Әхмәдабад

Әхмәдаба́д (гудж. અમદાવાદAmdāvād, ингл. Ahmedabad, һинд अहमदाबादAhmadābād) — Һиндостандың көнбайышындағы һәм Гуджарат штатындағы иң ҙур ҡала. Халҡы — 5,8 млн. Сабармати йылғаһы яры буйында, штаттың баш ҡалаһы Гандинагар ҡалаһынан 30 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Әхмәдабад округының административ үҙәге.

Ҡала
Әхмәдабад
гудж. અમદાવાદ
ингл. Ahmedabad
Ил

Һиндостан

Штат

Гуджарат

Координаталар

23°02′ с. ш. 72°37′ в. д.HGЯO

Мэр

Амит Шах

Беренсе мәртәбә телгә алынған

XI век

Элекке исеме

Ашавал (Ашапали)

Майҙаны

1300 км²

Бейеклеге диңгеҙ кимәленән

53 м

Халҡы

5 570 585 кеше (2011)

Агломерация

6 352 254

Милли состав

гуджараттар һәм башҡалар

Этнохороним

ахмадаба́дец, ахмадаба́дцы[1]

Сәғәт бүлкәте

UTC+5:30

Телефон коды

+91 79

Почта индексы

3800xx

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

GJ-1

Рәсми сайт

egovamc.com

Әхмәдабад (Һиндостан)
Әхмәдабад
Әхмәдабад
Әхмәдабад (Һиндостан Гуджарат)
Әхмәдабад

1960 йылдан 1970 йылға тиклем Гуджарат штатының баш ҡалаһы. Унан һуң Гандинагар баш ҡала була. Ҡаланы ҡайһы ваҡытта Карнавати тип тә атайҙар. Әхмәдабадҡа 1411 йылда нигеҙ һалына һәм ул Гуджарат солтандарының баш ҡалаһы булып хеҙмәт итә. Уға Әхмәт-шах солтандың исеме бирелгән. Бында туҡыусылыҡ сәнәғәте сәскә ата, шул арҡала уны ҡайһы бер ваҡыттарҙа «Көнсығыш Манчестеры» тип тә атайҙар. Ҡала Һиндостандың үҙаллылығы өсөн көрәштә алғы һыҙыҡта була. Гуджарат штатын булдырғас, Әхмәдабад насар ғына өйҙәре булған ҡаланан, сауҙа үҙәктәре, бейек йорттары булған фәнни-мәғариф, коммерция һәм мәҙәни үҙәккә әйләнә.

Әхмәдабад тарихы

Археологик табылдыҡтар территорияға халыҡ XI быуатта уҡ күсеп ултырған һәм Ашавал ҡалаһы барлыҡҡа килгән тип дәлилләй. Был ваҡытта Анхилвара хакимы Карандев I, Бхил батшаһы Ашавалаға ҡаршы һуғыш алып бара. Тиҙҙән, еңгәндән һуң, Карандев I Ашавала урынына (хәҙерге Әхмәдабад урынлашҡан ерҙә) Сабармати яры буйында Карнавати ҡалаһына нигеҙ һала. XIII быуатта ҡала һәм бөтә Гуджарат Дели солтанлығы власы аҫтына күсә.

1411 йылда Музафаридтар Гуджарат солтанлығы төҙөй. 1487 йылда Әхмәт Шахтың ейәне Мәхмүт Бегада ҡаланы 12 ҡапҡалы, 6000 бойницалы (дошманға атыу өсөн ҡалдырылған тишек) һәм 189 бастионы булған 10 саҡрымлыҡ стена менән нығыта. Әхмәдабад Муззафидтар власы аҫтында 1573 йылға, Гуджараттың һуңғы солтаны Музаффар II монгол солтаны Бөйөк Әкбәрҙән еңелгәнгә тиклем була.

Сиди-Сәид мәсетенең һырлы таш рәшәткәләре

Монголдар идара иткән осорҙа Әхмәдабад империяның иң йәнле сауҙа үҙәге була һәм туҡыусылыҡ менән махсуслашып, тауарҙы Европаға тиклем экспортлай. Шаһ Йыһан солтан күп ваҡытын Шахибауг районында, Моти Шани Махал төҙөлөшөнә ярҙам итеп, Әхмәтабадта уҙғара. Маратһи генералдары Рагхунатха Рао менән Дамаджи Гаеквада армияһы ҡаланы баҫып ала һәм шуның менән монгол хаҡимлығына сик ҡуя. 1630 йылдағы аслыҡ һәм пешва һәм Гаеквад армиялары менән даими бәрелештәр күп кенә ҡалаларҙы юҡҡа сығара, был иһә халыҡтың күп өлөшөн Әхмәдабадта ҡалдырырға мәжбүр итә.

1818 йылда Британия Ост-Һинд компанияһы ҡаланы үҙ контроленә ала. Хәрби контингент 1824 йылда фатирҙарға урынлаштырыла, ә 1858 йылда ҡала идаралығы ойошторола. 1864 йылда тимер юлы Әхмәдабадты Бомбей менән тоташтыра. Шул арҡала, ҡала Һиндостандың төньяҡ һәм көньяҡ өлөшөндәге иң эре тимер юлы селтәре булып китә. XIX быуатта ҡалаға туҡыу фабрикаһына эш эҙләп килгән ауыл кешеләре килеп тула.

Сабармати Ашрам Махатма Ганди

Ҡалала Һиндостан милли-азатлыҡ хәрәкәте (Һиндостандың бойондороҡһоҙлоғо өсөн хәрәкәт) тамыр йәйә. 1919 йылда Роулатт законына ҡаршы демонстрацияларҙа туҡыу фабрикаһы эшселәре протест билдәһе йөҙөнән 51 административ бинаны яндыра. XX быуаттың 20-се йылдарында туҡыу фабрикаһы эшселәре һәм уҡытыусылар забастовкаға сығыуҙан туҡтамай. Улар үҙҙәренең гражданлыҡ хоҡуғын һәм лайыҡлы эш хаҡы талап итә.

1930 йылда Ганди Дандиға тоҙ походы ойоштора, ә 1942 йылда ашығыс бойондороҡһоҙлоҡ талап иткән Август хәрәкәте (Бөтә Һиндостан забастовкаһы) башлана. Британ Һиндостан сиге процесында, 1947 йылда ҡала буйлап индустар менән мосолмандар араһында сыҡҡан сыуалыштар тулҡыны тарала. Әхмәдабад яңы ғына булдырылған Гуджарат штатының баш ҡалаһы була. Ошо ваҡыт эсендә ҡалала күп кенә мәғариф һәм фән институттары барлыҡҡа килә. Ҡала юғары мәғариф, фән һәм технологиялар үҙәгенә әйләнә. Ауыр һәм химия сәнәғәте үҫеш ала. Артабанғы ун йыллыҡта, социаль ғәҙелһеҙлек һәм коррупция арҡаһында сыҡҡан сәйәси киҫкенлек арҡаһында, үҫеш туҡтай. Һөҙөмтәлә, ҡалала һәм уның ситендә касталар араһында бәрелештәр барлыҡҡа килә.

Погромы в Ахмадабаде

2001 йылдың 26 ғинуарындағы ер тетрәүе 50 ҡатлы бинаны емерә, был фажиғәлә 752 кеше үлә. Ҡала инфраструктураһына зыян килә.[2].

2002 йылда ҡалала һәм штатта мосолмандарҙы ҡыйратыу серияһы билдәләнә. Бының сәбәбе булып, Годхра станцияһы янында индус ғибәҙәт ҡылыусылары булған пассажир поезын яндырыу тора (Гуджарат сыуалышы). Был сыуалышта ике яҡтан да 1044 кеше үлә. Мосолмандарҙың ҡаланан меңәрләп ҡасыуы арҡаһында Әхмәтабад ҡалаһының тирә-яғында палатка ҡаласыҡтары барлыҡҡа килә.[3].

Һуңғы йылдарҙа һинд иҡтисадының глоблизацияһы һәм либерелизацияһы һөҙөмтәһе ҡала үҫешен яңы бейеклеккә этәрә. Шул арҡала, халыҡ иҫәбе лә арта, яңы тораҡ кварталдар үҫеп сыға. Ҡыҙыу төҙөлөш һөҙөмтәһендә энергия һәм һыу ресуртсарына ҡытлыҡ тыуа.

Географияһы һәм климаты

Сабармати

Әхмәдабад Һиндостандың көнбайышында, диңгеҙ кимәленән 53 метр бейеклектә ята. Ҡала Гуджарат штатының үҙәк өлөшөндәге Сабармати йылғаһы яры буйында, ҡомло, ҡоро урында урынлашҡан. Әхмәдабадтың дөйөм майҙаны 205 кв.км. тәшкил итә. Йәй көнө Сабармати йылғаһы йыш ҡына кибә һәм йылға урынында тар ғына ағым ҡала. Ҡала ситендә ике күл бар: Канкария менән Вастрапур. Канкария күлен 1451 йылда гуджарат солтаны Кутб-д-Дин Ахмед Шах II ҡаҙҙыра.

Ҡала климаты
КүрһәткесҒинФевМарАпрМайИюнИюлАвгСенОктНояДекЙыл
Абсолют максимум, °C33384146474539394240383247
Уртаса максимум, °C28,731,035,939,541,438,533,532,033,535,833,229,934,4
Уртаса температура, °C20,922,927,731,533,832,929,628,429,028,825,422,027,7
Уртаса минимум, °C13,114,819,423,526,327,225,724,924,421,917,514,121,1
Абсолют минимум, °C7610181822222120131055
Яуым-төшөм нормаһы, мм2,11,21,11,99,197,4309,8213,8126,613,56,11,7784,3
Сығанаҡ: [BBC Weather],[1]

Халҡы

Халыҡ иҫәбе үҙгәреү[4][5][6]

Әхмәдабад ҙурлығы буйынса Һиндостандағы 5-се ҡала, халҡы иҫәбе буйынса илдең 7-се ҡала агломерацияһын булдыра.[7][8][9]. 2011 йылдағы иҫәп алыу мәғлүмәттәре буйынса Әхмәдабадта 6352 254 кеше иҫәпләнә.[6]. Грамоталылыҡ кимәле — 89,62 %; 93,96 %— ирҙәр араһында һәм 84,81 %—ҡатын-ҡыҙҙар араһында[6]. 897 ҡатын-ҡыҙ, 1000 ир-егет бар[6]. Яҡынса 440 000 кеше төпкөл, емерек өйҙәрҙә йәшәй.[10]. Ҡала халҡынң күбеһе — гуджараттар. Халыҡтың яҡынса 7 % -ы мосолман.[11].2010 йылда Форбс журналы Әхмәтабадты Һиндостандың һәм Ҡытай ҡалалары Ченду менән Чунциндан ҡала, донъяның өсөнсө иң йылдам үҫеүсе ҡалаһы тип билдәләй.[12].2003 йылдың Енәйәт статистикаһының Милли бюроһы мәғлүмәттәренә ярашлы, Әхмәдабад ҡалаһы Һиндостандың 1 миллиондан ашыу халҡы булған 35 ҡалаһы араһында енәйәт кимәле иң түбән булған ҡала һанала.[13].2011 йылдың декабрендә IMRB маркетинг бюроһы Әхмәдабадты Һиндостандың башҡа мегаполистары араһынан йәшәү өсөн иң уңайлы ҡала тип белдерә.[14].

Транспорты

Сардар Валлаббхай Патела исемендәге халыҡ-ара аэропорт ҡала үҙәгенән 15, тимер юл вокзалынан 8 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Ул кешеләрҙең күплеге буйынса Гуджаратта иң ҙур һәм илдә һигеҙенсе аэропорт. Башлыса илдең ҙур ҡалаларына һәм Дубай (ҡала), Маскат, Сингапур һәм башҡа ҡалаларға халыҡ-ара рейстар яһай.Әхмәдабад Һиндостан тимер юлдарының көнбайыш зонаһында урынлашҡан. Ҡала илдең төньяғындағы бөтә эре ҡалалар менән дә тимер юлы менән тоташтырылған. 8-се Милли хайвэй ҡаланы Дели, Бомбей менән, 8С һанлы хайвэй Гантхинагаром менән бәйләй; 1-се экспрессвэй Вадодара (94 саҡрым) менән тоташтыра.

Иҡтисады

Әхмәдабадтың эске тулайым продукты 2014 йылда 64 млрд доллар тип иҫәпләнә.[15][16][17]. Һиндостандың резерв банкы мәғлүмәте буйынса 2012 йылдың июнендә ҡала финанс күрһәткестәре буйынса етенсе урында тора.[18]. XIX быуатта Әхмәдабадтың еңел сәнәғәте инвестициялар ала. Һөҙөмтәлә 1861 йылдың 30 майында Һиндостанда тәүге туҡыу фабрикаһына нигеҙ һалына.[19]. Уның артынса ошо тармаҡтағы башҡа предприятиелар ҙа асыла. 1905 йылда ҡалала 33 туҡыу фабрикаһы була.[20].Беренсе Бөтә Донъя һуғышы ваҡытында, еңел сәнәғәт Махатма Ганди хәрәкәте ярҙамы менән Һиндостанда булдырылған тауарҙы популярлаштырыуға йүнәлтелгән өҫтәмә үҫеш стимулы ала.[21].Әхмәдабад Һиндостанда иң эре кизе-мамыҡ туҡыма менән тәьмин итеүсе һәм ҡиммәтле таштар, ювелир продукцияларҙы сит илгә сығарыусы булып тора.[22].Шулай уҡ, автомобиль сәнәғәте лә иҡтисадта мөһим роль алып тора. Ҡалала Tata Motors заводы эшләй, Ford һәм Suzuki производство компанияһы асыу планлаштырылған.[23][24].Peugeot компанияһы завод төҙөүгә тотонған.[25].Амбавади районында урынлашҡан Әхмәдабад биржаһы Һиндостандың икенсе боронғо биржаларының береһе булып һанала.[26]. Ҡалала шулай уҡ ике эре Zydus Cadila һәм Torrent Pharmaceuticals фармацевтик компанияһы бар. Бында йыуыу саралары һәм химик компоненттар етештергән Nirma төркөмөнөң һәм Adani Group халыҡ-ара сауҙа, девелоперск компанияһының баш офистары ла урынлашҡан.[27]. Мәғлүмәт технологиялары индустрияһы ла әүҙем үҫешә. NASSCOM тикшеренеүҙәре мәғлүмәте буйынса, 2002 йылда Әхмәдабад 9 эре IT-үҙәктәре араһында 5-се урында була.[28].

Иҫтәлекле урындар

  • Сиди-Бәшир мәсете
  • Сабармати Ашрам

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Ҡалып:Города-миллионники Индии

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары