Перельман Григорий Яковлевич

Перельман Григорий Яковлевич (13 июнь 1966 йыл, Ленинград) — СССР һәм Рәсәй математигы, Пуанкаре гипотезаһын иҫбатлаусы[12][13].

Перельман Григорий Яковлевич
рус. Григорий Яковлевич Перельман
Рәсем
Затир-ат[1][2]
Гражданлыҡ СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө13 июнь 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[3][4][5][…] (57 йәш)
Тыуған урыныСанкт-Петербург, РСФСР, СССР[2]
АтаһыПерельман, Яков Наумович[d][6]
ӘсәһеШтейнгольц, Любовь Лейбовна[d][6]
Бер туғандарыЕлена Перельман[d]
Һөнәр төрөматематик
Эшмәкәрлек төрөдифференциаль геометрия һәм топология[d], топология, математика, Риман геометрияһы[d] һәм геометрик топология[d]
Эш урыныРФА В. А. Стеклов исемендәге Математика институтының Санкт-Петербург бүлексәһе[d][7][8]
Курантовский институт математических наук[d]
Университет штата Нью-Йорк в Стони-Бруке[d]
Калифорнийский университет в Беркли[d]
Уҡыу йортоРФА В. А. Стеклов исемендәге Математика институтының Санкт-Петербург бүлексәһе[d]
Санкт-Петербург дәүләт университетының математика-механика факультеты[d][9][10]
239-сы физика-математика лицейы[d]
Ғилми етәксеАлександр Данилович Александров[d] һәм Бураго, Юрий Дмитриевич[d]
Кемдә уҡығанАлександр Данилович Александров[d]
ҠатнашыусыХалыҡ-ара математик олимпиада[d] һәм Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй математика олимпиадаһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыҡһыныу өлкәһеклассик музыка[11]
Вики-проектПроект:Математика[d]
Число Эрдёша3
 Перельман Григорий Яковлевич Викимилектә

Биографияһы

Григорий Яковлевич Перельман 1966 йылдың 13 июнендә Ленинград ҡалаһында йәһүд ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы Яков Наумович инженер-электрик була (киң таралған хата фекергә ҡарамаҫтан, танылған физик, математик һәм астрономияны популярлаштырыусы Перельман Яков Исидорович Григорий Перельман Яковлевичтың атаһы түгел). Ул 1993 йылда Израилгә эмиграцияға китә. Әсәһе, Любовь Лейбовна Штейнгольц, Санкт-Петербургта ҡала, ПТУ-ла математика уҡытыусыһы булып эшләй. Григорий Перельмандың һеңлеһе Елена шулай уҡ математик, Санкт-Петербург университетын тамамлай (1998). 2003 йылда Реховотта Вейцман Институтында диссертация яҡлай (PhD)[14][15]; 2007 йылдан Стокгольмда программист булып эшләй[16][17][18].

Гриша 6 йәшендә беренсе класҡа уҡырға бара. 8-се класты бөткәнсе Ленинград ситендәге ҡәҙимге урта мәктәптә уҡый. Ата-әсәһе математикаға ҡыҙыҡһыныу уята, әсәһе классик музыкаға ылыҡтыра (Григорий, әсәһе кеүек, скрипкала уйнай). Шулай уҡ ул шахмат һәм өҫтәл теннисы менән мауыға. 8-се кластан һуң 239-сы физика-математика мәктәбенә күсә, унда талап ябай мәктәптәрҙәгегә ҡарағанда бик юғары булыуға ҡарамаҫтан, өлгөлө уҡыусы була. Тик физкультура арҡаһында ғына, ГТО нормаһын тапшыра алмағанлыҡтан, алтын миҙал ала алмай.

Перельман 5-се кластан алып Пионерҙар һарайы янындағы математик үҙәктә, Сергей Рукшин етәкселеге аҫтында (хәҙер РДПУ профессоры, Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы[19]) дәрестән тыш ваҡытта математика менән шөғөлләнә. Сергей Рукшиндың уҡыусылары математика олимпиадаларында бик күп бүләктәргә лайыҡ булалар. Григорий Перельман 1982 йылда, совет уҡыусылары командаһы составында, Будапешта Халыҡ-ара математика олимпиадаһында барлыҡ мәсьәләләрҙе яҡшы эшләп, мөмкин булған максималь балл суммаһын йыя һәм алтын миҙалға лайыҡ була[20].

Шул уҡ 1982 йылда Ленинград дәүләт университетының математика-механика факультетына ҡабул ителә (ЛДУ). Венгриялағы еңеүе менән бәйле, уны имтиханһыҙ ҡабул итәләр, был уны шул ваҡыттағы мөмкин булған милли билдәләре буйынса дискриминациянан ҡотҡара[21][22]. Шул уҡ ваҡытта юғары уҡыу йортона стандарт 17 йәш урынына 16 йәштә уҡырға инеүе, Григорийға 1980-се йылдар уртаһы-аҙағында студенттарҙы күпләп армияға саҡырыуға эләкмәҫкә ярҙам итә, сөнки ЛДУ-ла «бронь» ваҡыты уҙыуға ул инде юғары курс студенты була, ә армияға ғәҙәттә 1-2 курстан алалар. Перельман университетта бөтә уҡыу йылдарында тик «бик яҡшы» билдәләренә генә уҡый, факультет, ҡала һәм Бөтә Союз студенттар математик олимпиадаларында еңеп сыға. Уңыштары өсөн Ленин стипендияһы ала.

1987 йылда Ленинград дәүләт университетын бик яҡшы билдәләренә тамамлай[21], СССР Фәндәр академияһының В. А. Стеклов исемендәге Математика институтының Санкт-Петербург бүлеге янындағы аспирантураға уҡырға инә (ғилми етәксеһе — В. А. Александров). (1992 йылға тиклем — ЛОМИ; артабан — ПОМИ). 1990 йылдан һуң «Седловые поверхности в евклидовых пространствах» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[23], институтта өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй башлай.

1990-сы йылдар башында АҠШ-ҡа килә, унда төрлө университеттарҙа ғилми хеҙмәткәр булып эшләй[24]. Хеҙмәттәштәрен көнкүрешенең тәҡеүәлеге менән ғәжәпләндерә, яратҡан ризыҡтары һөт, сыр һәм икмәк була. 1995-1996 йылдарҙа Санкт-Петербургҡа ҡайта[25][26], Математика институтының Санкт-Петербург бүлегендә эшләүен дауам итә, унда яңғыҙ Пуанкаре гипотезанһын иҫбатлау өҫтөндә эшләй.

2002—2003 йылдарҙа Интернетта үҙенең киң билдәлелек алған өс мәҡәләһен баҫтыра, унда Пуанкаре гипотезаһын иҫбатлауҙың үҙенсәлекле ысулын ҡыҫҡаса бәйән итә:

  • Формула энтропии для потока Риччи и её геометрические приложения. (ингл. The entropy formula for the Ricci flow and its geometric applications)
  • Поток Риччи с хирургией на трёхмерных многообразиях. (ингл. Ricci flow with surgery on three-manifolds)
  • Конечное время затухания для решений потока Риччи на некоторых трёхмерных многообразиях. (ингл. Finite extinction time for the solutions to the Ricci flow on certain three-manifolds)

Интернетта Перельмандың Риччи ағымы өсөн энтропия формулаһы тураһында тәүге мәҡәләһенең күренеүе ғилми даирәләрҙә халыҡ-ара сенсация тыуҙыра. 2003 йылда Григорий Перельман бер нисә америка университетына саҡырыуҙы ҡабул итә, унда ул үҙенең Пуанкаре гипотезаһын иҫбат итеү буйынса эше тураһында докладтар серияһы яһай[27]. Америкала Перельман, уның өсөн ойошторолған асыҡ лекцияларҙа, шулай уҡ бер нисә математик менән шәхси осрашыу ваҡытында үҙенең идеяларын һәм алымдарын аңлатып, күп ваҡыт сарыф итә. Рәсәйгә әйләнеп ҡайтҡандан һуң, күп һанлы сит ил коллегаларының һорауҙарына электрон почта аша яуап бирә[28].

2004—2006 йылдарҙа Перельмандың һөҙөмтәләрен тикшереү менән математиктарҙың өс бойондороҡһоҙ төркөмө шөғөлләнә:

  1. Брюс Кляйнер[en], Джон Лотт[en], Мичиган университеты;
  2. Чжу Сипин[en], Сунь Ятсен университеты, Цао Хуайдун[en], Лихай университеты;
  3. Джон Морган[en], Колумбия университеты, Тянь Ган, Массачусетс технология институты.

Бөтә өс төркөм дә Пуанкаре гипотезаһы тулыһынса иҫбатланған тигән һығымтаға килә, әммә Ҡытай математиктары Чжу Сипин һәм Цао Хуайдун уҡытыусылары Яу Шинтун менән бергә, «тулы иҫбатлауҙы» таптыҡ тип белдереп, плагиатлыҡ маташыуы яһайҙар[29]. Артабан улар был белдереүҙәренән баш тарталар[30].

2005 йылдың декабрендә Перельман математик физика лабораторияһының төп ғилми хеҙмәткәре вазифаһын китә, Математика институтының Санкт-Петербург бүлегендәге эшенән сыға[31] һәм хеҙмәттәштәре менән бәйләнеште тулыһынса тиерлек өҙә[32]. Үҙенең позицияһын ул ойошторолған математик берләшмә менән килешмәүе, улар ҡабул иткән ҡарарҙарҙың ғәҙел булмауы менән аңлата.

2006 йылда «The New Yorker» америка журналында журналистар Сильвия Назар һәм Дэвид Груберҙың «Многообразная судьба» исемле ҙур мәҡәләһе баҫыла. Улар Санкт-Петербургҡа килеп Григорий Перельман менән шәхсиәт осрашалар. Интервьюла Перельман математик йәмғиәттән китеүенең сәбәбен аңлата:

Фәндә этик стандарттарҙы боҙоусылар сит кеше тип иҫәпләнмәй… Минең кеүек кешеләр — бына кемдәр изоляцияла ҡала… Әлбиттә, бик күп әҙме-күпме намыҫлы математиктар бар. Ләкин улар бөтәһе лә — конформистар. Улар үҙҙәре намыҫлы, тик намыҫлы булмағандарға түҙәләр… Мин билдәле булмағанда, минең һайлау мөмкинлеге бар ине… Йә бөтәһенең дә ныҡ итеп йәненә тейергә (NY — поднять шумиху по поводу нечистоплотных методов в науке), йәки өндәшмәҫкә һәм үҙеңә эткә булған кеүек мөнәсәбәткә түҙергә. Хәҙер, бик билдәле шәхескә әйләнгәс, мин артабан да өндәшмәй ҡала алмайым. Бына ни өсөн мин китергә мәжбүр булдым[33].

2011 йылдың сентябрендә Перельмандың Рәсәй фәндәр академияһы ағзаһы булыу тәҡдименән баш тартыуы билдәле була[34].

Санкт-Петербург ҡалаһында Купчино районында әсәһе менән бергә йәшәй[35]. Матбуғатта 2014 йылдан алып Григорий Швецияла йәшәй тигән хәбәрҙәр күренә[34][36][37], әммә һуңыраҡ уның Швецияла әллә ниҙә бер булыуы билдәле була[38].

Фәнни өлөшө

— Юрий Дмитриевич Бураго һәм Михаил Леонидович Громов менән аҫтан кәкрелек менән сикләнгән А. Д. Александров арауыҡтары буйынса хеҙмәттең авторҙашы[39].

— 1994 йылда дифференциаль геометрияла душа тураһында гипотезаны иҫбат итә.

— 2002—2003 йылдарҙа Пуанкаре гипотезаһын һәм геометриялаштырыу гипотезаһын иҫбат итә.

Танылыуы

1991 йылда Санкт-Петербург математиктар йәмғиәтенең «Пространства Александрова с ограниченной снизу кривизной» эше өсөн «Йәш математикка» премияһына лайыҡ була.

1996 йылда йәш математиктар өсөн Европа математика йәмғиәтенең Премияһын бирергә ҡарар ителә, әммә ул премияны алыуҙан баш тарта[40].

2006 йылда Григорий Перельманға [2] Пуанкаре гипотезаһын хәл иткәне өсөн «Филдс миҙалы» халыҡ- ара премияһы бирелә (бүләкләгәндә рәсми формулировкаһы: «геометрияға индергән өлөшө һәм уның Риччи ағымының геометрик һәм аналитик структураһын өйрәнеүҙә революцион идеялары өсөн»), әммә ул был премиянан да баш тарта[41].

  • 2010 йылдың мартында Клей Математика институты Григорий Перельманға Пуанкаре гипотезаһын иҫбат иткән өсөн бер миллион АҠШ доллары күләмендә премия бирергә ҡарар итә[42]. Был «мең йыллыҡ проблемалар»ҙың береһен хәл иткән өсөн тарихта беренсе премия биреү була. 2010 йылдың июнендә Перельман Парижда математиктар конференцияһын иғтибарһыҙ ҡалдыра, конференцияла Пуанкаре гипотезаһын иҫбат иткән өсөн «Мең йыллыҡ премияһын» тапшырыу планлаштырылған була. 2010 йылдың 1 июлендә Перельман премиянан баш тартыуы тураһында асыҡ белдерә, быны түбәндәгесә аңлатла:
Мин баш тартам. Белеүегеҙсә, минең был яҡҡа ла, икенсе яҡҡа ла сәбәптәрем бик күп. Шуға ла мин оҙаҡ хәл иттем. Ҡыҫҡа ғына итеп әйткәндә, төп сәбәп — ойошторолған математик берләшмә менән килешмәү. Миңә уларҙың ҡабул иткән ҡарарҙары оҡшамай, мин уларҙы ғәҙел түгел тип иҫәпләйем. Америка математигы Ричард Гамильтондың был мәсьәләне хәл итеүгә индергән өлөшө минекенән һис кәм түгел тип иҫәпләйем[43].
Әйтергә кәрәк, Пуанкаре гипотезаһын иҫбатлаған математик яғынан Ричард Гамильтондың ҡаҙаныштарын асыҡ баһалау фәндә юғары выжданлылыҡ миҫалы булып тора ала, сөнки, Перельмандың үҙенең баһалауы буйынса, Яу Шинтун менән хеҙмәттәшлек иткән Гамильтон, еңеп сыҡҡыһыҙ техник ауырлыҡтарға осрап, үҙенең тикшеренеүҙәрендә һиҙелерлек әкренәйә[44].

2011 йылдың сентябрендә Клэй институты Анри Пуанкаре институты (Париж) менән берлектә йәш математиктар өсөн вазифа булдыра, уларға түләү өсөн аҡса Григорий Перельманға бирелгән, ләкин ҡабул ителмәгән "Мең йыллыҡ премия"нан китә[45].

2011 йылда Ричард Гамильтонға һәм Деметриос Кристодулға математика буйынса $1 000 000 күләмендә Премия Шао бирелә, уны ҡайһы берҙә «Көнсығыш Нобель премияһы» тип атайҙар. Ричард Гамильтон был премияға математик теория төҙөгән өсөн лайыҡ була, уны Григорий Перельман үҙенең Пуанкаре гипотезаһын иҫбатлау буйынса хеҙмәттәрендә артабан үҫтерә. Билдәле булыуынса, Гамильтон премияны ҡабул итә[46].

Киң мәғлүмәт сараларында һәм мәҙәниәттә

Йыш ҡына Григорий Перельман һәм билдәле композитор, уның тиңдәше араһында параллель үткәрәләр. Ул тиҫтә ярым йыл элек, Европа премияһын алғас, шулай уҡ профессиональ мөхитте ташлап сығып китә, күренмәй йәшәй, инде утыҙ йыл «перельманса йәшәү рәүеше» алып бара[47]. Тағы ла бер Петербург кешеһе, Юрий Ханон, шул уҡ сәбәптәр буйынса карьеранан баш тарта һәм 1993 йылда герметик йәшәү рәүешенә күсә[48] Оҡшашлыҡтар шул яҡтан да була, Григорий Перельман да бала саҡта скрипкала уйнарға өйрәнә, әммә ҙур уңыштарға ирешә алмай, шулай ҙа ғүмере буйына классик музыка менән ҡыҙыҡһыныуын һаҡлай.

2006 йылда Science журналы Пуанкаре гипотезаһын иҫбатлауҙы фәнни «Прорыв года» тип атай[49]. Был математика буйынса бындай исемгә лайыҡ булған беренсе хеҙмәт.

2006 йылда Сильвия Назар һәм Дэвид Грубер «Manifold Destiny» мәҡәләһен баҫтыралар. Унда Григорий Перельман, уның Пуанкаре гипотезаһын иҫбатлау буйынса хеҙмәте, фәндә һәм математик йәмғиәттә этик принциптар тураһында һөйләнелә, шулай уҡ уның үҙе менән интервью индерелә. Мәҡәләлә үҙенең уҡыусылары менән бергә Григорий Перельман тәҡдим иткән Пуанкаре гипотезаһын иҫбатлауҙың тулылығын инҡар итергә маташҡан Ҡытай математигы Яу Шинтанды тәнҡитләүгә күп урын бүленә[50].

2006 йылда The New York Times гәзите Денис Овербайҙың (Overbye Dennis) «Scientist at Work: Shing-Tung Yau. The Emperor of Math» исемле мәҡәләһен баҫтыра. Мәҡәлә профессор Яу Шинтандың биографияһына, һәм уның адресына Пуанкаре гипотезаһын иҫбатлау буйынса Перельмандың индергән өлөшөн кәметеп күрһәтергә тырышыуҙа ғәйепләүҙәр менән бәйле ғауғаға арнала. Мәҡәләлә математика фәнендә бығаса булмаған факт килтерелә — Яу Шинтан үҙенең хаҡлығын яҡлау өсөн адвокат фирмаһын яллаған һәм үҙен тәнҡитләүселәргә суд эҙәрлекләүе менән янаған[51].

2007 йылда Британия гәзите The Daily Telegraph «Әле йәшәүсе йөҙ гений» исемлеген баҫтыра, унда Григорий Перельман 9-сы урынды биләй. Перельмандан тыш, был исемлеккә ни бары 2 Рәсәй кешеһе эләгә — Гарри Каспаров (25-се урын) һәм Михаил Калашников (83-сө урын)[52].

2011 йылда Маша Гессендың Перельмандың яҙмышы тураһында, уның уҡытыусылары, синыфташтары, хеҙмәттәштәре һәм коллегалары менән ойошторолған күп һанлы интервьюларға нигеҙләнгән, «Совершенная строгость. Григорий Перельман: гений и задача тысячелетия» исемле китабы сыға[53][54]. Перельмандың уҡытыусыһы Сергей Рукшин китап тураһында тәнҡитле фекер әйтә[55].

2014 йылда Санкт-Петербургта Александра театрының Яңы сәхнәһендә, «Вспулчесны» Вроцлав театры режиссеры Вера Попованың, поляк драматургы Михаил Пабиандың Григорий Перельман тарихы мотивтары буйынса яҙылған «Затворник» пьесаһы буйынса спектакле алдан күрһәтелә.

2015 йылда Константин Кузнецовтың Григорий Перельман тарихы мотивтары буйынса яҙған «Сингулярность от Артемия» пьесаһы, урыҫ телле драматургияның Халыҡ-ара конкурсы лонг-листы —"Действующие лица 2015"кә инә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • (50033) Перельман

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Гессен Мария Александровна. Совершенная строгость. Григорий Перельман. Гений и задача тысячелетия = A Genius and The Mathematical Breakthrough of the Century. / Пер. И. Кригер. — М.: Corpus, Астрель, 2011. — 272 с. — 4000 экз. — ISBN 978-5-271-33232-6.
  • Арсенов Олег Орестович. Григорий Перельман и гипотеза Пуанкаре. — М.: Эксмо, 2010. — (Люди науки). — 256 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-699-44145-7.
  • George G. Szpiro, Poincare’s Prize: The Hundred-Year Quest to Solve One of Math’s Greatest Puzzles. Dutton Adult [3]; 1st edition (June 21, 2007)

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары