Ән-Нури йәмиғ мәсете

Ән-Нури йәмиғ мәсете (ғәр. جامع النوري‎; рус. Собо́рная мече́ть ан-Нури) — Ираҡтың тарихи мәсеттәренең береһе.

Ән-Нури йәмиғ мәсете
Нигеҙләү датаһы1172
Рәсем
Дәүләт Ираҡ
Административ-территориаль берәмекМосул
Архитектура стилеМосолман архитектураһы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата21 июнь 2017
Карта
 Ән-Нури йәмиғ мәсете Викимилектә

Урынлашыуы

Мосул ҡалаһында Тигр йылғаһының уң (көнбайыш) ярында урынлашҡан.

Тарихы

XII быуатта төҙөлгән[1]. Мосулда Өмәүиҙәр мәсетенән һуң төҙөлгән икенсе мәсет була. Бер нисә тапҡыр үҙгәртеп төҙөлә (һуңғы тапҡыр — 1944 йылда).

2014 йылда был мәсеттә «Ислам дәүләте» лидеры Әбү Бәкер әл-Бағдади "бөтә донъя хәлифәте " иғлан итә[2].

2017 йылдың 21 июнендә Мосул өсөн һуғышта емерелә. Мәсет үҙе лә, уның манараһы ла юҡ ителә[3][4].Коалиция бының өсөн Ислам дәүләтен ғәйепләй, әммә Ислам дәүләте Amaq агентлығы аша мәсет америка авиаһөжүме һөҙөмтәһендә емерелгән, тип белдерә[5][6].

Архитектура үҙенсәлектәре

Үҙенең көнсығышҡа табан сығып торған « көмөрө» манараһы менән билдәле булған, ул баштағы ҡоролманан ҡалған берҙән-бер өлөшө булып тора.

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары