Google Карталары

Google'дың веб-картография сервисы (2005 йылда эшләй башлаған)

Google Карта (ингл. Google Maps; элек Google Local) Google кампанияһы тарафынан бирелгән бушлай картографик сервис һәм технологиялар нигеҙендә булдырылған ҡушымталар йыйылмаһы.2005 йылда булдырылған[2].

Google Карты
URL:

google.com/maps

Коммерция:

да

Сайт тибы:

картографический сервис

Теркәлеү:

Необязательная

Инеүселәр һаны:

2 млрд в месяц (февраль 2012)[1]

Сервер урынлашҡан:

Маунтин-Вью, Калифорния, США

Милексе:

Google

Автор:

Jens Eilstrup Rasmussen[d] һәм Ларс Расмуссен[d]

Эшләй башлаған:

2005

Ағымдағы статус:

Работает

 Google Карты Викимилектә

Сервис үҙ эсенә карта һәм Ер планетаһының спутник һүрәттәрен үҙ эсенә ала. Күп кенә төбәктәр өсөн юғары детализацияланған аэрофотоһүрәттәр (бейеклектәре 250-500 м)[3]бар, ҡайһы берҙәре өсөн донъяның дүрт яғынан 45° мөйөшө аҫтында ҡарарға мөмкин[4][5][6]. Өҫтәмә рәүештә Меркурий, Венера, МКС, Ай[7], Марс[8], Церера, Ио, Европа, Ганимед, Каллисто, Мимас, Энцелад, Тефия, Дион, Реи, Титан, Япета, Плутон һәм Харон фотоһүрәттәре лә тәҡдим ителә.

Сервиста шулай уҡ АҠШ, Канада, Япония, Рәсәй, Гонконг, Ҡытай, Бөйөк Британия, Ирландия (ҡала үҙәктәре генә) һәм Европаныңҡайһы бер райондарын үҙ эсенә алған бизнес-белешмә менән маршрут эҙләүсе автомобиль юлдары картаһы берләштерелгән. .

Go-версияһы

Android Go ҡоролмалары өсөн Google компанияһы «Google Maps Go» махсус ҡушымтаһын эшкәртеп сығарҙы. Әммә унда Унда картаға үҙгәрештәр индереү кеүек ҡайһы бер мөмкинлектәр юҡ.


Маршруттар буйынса навигация «Google Maps Go өсөн Навигатор» ҡушымтаһын тейәгәндән һуң ғына эшләй.

Googl-да Ер Планетаһы (Google Планета Земля)

Google Планета Земляҡушымтаһы - Windows , шулай уҡ GNU / Linux, Mac OS өсөн айырым программа менән дә бәйле. Google Карталары кеүек үк, Google Планета Земля программаһы ла ер өҫтө һүрәттәрен ҡарарға, масштабты арттырырға һәм кәметергә һәм хәрәкәт итеү маршруттарын төҙөү мөмкинлеген бирә. Уның өҫтөнлөгө булып ер өҫтөнөң өс үлсәмле сағылышы (рельефты иҫәпкә алып), ирекле мөйөш аҫтында күҙәтеү мөмкинлеге (өҫтән генә түгел), фотоһүрәттәрҙе аҡрынлап тейәгән һайын яйлап ҡына аныҡлана бара (Google Карталағы кеүек «аҡ тапҡа» текләп ултырырға кәрәкмәй), күләме ҙурлығын яйлап үҙгәртеү мөмкинлеге (тәҡдим ителгәнде генә һайлап алыу түгел) тора.

Маршрут һалыу

Маршруттар эҙләү сервисы менән файҙаланыу өсөн «Маршрут һалыу» тигән ҡалыпҡа күсер кәрәк[9], шунан һуң бара торған адресты «ил, тораҡ пункт, урам, йорт») һәм тәғәйенләнгән урындың адресы.

2015 йылдың июленән сервиста Your Timeline (Хронология) функцияһы булдырылды. Был функция ҡасан һәм ҡайҙа йөрөгәнде хәтеренә һалып ҡуя[10].

Шулай уҡ картала тиҙлекте контролдә тотоусы юл камералары ла күрһәтелгән. Ҡулланыусылар бындай камералар тураһында ҡушымта аша хәбәр итә алалар. Быға тиклем Waze ҡушымтаһы аша камераларҙың торған урынын ҡарап белеп була ине. 2013 йылдың июнендә уны миллард доллар тирәһенә Google һатып ала.

Бынан тыш Google Карталары юлдағы рөхсәт ителгән максималь тиҙлекте лә күрһәтеп бара ала. Компанияла был юҫыҡта ла мәғлүмәт бар. Тейешле тиҙлек сикләүе тураһындағы билдә экрандың аҫтағы һул яҡ мөйөшөндә килеп сыға. Юл камералары картала ҡыҙғылт һары төҫтә күрһәтелгән. Камераға яҡынлашҡан саҡта ҡулланыусыны ҡушымта тауыш белдереүе менән иҫкәртә.

2019 йылда Google Карталары сервисы өҫтәмә ысынбарлыҡ режимы менән тулыландырыла. Хәҙер GPS, яһалма интеллект һәм Google Объективы ярҙамында һауала эленеп торған виртуаль күрһәтмәләрҙе уҡый ала.

2020 йылда Google Карталарҙа электромобилдәр өсөн зарядлау станциялары күрһәтелгән навигация барлыҡҡа килә. Бындай функция Google Карталары навигацияһы менән эшләгән автомобилдәрҙә тәү башлап эшләй башлай. Унан Polestar 2 һәм Volvo XC40 Recharge, һуңыраҡ башҡа моделдәрҙә лә күрһәтә. Компания ҡушымтаға йәнә өс яңы опция өҫтәй. Тәүгеһе — электромобиль маршрутын планлаштырыуҙы еңелләштерә. Google аңлатыуынса, граф теаорияһын ҡулланып төҙөлгән маршрут алгоритмы автомобилдең заряды бөтөүөн иҫәпкә алып ҡорола. Хәҙер бара торған пункты индергәндән һуң, әгәр ул алыҫ һәм ике тапҡыр заряд алырға туҡтау кәрәклеге булһа, Google Карталар алгоритмы зарядлау станцияларын иҫәпкә алып, маршрут төҙөй. Водитель зарядка күпмегә еткәнен һәм юлға сарыф ителгән ваҡытты иҫәпләп сығара ала.

General Transit FeedSpecification (GTFS) индереү өсөн Google бөтә донъя буйынса 800-ҙән ашыу йәмәғәт транспорты менән тәьмин итеүсе менән хеҙмәттәшлек итә һәм барыһына ла мәғлүмәттәрҙе асыҡ итеп күрһәтә. Ҡушымта 2019 йылдың октябрендә сығарылған яңыртыу арҡаһында транзит маршрутын күрһәтә ала. Инкогнито режимы, һуҡыр ҡулланыусыларға йәйәү йөрөү өсөн навигация функциялары алдараҡ сығарылған[11]. 2020 йылдың июлендәге яңыртыуҙа велосипед һәм автомобиль юлын бергә ҡулланыу маршруттары тәҡдим ителде[12].

Google Урамдарҙы ҡарау

Google Урамдарҙы ҡарау ҡушымтаһы Google карталар ҡулланыусыларына Интернет ярҙамында ҡаланың өс үлсәмле проекцияһын ҡарау йәки урамдары буйлап «гиҙеү» мөмкинлеген бирә. Бындай функционаллек махсус ҡорамалдар һәм ябай смартфон ярҙамында билдәле бер урынды өйрөлтөп фотоға төшөрөү ярҙамында өлгәшелә. Һөҙөмтәлә географик координаталарға бәйләнгән күп кенә стереосфера панорамалары барлыҡҡа килә һәм үҙең шунда йөрөгәнләй билдәле интерфейс ярҙамында берәүенән икенсеһенә күсеп йөрөү мөмкинлеге бирелә.

Фототөшөрөү барышында бер үк ваҡытта, лазерлы дальномерҙар ярҙамында, бина фасадтары һәм стеналар кеүек яҫы урындар автоматик рәүештә теркәлә. Ошоноң арҡаһында урамдарҙы ҡарауҙа һайланған объектты ҡарау өсөн иң уңышлы ракурсты һайлап алыу мөмкинлеге бар.

2012 йылда алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Google Урамдарҙы ҡарау ҡушымтаһы 35 илдең 3 меңдән ашыу ҡалаһын ҡарау мөмкинлеген бирә.

Augmented reality (өҫтәмә ысынбарлыҡ режимы)

2019 йылдың февралендә Google компанияһы геолокация сервисы менән тулыландырылған режимға ябыҡ һынау үткәрҙе[13].

Масштабы

20-нән ашыу масштабты ҡарарға мөмкин:

масштаб шкалаһы, м~м/пиксыzһүрәттәр сығанаҡтары
1100,1619
Аэрофотосъёмка
2200,3118
Аэрофотосъёмка
3500,6317
DigitalGlobe/GeoEye
41001,2516
52002,5015
65005,0014
7100010,0013
8200020,0012
LandSat-7
9500040,0011
1010 00080,0010
1120 000160,009
1220 000307,698
1350 000625,007
14100 0001250,006
15200 0002500,005
16500 0005263,164
171 000 00010 526,323
182 000 00021 052,632
195 000 00041 666,671
2010 000 00083 333,330

Авторлыҡ хоҡуҡтары

Google Карталарының материалдарын файҙаланыу Google компанияһының дөйөм документтары менән көйләнә[14], шулай уҡ бер нисә өҫтәмә сикләү ҙә индерелгән[15]. Атап әйткәндә, материалдарҙы шәхси коммерцияға ҡарамаған файҙаланыуҙа ҡулланыу мөмкинлеге бар. Ойошмаларҙа материалдар тик үҙҙәре өсөн генә файҙаланыла ала, ә бына коммерция маҡсатында таратыу тыйыла.

Эшкәртеүселәр өсөн

Google Карталарын үҙҙәренең сит сервистары өсөн нигеҙ итеп алыу мөмкинлеге лә бар. Google сервисы Google Карталары өсөн махсус API булдырҙы. Был эшкәртеүселәрҙе геомәғлүмәттәре менән веб-сайттарына Google Карталар интеграцияһын йәлеп итеү маҡсатында эшләнелә. Килешеүҙә реклама өсөн урын ҡалдырылһа ла был бөгөнгө көндә рекламаһыҙ бушлай хеҙмәт булып һанала.

Google Maps API сервисын ҡулланып, Google Карталар аша сит сайттан теләгән урындың картаһын асып була. Тик бының өсөн был карта JavaScriptты ҡулланырға тейеш була. Мәҫәлән, картаны ҡарағанда ҙурайтып йәки алыҫайтып ҡарау өсөн географик нөктәне маркер менән билдәләп була. Рәсәй эшкәртеүселәре өсөн башҡаларҙан айырмалы Google Карталар һәм Google Maps API Рәсәй территорияһындағы биләмәләрҙе русса атамаһы менән таба ала.

Google карталарҙы редакторлау

Теркәлеү үткән барлыҡ ҡулланыусылар карта объекттарын тулыландыра, редакторлай, юйҙыра, фото, видеороликтар һәм панорамалы фотоһүрәттәр менән биҙәй, объекттарға (кафе, магазин, иҫтәлекле урындар һ.б.) барыуҙан алған тәьҫораттарын тасуирлап, баһаламалар яҙа ала. Шулай уҡ картала булмаған юлдарҙы күрһәтә ала[16]. Картала үҙгәрештәр дөйөм ҡулланылышта барлыҡҡа килер алдынан тәҡдим ителгән бөтә төҙәтмәләр автоматик йәки башҡа ҡулланыусылар тарафынан тикшереү үтә[17]. Картаны төҙәтеү, тейәлгән видео- һәм фотоматериалдар, яҙылған баһаламаға, башҡа ҡулланыусыларҙың төҙәтмәләре һанына ҡарап, теркәлгән ҡулланыусыларға тәжрибә кимәле йәғни рейтинг бирелә.

2022 йылға ҡарата алынған мәғлүмәттәр буйынса, картала биналарҙың контурҙарын төҙәтеү мөмкинлеге юҡ.

Android өсөн Google Карталар

Android операцион системаһы (ОС) менән идара ителгән смартфондар өсөн бушлай Google Карталар ҡушымтаһы бар. Унда тауыш ярҙамында эҙләү, спутник фотоһүрәттәр, Урамдарҙы ҡарау, автонавигатор режимы индерелгән.

Офлайн-инеү

Google карталарының 6.9 версияһында билдәле бер төбәк картаһын ҡоролманың хәтерендә һаҡлау мөмкинлеге бар.

Google Moon

2005 йылда Аполлона-11-ҙе ултыртыуҙың 36 йыллығы хөрмәтенә (1969 йылдың 20 июле) Google Ай өҫтөнөң фотоһүрәттәрен баҫтырып сығара. Google Moon ҡулланыусыларға НАСА һәм башҡа миссиялар йыйған спутник һүрәттәре аша ай өҫтөн тикшерергә мөмкинлек бирә.

Google Moon проекты Google компанияһының Ер өҫтөндәге өс үлсәмле карталарҙы төҙөү буйынса глобаль инициативаһы сиктәрендә эшләй башлай. Шул ул ваҡыттан алып ул бер нисә тапҡыр киңәйтелә һәм яңыртыла. Хәҙер ул Айҙың өҫкө ҡатламын өйрәнергә ярҙам иткән кареклерәк мәғлүмәттәр һәм картографик инструменттар тәҡдим итә.

Google Moon проекты ҡулланыусыларға төрлө йыһан киңлектәрендә төшөрөлгән фотоларҙы ҡулланып, айҙың йөҙөн төрлө масштабта ҡарарға мөмкинлек бирә. Ул шулай уҡ ҡулланыусыларға айҙағы төрлө объекттарҙы, мәҫәлән, кратерҙарҙы, тауҙарҙы һәм үҙәндәрҙе тикшерергә ярҙам иткән интерактив элементтарҙы үҙ эсенә ала.

Google Moon-да шулай уҡ ай миссиялары һәм Айҙы өйрәнеү тарихы тураһында ла мәғлүмәт бар. Шулай уҡ ай менән бәйле билдәле урындарға һәм ваҡиғаларға арналған махсус бүлектәр бар, мәҫәлән, американың Аполлон ай миссияһы һәм Советтар Союзының Луна-9 йыһан аппаратын ултыртыу.

Төрлө сайттар менән интеграциялау

Быға тиклем Google Карталар Википедия һәм Panoramio сайттары менән интеграцияланған ине. Ҡулланыусылар көйләүҙәр араһынан «Тағы ла» («Ещё») тигән төймәгә баҫып, картала теге йәки был урындағы фотоһүрәттәрҙе һәм Википедиялағы мәҡәләләрҙе уҡый ала.

Google Maps API-ны ҡулланып, Google Карталар аша үҙегеҙ теләгән картаны асып ҡарарға була, шул уҡ ваҡытта был карта менән JavaScript йәки ActionScript аша идара итеү мөмкинлеге бар. Мәҫәлән, географик нөктәне маркер менән билдәләргә, уны ҙурайтыу йәки бәләкәсәйтеү мөмкинлеге бар.

Google карталарҙа Рәсәй ҡалалары

Оҙаҡ ваҡыт Рәсәй ҡалаларынан вектор форматында Мәскәү[18], Санкт-Петербург[19] карталары ғына күрһәтелгән ине, хәҙер иһә Google Карталарында бөтә тораҡ пункттарҙың тиерлек карталары бар.

Google Карталары үҙенең конкуренты OpenStreetMap-тан тораҡ пункттарҙы глобаль, шул иҫәптән советтарҙан һуңғы арауыҡты теүәл итеп һүрәтләү буйынса ҡалыша. OpenStreetMap сервисы вики принцибы буйынса эшләгәнлектән, был карталағы мәғлүмәттәр анығыраҡ һәм актуаль булыуы менән айырыла[20][21].

Йәшерен объекттар

Google компанияһының махсус хеҙмәттәрҙең төрлө кимәлдәге йәшерен объекттар урынлашҡан райондарҙа картографик мәғлүмәтте ябыу буйынса талаптарын өлөшләтә үтәүе билдәле[22] (Рәсәйҙән тыш).

IT Security онлайн баҫмаһы комментарийҙар менән бергә «Google Карталарҙа күрергә ярамаған 51 әйбер»[22] тип аталған оҙон исемлек баҫтырып сығара. Google сервисы һүрәттәрендә аңлы рәүештә буялған йәки тоноҡланған объекттар араһында АҠШ-тың хәҙерге Аҡ йорто ҡыйығын һәм АҠШ вице-президенты Дик Чейни резиденцияһын, НАТО-ның Голландиялағы һәм ФРГ-лағы авиабазаларын, ядро электростанцияларын, оборона ғилми-тикшеренеү үҙәктәрен һәм башҡаларҙы күрергә була.

«Компьютерра-онлайн»[23]

Ҡыҙыҡлы факттар

  • 2009 йылдың ноябрендә Бөйөк Британияла йәшәүсе кеше Google Карталар сервисында Англияның төньяҡ-көнбайышындағы Ланкашир графлығында Булмаған Арглтон ҡалаһын таба. Джо Морана (Joe Moran) фаразлауынса, Liverpool John Moores University тикшеренеүселәр һәм Google компанияһы авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙоуҙы күҙәтеү өсөн махсус рәүештә булмаған ҡаланы картаға төшөрөп ҡалдырған. Картографтарҙың ошо маҡсатта картаға уйлап сығарылған урамдарҙы һығып ҡуйыу осраҡтары билдәле була[24][25].
  • Глобаль япма нигеҙендә EarthSat компанияһы Тарафынан Nasa-ның Ерҙең бөтә ҡоро ер өҫтө мозаикаһын төҙөү проекты сиктәрендә эшкәртелгән LandSat-7 спутнигынан алынған һүрәттәр ҡулланыла (GeoCover circa 2000). Проект 1999-2002 йылдарҙа ЕТМ+ юғары рөхсәтле камераһы менән йыйылған мәғлүмәттәрҙе ҡулланды. Фотоларҙың һәр пикселе күләме 14,25 м ер өҫтөнә тап килә. Проекттың үҙенең төҫтәре булған, атап әйткәндә, NASA-ның псевдотөҫөнән (ҡыҙыл - урта өлөш өсөн, йәшел - инфраҡыҙыл диапазондың яҡын өлөшө өсөн, төшөргәндә йәшел булған төҫ күк булып күренә)[26] айырмалы, Google EarthSat NaturalVue-ның тәбиғи төҫтәрен ҡабул итә. В 2006 йылда Google Ер Планетаһы төҫтәрҙе TerraMetrics TruEarth эшкәртелгән төҫтәренә үҙгәртә, шулай ҙа LandSat-7 төшөргәндәрҙе нигеҙ итеп ҡалдыра[27].
  • 2012 йылдың 1апрелендә Google Карталар көлкө көнө уңайынан «8-биталы» ҡарау режимын индерә, Youtube-та NES[28] платформаһы өсөн презентация төшөрөлгән ролик һалына.
  • 2015 йылдың апрелендә Пакистан картаһындағы Равалпинди ҡалаһы янында Apple значогына ихтыяжын ҡәнәғәтләндергән Android логотибы һүрәте барлыҡҡа килә. Һүрәтте алып ташлайҙар һәм халыҡ алдында ғәфү үтенәләр.

Иҫкәрмәләр


Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары