Себер

Себер — Көнбайыштан Урал тауҙары менән, көнсығыштан — Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығыш тѳбәктәре, төньяҡтан — Төньяҡ Боҙло океан, көньяҡтан — Рәсәйгә сиктәш дәүләттәр (Ҡаҙағстан, Монголия, Ҡытай) менән сикләнгән Евразияның[1] төньяҡ-көнсығыш өлөшөндәге бик ҙур географик тѳбәк.

…… Себер федераль округы 5,1 млн км² (РФ территорияһының ~30.09 % биләй) Географик төшөнсә булараҡ Себер 9,8 млн км² (РФ территорияһының ~57.01 %) ...... Рәсәйҙең Азия өлөшө13,1 млн км² (РФ территорияһының ~76.69 %)

Хәҙерге заманда Себер һүҙе, ҡағиҙә булараҡ, алда аталған географик сиктәрҙәге Рәсәй Федерацияһының территорияһы тип ҡабул ителә, ә тарихи төшөнсә булараҡ, үҙенең йәйрәп ятҡан сиктәре эсенә Себер үҙенең эсенә Ҡаҙағстандың төньяҡ-көнсығышын һәм тотош Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышын да алған.

Себер Көнбайыш Себергә һәм Көнсығыш Себергә бүленә, ҡайһы саҡта Көньяҡ Себер (таулы өлөшөндә), Төньяҡ-Көнсығыш Себер һәм Урта Себер тигән төшөнсәләр ҙә ҡулланыла. Рәсәй составына XVI—XVII быуаттарҙа ингән. Географик Себер майҙаны — 9,8 млн км² (Рәсәй территорияһының 57 % яҡыны).

Географик Себер сиктәрендә йәшәгән халыҡ һаны — 24 757 359 кеше (2016).

Этимологияһы

Себер һүҙенең әйтелеше

«Себер» һүҙе килеп сығышының бер нисә фаразы бар.Алтай телдәре төркөмөнә бәйле фараздар:

  1. «Сибэр/чибэр» — «матур» мәғәнәһен аңлатҡан төрөк (башҡорттар/татарҙар) һүҙе. Мәҫәлән, Сыбаркүл күленең атамаһы татар теленән тәржемә иткәндә «сибәр (матур) күл» тигәнде аңлата. Боронғо төрөктәрҙә Шибир тигән исем таралған булған, мәҫәлән, б. э. VII быуатында йәшәгән һәм ҡытайҙың Суй династияһын ҡыйратҡан атаҡлы ҡаған Шибир-хан Төрөк-шадты ғына иҫкә алайыҡ. Шулай уҡ төрөк телдәрендә (атап әйткәндә, татар телендә) «Себер(ү)» тигән, «һепереү»(«мести»), «буран (һепертмә буран)» тигәнде аңлатҡан һүҙ бар, шулай итеп «Себер» һүҙмә-һүҙ «Буран» тигәнде лә аңлатыуы бик мөмкин.
  2. «Шибир» — ҡайынлыҡ, шырлыҡ (ҡуйы урман) баҫҡан һаҙлыҡлы урын тигәнде аңлатҡан монгол һүҙе. Сыңғыҙ хан дәүерендә монголдар тайганың урман-дала менән сиктәш өлөшөн шулай тип атаған тигән фараз бар[2].

Ниндәй булһа ла этник төркөм менән бәйле фараздар (улар бөтөнләй этимологияға ҡағылмай тип иҫәпләнә, ләкин ихтималлығы мөмкин тип фаразлана):

  1. Зоя Яковлевна Бояршинова фаразы буйынса, был термин, теле ҡайһы төркөмгә ҡарағаны бик бәхәсле булған сиртя («сипыр») этник төркөмө исеменән алынған тип һанала. Һуңғараҡ ул хәҙерге Тобольск районында, Иртыш йылғаһы буйында йәшәгән төрөк төркөмөнә ҡарата ҡулланыла башлаған.
  2. Вячеслав Юрьевич Софронов фаразы буйынса, бөгөнгө көндә себер татарҙары тип йөрөтөлгән төрөк телле этник төркөм менән бәйләргә мөмкин. Үларҙың үҙатамаһы — сибир, автор фекеренсә, «түҙемлек» тигәнде аңлата. бүтән төрлө фекер ҙә бар, «аҫаба» («местные») (ы/ир — ирҙәр, халыҡ, кешеләр; сибе/ү — һибелгән, сәселгән, ергә таратыу; һүҙмә-һүҙ.: «бында таралған [йәшәгән] кешеләр»)[3].
  3. Владимир Яковлевич Петрухин һәм Дмитрий Сергеевич Раевский фаразлағанса, атама Көнбайыш Себерҙең көньяғынан Төньяҡ Ҡаф тауына, ә һуңынан Урта Иҙел буйына күсеп киткән күсмә ҡәбиләләр, савирҙар (суварҙар) атамаһы менән бәйле булып сыға[4].

«Себер» атамаһының бик ҙур территорияларға таралыуы Иван Яуыз (Грозный) заманында Рус батшалығы яулап алған себер татарҙарының ханлығы баш ҡалаһы Себер атамаһы менән туранан-тура бәйләнгән. Бына Савва Есипов рус йылъяҙмаһынан (Есиповская летопись) өҙөктө уҡыйыҡ:«…пришед в Сибирскую землю … татарове же сего убояшася русских вой много пришествия, избегоша от града своего, иде же прежде сего быть в Сибири сибирскотатарский их городок стольный усть Тобола и Иртыша иже именуемый Сибирь, оставиша его пуста. Рустии же вои придоша и седоша в нём и утвердивше град крепко, иде же бо ныне именуемый Богоспасаемый град Тоболеск.»

XIII быуаттан башлап Себер тип халыҡты ғына түгел, улар йәшәгән биләмәләрҙе лә атай башлағандар. Ошондай мәғәнәлә бындай топоним тәүҙә XIII быуатта йәшәгән иран авторҙарында осрай. Sebur тамғаланышы иң тәүҙә 1375 йылда төҙөлгән Каталон атласында осраған. XV быуатта ижад ителгән йылъяҙмаларҙа Себер ере тип Тобол йылғаһының түбәнге ағымындағы һәм урта Иртыш тирәһендәге ерҙәр аталған.

Әммә «Себер» һүҙен геополитик мәғәнәлә ҡулланыу Иҙел (Волга) йылғаһынан көнсығышта ятҡан бөтөн территорияларын тамғалауға ҡайтып ҡала. 1570 йылда Англия королеваһы Елизавета I-гә яҙған хатында Иван Яуыз (Грозный) үҙен бына нисек атаған: «Псков ғали йәнәптәре һәм Тверь, Чернигов, Рязань, Полоцк ерҙәре кенәзе, рос… (һүҙ киҫәге һаҡланмаған) һәм бөтөн Себер ерҙәре ғали йәнәптәре»

Себер образы һәм уның үҙгәрештәре

Айырым региональ топоним булараҡ Себер (Sibir, Sebir) атамаһы текслы һәм картографик сыҡанаҡтарҙа минимум XVI быуаттан теркәлгән (фиксируется). Был топоним ул ваҡытта Иртыштың урта ағымындағы сама менән Себер ханлығы территорияһына (хәҙерге Рәсәй Федерацияһының Свердловск, Силәбе, Төмән һәм Омск өлкәләренә, Төньяҡ Ҡаҙағстан өлкәләренә) тап килгән биләмәләр атамаһы булған. XVII быуат уртаһынан был топонимдың Мәскәү дәүләте контролдә тотҡан Уралдан алып Тымыҡ океанға тиклемге территорияны рус телендә билдәләү өсөн ҡулланылышы теркәлә (фиксируется). XVIII быуат башына Себер тигәндә Урал тауҙарынан көнбайыштағы (Көнгөр һәм Соликамск өйәҙҙәре, Вятка провинцияһы) территориялар күҙ алдына килә. Дөйөм самалап ҡабул иткәндә (примерное восприятие): «дәүләттең тарихи үҙәгенән көнсығышҡа табан аҙ үҙләштерелгән территориялар». XVIII йөҙ йыллыҡ аҙағына ғалим-географтар араһында Урал тауҙары Себерҙең, шулай уҡ империя европа һәм азия биләмәләренең көнбайыш сиге тигән консенсус оформился. 1780-се йылдарҙа Пермь губернияһының барлыҡҡа килеүе (сама менән — Рәсәй Федерацияһының хәҙерге Свердловск һәм Пермь өлкәләре территориялары) был мәсьәләгә буталсыҡ кереткән: Уралды тәбиғи сик итеп ҡабул итеү һаҡланған, ләкин Пермь һәм Тобольск губерналарының административ сиге шулай уҡ күмәк кешенең аңында айырым билдәләнә башлаған. Шулай, XIX быуаттың беренсе яртыһында сәйәхәтселәр һыу айырғыстағы Екатеринбургтан көнбайышҡа «Европа-Азия» билдәһе, ә губерналар сигендә торған административ берәмек билдәһе (символы) Рәсәй (метрополия) һәм Себер (окраина) араһындағы сик билдәһе тип ҡабул ителә. XIX быуат башында возникает деление Себерҙе Көнбайыш Себер һәм Көнсығыш Себер генерал-губернаторлыҡтарына бүлеү барлыҡҡа килгән, һәм был Көнсығыш һәм Көнбайыш Себер образдары популяр практикаһында нығынған. Әммә шул уҡ быуат уртаһында был субрегиондарҙың ҡабул ителгән сиктәре лә хәҙерге заман кешеһе өсөн ғәҙәттән тыш һымаҡ: Себерҙең Көнбайышы — Себер ҡырғыҙҙары өлкәһе (хәҙерге Ҡаҙағстандың көнсығышын, төньяғын, көньяғын һәм үҙәген биләгән тышҡы идаралыҡтың административ берәмеге), ә Себерҙең Көнсығышы — Чукотка, Камчатка һәм Яҡутстан биләмәләре.

Себерҙе күҙ алдына килтереү етди үҙгәрештәр Рәсәй империяһының азия өлөшөндә формалашҡан яңы регион образдары менән бәйле: Амур йылғаһы буйы һәм Уссурийск крайы ҡушылғас, совет ваҡытында уның бер өлөшө булған Төньяҡ-Көнсығыш Себерҙең һәм Яҡутстандың элекке территорияларын Алыҫ Көнсығыш тип атай башлағандар; Пермь һәм Ырымбур (Өфө) губерналарының иҡтисади үҫеше XIX—XX быуаттар сигендә (рубежында) Урал регионы формалашыуға килтергән. 1920-се йылдарҙа дөйөм Себерҙе һәм элекке Рәсәй империяһының азия өлөшөн хәҙергесә күҙ алдына баҫтырыуҙың контурына нигеҙ һалынған: Урал өлкәһе бөтөн Обь йылғаһының түбәнге өлөшөн һәм Иртыш уртаһы буйын (өлкәнең сиктәре хәҙерге Урал федераль округының контурына яҡын) биләгән. Себер крайы Омскиҙан алып Байҡал арты административ территорияларында (уның контурҙары хәҙерге Себер федераль округына оҡшаған) формалашҡан. Себер өлкәләренән айырым булған Ҡаҙаҡ автономияһы барлыҡҡа килеүе уның эсенә ингән территорияларҙы географик ысынбарлыҡ итеп ҡабул итеүҙе талап иткән. Һуңғараҡ совет практикаһы (1930-80-се йй.) башҡасараҡ сиктәр менән эш иткән: ул моментҡа көнсығышта формалашҡан Урал образы тик Свердлов (1934, 1938) һәм Ҡурған өлкәләрен генә үҙ эсенә индергән (1943), Себерҙе Көнбайыш һәм Көнсығыш өлөштәргә бүлеү кире ҡайтҡан, Яҡутстан статусы ғына бәхәсле булып ҡалған. Бындай бүлеү ярым рәсми, сөнки, бер яҡтан, был илде иҡтисади райондарға бүлеүҙә сағылған һәм мәктәптә шулай тип уҡытылған, ләкин, икенсе яҡтан, бөтөн бюрократик практикаға мотлаҡ тәьҫир ҙә итмәгән.

2000 йылда административ практикаға һәм халыҡ алдына сығарылған киңлеккә Рәсәй Федерацияһының азия өлөшөндә, сиктәре 1920-се йылдарҙағы совет ҙур административ берәмектәргә яҡын, федераль округтар төшөнсәһе индерелгән. Был популяр образдарға етди тәьҫир итте: хәҙерге моментта ҙур Төмән өлкәһенең биләмәләрен йыш ҡына Урал регионы тип атайҙар, ә Себер сиктәрен Себер округы сиктәре тип аңлаталар. Был моментта ошо мәсьәлә буйынса бер төрлө фәнни практика юҡ, мәктәптә ойошторолған уҡытыуҙа федераль округтарға бүлеү менән «традицион» иҡтисади райондарға бүлеүгә ҡараш үҙгәреп тора. Һәр конкрет кешенең Себерҙең теге йәки был географик образы хаҡында күҙаллауы уның белем кимәленән, аралашыу әйләнәһенән, һөнәренән, зауығынан, сәйәси ҡарашынан һәм башҡаларҙан тора.

Сиктәре

Публицист һәм этнограф, «Себер герграфик, этнографик һәм тарихи отношениела колония булараҡ» тип аталған фундаменталь хеҙмәт авторы Николай Михайлович Ядринцев Себерҙең сиктәрен бына шулай билдәләгән[5]:

Себер Азияның бөтә төньяғын биләй, төньяҡта Төньяҡ Боҙло океанға, көнсығышта ул Тымыҡ океанға саҡлы етә, көньяҡта сиктәре Ҡытай империяһы менән, көньяҡ-көнсығышта Рәсәй империяһының урта азия биләмәләре менән тоташа, ә төньяҡ-көнбайышта һәм Себерҙең көнбайышында Рәсәйҙең Европа өлөшөнән Урал һырттары менән бүленгән.
Сибирь занимаетъ весь сѣверъ Азіи и тянется на с. до Сѣвернаго Ледовитаго океана, на востокѣ она достигаетъ до Тихаго океана, на югѣ границы ея составляетъ Китайская имперія, на ю.-в. она граничитъ съ среднеазіатскими владѣніями Россійской имперіи, а на сѣв.-западѣ и на зап. Сибирь отдѣлена отъ Европейской Россіи Уральскимъ хребтомъ
Хабаровский ҡалаһында Амур йылғаһы яр буйы

Географик планда Себер Алыҫ Көнсығыштан айырым алына, был төшөнсәгә Урал тауҙарынан алып Төньяҡ Боҙло океанға һәм Тымыҡ океанға ҡойоусы йылғалар һыу айырғысы (Обь, Надым, Таз, Пур, Йәнәсәй, Хатанга, Лена, Индигирка, Колыма йылғалары һәм , Чаны һәм Байҡал күлдәре бассейны сиктәрендә) йәғни Көнбайыш Себер һәм Көнсығыш Себер территориялары ҡарай. Был осраҡта географик яҡтан Себергә Төньяҡ Боҙло океан бассейнына ҡараған Ҡаҙағстан һәм Монголияның ҡайһы бер территорияларын да индереп була. Тарих яғынан ҡарағанда Алыҫ Көнсығыш Себер составына индерелә; географик планда бер нисә референт баҫма ошо ҡарашта тора[6].

Себер Көнбайыш Себергә (Ханты-Мансы автономлы һәм Ямал-Ненец автономлы округтары менән) Төмән өлкәһе, Ҡурған өлкәһе, Новосибирск өлкәһе, Омск өлкәһе, Томск һәм Кемеров өлкәләре, Алтай крайы (Алтай Республикаһы) һәм Көнсығыш Себергә (Краснояр һәм Байҡал арты крайҙары, Иркутск һәм Амур өлкәләре, Хаҡас, Тыва, Бүрәт һәм Саха-Яҡут Республикалары) бүленә. Шулай уҡ ҡайһы берҙә (тау өлөшөндә) Көньяҡ Себерҙе, Төньяҡ-Көнсығыш Себерҙе, Урта Себерҙе билдәләйҙәр.

География

==
Көнбайыш Себер тигеҙлеге
Төньяҡ-Көнсығыш Себер (Магадан өлкәһе)

12 577 400 км² майҙаны булып (Алыҫ Көнсығышты индермәйсә — 10 000 000 км² тирәһе), Себер Рәсәй территорияһының 73,56 % яҡынын тәшкил итә, хатта Алыҫ Көнсығышты алмағанда ла, уның территорияһы донъяла Рәсәйҙән ҡала дәүмәле буйынса икенсе урын биләгән Канаданан ҙурыраҡ. Төп тәбиғи өлкәләре — Көнбайыш Себер, Көнсығыш Себер, Урта Себер, Байҡал күле буйы, Байҡал күле арты, Төньяҡ-Көнсығыш Себер һәм Көньяҡ Себер тауҙары (Алтай, Саян тауҙары).

Себерҙең иң эре йылғалары — Йәнәсәй, Обь, Ангара, Иртыш, Лена, Амур. Иң эре күлдәре — Байҡал, Таймыр һәм Үбсү-Нур.

Миллионлы ҡалалар: Новосибирск, Омск, Красноярск. Иң эре ҡалалар: Төмән, Барнаул, Иркутск, Новокузнецк, Томск, Кемерово, Улан-Удэ.

Себерҙең эске континенталь нөктәләре — Катунь тау һырттарында урынлашҡан Белуха тауы (4509 м), (Алтай тауҙары (Таулы Алтай), ә Алыҫ Көнсығышты иҫәпләһәң — Камчатка ярымутрауында урынлашҡан Ключевская Сопка вулканы (4835 м).

Географик тикшеренеүҙәр

Себерҙең тәүге картаһы 1671 йылда төҙөлгән. Беренсе (1725—1730) һәм Икенсе Камчатка (1733—1741) экспедициялары — ҡарағыҙ: Витус Ионассен Беринг.

Шулай уҡ ҡарағыҙ: Себерҙе һәм уға сиктәш территориялар һәм диңгеҙҙәр өйрәнеүсе Рәсәй ергиҙәрҙәрен һәм диңгеҙ сәйәхәтселәр тураһында

Ян Черский
  • Витус Ионассен Беринг
  • Семён Иванович Дежнёв
  • Игнатий Михайлович Милованов
  • Николай Гаврилович Спафарий
  • Алексей Ильич Чириков
  • Ричард Карлович Маак
  • Павел Иванович Небольсин
  • Иван (Ян) Дементьевич Черский
  • Владимир Клавдиевич Арсеньев
  • Фома Матвеевич Августивич

Себер регионын тикшереү менән шулай уҡ сит илдәр сәйәхәтселәре лә шөғөлләнгән:

  • Иоһанн Эбергард Фишер
  • Жан Шапп д’Отрош
  • Иоһанн Георг

Халҡы

Себерҙең иң эре ҡалалары халҡы һаны үҫеүе динамикаһы, 2008 й. Нәҙек һыҙыҡтар — халыҡ һаны 150—350 мең; уртаса һыҙыҡтар — халыҡ һаны 500—600 мең; ҡалын һыҙыҡтар — халыҡ һаны 950—1400 мең[7]

2002 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй Федерацияһының өс Федераль округында — Урал федераль округы, Себер федераль округы, Алыҫ Көнсығыш федераль округы — дөйөм алғанда ~ 39,13 миллион кеше йәшәй, был Рәсәй Федерацияһы халҡының 26,96 % тәшкил итә.

Уралды иҫәпләмәгәндә, Себер һәм Алыҫ Көнсығыш территорияһында 26,144 млн кеше йәшәй (Свердловск һәм Силәбе өлкәләренең күпмелер өлөшө Себер территорияһына инә), һәм был РФ халҡының дөйөм һанының 18,3 % тәшкил итә. Шулай итеп, Себер һәм Алыҫ Көнсығыш халҡының уртаса тығыҙлығы 1 км²-ҡа 2 кеше.

Демография институтының (ГУ-ВШЭ) «2020 Стратегияһы» эшкәртеүе сиктәрендә әҙерләнгән «Рәсәй үҫешендә миграция» докладында һуңғы 20 йыл эсендә (1990 йылдан 2010 йылға саҡлы) Себер һәм Алыҫ Көнсығыш халҡы 2 миллион кешегә кәмегән[8]. Күпселеген был Рәсәй Федерацияһының көнбайыш һәм үҙәк өлөшөнә эске миграция менән бәйләнгән.

Яҡын арала Рәсәй халҡының себер биләмәләренән көнбайышҡа миграцияһында берәй үҙгәреш булыр тигән өмөт юҡ һәм, моғайын, мобиллеге менән айырылып торған хеҙмәт ресурсы булып торған йәштәр өлөшө ҡыҫҡарыу сәбәпле, халыҡтың әүҙем миграцияһы тик 2025 йылға 9 % кәмеүе бар, тип фаразлай Демография институты (ГУ-ВШЭ) ғалимдары[8]. Себерҙең 29 ҡалаһында халыҡ һаны 100 мең кешенән артыҡ[9].

Халыҡ һаны 200 мең кешенән артыҡ булған себер ҡалалары
Новосибирск1 584 138[10]
Омск1 178 100[11]
Красноярск1 066 934[12]
Төмән697 037[13]
Иркутск620 099[13]
Томск569 428[14]
Кемерово553 076[15]
Новокузнецк551 253[16]
Улан-Удэ426 650[13]
Сорғот340 845[13]
Чита339 453[13]
Якутск299 169[13]
Нижневартовск268 456[13]
Братск234 147[16]
Ангарск226 776[16]
Бийск203 826[16]

Норильск һәм Прокопьевск ҡалалары, депопуляция сәбәпле, исемлектән төшөп ҡалған.

Себерҙең аҫаба халҡы

XVI быуатта Себер халҡы

Себер — халыҡ аҙ йәшәгән территория, ләкин бында тарихи осорҙарҙан бирле төрлө тел төркөмөнә ҡараған халыҡ вәкилдәре йәшәгән. Ҡайһы бер иҫәпләүҙәр буйынса подсчётам[17][18], XVI быуат аҙағына — XVII быуат башына Себер һәм Алыҫ Көнсығыш территорияһында 200 меңгә яҡын кеше йәшәгән.

Бөтөн Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы (2010), Рәсәй Федерацияһының бөтөн территорияһында йәшәгән аҫаба халыҡтарҙың һаны түбәндәгесә баһалана:

Төрөк
халыҡтары
Монгол
халыҡтары
Самодий
халыҡтары
Чукотка-камчат-
ка телдәре
Йәнәсәй
телдәре
Яҡуттар478 100Буряттар461 389Ненецтар44 640Чукчалар15 908Кеттар1 492
Тывалар263 934Тунгусо-маньчжур
халыҡтары
Селькуптар4 249Коряктар8 743
Хаҡастар72 959Эвенктар38 396Сойоттар3 579Ительмендәр3 180
Алтайҙар70 800Эвендар21 830Нганасандар834Чувандар1 087
Шорҙар12 888Нанайҙар12 160Эндар237Алюторҙар40
Долгандар7 885Ульчтар2 913Финн-уғыр
халыҡтары
Керектар4
Себер
татарҙары
6 779Удэгейҙар1 657Ханттар30 943Эскимос-алеут-
халыҡтары
Телеуттар2 643Орочтар686Мансылар12 269Эскимостар1 738
Тофаларҙар761Негидалдар567Син-тибет
халыҡтары
Алеуттар482
Чулымдар355Ороктар346Таздар276Нивхтар5 162

Флораһы һәм фаунаһы

Тайга
Амур юлбарыҫы

Себер бик күп төрлө зона һәм интразона ландшафттарына эйә, һәм был урындың хайуандар донъяһы төрлөлөгөнә һәм уларҙың һанына тәьҫир итмәйенсә ҡалмай. Себер ландшафттарының һәр береһенә теге йәки был дәрәжәлә үҙенсәлекле хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы хас.

Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына түбәндәге ҡош төрҙәре индерелгән[19]:

  • Ҡара торна
  • Аҡ башлы сип (үләкһә менән туҡланыусы йыртҡыс ҡош, бөркөттәр ғаиләһенән)
  • Туғаҙаҡ (дрофа, көнсығыш-себер подвиды)
  • Көсөгән (могильник, ҡош)
  • Сапсан (ыласындар ғаиләһенән)
  • Биҙгәләк, ҡарһаҡ туғаҙаҡ (стрепет, үҫемлек менән туҡланыусы күсмә ҡош)
  • Кәкресуҡыш көйөлдө (тонкоклювый кроншнеп, һаҙлыҡ ҡошо)

Һөтимәрҙәр:

  • Алыҫ Көнсығыш леопарды
  • Даурия терпеһе (ҡолаҡсан терпе)
  • Осло ҡолаҡ ярғанат (остроухая ночница)
  • Йылға ҡондоҙо, көнбайыш себер подвиды
  • Амур юлбарыҫы
  • Алғы Азия леопарды
  • Ирбис-бесәй (Үҙәк Азия тауҙарында йәшәүсе эре бесәй төрө)

үҫемлектәр[20]:

  • Байҡал елбәҙәге, елбәгәйе (ветреница байкальская, үлән)
  • Кескәй мегадения
  • Эре сәскәле ... (башмачок крупноцветковый)

Тарихы

Боронғо период (б. э. т. VIII быуаттан — б. э. V быуатына саҡлы)

Себер территорияһында Хунну, Таншихая империяһы кеүек төрөк, чжурджен һәм монгол халыҡтарының дәүләттәре булғаны билдәле.

Урта быуаттар периоды (б. э. V — XV быуаттары)

Себер территорияһында кешелек тарихында билдәлелек алған ҙур империялар барлыҡҡа килгән — Бөйөк Төрөк Ҡағанаты (5 — 8 быуаттар) һәм Сыңғыҙ хан империяһы (13-14 быуаттар). Был дәүләттәрҙең иң юғары үҫеше периодында (576 йыл) — Төрөк ҡағанаты өсөн төрөктәр Көнсығышта Ҡытайҙы яулап алған һәм Көнбайышта, Ҡырымда, Византия армияһын ҡыйратҡанда, ә көньяҡта Аҡ һунндарҙы (Эфталиттарҙы) юҡ итеп, Сасанид Иранын буйһондорған осорҙа Себер тулыһынса шул дәүләттәрҙең составында булған. 13 быуатта Сыңғыҙ хан, монгол һәм төрөк халыҡтарын берләштереп, 576 йылғы төрөк Ҡағанаты батырлығын ҡабатлаған.607 йылда, Көнсығыш Төрөк Ҡағанаты власть башына төрөк армияһы башында Ҡытайға еңеүсе сифатында баҫып ингән Себер хан (Шибир-хан Төрөк-шад) килгән.

Рустарҙың Себергә үтеп инеүе бик боронғо дәүерҙәргә барып тоташҡаны киң билдәле. Новгородлыларҙың IX быуатта уҡ Аҡ диңгеҙҙән Югор шары боғаҙына саҡлы һәм унан да ары, Кар диңгеҙенә саҡлы, барғаны тарихсыларға билдәле. Бындай диңгеҙ сәйәхәттәре тураһындағы йылъяҙма мәғлүмәт 1032 йылға ҡайтып ҡала, һәм был рус тарихнамәһендә Себер тарихының башы булып һанала. Артабанғы дәүерҙәрҙә, Югор шарына ҡиммәтле тиреләр алып ҡайтыу маҡсатында, новгородлылар регуляр рәүештә йөҙөүҙәр ойошторған. Новгородлы Андрийҙың 1139 йылда, сауҙа маҡсаты менән, Обь йылғаһы буйҙарына йөҙөп барыуы һәм унан ҡиммәтле йәнлек тиреләре тейәлгән ҙур йөк алып ҡайтыуы тураһында тәүге иҫкә алыу ҙа билдәле. Обь йылғаһы тамағында рус сауҙагәрҙәре, үҙ тауарҙарын себер йәнлек тиреләренә алмаштырып, сауҙа (торг) ойошторған рус тораҡ пункты (поселение) ла булған. Айырым алғанда, ғалим Кызласов Леонид Романович «Себерҙең боронғо ҡалалары» хеҙмәтендә XII — XIII быуат баштарында рус сауҙагәрҙәренең ваҡыты-ваҡыты менән Себергә, Йәнәсәй йылғаһына, Ҡырғыҙ ҡағанаты ҡалаларына саҡлы [21] үтеп ингәнлеге тураһында яҙған. Профессор Кызласов раҫлауынса, урта быуаттар Себеренең (ул саҡта Мәскәү Русе составында, әлбиттә, булмаған) төп сауҙа үҙәктәре булып бөгөнгө көнгә килеп етмәгән, юғалған Грустина һәм Серпонов ҡалалары булған.[22].

Василий Иванович Суриков. «Ермактың Себерҙе алыуы». Киндер, май. 1895

XV—XVII быуаттар

1483 йылда Иван III ҡушыуы буйынса мәскәү «һыу караптары ғәскәренең» («судовой рати») Көнбайыш Себергә ҙур походы ойошторола. Пельм (Свердловск өлкәһе Гарин районы) эргәһендә вогулдарҙы (мансы) ҡыйратып, ғәскәр Тобол ҡушылдығы Тавда йылғаһы, һуңынан Тура һәм Иртыш йылғалары буйлап, Иртыштың Обь йылғаһына ҡойған еренә тиклем барып еткән. Был поход һөҙөмтәһендә вогул кенәздәренең Бөйөк Мәскәү кенәзлегенән вассал бойондороҡлолоғо барлыҡҡа килгән һәм Иван III Бөйөк Югор кенәзе, Кондин һәм Обдор кенәзе тигән титулдарға лайыҡ булған[23].

Алтын Урҙа тарҡалғас, 1495 йылдар тирәһендә, урындағы Тайбуғ кенәз тоҡомдары – тайбуғиндар һәм сыңғыҙсылар нәҫеленән булған Мөхәммәт Шейбани хан тоҡомдары – шейбанидтар араһында власть өсөн даими көрәш барған биләмәләрҙә Себер ханлығы барлыҡҡа килгән. 1555 йылда Себер ханлығы Рус батшалығы составына ингән — тайбуғин ырыуы хакимдары Едигер хан һәм уның туғаны Бекбулат Иван Яуыз (Грозный) батшаға подданлыҡҡа алыуын үтенеп мөрәжәғәт иткән һәм уның ризалығын алғас, ҡиммәтле тиреләр менән яһаҡ түләй башлай («рәсми властар», яһаҡ йыйған һәм Себер ханлығында күпмелер ваҡыт дауамында үҙҙәрен башҡа бер төрлө лә күрһәтмәгән).

1563 йылда үзбәк хакимының улы — шейбанид Күсем хан — дәүләт түңкәрелеше ойошторған һәм властҡа килгән. Баштараҡ ул Рәсәй дәүләте менән вассаллыҡ мөнәсәбәттәренә таянған, ләкин 1572 йылда, Ҡырым ханлығы хакимының Мәскәүгә поход ойошторғаны менән файҙаланып, ул был мөнәсәбәттәрҙе өҙгән һәм Рус батшалығына ҡаршы хәрби хәрәкәт башлаған.

1581 йылда Ермак Тимофей улы етәкселегендә 800 казактан торған отряд Көнбайыш Себергә походҡа йүнәлгән. 1582 йылдың 26 октябрендә отрядом отряды Себер ханлығы баш ҡалаһы Искер ҡалаһын яулап алған. 1583 йылда Ермак отрядына 300—400 һуғышсыһы менән кенәздәр Болховский һәм Глухов ҡушылған. 1585 йылда урындағы кешеләрҙең казактар лагерына һөжүм итеүе һөҙөмтәһендә, Ермак, йылғаға батып, һәләк булған; Себергә ҙур булмаған ғәскәре менән воеводалар Василий Сукин, Иван Мясной килгән. Улар, Чинги-Турға килеп еткәс, 1586 йылда Төмән ҡалаһына нигеҙ һалғандар. 1585 йылда воевода Мансуров Иртыш йылғаһы буйында Аҡ Урҙа территорияһында ҡаласыҡҡа нигеҙ һалған. 1591 йылда кенәз Кольцов-Мосальский Күсем хандың ғәскәрен тулыһынса ҡыйратҡан. Тап Рус батшалығы осоронда Себерҙе үҙләштереү башланған, ҡала-ҡәлғәләр: Төмән (1586), Тобольск (1587), Берёзово (Ханты-Мансы автономлы округ) Берёзов һәм Сорғот (1593), Тара (1594), Мангазея (1601), Томск (1604), Кузнецк (хәҙер Новокузнецк) (1618), Красноярск (1628) төҙөлгән.

Яңы ерҙәрҙе үҙләштереү

Күп кенә тикшеренеүселәр фекеренсә, башланғыс үҙләштереү осоронда (XVI—XVII быуаттарҙа) Себерҙә, Көньяҡ далалары кеүек, Рәсәй халҡы аҙ йәшәгән — тәүге юл һалыусылар (первопроходцы) ултыраҡ тормошҡа яраҡлы ерҙәргә килгәндәр һәм территорияларҙа нығынғандар (закрепляли). Рус подданныйлығын ҡабул иткән ҡәбиләләргә уларҙы һуғышсан күршеләрҙән һаҡлау һәм түләнгән яһаҡ дәүмәлен кәметеү вәғәҙә иткән. Урындағы абориген халыҡ, аҙ һанлы булһа ла, оҙайлы ваҡыт эсендә рустарҙан һан буйынса күберәк булған (рустар тип тәүге юл һалыусыларҙы, дөрөҫөрәге, казактарҙы атағандар), әммә уларҙың ҡоралы ла, тәжрибәле ғәскәре һәм хәрби начальниктары ла булмаған.

Красноярск. А. Колпашников гравюраһы (1730-сы йылдар һүрәтләүҙәре буйынса)

Биләгән территорияларҙы үҙләштереүҙең һәм нығыныуҙың нигеҙе булып острогтар системаһы — артабанғы экспансия базаһы булып хеҙмәт иткән нығытылған тораҡ пункттар торған. Шул ваҡытта, бәйләнеш булмағанлыҡтан (мәҫәлән, Обь буйынан Мәскәүгә саҡлы бер нисә ай барырға кәрәк булған, һәм өҫтәүенә бәйләнеште йыл әйләнәһе дауам итеү мөмкин булмаған) Рәсәйҙең Себерҙе үҙләштереүе Бөйөк Себер һыу юлы, йәғни Тобол, Иртыш, Обь, Йәнәсәй йылғалары аша алып барылған. Рәсәй менән даими бәйләнеш юҡлыҡтан, урындағы воеводалар ҙур власҡа эйә булғандар һәм йыш ҡына башбаштаҡлыҡтар ҡылған, шуның һөҙөмтәһендә острог гарнизондары баш күтәргән. Бер нисә воевода вазифаһынан төшөрөлгән, әммә һуңынан баш күтәреүеләр ҡаты язаға тарттырылған. Рустарҙың төп маҡсаты ҡиммәтле тире (соболь) булған, буйһондоролған ҡәбиләләр ҡиммәтле тире менән яһаҡ түләргә тейеш булған. Воеводаларға яһаҡ түләүселәргә ҡаты талаптар түгел, яғымлы мөнәсәбәттә булырға” (обходиться с ясачными ласково, а не неволею и не жесточью.) тигән күрһәтмә бирелгән[24] Яһаҡ батшаға хеҙмәт итеү тип һаналған, һәм уны түләүсе “ғали йәнәптәренән түләү” (государево жалованье) — балта, бысҡы, энә, туҡыма алған. Воеводалар яһаҡ кешеләрен казактар һәм сәнәғәтселәр (промышленниктар) башбаштаҡлығынан яҡларға тейеш булған. Ғәмәлдә, күп воеводалар яһаҡты батша ҡаҙнаһына ғына түгел, үҙенекенә лә йыйған. Нигеҙҙә уларҙың ҡомһоҙлоғо арҡаһында аҫаба халыҡ баш күтәргән һәм острогтарға, монастырҙарға һәм башҡа рустар йәшәгән тораҡ пункттарына һөжүм иткәндәр. Тәүге күсеп килеүселәр артынан үҙләштереүҙең ьағы бер тулҡыны — Себергә крәҫтиәндәрҙе күсереү дәүләт инициативаһы менән башҡарылған, сөнки острог гарнизондары аҙыҡ-түлеккә мохтаж булған, ә уны килтереү өсөн юл булмаған. Крәҫтиәндәр, урындағы халыҡтың һөжүменән, төрлө юлбаҫарҙарҙан һаҡланыу маҡсатында острогтар эргәһенә килеп ултырған. Бына шулай, һуңғараҡ себер ҡалалары булып киткән, беренсе ҙур тораҡ пункттар барлыҡҡа килгән. Биләмәләрҙе үҙләштергәндә аҫаба халыҡтың мәнфәғәттәре иҫәпкә алынған.

Крәҫтиәндәр “тик буш урындарға ғына ултырырға, ә яһаҡ биләмәһенә эйә булмаҫҡа тейеш, (ә кемдәр) яһаҡ кешеләренең биләмәләрен талай, ҡамсы менән һуҡтырып, ҡаты язаларға” («селиться только на порозжих местах, а ясачных угодий не имать, [а тех, кто] у ясачных людей угодья пустошает, сбивати долой и бить кнутом нещадно.»)[25]

XVI быуатта Себер Илсе (Посол) приказы тарафынан идара ителгән, 1596—1599 йылдарҙа себер эштәре менән дьяк Варфоломей Иванов чете [26], ә 1599 йылдан — Ҡазан Һарайы Приказы . 1615 йылда уның составында, 1637 йылда үҙ аллы административ берәмеккә бүленеп сыҡҡан, махсус Себер приказы барлыҡҡа килгән. Ул 1763 йылға саҡлы себер эштәре менән шөғөлләнгән.[27]. Һуңғараҡ Себер, хатта Себерҙә йәшәп тә ҡарамаған, ә ерҙәр менән идара итеүҙе үҙҙәренең уполномоченныйҙарына тапшырып ҡуйған, тәғәйенләнгән генерал-губернаторҙар тарафынан идара ителгән[28]. XIX быуат башында Н. А. Бестужев Себерҙе колония түгел, ә «Рәсәй халыҡтары үҙләштергән колониаль ил» тигән. Декабрист Гавриил Степанович Батеньков үҙ заманындағы Себерҙе, унда кешеләрҙең аҙ йәшәүенә һәм уның тәбиғи сеймал ресурстары эксплуатацияланыуына күрһәтеп, типик колония тип атаған[29]. Михаил Михайлович Сперанский инициативаһы буйынса, Себер менән идара итеүҙе үҙгәртеүгә йүнәлтелгән Себер Уложениеһы ҡабул ителгән.

Томск — «Себер Афиныһы» — Себер федераль округының иң боронғо ҡалаһы

1795 йылда 595 мең рәүиз йәне иҫәпләнгән (1200 мең тирәһе кеше). 1840 йылда Тобольск һәм Томск губерналарында 1294,7 мең кеше йәшәгән, шулар араһында 67,4 мең һөргөнгә оҙатылған кеше. 1845—1855 йылдарҙа, 1843 йылдың 8 апрелендәге Себерҙе үҙләштереү менән бәйле крәҫтиәндәрҙе күсереүҙе ойоштороу тураһындағы Бойороғона ярашлы, 90,6 мең крәҫтиән күскән. XIX быуат уртаһында себер өлкәселәре (сибирское областничество), айырым алғанда, Николай Михайлович Ядринцев «Себер колония булараҡ» тигән ентекле монография яҙған[5]. Крепостной хоҡуҡ бөтөрөлгәндән (отмена) һуң, бында ирекле ерҙәр булғанлыҡтан, Себергә ерһеҙ крәҫтиәндәр күсерелә башлай. Халыҡ һаны Себерҙә бигерәк тә «алтын лихорадкаһы» тигән периодта артҡан. Халыҡ һаны һөргөнгә ебәрелгәндәр һәм каторжандар иҫәбенә артҡан — шулай, XIX быуат дауамында Себергә 1 миллионға яҡын кеше ебәрелгән[30]. Халыҡ һаны артһа ла, XIX быуат аҙағында Себер һаман да Рәсәйҙең башҡа өлөшөнә етерлек интегрирланмаған булған, һәм был фактты замандаштар яҡшы аңлаған. Шулай, 1885 йылда Григорий Николаевич Потанин: «Ысынлап та, был ике рус территорияларында идара итеү системаһында берҙәмлек урынлаштырып, Себерҙе Европа Рәсәйе менән бер бөтөнгә килтереү — был Себерҙе тулыһынса рус иленә һәм беҙҙең дәүләт организмының органик өлөшөнә әйләндереүҙең иң тәүге ихтыяжы» тип яҙған[28].

XX быуат

  • 1918 йылдың июненән сентябренә саҡлы — совет власын ҡолатыу һәм Себер республикаһы һәм Ваҡытлы Себер хөкүмәте (Вологодского) төҙөлгән. 1920 йылдан 1921 йылға саҡлы большевиктар идара иткән Себерҙең административ үҙәге Омск ҡалаһы булған, ләкин һуңғараҡ уның функциялары яҡындағы Новониколаевск (Новосибирск) ҡалаһына күскән[31].

XXI быуат

2010 йылға ҡарата Себерҙең өс ҡалаһы — Томск, Енисейск һәм Иркутск — «тарихи тораҡ» тигән рәсми статусҡа эйә[32]. Элегерәк тарихи тораҡ статусына эйә булған Красноярск был дәрәжәһен 2010 йылда юғалтты[33].

Ресурстар һәм сәнәғәт

Себер ресурстарға бай, һәм уның территорияһында: дөйөм рәсәй ҡурғаш һәм платина запастарының 85 %, күмер һәм молибдендың 80 %, никелдең 71 %, нефттең (ер майының) 89 %, газдың 95 %, баҡырҙың 69 %, көмөштөң 44 % һәм алтындың 40 % тупланған[34].

Иҡтисады

«Мир (кимберлит торбаһы)» карьеры

Геологтар фекере буйынса, Себер һәм Алыҫ Көнсығыш ер ҡуйынында тулыһынса өйрәнелмәгән иҫ киткес күп файҙалы тәбиғәт байлыҡтар ята[35][36]. Мәҫәлән, «Газпром» ААЙ-ы рәсми сайтындағы мәҡәләлә былай тиелгән:

«Көнсығыш Себер һәм Алыҫ Көнсығыш Рәсәй Федерацияһының 60 % биләй. Көнсығыш ҡоро ерҙәрендәге газдың суммар ресурсы 52,4 трлн м³ , шельфтың — 14,9 трлн м³ тәшкил итә. Шуның менән бергә, региондағы газ потенциалының геологик яҡтан өйрәнелеүе сиктән тыш түбән һәм ҡоро ер өсөн 7,3 % һәм шельф өсөн 6 % тәшкил итә…»[37].

Сәйәсәте

1850-се йылдар уртаһында — XX быуат башында себер интеллигенцияһы араһында үҙидаралыҡты киңәйтеүгә йүнәлтелгән йәмәғәт-сәйәси ағым эш иткән. Был хәрәкәт СССР тарҡалғандан һуң яңынан тергеҙелгән.[38][39]

Экологияһы

Рәсәйҙең экологик яҡтан иң бысраҡ ҡалаларының (иң ҡурҡынысын, Норильск ҡалаһын индереп) күпселеге Себерҙә урынлашҡан. Региондың алты ҡалаһы — Новокузнецк, Ангарск, Омск, Красноярск, Братск һәм Новосибирск — атмосфераға ташланмаларҙы 12 миллионлы Мәскәү ҡалаһынан күберәк сығара. Экологик неблагополучиеның төп сәбәбе — 1950—1960-сы йылдарҙан себер ҡалаларында гигант «бысраҡ» производстволар — металлургия, йылылыҡ энергетикаһы, целлюлоза сәнәғәтен - урынлаштырыу. 1970-се йылдарҙан уҡ регион ҡалаларында тәүлеккә уртаса 3,7 тонна сәнәғәт ҡалдыҡтары бүленеп сыға ине, сағыштырыу өсөн - Рәсәйҙең үҙәк ҡалаларында тәүлегенә 0,7 тонна выбросов[40]. Әммә Себерҙең сәнәғәт үҙәктәренән алыҫ байтаҡ өлөшөндә яҡшы экологик обстановка һаҡлана, һәм был регион тәбиғәтенең күп өлөшө тейелмәгән булыуына бәйле.

Новокузнецк ҡалаһы сәнәғәт зонаһы күренеше
Кемерово ҡалаһы сәнәғәт зонаһы күренеше
Стационар сығанаҡтарҙан атмосфераға бысраҡ ташламаларҙың сығарылыуы
(Росстат мәғлүмәттәре буйынса, меңәр тоннала)[41]
Ҡала2000 йыл2010 йыл
Норильск2149,11923,9
Новокузнецк544,5301,1
Ангарск132,4207,4
Омск198,1198,2
Красноярск145,7148,6
Братск120,7116,2
Новосибирск100,8101,7
Иркутск56,365,5
Барнаул81,055,6
Кемерово68,454,9
Чита59,541,4
Томск17,035,7
Шелехов28,433,3
Бийск39,728,4
Усолье-Сибирское37,126,0
Улан-Удэ29,725,5
Абакан9,811,6
Кызыл15,65,8

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Рәсәйҙең Азия өлөшө
  • Көнсығыш Себер
  • Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышы
  • Көнбайыш Себер
  • Себер халыҡтарының телдәре

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт


Һылтанмалар

Категория:СеберКатегория:Алыҫ Көнсығыш тарихыКатегория:Рәсәй географияһы

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары