Джорджға 60 йәш тулыуға бер көн ҡалғас, бауыр рагынан вафат була.

1998 йылдың 24 июнендә Карлин Салли Вейдҡа (ингл. Sally Wade) өйләнә, был никах Карлиндың вафатына тиклем дауам итә (Джордж бергә йәшәүҙәренә 10 йыл тулыуға 2 көн ҡалғас вафат була).

2004 йылдың декабрендә Карлин алкоголгә һәм викодинға бәйлелектән арыныу өсөн реабилитация үтергә теләүе тураһында белдерә.

Вафаты

2008 йылдың 22 июнендә Карлин Санта-Моникалағы (Калифорния штаты) Изге Иоан Медицина үҙәгенә күкрәк ситлегендәге ауыртыуға зарланып килеп урынлаша. Шул уҡ көндө йөрәк хәлһеҙлегенән вафат була[8].

Ижады

Карлин үҙенең сығыштарында Америка йәмғиәтенең бик күп яҡтарын комик стилдә яҡтырта. Карлин бер ваҡытта ла һайлауҙарҙа тауыш биреүҙә ҡатнашмай һәм тауыш биреүҙе һайлау иллюзияһы тип атай[9].

Дингә ҡарата мөнәсәбәте

Джордж Карлин Трентонда (Нью-Джерси) 4 апрель, 2008 йыл.

Ата-әсәһе католик динен тотуҙарына ҡарамаҫтан, Карлин үҙен атеист булараҡ таный.

Танылыуы

Театрҙы үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн уға Голливудтағы Дан аллеяһында йондоҙ ҡуйыла.

2004 йылда Comedy Central каналы версияһы буйынса Карлин 100 иң бөйөк комиктар исемлегендә икенсе урынды ала[10].

2011 йылда комик Кевин Бартини тәҡдиме буйынса Нью-Йорктың 121-се Вест Стрит урамының Джордждың бала сағы үткән 500-сө кварталына Карлин исемен биреү тураһында петиция төҙөлә. Петицияға туғыҙ меңгә яҡын ҡултамға ҡуйыла, әммә урындағы католик сиркәүе быға ҡаршы төшә. Карлиндың исеме 400-сө кварталға бирелә.

Ижады

Фильмографияһы

ЙылРусса исемеТөп телдә исемеРоль
1966сЭта девушка (серия «Ни пуха, ни пера»)That Girl (Break a Leg episode)ингл. George Lester
1968фШестеро под одной крышейWith Six You Get Eggrollингл. Herbie Fleck
19751979сС возвращением, КоттерWelcome Back, Kotter
1976фАвтомойкаCar Washтаксист
1979фАмерикафонAmericathonРассказчик
1982фCarlin at Carnegie
1986фGeorge Carlin: Playin' with Your Head
1987фБешеные деньгиOutrageous FortuneФрэнк Мадрас / ингл. Frank Madras
1988фДжастин КейсJustin Caseчастный детектив Джастин Кейс
1989фНевероятные приключения Билла и ТедаBill & Ted's Excellent AdventureРуфус / ингл. Rufus
1990тфРабочая дряньWorking Tra$hРальф / ингл. Ralph
1991фНовые приключения Билла и ТедаBill & Ted's Bogus JourneyРуфус / ингл. Rufus
1991фПовелитель приливовThe Prince of TidesЭдди Детревилль / ингл. Eddie Detreville
19911995сТомас и его друзьяThomas the Tank Engine & Friendsрассказчик
1994фShining Time Station: One of the Family
1995сУлицы Ларедо Streets of Laredo Билли Уильямс
1999фДогмаDogmaкардинал Игнатиус Глик / ингл. Cardinal Ignatius Glick
2001фДжей и Молчаливый Боб наносят ответный ударJay and Silent Bob Strike Backавтостопщик
2003фОчень страшное кино 3Scary Movie 3Архитектор / ингл. Architect
2004фДевушка из ДжерсиJersey GirlБарт Тринки / ингл. Bart Trinke

Ҡалып:ВмФильме

2005фАристократыThe Aristocratsкамео
2005фДжордж Карлин: Жизнь стоит того, чтобы её потерятьGeorge Carlin: Life Is Worth Losingсценарист, рассказчик

Ҡалып:ВмФильмеҠалып:ВмФильме

2008фДжордж Карлин: Это плохо для тебя!George Carlin... It's Bad for Ya!сценарист, рассказчик

Библиографияһы

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Ҡалып:Приз Марка Твена за американский юмор

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары