Чунцин

Чунци́н (ҡыт. ғәҙәти 重慶, ябайл. 重庆, пиньин: Chóngqìng) — Ҡытай Халыҡ Республикаһының үҙәк өлөшөндә үҙәк әһәмиәтендәге ҡала. Был категориялағы дүрт административ берәмектән иң ҙуры. 2009 йылда ҡала биләмәләрендә 32,75 миллион кеше теркәлгән; шул уҡ ваҡытта уның төп өлөшө урбанлаштырылған зонанан ситтәрәк йәшәй.

Чунцин
ҡыт. 重庆
Нигеҙләү датаһы1929
Логотип
Рәсем
Рәсми атамаһы重庆市
ХФА-лағы транскрицияһыt͡ʃɑŋ.ˈkiŋ
Кем хөрмәтенә аталғанГуан-цзун[d]
ЭтнохоронимChongqinger
Донъя ҡитғаһыАзия
Дәүләт Ҡытай
Административ үҙәкЮйчжун[d]
Административ-территориаль берәмекҠытай
Сәғәт бүлкәтеUTC+8:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡанЯнцзы, Цзялинцзян[d] һәм Уцзян[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡанЮго-запад Китая[d]
ГеомәғлүмәттәрData:China/Chongqing.map
Иң юғары нөктәMount Guangtou[d]
Партия секретарыЧэнь Миньэр[d] һәм Юань Цзяцзюнь[d]
Хөкүмәт башлығыХуан Цифань[d] һәм Ху Хэнхуа[d]
Башҡарма властьPeople's Government of Chongqing Municipality[d]
Закондар сығарыу органыChongqing Municipal People's Congress[d][1]
Ойошма ағзаһыВсемирная федерация туристических городов[d][2]
Халыҡ һаны32 054 159 кеше (2020)[3]
Административ рәүештә бүленәВаньчжоу[d], Фулин[d], Юйчжун[d], Дадукоу[d], Цзянбэй[d], Шапинба[d], Цзюлунпо[d], Наньань[d], Бэйбэй[d], Цицзян[d], Дацзу[d], Юйбэй[d], Банань[d], Цяньцзян[d], Чаншоу[d], Цзянцзинь[d], Хэчуань[d], Юнчуань[d], Наньчуань[d], Туннань[d], Тунлян[d], Жунчан[d], Бишань[d], Лянпин[d], Чэнкоу[d], Фэнду[d], Дяньцзян[d], Улун[d], Чжунсянь[d], Кайчжоу[d], Юньян[d], Фэнцзе[d], Ушань[d], Уси[d], Шичжу-Туцзяский автономный уезд[d], Сюшань-Туцзя-Мяоский автономный уезд[d], Юян-Туцзя-Мяоский автономный уезд[d] һәм Пэншуй-Мяо-Туцзяский автономный уезд[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек237 ± 1 метр
Туғандаш ҡалаОномити[d], Аддис-Абеба, Хиросима[d], Инчхон[d], Бангкок, Пеканбару[d], Шираз[d], Тулуза, Лестер[d], Дюссельдорф[d], Воронеж[4], Запорожье өлкәһе, Сиэтл, Детройт, Торонто[5], Брисбен[d], Кордова[d], Бисау, Ченнаи, Чиангмай[d], Мпумаланга[d], Асуан[d], Сёр-Трёнделаг[d], Будапешт, Антверпен, Салвадор[d], Цюрих[d], Нуэво-Леон[d], Пномпень, Владимир[6][7][8], Кордова[d] һәм Нахчиван[9]
СиктәшСычуань[d], Шэньси[d], Хубэй[d], Хунань[d] һәм Гуйчжоу[d]
Нигеҙендәге текстQ18866949?
Ҡулланылған телWestern Xiangxi Miao[d], Northern Tujia[d] һәм Eastern Xiangxi Miao[d]
Телгә алынған хеҙмәттәрHitman 3[d][10]
Майҙан82 403 км²
Почта индексы400000–409900
Рәсми сайтcq.gov.cn
ҺештегChongqing
Урынлашыу картаһы
Позицион карта
Подробная карта
Вид в ночное время
Панорамный вид
Коллаж
Тема иҡтисадыeconomy of Chongqing[d]
Вид с воздуха
Урындағы телефон коды23
Номер тамғаһы коды渝 A, B, C, F, G, H
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһыCategory:Films shot in Chongqing[d]
Элементтың күренеше өсөн категорияCategory:Views of Chongqing[d]
Карта
 Чунцин Викимилектә

Географияһы

Чунцин тулы һыулы Янцзы йылғаһына Цзялинцзян ҡойған урында нигеҙләнгән. 2006 йылда Санься быуаһы төҙөлөшө тамамланғандан һуң, барлыҡҡа килгән һыуһаҡлағыс Чунцинға тиклем барып еткән, был эре караптарға ҡала портына килергә мөмкинлек биргән. Уңдырышлы Ҡыҙыл Бассейндың көнсығыш ситендә урынлашыуы ҡаланың үҫеүен тиҙләткән. Ҡала өс тау һырттары менән уратылған: төньяҡта Дабашань, көнсығышта Ушань һәм көньяҡта Далушань. Убалы ландшафт арҡаһында Чунцинды «таулы ҡала» (Шаньчэн) тип атайҙар. Ул диңгеҙ кимәленән 243 метр бейеклектә урынлашҡан.

Чунцин көнсығышта Хубэй һәм Хунань, көньяҡта Гуйчжоу, көнбайышта Сычуань һәм төньяҡта Шэньси провинциялары менән сиктәш. Ҡала, ҡала яны һәм өлкә районы аша 80 йылға аға, уларҙың араһында иң ҙурҙары Янцзы, Цзялинцзян, Уцзян, Фуцзян, Чицзян һәм Даниньхэ.

Халҡы

Үҙәк буйһоноуындағы ҡаланың сиктәре көнсығыштан көнбайышҡа табан 470 километрға һәм төньяҡтан көньяҡҡа табан 450 километрға һуҙылған. Уның дөйөм 82 403 км², шуларҙың 1473 км² (1,79 %) урбанлаштырылған зона биләй, ә 80 930 км² (98,21 %) ҡала яны һәм ауыл райондары тура килә. Шул уҡ ваҡытта илдә ҡабул ителгән территориаль бүленештең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алырға кәрәк: Ҡытайҙа «тораҡ пункт» тигән рәсми төшөнсә юҡ, ә «үҙәк буйһоноуындағы ҡала» — шул уҡ «провинция» кеүек административ берәмек булып тора. Чунцин үҙәк буйһоноуындағы ҡалаға 31 район, 8 өйәҙ һәм 4 автономлы өйәҙ ҡарай. Шул уҡ ваҡытта Чунцин үҙәк буйһоноуындағы ҡала тотошлай йорттар һәм юлдарҙан тормай.

Чунциндың Статистика департаменты мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылда урбанлаштырылған халҡының иҫәбе 19 706 800 кеше, ә ауыл халҡыныҡы — 11 044 800 кеше[11].

Климаты

Ҡыҫҡа һәм сағыштырмаса йомшаҡ ҡыш һәм эҫе, һауаның юғары дымлыҡлы йәй. Октябрҙән апрелгә ҡәҙәр һауаның юғары дымлылығы арҡаһында йыш ҡына ҡуйы томандар күҙәтелә. Шунлыҡтан ҡалаға «Томандарҙың баш ҡалаһы» (ҡыт. ябайл. 雾都, палл.: Уду) тигән ҡушамат биргәндәр.

Чунцин субтропик зонала урынлашҡан. Йыллыҡ уртаса температура 18,2 °C тәшкил итә. Ҡышын 6-8 °C тиклем төшә, ә йәйен 27 һәм 38 °C араһында тирбәлә. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары 1000—1100 мм тәшкил итә.

Ҡала климаты
КүрһәткесҒинФевМарАпрМайИюнИюлАвгСенОктНояДекЙыл
Уртаса максимум, °C9,511,616,822,225,928,132,232,826,521,315,710,921,1
Уртаса температура, °C7,69,313,918,722,524,828,428,723,518,813,69,118,2
Уртаса минимум, °C5,66,910,915,11921,524,524,520,416,211,57,215,3
Яуым-төшөм нормаһы, мм2021371021591661711381499653261138
Сығанаҡ: Гонконгская обсерватория

Тарихы

3 мең йыл элек барлыҡҡа килгән. Борон Ба батшалығының баш ҡалаһы булған һәм Цзянчжоу атамаһын йөрөткән. «Чунцин» («икеләтә тантана») атамаһы 1189 йылда барлыҡҡа килгән, был ваҡытта Сун империяһы императоры Сяо-цзундың өсөнсө улы Гунчжоу өлкәһенең начальнигы булып китә һәм «Гун кенәзе» (恭王) титулын ала, һәм шул уҡ йылда атаһы властан киткәс Гуан-цзун исеме аҫтында император булып китә. Ваҡиға хөрмәтенә Гунчжоу өлкә(чжоу) статусынан идаралыҡ (фу) статусына тиклем күтәрелгән; ә был йылда Гуан-цзунға ике тапҡыр статусының күтәрелеүен билдәләргә тура килгәс, ул Гунчжоуҙы Чунцинфу («Ике тантаналы идаралыҡ») тип үҙгәртергә бойорған.

1891 йылда унцин асыҡ порт булып китә, бында таможня булдырыла, караптар йөрөшөндә, сауҙала, финанс эштәрҙә һәм эшкәртеү сәнәғәтендә сәскә атыу күҙәтелә. Әкренләп ул Көньяҡ-Көнбайыш Ҡытайҙы һәм Янцзының үрге ағымын тышҡы донъя менән бәйләүсе ролен уйнай башлаған.

1929 йылда Чунцинға рәсми рәүештә ҡала статусы бирелгән. Япония ғәскәрҙәре баҫып алмағанға тиклем, 1937 йылда Нанкиндан бында Ҡытай Республикаһы хөкүмәте күскән. 1937—1945 йылдарҙағы япон-ҡытай һуғышы осоронда Чунцин дәүләттең баш ҡалаһы ролен үтәгән. 1946 йылдан һәм 1949 йылда Ҡытай Халыҡ Республикаһы иғлан ителгәндән һуң Чунцин үҙәк буйһоноуындағы ҡала булған. 1954 йылда Чунцин провинция (Сычуань) буйһоноуындағы ҡала булып китә.

1997 йылдан Чунцин үҙәк буйһоноуындағы ҡала булып китә. Хакимиәт органдары төбәктең урбанлаштырыуы буйынса әүҙем саралар күргән, дәүләт аҡсаларына магистралдәр төҙөлә, муниципаль берәмектең бөтә территорияһында ҡала инфраструктураһы булдырыла.

Административ бүленеше

Чунциндың административ бүленеше картаһы

Чунцин административ рәүештә 26 район, 8 өйәҙ һәм 4 автономлы өйәҙгә бүленгән.

Райондар
АтамаһыИероглифтарПиньинь
1Юйчжун渝中区Yúzhōng qū
2Дадукоу大渡口区Dàdùkǒu qū
3Цзянбэй江北区Jiāngběi qū
4Шапинба沙坪坝区Shāpíngbà qū
5Цзюлунпо九龙坡区Jiǔlóngpō qū
6Наньань南岸区Nán'àn qū
7Бэйбэй北碚区Běibèi qū
8Цицзян綦江区Qíjiāng qū
9Дацзу大足区Dàzú qū
10Юйбэй渝北区Yúběi qū
11Банань巴南区Bānán qū
12Ваньчжоу万州区Wànzhōu qū
13Фулин涪陵区Fúlíng qū
14Цяньцзян黔江区Qiánjiāng qū
15Чаншоу长寿区Chángshòu qū
16Хэчуань合川区Héchuān qū
17Юнчуань永川区Yǒngchuān qū
18Цзянцзинь江津区Jiāngjīn qū
19Наньчуань南川区Nánchuān qū
21Туннань潼南区Tóngnán qū
22Тунлян铜梁区Tóngliáng qū
24Жунчан荣昌区Róngchāng qū
25Бишань璧山区Bìshān qū
27Улун武隆区Wǔlóng qū
30Лянпин梁平区Liángpíng qū
31Кайчжоу开州区Kāizhōu qū
Өйәҙҙәр
АтамаһыИероглифтарПиньинь
26Дяньцзян垫江县Diànjiāng xiàn
28Фэнду丰都县Fēngdū xiàn
29Чэнкоу城口县Chéngkǒu xiàn
32Уси巫溪县Wūxī xiàn
33Ушань巫山县Wūshān xiàn
34Фэнцзе奉节县Fèngjié xiàn
35Юньян云阳县Yúnyáng xiàn
36Чжунсянь忠县Zhōng xiàn
Автономлы өйәҙҙәр
АтамаһыИероглифтарПиньинь
20Юян-Туцзя-Мяо автономлы өйәҙе酉阳土家族苗族自治县YǒuYáng Tǔjiāzú Miáozú zìzhìxiàn
23Сюшань-Туцзя-Мяо автономлы өйәҙе秀山土家族苗族自治县XiùShān Tǔjiāzú Miáozú zìzhìxiàn
37Шичжу-Туцзя автономлы өйәҙе石柱土家族自治县Shízhù Tǔjiāzú zìzhìxiàn
38Пэншуй-Мяо-Туцзя автономлы өйәҙе彭水苗族土家族自治县Péngshuǐ Miáozú Tǔjiāzú zìzhìxiàn

Ҡала ландшафты

Ҡала панорамаһы

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары