НАТО

халыҡ-ара хәрби-сәйәси блок

Төньяк Атлантик Килешеү Ойошмаһы , Инглиз аббревиатураһынан НА́ТО, Төньяк Атлантик Альянс (ингл. North Atlantic Treaty Organization, NATO; франц. Organisation du traité de l'Atlantique nord, OTAN) — хәрби сәйәси блок. Европалағы күпселек илдәрҙе, АҠШ һәм Канаданы берләштерә. 1949 йылдың 4 апрелендә «Европаны Советтарҙан һаҡлау өсөн» төҙөлә[1][2].

Төньяк Атлантик Килешеү Ойошмаһы
North Atlantic Treaty Organization (NATO)
Organisation du traité de l’Atlantique nord (OTAN)
Флагы
Флагы

ағзалар картаһы

Ағза

Ҡалып:Члены НАТО

Штаб-фатир

Бельгия Брюссель, Бельгия

Рәсми телдәре

инглиз теле, Француз теле

Етәкселәре
НАТО генераль секретары

Йенс Столтенберг

Нигеҙләнгән

4 апрель 1949

Бөтөрөлгән
-
Сайт

http://www.nato.int

 НАТО Викимилектә

Башта 12 илдән тора: АҠШ, Канада, Исландия, Бөйөк Британия, Франция, Бельгия, Нидерланд, Люксембург, Норвегия, Дания, Италия һәм Португалия.

2015 йылдың ноябрендә НАТО саммиты Төркиәнең Анталья ҡалаһында булды.

Маҡсаттары

НАТО илдәре саммиты, 2002

1949 йылғы Төньяҡ Атлантика килешеүе буйынса, НАТО үҙ алдына « Төньяҡ Атлантика регионында тотороҡлолоҡ һәм тормош кимәлен яҡшыртыу» маҡсатын ҡуя. «Ҡатнашыусы илдәр коллектив хәүфһеҙлек һәм тыныслыҡ менән хәүфһеҙлекте булдырыу өсөн көстәрен берләштерҙе»[3].

Дөйөм алғанда был блок «Советтар тыуҙырған хәүефте кире ҡағыу өсөн» булдырылған[~ 1]. Берләшмәнең тәүге генераль секретары Исмэй Гастингс әйтеүенсә, НАТО-ның маҡсаты-: «…рустарҙы ситтә, американдарҙы — эстә , немецтарҙы — аҫта» тотоу[4][5].(Нисек сәйер тойолмаһын, Германияла бөгөн: «Элекке ГДР армияһы- һуңғы немец армияһы ине. Ул ысын мәғәнәһендә яҡшы әҙерләнгән, ҡоралланған етди хәрби көс ине»,-тигән фекер таралған).

НАТО-ның 2010 йылғы стратегик концепцияһы буйынса: «Әүҙем ҡатнашыу, заманса оборона» өс принциптан ғибәрәт — коллектив оборона, ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында идара итеү һәм хеҙмәттәшлеккә нигеҙләнгән хәүфһеҙлек[6].

2015 йылдың урталарына НАТО СССР агрессияһын төп хәүеф итеп иҫәпләүгә кире ҡайтты, тик хәҙер Рәсәй Федерацияһының көтмәгәндә ябырылыуы тигән хәүеф уның урынын алды тигән фекер ҙә бар[7].

2016 йылдың июлендәге НАТО саммитында Рәсәй НАТО өсөн иң ҙур ҡурҡыныс сығанағы тип атала[8].

НАТО-ның хәрби көстәре:

  • был блок етәкселегенә тапшырып ҡуйылған берҙәм хәрби көстәр (ОВС);
  • ил етәкселеге ҡулы аҫтындағы хәрби көстәр.

Ағзалары

ДатаИлИҫкәрмәләр
нигеҙләүсе илдәр
4 апрель 1949  Бельгия
4 апрель 1949  Бөйөк Британия
4 апрель 1949  Дания
4 апрель 1949  Исландия
4 апрель 1949  Италия
4 апрель 1949  Канада
4 апрель 1949  Люксембург
4 апрель 1949  Нидерланд
4 апрель 1949  Норвегия
4 апрель 1949  Португалия
4 апрель 1949  АҠШ
4 апрель 1949  Франция1966—2009 йылдарҙа блоктан сыҡты[9]
1-се тапҡыр киңәйеү-
18 февраль 1952  Греция
18 февраль 1952  Төркиә
2-се тапҡыр киңәйеү
9 май 1955  Германия
3-сө тапҡыр киңәйеү
30 май 1982  Испания
4-се тапҡыр киңәйеү
12 март 1999  Венгрия
12 март 1999  Польша
12 март 1999  Чехия
5-се тапҡыр киңәйеү
29 март 2004  Болгария
29 март 2004  Латвия
29 март 2004  Литва
29 март 2004  Румыния
29 март 2004  Словакия
29 март 2004  Словения
29 март 2004  Эстония
6-сы тапҡыр киңәйеү
1 апрель 2009  Албания
1 апрель 2009  Хорватия

НАТО генераль секретары

НАТО генераль секретары (ингл. Secretary General of NATO, франц. Secrétaire général de l'OTAN) — халыҡ-ара дипломатия хеҙмәткәре, Төньяҡ Атлантика Альянсының рәсми етәксеһе. Вазифа буйынса, ул Төньяҡ Атлантик Советын (ингл. North Atlantic Council, NAC) етәкләй һәм ойошманың бөтә эшмәкәрлегенә йүнәлеш бирә. Шулай уҡ НАТО-ның генераль секретары НАТО ғәскәрен етәкләй.

2009—2014 йылдар.НАТО-ның генераль секретары Андерс Фог Расмуссен

2009 йылдың 1 авгусынан (Урағайынан) 2014 йылға тиклем НАТО генераль секретары — Андерс Фог Расмуссен (дан. Anders Fogh Rasmussen, 26 ғинуар 1953), Данияның элекке премьер-министры.

Фермер ғаиләһендә тыуған. Голландия кешеһе Яап де Хооп Схефферҙан һуң, 2009 йылдан Төнъяк Атлантик Килешеү Ойошмаһы (НАТО) Генераль секретары.

Региональ етәкселек

Европала союз командованиеһына ике региональ командование инә :

  • Төньяҡ Европаның союздаш көстәре — Бельгия, Бөйөк Британия, Германия, Дания, Люксембург, Нидерланд, Норвегия, Польша һәм Чехия. Штаб-квартираһы Брюнсюм ҡалаһында урынлашҡан (Нидерланд) ( 1993 йылға тиклем — Төньяҡ армиялар төркөмө)  ;
  • Көньяҡ Европаның союздаш көстәре — Венгрия, Греция, Италия, Испания һәм Төркиә. Штаб-квартираһы Неаполь ҡалаһында , Италия.

Атлантикала Юғары командование биш штабтан тора:

  1. Көнсығыш Атлантика,
  2. Көнбайыш Атлантика,
  3. Көньяҡ Атлантика,
  4. Удар флоты,
  5. Союздың Һыу аҫты караптары менән етәкселеге.

НАТО –ның рәсми телдәре— инглиз һәм француз телдәре.Европалағы НАТО Берҙәм Ҡораллы Көстәренең Юғары командованиеһы Бельгияның Монс ҡалаһында урынлашҡан.

Финанс мәсьәләһе

Рәсми билдәләнмәһә лә, союз ағзалары оборонаға ВВП-ның 2 % тотонорға тейеш [10]. Тик берләшәмә ағзалары булған 25 Европа иленән был талапты тик Бөйөк Британия, Польша, Греция һәм Эстония ғына үтәй. 2013 йылда Европа дәүләттәре хәрби бюджетҡа уртаса 1,4 % ҡына аҡса бүлде. Был Европалағы финанс көрөсөгөнә бәйле булды. АҠШ 2013 йылда ил ВВП-һының 4,4 % хәрби мәнфәғәттә тотондо. 1995 йылдан 2013 йылғаса АҠШ-тың НАТО-ға индергән өлөшө 59 % -тан 72 % -ҡа тиклем артты[10].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар


Өҙөмтә хатаһы: "~" төркөмөнөң ғәмәлдәге <ref> тамғалары өсөн кәрәкле <references group="~"/> тамғаһы табылманы

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары