Вольфрам

Вольфрам — (лат. Wolframium) - Менделеевтың периодик таблицаһында 6-сы осор, 6-се төркөм элементы. Тәртип номеры — 74. Символы W (Wolframium). Нормаль шарттарҙа ҡаты, көмөш-һоро төҫтәге күсеүсән металл.

Вольфрам
Рәсем
Масса183,84 ± 0,01 массаның атом берәмеге[1]
Кем хөрмәтенә аталғанC. lupus
Асыусы йәки уйлап табыусыЭлюар, Хуан Хосе де[d][2] һәм Элюар, Фаусто де[d][2]
Асыу датаһы1783
Табылыу урыныИспания
Элемент символыW[3]
Химик формулаW[4]
Каноническая формула SMILES[W][4]
Атом һаны74
Электронная конфигурация[Xe] 4f¹⁴ 5d⁴ 6s²
Электр кирелеге2,36
Ионный радиус0,66 ангстрем[5], 0,62 ангстрем[5], 0,42 ангстрем[5], 0,51 ангстрем[5] һәм 0,6 ангстрем[5]
Әселәнеү дәрәжәһе2[6], 3[6], 4[6], 5[6] һәм 6[6]
Теплопроводность173 Вт/(м·K)
Молярная энтальпия плавления52,31 килоджоуль на моль
Удельная теплота испарения774 килоджоуль на моль
Тығыҙлыҡ19,3 ± 0,1 грамм на кубический сантиметр[7]
Иреү температураһы6170 ± 1 ℉[7] һәм 3410 °C
Ҡайнау нөктәһе10 701 ± 1 ℉[7] һәм 5930 °C
Давление пара0 ± 1 mm Hg[7]
PGCH коды0645
Предел краткосрочного воздействия10 ± 1 mg/m³[7]
Временное среднее значение предела допустимого воздействия5 ± 1 mg/m³[7]
Код MCN2611.00.00
 Вольфрам Викимилектә

Вольфрам — металдарҙың иң ауыр иреүсәне[8].

Тарихы һәм атаманың килеп сығышы

Вольфрам 1781 йылда К. Шее­леын минералды кислота менән эшкәрткәндә WO3 ок­си­ды рәүешендә аса һәм хәҙер ул шее­ли­т тип атала.

Металл рәүешендә 1783 йылда ағалы-энеле д’Элуяр фамилиялы испан хи­ми­ктары аса.

Wolframium исеме XVI быуатта уҡ «бүре күбеге» тип билдәле булған минерал вольфрамит элементынан күсә. Вольфрам аҡ ҡурғашты иреткәндә уны шлак күбектәренә әйләндереп, ҡамасаулай торған булған («аҡ ҡурғашты бүре һарыҡты ашаған кеүек һоғонған») .

Инглиз һәм француз телдәрендә вольфрам tungsten тип атала (швед. tung sten — « авыр таш»)[9].

Тәбиғәттә

Ер ҡабығының вольфрам кларкы (Виноградов буйынса) 1,3 г/т (Ер ҡабығындағы миҡдары 0,00013 %) тәшкил итә. Уның тау тоҡомдарында уртаса миҡдары — г/т: ультранигеҙҙәрҙә — 0,1, төп — 0,7, урта — 1,2, әселәрҙә — 1,9.Вольфрамлы минералдар, ғәҙәттә, гранит тоҡомдарға инеп ҡалған, уларҙа вольфрамдың уртаса концентрацияһы 1-2 % тәшкил итә.

Ятҡылыҡтары

Вольфрамдың иң ҙур запасына Ҡаҙағстан, Ҡытай, Канада һәм АҠШ эйә; шулай уҡ Боливия, Португалия, Рәсәй, Үзбәкстан һәм Көньяҡ Кореяла ятҡылыҡтары билдәле. Донъяла вольфрам етештереү йылына 49-50 мең тонна тәшкил итә, шул иҫәптән Ҡытайҙа — 41 , Рәсәйҙә — 3,5; Ҡаҙағстанда — 0,7 , Австрияла — 0,5.

Вольфрамды төп экспортлаусылар: Ҡытай, Көньяҡ Корея, Австрия. Иң эре импортёрҙар: АҠШ, Япония, Германия, Бөйөк Британия.Шулай уҡ Әрмәнстанда һәм башҡа илдәрҙән вольфрамдың ятҡылыҡтары бар.

Вольфрам онтағы

Физик үҙенсәлектәре

Вольфрам — көлһыу-һоро төҫлө металл, иреү температураһы бик юғары — 3695 K (3422 °C), ҡайнау темпуратураһы — 5828 K (5555 °C). Таҙа вольфрамдың тығыҙлығы 19,25 г/см3. Парамагнит үҙенсәлектәре бар (магнитҡа һиҙгерлеге 0,32·10−9). Бринелль буйынса ҡатылығы 488 кг/мм2, удел электр ҡаршылығы 20 °C — 55·10−9 .

Вольфрам-иң ауыр, ҡаты һәм иң ауыр иреүсән металл. Саф хәлендә платинаға оҡшаш көмөшһыу-аҡ төҫтәге металл, 1600 °C температура булғанда сүкеүгә яҡшы бирелә һәм нәҙек епкә һуҙыла ала. Металл вакуумда юғары тотороҡлоҡҡа эйә[10]

Химик үҙенсәлектәре

Вольфрам коррозияға бирешмәй: бүлмә температураһында сифаты үҙгәрмәй; ҡыҙарғансы ҡыҙҙырғанда вольфрам оксиды (VI) бик яй барлыҡҡа килә. Вольфрам тоҙ, шыйығайтылған көкөрт һәм плавик кислоталарында иремәй тиерлек. Водород перекисендә ирей.

Биологик әһәмиәте

Вольфрам әллә ни биологик роль уйнамай. Ҡайһы бер архебактерияларҙың һәм бактерияларҙың ферменттарының актив үҙәгендә вольфрам бар.

Ферменттар составында вольфрамдың булыуы иртә архейҙың физиологик реликты булараҡ ҡарала ала — вольфрам тормош барлыҡҡа килеүҙең тәүге этаптарында роль уйнаған тигән фараздар бар[11].

Вольфрам туҙаны, башҡа төр металл туҙаны кеүек үк, һулыш алыу органдарына насар тәьҫир итә.

Иҫкәрмә

Әҙәбиәт

  • Вольфрам// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 5-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары