Мосул

Мосул[2] (ғәр. الموصلӘл-Мәүсил; курд. Mûsil; арам. ܡܘܨܠ, Мүсил) — Ираҡтың төньяғындағы ҡала. Ислам хәлифәтенең элекке « баш ҡалаһы». Ираҡтың төньяҡ өлөшөндә, Тигр йылғаһы буйында урынлашҡан ҡала. Бағдадтан 396 км алыҫлыҡта.

Мосул
ғәр. الموصل
Рәсем
Рәсми атамаһыالموصل
Дәүләт Ираҡ
Административ үҙәгеНайнава[d], Зангиды[d] һәм Мосульский вилайет[d]
Административ-территориаль берәмекНайнава[d]
Сәғәт бүлкәтеUTC+3:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡанТигр
Хөкүмәт башлығыСписок правителей Мосула[d]
Халыҡ һаны1 792 000 кеше (2023)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек223 метр
Туғандаш ҡалаФиладельфия
АлыштырғанНиневия
Майҙан180 км²
Подробная карта
Коллаж
Иң тәүге яҙма ваҡыты700
Урындағы телефон коды60 һәм 40
Элементтың күренеше өсөн категорияCategory:Views of Mosul[d]
Карта
 Мосул Викимилектә

Тарихы

Боронғо заманда ҡала Тигр йылғаһының көнбайыш ярында, Ниневия ҡалаһы янында барлыҡҡа килгән. Бөгөн ҡала ике ярҙа ла ҙур майҙанды биләй — көнсығыш өлөшө — «Һул яр», көнбайыш өлөшө — «Уң яр» тип атала. Тап һул ярында боронғо Ассирия баш ҡалаһы Ниневия урынлашҡан булған.

Мосул халҡының күпселеген ғәрәптәр, ассирия, төркмән, ҡурд әҙселектәре тәшкил итә. Ҡала халҡы мең йыллыҡтар сигендә тиҙ үҫешә һәм 2004 йылға, баһалауҙар буйынса, 1 846 500 кешегә етә[3]. Мосулда тыуған кешеләр мәсләүи тип йөрөтөлә.

XXI быуат башында 2014 йылдың 10 июненән 2017 йылдың 10 июленә тиклем Ислам дәүләте (ИД) террористик ойошма контроле аҫтында була. Мосул өсөн һуғыштан һуң ИД ҡала һәм уның тирә-яғы өҫтөнән контролде юғалта. 2014 йылда Мосулды Ислам Дәүләте баҫып алыр алдынан ярты миллионға яҡын кеше ҡаланан ҡаса[4].

Мосулдың тарихи мөһим ресурстары булып мәрмәр һәм нефть тора. ИД ҡаланы баҫып алғас, раҫланыуынса, Мосул халҡына нефть һәм автомобиль бензины һатып, шулай уҡ урындағы нефть продукттарын экспортҡа сығарып, байтаҡ аҡса алған[5].

Ҡалала Ираҡтағы иң ҙурҙарҙың береһе — Мосул Университеты урынлашҡан, шулай уҡ медицина колледжы бар. Университет ябылыуы тураһында хәбәрҙәр күп булыуға ҡарамаҫтан, ул эшләй.

2014 йылға тиклем ҡала несториан христианлығы тарихи үҙәге була булып тора, унда Иҫке Ғәһед пәйғәмбәрҙәре ерләнгән. Яхъя пәйғәмбәр ҡәбере 2014 йылдың июлендә Ислам дәүләте террорсылары тарафынан емерелә[6].

Этимологияһы

Мосул ҡалаһы беренсе мәртәбә Әһәмәниҙәр дәүләте фарсы нәҫеле хакимлыҡ иткән осорҙа б.э.т. йылда 401 Ксенофонт китабында телгә алына.

Мосул, ә дөрөҫөрәге Мәүшил — «ҡушылыу урыны» йәки «юл саты» тип тәржемә ителә.

Мосул ҡалаһын яҡын урынлашҡан Ассирия баш ҡалаһы Ниневия менән бутарға ярамай.

Беҙҙең эраға тиклем 612 йылда Ниневия Вавилон һәм Мидия ғәскәре тарафынан емерелгән, шуға күрә б.э.т. 401 йылда Ксенофонт уны телгә алмаған.

Мосул шулай уҡ al-Faiha («ожмах»), al-Khaḍrah («йәшел») һәм al-Hadbah «Төньяҡ ынйыһы»[7] « һәм миллион яугир ҡалаһы» исемдәрен йөрөтә[8].

Климаты

Мосулдың климаты ярымҡоро, бик эҫе, ямғырһыҙ йәй һәм ҡышын һалҡын, ямғырлы . Бында ямғырҙар Бағдад Һәм Бәсраға ҡарағанда өс тапҡырға тиерлек күберәк. Дым бойҙай һәм арпа үҫтереү өсөн етерлек. Төньяҡтағы курд райондары дымлыраҡ.

Һуңғы йылдарҙа өс тапҡыр ҡар яуа:23 февраль 2004 йыл[9]9 февраль 2005 йыл һәм10 ғинуар 2013 йыл[10][11].

Ҡала климаты
КүрһәткесҒинФевМарАпрМайИюнИюлАвгСенОктНояДекЙыл
Абсолют максимум, °C21,126,931,835,542,944,147,849,346,142,232,525,049,3
Уртаса максимум, °C12,414,819,325,232,739,242,942,638,230,621,114,127,76
Уртаса минимум, °C2,23,46,811,216,221,325,024,219,113,57,23,812,83
Абсолют минимум, °C−17,6−12,3−5,8−42,59,711,614,58,9−2,6−6,1−15,4−17,6
Яуым-төшөм нормаһы, мм62,162,763,244,115,21,10,200,311,845,057,9363,6

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Густерин П. В. Ғәрәп Көнсығышындағы Ҡалалар. — М.: Көнсығыш—Көнбайыш, 2007. — 352 б. — (Энциклопедик белешмә). — 2000 экз. — ISBN 978-5-478-00729-4
🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары