Го

Го (япон. 碁, ҡыт. 围棋 вэйци, кор. 바둑 падук) — Боронғо Ҡытайҙа төрлө сығанаҡтар буйынса 2-5 мең йыл элек барлыҡҡа килгән өҫтәлдә уйнай торған логик уйын[1]. XIX быуатҡа тиклем Көнсығыш Азия илдәрендә генә үҫешеп, XX быуатта бар донъяға тарала. Уйнаусыларҙың дөйөм һаны буйынса ер шарында иң таралғандарҙың береһе һәм бөтә донъя интеллектуаль уйындарҙың биш төп тәртиптәре араһына инә.

Го
Го уйнау өсөн ғәҙәти таҡта.
Гобан (махсус таҡта) ағастан эшләнә, һыҙыҡтар төшөрөлгән. Таштар линза формаһында, күрше таштар бер-береһенә яҡын урынлашҡан
Уйынсылары һан

2

Йәш

5+

Ҡулайламалары ваҡыт

юҡ

Партия оҙайлы

10 минут — бер нисә сәғәт

Ҡағиҙәһе ҡатмарлылыҡ

ябай

Стратегия кимәл

юғары

Осраҡлы хәл тәьҫир

юҡ

Ҡотолғоһоҙ күнекмәләре

Стратегик фекерләү

Уйын атамаһы

Ҡытайҙа кит. трад. 圍棋, упр. 围棋, пиньинь: wéiqí, «вэйци» (һүҙмә-һүҙ «уратып алыусы шашкалар»). Ҡытайса башҡа боронғораҡ исеме — 弈 (пиньинь yì) «и». Шулай уҡ «ҡул әңгәмәһе» йәки «ҡул менән һөйләшеү» (кит. трад. 手談, упр. 手谈, пиньинь: shǒu tán, палл.: шоу тань) тип атайҙар, йәғни уйындың үҙенсәлеге  — бында кешеләр түгел, ә таҡтаға таш төшөргән ҡулдар әңгәмәләшә.

Японияла уйынды 囲碁 — «i-go», «и-го» тип беләләр.

Кореяла — 바둑, «падук».

Европа һәм Америкала уйынды, япондарға оҡшатып, «Go» тиҙәр. Инглиз телендә баш хәрефтән — «Go» тип яҙырға ғәҙәтләнгәндәр, сөнки «go» (барырға) ҡылымынан айырыр кәрәк. Ин Чанци индергән «Goe» яҙыуы киң таралмаған.Урыҫ телендә «го» тип яҙыу дөрөҫ була.

Тарихы

Боронғо ҡытай яҙмаларында һаҡланған легендаларға ярашлы, уйындың килеп сығыуын беҙҙең эраға тиклем өсөнсө йәки икенсе меңйыллыҡ башына, билдәле ҡытай императоры йәки уның яҡындарына бәйләйҙәр[2]. Объектив тарихи дәлилдәр уйындың ысынлап та 2500 йыл элек киң таралғанын һәм нәҡ ошо ваҡыт яҙмаларында го уйынын телгә алыу осрай[2]. Тәүге сифатлы таныҡлыҡтар һәм уйын партияларын тасуирлау беҙҙең эраның беренсе быуаттарына ҡарай. VII быуатта Японияға эләгә, унда XV быуаттан башлап көслө күтәрелеш кисерә[3]. XX быуаттан Европа һәм Америкала билдәләлек яулай[4][5]. Хәҙерге ваҡытҡа күпселек Европа илдәре, шул иҫәптән Рәсәй ҙә, үҙ федерацияларын булдырған.

Таралыуы

Го—Ер шарындағы иң киң таралған өҫтәл уйындарының береһе. 2000 йылда донъяла яҡынса 27 миллион кеше го уйынын уйнаған, уртаса алғанда, 222 кешегә бер уйынсы килә.

22 миллиондан артыҡ уйынсы (80 %) — Көнсығыш Азия халҡы[6][7]:

Азиянан башҡа әҙерәк таралған булһа ла, уйынсылар һаны Европала һәм Америкала ла ҙур ғына[8][9]:

Иң әҙ таралған илдәр—Яҡын Көнсығыш һәм Африка илдәре — бер нисә йөҙ уйынсынан артыҡ түгел.

Ҡағиҙәләр

Уйнар өсөн түбәндәгеләр кәрәк:

Гобан, таштар, туҫтаҡтар.
  • Гобан йәки таҡта—тәра мөйөшлө ҡыр, вертикаль һәм горизонталь һыҙыҡтарға бүленгән. Стандарт таҡтаҡа 19×19 һыҙыҡ төшөрөлгән, уҡыу-уҡытыу өсөн бәләкәсерәк таҡта алалар. Ғәҙәттә, таҡтаны ағастан эшләйҙәр[10].
  • Таштар — аҡ һәм ҡара төҫлә махсус фишка[10]. Тулы комплект өсөн уйынға 180 аҡ һәм 181 ҡара таш кәрәк. Улар пластмасса, быяла, керамика, ҡабырсаҡ, ябай, ярым ҡиммәтле йәки ҡиммәтле таштарҙан булыуы мөмкин[10]
  • Туҫтаҡтар — ағастан эшләнгән ҡапҡаслы һауыттар. Улар ташты һаҡлау өсөн хеҙмәт итә, ә уйын ваҡытында ҡапҡастарына ҡаршы яҡтың таштарын һалалар[10].
  • Рәсми ярыштарҙа ваҡытты күҙәтеү өсөн уйын сәғәттәре ҡулланыла (шахмат уйындарындағы кеүек).

Төп ҡағиҙәләр

Ике уйынсы уйнай, береһенә—аҡ, икенсеһенә ҡара таштар эләгә. Уйындың маҡсаты — таҡтала ҡаршы яҡтың мөмкин тиклем күберәк таштарын үҙеңдең таштарың менән уратыу.

Го партияһы миҫалы — беренсе 60 аҙымдың анимацияһы

Уйын башланыр саҡта таҡта буш була. Беренсе булып ҡара таштар йөрөй, унан һуң аҡтар. Артабан йөрөштәр сират буйынса бара.

Уйын һөҙөмтәһе

9×9 таҡтаһында мәрәйҙәрҙе һанау. Аҡ төҫ менән билдәләнгән нөктә һәм таштар — аҡ, ҡара нөктәле — ҡараныҡы. Аҡ төшөрөлгән ҡара таштар һәм ҡаралы аҡ таштар -- еңелгән.

Уйын тамамланғас, мәрәйҙәрҙе һанайҙар. Үҙ таштары менән уратылған һәр нөктә һәм ҡаршы яҡтың һәр ҡамап алған ташы йәки уйын аҙағына таҡтала ҡалған һәр ташы өсөн берешәр мәрәй яҙыла. Бынан тыш, аҡ төҫ менән уйнаусыларға ҡараларҙың беренсе аҙымы өсөн нисә мәрәй өҫтәлә ала. Күберәк очко йыйған кеше еңә.

Го ойошмалары

Нихон Кииндың төп йорто, Токио

Профессиональ уйынсылар ойошмалары Японияла, Көньяҡ Кореяла, Ҡытайҙа һәм Тайвандә урынлашҡан:

  • Нихон Киин һәм Ҡансай Киин Японияла;
  • Корея падук ассоциацияһы Корея Республикаһында;
  • Ҡытай вэйци ассоциацияһы (Zhongguo Qiyuan) Ҡытайҙа;
  • Taiwan Qiyuan (Taiwan).

Дөйөм уйынсылар һаны дүрт илгә мең ярым кешенән артмай. Профессиональ уйынсылар турнирҙарын мәғлүмәт саралары һәм сәнәғәт концерндары финанслай. Был берекмәләр һәүәҫкәр уйынсыларға ла ярҙам итә.

Рәсәйҙә, Европала һәм Америкала профессиональ ойошмалар юҡ. Улар һәүәҫкәр статусына эйә. Азияға ҡағылмаған иң боронғоһо Америка ассоциацияһы (AGA) — ул 1934 йылдың авгусында ойошторола. Европа илдәренең тәүге милли федерацияларыы 1950-се йылдарҙа барлыҡҡа килә. 1956 йылдан башлап Европа го федерацияһы бар.

1982 йылда Халыҡ-ара го федерацияһы (International Go Federation) нигеҙләнгән[11].

Го Рәсәйҙә

Динерштейн Александр Григорьевич (уңдан), 3 профессиональ дан, Рәсәй, ҡаршыһында Ли Чхан Хо, 9 профессиональ дан

Рәсәйҙә XIX быуат аҙағы — XX быуат башында килеп сыға, әммә таралмай[12]. Бары тик 1965 йылда Ленинградта тәүге турнир үткәрелә. 1977 йылда ССР-ҙың иң көслө уйынсыһы исеменә ярыштар үтә[13]. Уның еңеүсеһе Валерий Асташкин шул уҡ йылды Европа чемпионатында 6-сы урынды ала. 1990 йылда рәсми СССР чемпионаты үтте[14].   

Рәсәй го федерацияһы хәҙерге ваҡытта го уйынын үһтереүсе төп ойошма булып тора[15]

Го федерациялары

Рәсәй һәм БДБ

Сит илдәрҙә

  • Нихон Киин (Япония)
  • Ҡансай Киин (Япония)
  • Корея падук ассоциацияһы (Көньяҡ Корея)
  • Ҡытай вэйци ассоциацияһы (Ҡытай)
  • Америка го ассоциацияһы
  • Европа го федерацияһы
  • Халыҡ-ара го федерацияһы

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Гик Е. Я., Носовский А. М., Попов А. П. Го. Рэндзю. — М.: Советский спорт, 1991. — ISBN 5-85009-040-1. — первая книга по го и рэндзю, изданная в России.
  • Шикшин В. Д. Теория и практика форм. — 2003.
  • Шикшин В. Д. Теория и практика сэмэай. — 2003.
  • Шикшин В. Д. Анализ сыгранных партий. — 2003.
  • Шикшин В. Д. Игровой анализ. — 2003.
  • Шикшин В. Д. Теория и практика цумэ-го. — 2006.
  • И. Гришин, М. Емельянов. Русский Учитель японского Го. — Готовая книга, 2009. — Т. Нижний. — 270 с. — ISBN 978-5-94013-116-8.
  • И. Гришин, М. Емельянов, А. Степанов. Мыслить и побеждать. Игра Го для начинающих. — Астрель, АСТ, Олимп, 2006. — 320 с. — (Сити-Класс: Открой для себя мир). — ISBN 5-17-036829-1, 5-7390-1809-9, 5-271-13933-6.
  • Игорь Гришин. Мастер Го. — Готовая книга, 2009. — 178 с. — (Го учит видеть!). — ISBN 978-5-94013-115-1.

Һылтанмалар

  • RusGolib — вики-сайт о го на русском
  • Sensei’s Library (инг.)(англ.) (фр.)(фр.) — вики-сайт о го на английском
🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары