Варшава Килешеүе Ойошмаһы

Варшава килешеүе (Дуҫлыҡ, теләктәшлек һәм үҙ-ара ярҙам тураһында килешеү) 1955 йылдың 14 майында ҡабул ителгән документ. Был документ Советтар Союзы етәкселегендә Европалағы социалистик илдәрҙең хәрби союзына (Варшава Килешеүе Ойошмаһы-Организации Варшавского договора ,ОВД), 36 йыл дауамында донъяла йәшәп килгән ике полюслы тәртипкә нигеҙ һала (биполярный мир). Был килешеү Германия Федератив Республикаһының НАТО-ға ҡушылыуына яуап итеп төҙөлә (союзниктар килешеүе буйынса, һуғыштан һуң Германия нейтраль статус һаҡларға тейеш була)[1][2][3][4][5][6][7][8][9][10].

Варшава Килешеүе Ойошмаһы
Герб
Нигеҙләү датаһы14 май 1955
Логотип
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһыmikie mouse, mikie mouse, mikie mouse, 華約, ОВД, АВД, OTV, VMT, ՎՊԿ, ВШТ һәм VShT
Кем хөрмәтенә аталғанВаршава килешеүе[d]
Рәсми телурыҫ теле, Немец теле, поляк теле, Венгр теле, чех теле, Румын теле һәм Болгар теле
Девиз тексыUnion of peace and socialism, Unió de pau i socialisme, Unie míru a socialismu, Союз мира и социализма һәм Union de paze e sociałismo
Штаб-фатирҙың урынлашыуыМәскәү, СССР
Хеҙмәткәрҙәр7,3 кеше
Нигеҙендәге текстВаршава килешеүе[d]
Ҡулланылған телурыҫ теле, Немец теле, поляк теле, Венгр теле, чех теле, словак теле, Румын теле һәм Болгар теле
Ғәмәлдән сыҡҡан дата1 июль 1991
Урынлашыу картаһы
КомандирКонев Иван Степанович, Гречко Андрей Антонович, Якубовский Иван Игнатьевич, Куликов Виктор Георгиевич һәм Лушев Пётр Георгиевич
Ҡапма-ҡаршыһыНАТО
 Варшава Килешеүе Ойошмаһы Викимилектә
Варшава килешеүе илдәре картаһы

Был килешеү 1955 йылдың 14 майында Варшавала үткән Европала тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлек тәьмин итеү буйынса Европа дәүләттәре кәңәшмәһендә Албания Халыҡ Социалистик Республикаһы, Болгария Халыҡ Республикаһы, Венгрия Халыҡ Республикаһы, ГДР, Польша Халыҡ Республикаһы, Румыния Социалистик Республикаһы, СССР һәм Чехословакия етәкселәре тарафынан төҙөлә.

1985 йылда Варшава Килешеүе Ойошмаһы Хәрби Көстәрендә — 7 562 987 хеҙмәткәр, 1990 йылда — 6 960 700 хеҙмәткәр була.

Килешеү 1955 йылдың 5 июнендә көсөнә инә, 1985 йылдың 26 апрелендә элекке килешеүҙең ваҡыты үткәндән һуң, тағы 20 йылға оҙайтыла.

1989—1990 йылдарҙа Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәрендә коммунистик режимдар юҡҡа сыҡҡас, Варшава Килешеүе Ойошмаһын һаҡлап алып ҡалыу мөмкин булмай. 1991 йылдың 25 февралендә Варшава килешеүенә ингән илдәр хәрби берләшмәгә ингән берәмектәрҙе бөтөрөргә ҡарар итә, 1991 йылдың 1 июлендә Прагала был Килешеүҙе тулыһынса ғәмәлдән сығарыу тураһында Протоколға ҡул ҡуя[11].

Ойошмаға ингән илдәр

Был ойошмаға һигеҙ социалистик ил ингән:

РеспубликаХакимлыҡ итеүсе партия
СССР Советтар Союзы Коммунистар партияһы (КПСС)
(элек РСДРП, РСДРП(б), РКП(б), ВКП(б))
СРР Румын Коммунистар партияһы
рум. Partidul Comunist Român
НРБ Болгар Коммунистар партияһы
болг. Българска комунистическа партия
ПНР Поляк Берләшкән эшселәр партияһы
пол. Polska Zjednoczona Partia Robotnicza
ГДР Германия Социалистик берҙәм партияһы
нем. Sozialistische Einheitspartei Deutschlands
ЧССР Чехословакия Коммунистар партияһы
чех Komunistická strana Československa
ВНР Венгр Социалистик эшселәр партияһы ерская социалистическая рабочая партия
мадьярса  Magyar Szocialista Munkáspárt
НСРААлбан хеҙмәт партияһы
алб. Partia e Punës e Shqipërisë
(идеологик килешмәүсәнлек арҡаһында блоктан сыға (1961); формаль рәүештә 1968 йылдың сентябрендә — «Дунай» операцияһынан һуң — сыға)

Килешеү шарттары

Килешеү преамбула һәм 11 статьянан тора. Килешеү шарттарына һәм Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы уставына яраҡлы, Варшава Килешеүе дәүләттәре халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә көс ҡулланыуҙан баш тартырға тейеш, ниндәй ҙә булһа дәүләт был килешеүгә ингән берәй дәүләткә һөжүм иткән хәлдә, килешеүгә ингән илдәр бар мөмкинлегенән сығып, союздашына ярҙам итергә, хатта хәрби көстәр ҡулланырға ла хоҡуҡлы була.

Етәксе органдар

  • Политик консультатив комитет (ПКК) — ойошманың юғары коллектив органы. Консультациялар һәм Варшава Килешеүе ойошмаһы эшмәкәрлегенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе ҡарау өсөн булдырылған.
  • Берҙәм хәрби көстәренең берҙәм командованиеһы (ОКВС) — хәрби көстәрҙең үҙ-ара хәрби хеҙмәттәшлеген тәьмин итеү һәм Варшава Килешеүе ойошмаһы илдәренең оборонаһын нығытыу өсөн булдырылған.
  • Штаб (штаб-квартира) — ойошманың штабы Мәскәүҙә урынлаша.

Ойошманың хәрби етәкселәре

Союздаш ғәскәрҙәрҙең һәм уларҙың яуаплылығы зоналары һаны. Ҡыҙыл төҫ— Варшава Килешеүе илдәре, күк төҫ — NATO илдәре

Варшава Килешеүе илдәренең Берҙәм хәрби көстәре баш командующийҙары

Варшава Килешеүе илдәренең Берҙәм хәрби көстәре штабы начальниктары

  • 1955—1962 — А. И. Антонов — армия генералы,
  • 1962—1965 — П. И. Батов — армия генералы,
  • 1965—1968 — М. И. Казаков —армия генералы,
  • 1968—1976 — С. М. Штеменко —армия генералы,
  • 1976—1988 — А. И. Грибков — армия генералы,
  • 1989—1991 — В. Н. Лобов —армия генералы.


Айырым билдәләре

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Ҡалып:Холодная войнаҠалып:ОВД

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары