Француз колониаль империяһы

Француз колониаль империяһы (франц. L’Empire colonial français) — 1534—1980 йылдар араһында Францияның колониаль биләмәләре. Британ империяһы һымаҡ, Франция донъяның барлыҡ төбәктәрендә колониаль территорияларға эйә булған, әммә уның колониаль сәйәсәте Бөйөк Британиянан ныҡ айырылған. Францияның диңгеҙ аръяғы биләмәләре (диңгеҙ аръяғы департаменттары, сообществолар һәм махсус статуслы административ-территориаль берәмектәр) ҡасандыр ҙур колониаль империяның ҡалдыҡтары булып тора, улар араһында тик Француз Гвианаһы материкта урынлашҡан. Ҡалғандары — утрауҙар (Француз Полинезияһы, Мартиника, Майотта һәм башҡалар), һәм шулай уҡ айырым территория (Яңы Каледония утрауы). Франкофония — француз телле илдәрҙең берлеге шулай уҡ француз колониаль дәүеренең хәҙерге мираҫы булып тора.

Француз колониаль империяһы
ФлагГерб
Нигеҙләү датаһы1534
Рәсми телФранцуз теле
ГимнМарсельеза[d]
Донъя ҡитғаһыТөньяҡ Америка, Көньяҡ Америка, Африка һәм Азия
Дәүләт Франция
Административ үҙәкПариж
Валютафранцузский франк[d]
АлыштырғанQ25392189?
Ғәмәлдән сыҡҡан дата1980
Урынлашыу картаһы
 Француз колониаль империяһы Викимилектә
Йәшел — Беренсе империя; күк — Икенсе империя
Француз колониаль империяһының эволюцияһы (йыл өҫкө һул мөйөштә күрһәтелгән)

Тарихы

Бөйөк асыштар дәүерендә Франция Европа илдәренән өсөнсө булып (Португалия һәм Испаниянан һуң) диңгеҙ аръяғы территорияларҙы өйрәнеүгә һәм колонияллаштырыуға керешә. Пиреней ярымутрауы илдәренән айырмалы рәүештә, француздар тропик киңлектәрҙән тыш уртаса киңлектәге территорияларға күҙ ташлай. Мәҫәлән, 1535 йылда француз Жак Картье Изге Лаврентий йылғаһының тамағын өйрәнә, шулай итеп Төньяҡ Америка континентының бөтә үҙәк өлөшөн биләгән Яңы Франция колонияһына нигеҙ һалына.

Иҡтисади һәм хәрби мөнәсәбәттә Пиреней илдәренә ҡарағанда Франция шулай уҡ алдынғыраҡ булған. Француздар диңгеҙ аръяғы тикшеренеүҙәре менән үҙенең Европалағы төп көнәркәше — Британ империяһынан 70 йылға алдараҡ ҡыҙыҡһына башлаған. Бынан башҡа, шул ваҡытта Францияның халҡы Бөйөк Британияныҡынан өс тапҡыр күберәк булған. Әммә эске сәйәси тотороҡһоҙлоҡ, сауҙа-иҡтисади инфраструктураһының көсһөҙлөгө, һәм шулай уҡ күскенселек колониализмы моделенең фактик рәүештә уңышһыҙ булыуы XVIII быуат уртаһына ҡарай Францияны икенсе урынға шылдырған — уларҙы тик Бөйөк Британия ғына тормошҡа ашыра алған.

Периодизация

Француз колониаль империяһы эволюцияһына Франция һәм Бөйөк Британияның көнәркәшлеге бигерәктә ҙур йоғонто яһаған. Был көнәркәшлек XVIII быуат уртаһына үҙенең пигына еткән һәм һуңғыһының еңеүе менән тамамланған. Француз колониализмын хронологик рәүештә артабанғы осорҙарға бүлергә мөмкин:

  • Беренсе француз колониаль империяһы шартлы рәүештә 1546—1809 йылдарҙа булған, уның биләмәләренең (башлыса Төньяҡ Америкала урынлашҡан) майҙаны яҡынса 8 013 624 км² барып еткән.
    • 1763 йылғы Париж договоры Францияны Төньяҡ Америкалағы (хәҙерге Канада һәм АҠШ территорияларында) ҙур биләмәләрҙән, шулай уҡ Сенегалдан, мәхрүм иткән.
    • 1803 йылда Луизиананы һатыу, 1804 йылғы Гаитила инҡилап һәм 1809 йылда португалдар тарафынан Француз Гвианаһын яулап алыу беренсе колониаль империяны тулыһынса емергән.
  • Икенсе француз колониаль империяһы шартлы рәүештә 1814—1962 йылдарҙа булған, 1943 йылға ҡарай уның биләмәләренең (башлыса Африкала һәм Азияла урынлашҡан) майҙаны яҡынса 13 500 000 км² (планетаның ҡоро ер майҙанының 9,0 %-ын тәшкил иткән) барып еткән.
    • 1814 йылда Бөйөк Британия һәм Португалия Францияға Сенегалды, Кариб диңгеҙендәге бер нисә утрауҙарҙы, Гвиананы ҡайтарғандар.
    • 1830 йылда француздарҙың Алжирға үтеп инеүе Африка һәм Азияны киң колонизациялауға юл асҡан.
    • Был территорияларҙың ҙур өлөшө француз колониализмынан 1945—1962 йылдарҙа азат ителгән.

Шул уҡ ваҡытта тик Сенегал, Кариб диңгеҙендәге бер нисә утрауҙары, Француз Гвианаһы ғына ике колониаль империялар осоронда ла Франция ҡулында булған.

Демография (1919—1939)


Француз колониаль империяһының халҡы, 19191939 йй.
 1921  1926  1931  1936 
Франция метрополияһы39.140.00040.710.00041.550.00041.500.000
Колониялар, протектораттар һәм мандатлы территориялар55.556.00059.474.00064.293.00069.131.000
Барлығы94.696.000100.184.000105.843.000110.631.000
Донъя халҡынан өлөшө (%-ҙа)5,0 %5,1 %-
Сығанаҡтар: INSEE,[1] SGF[2]

Диңгеҙ аръяғы экспансияһы

Артабанғы исемлектә яулап алыуҙың хронологик рәүештә Францияға ҡарата диңгеҙ аръяғында булған һәм ҡасандыр уға буйһонған донъяның бөтә территориялары күрһәтелгән.

Колониаль компаниялар

Наполеон Францияһының экспансияһы

1811 йылда Наполеон империяһы һәм бойондороҡло дәүләттәр

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Францияның диңгеҙ аръяғы биләмәләре
  • Франция тарихы
  • Иң ҙур империялар исемлеге

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Керов В. Л. Французская колонизация островов Индийского океана. XVII—XVIII вв. — М.: Наука, 1990. — ISBN 5-02-016922-6
  • Субботин В. А. Французская колониальная экспансия в конце XIX в.: экваториальная Африка и острова Индийского океана. — М.:

Издательство восточной литературы, 1962.

Һылтанмалар

Ҡалып:Франция в темахҠалып:Экспансионизм

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары