Фтор

Фтор (лат. Fluorum), F — Менделеевтың периодик таблицаһының 7-се төп төркөмөндә, 9-сы һан аҫтында тороусы химик элемент. Фтор һарғылт төҫтәге газ, галогендарға инә.

Фтор
Рәсем
Масса18,998403162 ± 5,0E−9 массаның атом берәмеге[1]
Кем хөрмәтенә аталғанплавиковая кислота[d]
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсеНеон
Асыусы йәки уйлап табыусыАнри Муассан[d] һәм Андре-Мари Ампер
Асыу датаһы1810
Табылыу урыныФранция
Элемент символыF[2]
Химик формулаF[3]
Атом һаны9
Электронная конфигурация1s² 2s² 2p⁵ һәм [He] 2s² 2p⁵
Электр кирелеге3,98
Ионный радиус1,33 ангстрем[4] һәм 0,08 ангстрем[4]
Энергия ионизации15,7 ± 0,1 электронвольт
Әселәнеү дәрәжәһе−1
Иреү температураһы−363 ± 1 ℉
Ҡайнау нөктәһе−307 ± 1 ℉
Давление пара1 ± 1 атмосфера
PGCH коды0289
Временное среднее значение предела допустимого воздействия0,2 ± 0,1 mg/m³
IDLH38,75 ± 0,01 mg/m³
 Фтор Викимилектә

Фтор исеме (грекса phthoros — үлем, емереклек) урыҫ телендә генә ҡулланыла, уны 1810 йылда А.Ампер тәҡдим итә. Күп телдәрҙә «флюор» һүҙе таралған.

Тарихи белешмә

Фторҙың беренсе атамаһы — флюорит CaF2 — XV быуат аҙағында «флюор» (латинса fluo — ағам) исеме аҫтында яҙылған.Ирекле фторҙы 1986 йылда калий гидрофториды KHF 2 булған, шыйыҡ фторлы водородтың электролизы юлы менән А.Муассен таба.

Фтор химияһы 1930-сы йылдарҙан башлана, уны атом сәнәғәтендә ҡулланалар.

Тәбиғәттә таралышы

Ер ҡабығындағы уртаса 6,25 * 10−2% (масса буйынса) таралған. Фтор вулкан газдарында һәм термаль һыуҙарҙа бар.

Физик һәм химик үҙенсәлектәре

Газ хәлендәге фторҙың тығыҙлығы 1,693 г/л, шыйыҡтыҡы — 1,5127 г/см3. Иреү температураһы −219,610 С, ҡайнау — −188,130 С.Фторҙың тышҡы электрон конфигурацияһы 2s 2 5. Ҡушылмаларында оксидлашыу кимәле-1.

Фтор металдарҙың күпселеге менән бик актив тәьҫир итешә. Һелтеле һәм һелтеле-ер металдары менән һалҡында ла, Bi, Sn, Ti, Мо, W менән әҙ генә йылытҡанда, Hg, Pb, U, V менән бүлмә температураһында ялҡынланып барыусан. Ҡайһы бер металдар (Fe, Си, Al, Ni, Mg, Zn) менән тәьҫир итешкәндә һаҡлаусы яры хасил була, һәм реакция туҡтай.

Металдарҙың йәки металл булмағандарҙың галогенидтары фтор менән һалҡында ла тәьҫир итешә, фтор галогендарҙы алмаштыра.

Металдарҙың гидроксидтары менән тәьҫир итешкәндә, шул металдың фториды һәм кислород хасил була.

Фтор органик матдәләр менән бик актив реакцияға инә.

Ҡулланылышы

Газ хәлендәге өс-фторлы хлорҙы СlF 3 (фторлаштырыусы агент), алты фторлы көкөрттө SF 6 (электротехник сәнәғәттә газлы изолятор) алыу өсөн ҡулланалар. Шыйыҡ фтор — ракета яғыулығы оксидлаштырғысы.

Шулай уҡ фосфорлы ашламалар етештергәндә ҡулланыла.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Фтор// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 28-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Рысс И. Г. Химия фтора и его неорганических соединений. М. Госхимиздат, 1966 г. — 718 с.
  • Некрасов Б. В. Основы общей химии. (издание третье, том 1) М. Химия, 1973 г. — 656 с.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары