Төньяҡ тропик

Төньяҡ тропик, йәки Ҡыҫала тропигы — иң төньяҡ киңлек, унда Ҡояш көн уртаһында зенитҡа күтәрелә ала. Был йәйге ҡояш торошо ваҡытында, ҡояш нурҙары Төньяҡ ярымшар өҫтөнә төшкән саҡта була.

Төньяҡ тропик
Рәсем
Дәүләт Алжир
 Нигер
 Ливия
 Мысыр
 Сәғүд Ғәрәбстаны
 Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре
 Оман
 Һиндостан
 Бангладеш
 Мьянма
 Ҡытай
 Ҡытай Республикаһы
 Мексика
 Багам Утрауҙары
 Марокко
 Сахара Ғәрәб Демократик Республикаһы
 Мавритания
 Мали
Урынлашыу картаһы
Ҡапма-ҡаршыһыКөньяҡ тропик
Карта
 Төньяҡ тропик Викимилектә

Төньяҡ тропик һыҙығы донъя картаһында
Связь наклона оси Земли (ε) с тропическим и полярным кругами
Мексиканың Тамаулипас штатындағы шоссела билдәләгән Төньяҡ тропигының төрлө йылдарҙағы торошо

Ер күсәренең Ҡояшҡа ҡарата ауыш булыуы арҡаһында ҡояш нурҙарының Төньяҡ ярымшар өҫтөнә төшөү мөйөшө

йыл дауамында үҙгәрә барып, иң юғары күрһәткескә барып етә. Йәғни, был Ҡояш Ер экваторынан төньяҡҡа табан максималь ауышҡан сағы була.

Төньяҡ тропигы — Ер карталарында билдәләнгән биш төп параллелдәрҙең береһе. Хәҙерге ваҡытта экваторҙан төньяҡҡа ҡарай 23°26′16″ урынлашҡан.

Ҡыҫала тропигының көньяҡ эквиваленты — Ылаҡ тропигы. Ҡыҫала тропигынан төньяҡта ятҡан өлкә субтропик һәм уртаса климатҡа эйә. Ә уның менән Ылаҡ тропигы араһындағы биләмә тропиктар тип атала.

Әлеге ваҡытта ер күсәренең ауышлығы әкренләп кәмей, һәм Ҡыҫала тропигы яйлап экваторға ҡарай күсә. Уның атамаһы шул исемдәге йондоҙлоҡ исеменән килеп сыҡҡан. Сөнки, тап 2 мең йыл элек йәйге ҡояш торошо мәлендә Ҡояш ошо йондоҙлоҡҡа «ингән».

Әммә көн-төн тигеҙлеге нөктәһенең Ҡояш эклиптикаһына ҡарата тайпылышы арҡаһында әлеге ваҡытта Ҡояштыү урынлашыуы Игеҙәктәр йондоҙлоғона тура килә[1].

Тропик һүҙе (грекса τροπή һүҙенән барлыҡҡа килгән — боролош) ҡояш торошо ваҡытында Ҡояш хәрәкәтенең «боролош» процесын һүрәтләй.

Ҡыҫала тропигының торошо тотороҡло түгел. Сөнки был планетаның Ҡояшҡа ҡарата әйләнеү күсәре ауышлығына бәйле. Нутация, шулай уҡ төрлө периодлы башҡа циклдар һөҙөмтәһендә тропиктарҙың торошо әкренләп үҙгәрә бара.

География

Мексиканың Закатекас штатының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Ҡыҫала тропигын билдәләгән монумент

Гринвич меридианынан көнсығышҡа табан хәрәкәт иткәндә Ҡыҫала тропигы түбәндәгеләр аша үтә:

Илдәр, диңгеҙ йәки биләмәләрИҫкәрмә
 Алжир
 Нигер
 ЛивияТропик Чад дәүләтенең төньяҡ ситтәренә ҡағыла
 МысырБереника
Ҡыҙыл диңгеҙ
 Сәғүд ҒәрәбстаныМәҙинә
Тик Абу-Даби әмирлеге
 ОманМаскат
Һинд океаныҒәрәбстан диңгеҙе
 ҺиндостанБхопал, Нагпур, Асансол, Ахмадабад
 БангладешДакка
 Һиндостан
 Бангладеш
 Һиндостан
 Мьянма
 ҠХРЛючжоу, Шаньтоу (Сватоу), Гуанчжоу
Тайвань боғаҙы
 Ҡытай РеспубликаһыТайвань, Ҡытайҙың территориаль дәғүәләре
Тымыҡ океанНихоа һәм Некер (  Гавайҙар,  АҠШ) утрауҙары араһында үтә
МексикаТүбәнге Калифорния
Калифорния ҡултығы
Мексика
Мексика ҡултығы
Флорида боғаҙы
Багам утрауҙарыЭкзума һәм Лонг-айленд утрауҙары
Атлантик океан
Көнбайыш ШәкәрМарокконың территориаль дәғүәләре
 Мавритания
 Мали
 Алжир

Төньяҡ тропик киңлегендә урынлашҡан ҡалалар:

  1. Асуан, Мысыр
  2. Асансол, Һиндостан
  3. Дакка, Бангладеш
  4. Карачи, Пакистан
  5. Гуанчжоу, Ҡытай
  6. Маскат, Оман
  7. Бхопал, Һиндостан
  8. Лючжоу, Ҡытай
  9. Һѳҙѳмтәлә, Һиндостан
  10. Мәҙинә, Сәғүд Ғәрәбстаны
  11. Шаньтоу (Сватоу), Ҡытай.

Мәккә, Нагпур, Гонконг ҡалалары Ҡыҫала тропигынан көньяҡтараҡ, Абу-Даби, Варанаси һәм Дубай ҡалалары төньяҡтараҡ урынлашҡан.

Донъя буйлап сәйәхәттәр

Халыҡ-ара авиация федерацияһы ҡағиҙәләренә ярашлы, Ер шары тирәләй осошта тиҙлек рекорды ҡуйыу өсөн самолет Ҡыҫала тропигы оҙонлоғонан да кәм булмаған араны мөмкин тиклем тиҙ арала осоп үтергә, барлыҡ меридиандарҙы киҫеп, осоп киткән аэродромына төшөп ултырырға тейеш. Был арауыҡ юғары теүәллек менән билдәләнгән һәм 36787,559 км тәшкил итә.

Ер тирәләй осош яһарға теләгән ғәҙәти сәйәхәтселәр өсөн ҡағиҙәлә күрһәтелгән дистанция 37 мең километр итеп түңәрәкләнгән.

Иҫкәрмәләр

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары