Көмбәҙ

Көмбәҙ (итал. cupola, лат. cupula)[1] — ярымшар формаһындағы йорт ҡыйығы. 

 Пантеон көмбәҙе 

Тарихы

Көмбәҙ Галлий һәйкәлдәрендә, Грецияның тәүтормош байлыҡ ҡаҙналарында осрай. Шулай ҙа археологик ҡаҙылмаларҙан күренеүенсә уны тағы ла боронораҡ халдейҙар һәм фарсылар ҡулланыуы билдәле.  

Технологик яҡтан ҡатмарлы һәм ҙур таш көмбәҙ төҙөү  Рим архитектура революцияһы мәлендә бетон уйлап табылғас. Римлеләр уны төҙөлөштә оҫта файҙалана. Рим Пантеонындағы көмбәҙ иң боронғо тип һанала. Ул яҡынса беҙҙең эраның 128 йылында төҙөлгән. 

Һуңыраҡ көмбәҙ төҙөү йолаһы византия дини һәм ғибәҙәт архитектураһында ҡулланыла башлай. Константинополдәге София соборы иң юғары оҫталыҡ өлгөһө була. Артабан көмбәҙҙе Европаның көнбайышында, Әрмәнстан сиркәүҙәрендә, Грузияла, Рәсәйҙә төҙөй башлайҙар (VII-XI быуаттар). 

Сасанид империяһын һәм Византияның Яҡын Көнсығышын мосолмандар яулап алғас, көмбәҙ уларҙың архитектураһын биҙәй башлай (Биби Ханым мәсете, Сәмәрҡәнд, XV быуат башы).

Итальяндарҙың барокко осоронда көмбәҙ иң ҙур төҙөлөштәрҙе, һарайҙарҙы биҙәй (XV быуат). 

XIX быуатта көмбәҙ мөһим дәүләт ҡоролмаларын төҙөгәндә ҡулланыла. Торлаҡты ҡыйыҡлауҙа ул һирәк осрай. Көмбәҙләүҙә металл каркастар, тимер бетон, быяла ҡулланыла башлай. Париждағы Пантеон, Лондондағы Изге Павел соборҙары, Берлиндағы Корль музейы, Рәсәйҙә Исаак соборы - иң яҡшы өлгөлөр. 

XX быуатта төҙөлөш технологиялары үҫеше менән көмбәҙ төҙөүҙе төрлөләү мөмкинлеге асыла. Ул бигерәк тә спорт һәм тамаша ҡоролмаларын биҙәй. 

Нураг, Сардиния. Хәҙерге торошоЛисиктрат һәйкәле. Афина.Римдағы көмбәҙ рим ПантеонСофия соборы Киевта. Төҙөкләндереү эштәре алып барыла. МакетыКупола соборы Изге Марк Венецияла

Ислам архитектураһындағы көмбәҙ

Исламдағы иң боронғо көмбәҙ миҫалдары - Иерусалимдағы Ҡая көмбәҙе, Сылбыр Көмбәҙе һәм Әл-Аҡса мәсете, шулай уҡ Дамаск ҡалаһындағы Өмәүиҙәр мәсете. Был төҙөлөштәрҙә византия архитектураһының һыҙаттары бар, әммә ислам оҫталары, таныш өлгөләрҙән ситләшеп, мосолмансараҡ ижад емеше булдырыуға ирешә. Ҡая Көмбәҙе 691 йылда Ғәбд әл-Мәлик тәҡдиме буйынса төҙөлә. 

Көмбәҙ төрҙәре

Билбаулы көмбәҙ

Билбаулы көмбәҙ. Атрей хазинаһы

Билбаулы көмбәҙ бер нисә горизонталь ҡатламдан тора. Өҫтәге һәр ҡатлам аҫтағыһынан бер аҙ сығыңҡырап тора, уларҙы үҙәктә тоташҡан айырым терәткестәр (консоль (архит.)) тотоп тора. Миҫал өсөн, Атрей хазина ҡаҙнаһы.

Һуғанбаш көмбәҙ

 Пушкин. Боголюбовка сиркәүе
Дәһли, Гурдвара Бангла Сахиб[2]

Һуғанбаш көмбәҙ башы ослайып тамамланған ҡабарынҡы формалы була. Бындай көмбәҙҙәр Рәсәйҙә, Төркиәлә, Һиндостанда, Урта Көнсығыш илдәрендә йыш осрай. Бер нисә һуғанбаш көмбәҙле сиркәүҙәр рус дини архитектураһына хас. Новгородтағы 13 көмбәҙле София соборы быға асыҡ миҫал.

Овал көмбәҙ

Овал көмбәҙ

Овал көмбәҙ барокко архитектураһының бер өлөшө булып тора. Атамаһы уҡ әйтеп тора: латин һүҙе ovum - йомортҡа. Тәүге бындай көмбәҙ архитектор Джакомо да Виньола тарафынан Сант’Андреа-дель-Виньола сиркәүе өсөн төҙөлә. Уны 1552 йылда Рим папаһы Юлий III тәҡдиме менән төҙөлә. Иң ҙур овал көмбәҙҙе Викфортта архитектор Франческо Галло[it] төҙөй.

Полигональ көмбәҙ

Полигональ көмбәҙ 

Полигональ көмбәҙ күпмөйөштө хәтерләтә. Иң билдәле бындай эштәрҙең береһе - Флоренциялағы Санта-Мария-дель-Фьоре соборының һигеҙ мөйөшлө көмбәҙе. Уны архитектор Филиппо Брунеллески төҙөй.

Елкән көмбәҙ

Елкән көмбәҙ

Елкән көмбәҙ икенсе төрлө византия көмбәҙе тип атала. Ул дүрт мөйөшөнә таянған квадрат формаһында төҙөлә.

Йәйенке көмбәҙ

Киң йәйенке көмбәҙ

Сынаяҡ аҫты формаһында эшләнгән бындай төр башҡа көмбәҙҙәргә ҡарағанда тәпәшерәк. Йәйенке көмбәҙ XVIII быуаттан алып беҙҙең көнгә тиклем киң ҡулланыла. Ул Византия сиркәүҙәрен, Ғосман империяһында мәсеттәрҙе биҙәгән. Һиндостан, Иран, пакистан, Афғанстан мәсеттәренең күбеһе йәйенке көмбәҙ менән ябылған.

Сатыр көмбәҙ

Сатыр көмбәҙ. Санта-Кроче сиркәүе. Флоренция

Сатыр көмбәҙҙең ҡабырғалары нигеҙҙән башланып оста тоташа. София һәм Изге Петр соборҙарының үҙәк көмбәҙҙәре шундай алым менән төҙөлгән.

Данлыҡлы көмбәҙ- конструкциялар

Изге София соборы. КонстантинопольСанта-Мария-дель-Фьоре соборы. ФлоренцияИсаак соборы. Санкт-ПетербургСтадион. ОитаСтадион. Релайант Астродом
Тарихтағы иң ҙур көмбәҙҙәр
ЙылДиаметрАтамаһыУрыныАвторыИҫкәрмә
б.э. тиклем 1250 йыл — б.э. тиклем I быуат14,5 мАтрей хазина ҡаҙнаһыМикен, ГрецияБилбау көмбәҙ
б.э.тиклем I быуат — б.э. тиклем 19 йыл21,5 мМеркурий ҡорамыБайи, ИталияРим империяһыТәүге монументаль көмбәҙ
б.э.т. 19 йыл — б.э II быуаты25,0 мАгриппа термаһыРим, ИталияРим империяһыРимдағы тәүге термала төп бинала ҡулланылған көмбәҙ
б.э. II быуаты — 128 йыл30,0 мТраян термаһыРим, ИталияРим империяһыЯрымкөмбәҙ
128—143643,4 мПантеонРим, ИталияРим империяһыДонъялағы иң ҙур бетон көмбәҙ
1436—188145,52 mСанта-Мария-дель-ФьореФлоренция, ИталияАрхиепархия, ФлоренцияЭсбиз ҡатнашма ҡулланып кирбестән һалынған донъялағы иң ҙур көмбәҙ
1881—190246,9 мКороль госпитале, Девоншир[en]Бакстон, Бөйөк БританияCotton Famine Relief Fund
1902—191359,45 мУэст-Баден-СпрингсУэст-Баден-Спрингс, АҠШLee Wiley SinclairБыяла һәм ҡоростан көмбәҙ
1913—193065,0 мЙөҙйыллыҡ залыВроцлав, ПольшаГерман империяһыТимер-бетондан көмбәҙ
1930—195565,8 мБаҙар йорто, ЛейпцигЛейпциг, ГерманияТимер-бетон көмбәҙ
1955—1957101,5 мBojangles' Coliseum[en]Шарлотт, АҠШThompson and StreetҠорос конструкциянан көмбәҙ
1957—1965109 мBelgrade Fair[en]Белград, СербияBelgrade FairКөсәйтелгән бетондан һалынған донъялағы иң ҙур көмбәҙ
1965—1975195,5 мРелайант АстродомХьюстон, АҠШH.A. Lott, Inc.
1975—1992207 мМерседес-Бенц СупердоумЯңы Орлеан, АҠШBlount InternationalҠорос конструкциялы каркас
1992—2001256 мСтадион. Джорджия[en]Атланта, АҠШБрэнсфилд һәм Горри[en]Тенсегрити тибындағы көмбәҙ
2001—2009274 мСтадион. Оита БэнкОита, ЯпонияКисё КурокаваАсылмалы көмбәҙ
2009 — хәҙерге көндәр275 мСтадион. КовбойзАрлингтон (Техас), АҠШHKS, Inc.[en]Сиселмәле ҡыйыҡ

Диндәге көмбәҙ

Көмбәҙ христиан һәм мосолман архитектураһында мөһим урын алып тора. Православие сиркәүҙәре һәм мосолман мәсеттәре, шулай уҡ күп кенә католик соборҙарҙы көмбәҙ биҙәй. 

Дин ғилемендә көмбәҙ символик мәғәнәгә эйә. Мәҫәлән, православиела ул күк йөҙөн һынландыра. 

Көмбәҙ нигеҙендә ҡоролмалар

Тандыр

Азия халыҡтарындағы икмәк бешереү өсөн тәғәйенләнгән мейес. Шулай уҡ улар иген һәм башҡа аҙыҡ һаҡлау өсөн ҡулланыла.

Тирмә

Күсмә халыҡтарҙың ваҡытлыса йәшәү өсөн ҡулайлаштырылған көмбәҙ формаһындағы торлағы. Ул быуаттан—быуатҡа тәбиғәт ҡосағында йәшәү тәжрибәһен сағылдырған, бөтә талаптарға ла яуап бирә алған торлаҡ төрө. Һаҡлау, күсереү, урынлаштырып ҡуйыу өсөн бөтә яҡтан да уңайлы итеп уйлап табылған был ҡоролма башҡорттарға ла хас булған.

Тирмәнең тарихы быуаттар төпкөлөнән килә. Тирмә төшөрөлгән беренсе һүрәттәр Төньяҡ Ҡытайҙа табылған статуэткаларҙа һынланған (беҙҙең эраның VI быуат башы). Х быуатта Волга буйы һәм Көньяҡ Уралда сәйәхәт ҡылған Ибн Руста башҡорттар тураһында «уңайлы көтөүлектәр эҙләп урындан урынға күсеү сәбәпле, сатырҙарҙа йәшәйҙәр», тип яҙып ҡалдырған. Тирмәнең каркасы ағастан, япмаһы өсөн кейеҙ, хайуан тиреһе ҡулланылған, көмбәҙе асмалы итеп яһалған. Иң ҡыҙығы шунда: бөгөнгө көнгә тиклем тирмә бер ниндәй ҙә үҙгәрешһеҙ һаҡланып ҡалған.

Гүмбәз

Төркиә, Иран һәм Үҙәк Азияның башҡа илдәрендә гүмбәз һыу һаҡлағыстар (сардоба), ҡаруанһарай, мавзолей, кәшәнә, мунса һәм башҡа ҡоролмалар төҙөгәндә ҡулланылған. Азияла көмбәҙ сәнғәте иң юғары оҫталыҡҡа күтәрелә. Бындағы халыҡтар мәҙәниәтендә көмбәҙ Тыныслыҡ символы (күк йөҙө) булараҡ сағыла. Донъя архитектураһының иң матур өлгөләренең береһе - Бохаралағы Саманидтар мавзолейы.

Яранға

Себерҙең төньяҡ-көнсығыш халыҡтарында ҡулланылған күсмә торлаҡ. Уның каркасы кит һәм башҡа эре балыҡтарҙың һөйәгенән төҙөлә, ябыу өсөн хайуан тиреләре ҡулланыла.

Иглу

Эскимостарҙың ҡаты ҡарҙан һәм боҙҙан төҙөгән торлағы. Йылы сыҡмаһын өсөн бындай көмбәҙҙең өҫтө ябыҡ, инеү урыны иҙәненән түбәндәрәк була. 

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары