Декан (яҫы таулыҡ)

Декан[4][5], йәки Декан яҫы таулығы[6] (һинд दक्खिन, Даккхин[7]; ингл. Deccan Plateau, от санскр. दक्षिणदक्षिण дакшин — «көньяҡ») — Һиндостан ярымутрауының эске өлөшөндә урынлашҡан яҫы таулыҡ. Төньяғынан Нармада, көньяғында — Кавери йылғалары менән сикләнгән.

Декан
Рәсем
Дәүләт Һиндостан[1]
Административ-территориаль берәмекҺиндостан[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек600 метр[2]
СиктәшКөнбайыш Гат тауҙары, Восточные Гхаты[d] һәм Сатпура[d]
Майҙан1 000 000 км²[3]
Урынлашыу картаһы
Карта
 Декан Викимилектә

Яҡынса 1 млн квадрат километр майҙанды биләй. Битләүе башлыса көнсығышҡа табан нығыраҡ эйелгән. Шуға ла күпселек йылғалар көнсығышҡа аға һәм Бенгал ҡултығына ҡоя.

Төньяҡҡа ҡарай Һинд—Ганг тигеҙлеге урынлашҡан. Яҫы таулыҡтың көнбайыш ҡырынан Көнбайыш Гат тауҙары үтә. Улар көньяҡ өлөшөндә Малабар ярын, ә көнсығыш ҡырыйы менән Көнсығыш Гаттарҙы сикләп тора. Ә Көнсығыш Гаттар үҙҙәре яҫы таулыҡтан Коромандель ярын айыра.

Геология

Тауҙар — бик боронғо һүнгән вулкан кратерҙары булып тора. Башлыса мезозой һәм палеогон-неогон йәшендәге тигеҙләнгән өҫлөктәрҙән ғибәрәт. Төньяҡ-көнбайышында һикәлтәле структур-денудацион рельеф. Геология күҙлегенән ҡарағанда, яҫы таулыҡ Һинд платформаһының бер өлөшө булып тора.

Дөйөм алғанда, архей һәм протерозой осоро гнейстарынан, гранит интрузиялы кристаллы кварциттарҙан һәм һәүерташтарҙан (сланец) ғибәрәт. Шулай уҡ төньяҡ-көнбайышы 1500—1800 м тирәһе ҡалынлығында юғары аҡбур һәм эоцен йәшендәге базальт ҡатламлы урындар (трапп) осрай. Уларҙың яҡынса майҙаны 520 мең км².

Яҫы таулыҡта баҡыр, тимер, марганец, вольфрам, алтын мәғдәне, таш күмер ятҡылыҡтары асылған, һәм улар эшкәртелә. 6000000 йыл элек булған вулкан урғылыуҙары һөҙөмтәһендә базальт плато — Декан трапптары барлыҡҡа килгән. Уларҙан һикәлтәле базальтлы йылға үҙәндәре киткән.

Климаты

Көньяҡ Азияла иң уңайлы климат — субэкваториаль муссонлыһы. Яуым-төшөмдең иң ҙур күләме йәйгә тура килә (йыллыҡ миҡдары: ел ҡағып торған битләүҙәрҙә 2500-3000 мм , үҙәктә 500—700 мм). Май — иң йылы ай (уртаса температура 29 — 32 °С), ғинуар — иң һыуығы (21 — 24 °С).

Ҙур йылғалары: Нармада, Маханади, Годавари, Кришна, Кавери.

Тупрағы ныҡ уңдырышлы. Трапптарҙа (магма ятҡан урындар)тропик ҡара тупраҡ (регура). Ә күпселеге ҡыҙыл латерит , ҡыҙыл-көрән тупраҡ.

Ландшафт япраҡ ҡойоусы муссон урмандарҙан, ҡоро саванна, һирәк урманлыҡтар һәм яланғасланған саванналарҙан(көнбайыш өлөшө) тора. Урмандары тик, сал, тимер ағасы, бамбуктарҙан тора. Яҫы таулыҡ биләмәләренең күп өлөшө ауыл хужалығында ҡулланыла (60 процентын һөрөнтө ерҙәр биләй).

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Арманд Д. Л., Добрынин Б. Ф., Ефремов Ю. К. и др. Зарубежная Азия. Физическая география. — М.: Учпедгиз, 1956.
  • Крашенинников В. Л. По Декану: Индийские впечатления / Художник Г. М. Чеховский. — М.: Географгиз, 1963. — 264, [32] с. — (Путешествия. Приключения. Фантастика). — 70 000 экз.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары