Европеоид раса

башҡорттарҙың бер өлөшөнөң расаһы

Европео́ид ра́са (шулай уҡ евразия расаһы[1][2] йәки кавказоид раса) — Бөйөк географик асыштарға тиклем Европала, Алғы Азияла, Төньяҡ Африкала, өлөшләтә Урта Азияла һәм Һиндостанда табылған; һуңғараҡ — барлыҡ ҡитғаларҙа ла асыҡланған раса. Европеоидтар бигерәк тә Төньяҡ Америкала һәм Көньяҡ Америкала, Көньяҡ Африкала һәм Австралияла киң таралған[3]. Ер йөҙөндәге иң күп һанлы раса (планета халҡының 40%-ы)[4].

Карлстон Стивенс Кун индергән иҫке таксономия буйынса расалар коллажы: Төньяҡ Нигериянан ҡара кеше; азия сығышлы кеше («монголоид раса»); Бали үҙәне ҡәбиләһе кешеһе («австралоид раса»); Амазонка шаманы («монголоид раса»); Исландер («европеоид раса»); Сан-ир («Капоид раса»)

Үҙенсәлекле билдәләре

Үҙенсәлекле билдәләренә, барыһынан алда, ортогнат [1] йөҙ инә, биттәре горизонталь яҫылыҡта ныҡ ҡына алға сығып тора. Сәстәре тура йәки тулҡынлы, ҡағиҙә булараҡ, йомшаҡ (атап әйткәндә, төньяҡ төркөмдәрҙә), күҙҙәре киң генә, мәгәр ҙур түгел, танауҙары бейек билле, уртаса ҙурлыҡта йәки ҙур, ирендәре йоҡа йәки уртаса ҡалынлыҡта, йөҙөндә һәм тәнендә төктәр ныҡ йәки уртаса үҫә. Ҡулдары һәм аяҡтары яҫы. Тән тиреһе, сәс һәм күҙ төҫтәре төрлө: төньяҡ төркөмдәрҙә зәңгәрһыуҙан башлап, көньяҡ һәм көнсығыш популяцияларҙа ҡараға тиклем осрай[5].

Барлыҡҡа килеүе

Фараз итеүҙәренсә, европеоид раса көньяҡ-көнбайыш Азия, Көньяҡ Европа һәм төньяҡ Африканы эсенә алған ҙур майҙанда барлыҡҡа килгән. Протоевропеоидтар ареалына, ихтимал, Алғы Азияның тауҙарға тиклемге өлөшө, шулай уҡ Урта диңгеҙ төбәктәре ингән булыуы мөмкин. Шунан инде улар Европаға һәм төньяҡ Африкаға таралып киткәндәрҙер[6]

Мезолит осоронда уҡ Европала йәшәүселәрҙә зәңгәр күҙҙәр осраған, мәгәр бронза быуатында ғына 100 % йышлыҡ менән нығынған[7].

Европеоидтар ике — төньяҡ һәм көньяҡ — тармаҡтарға бүленә. Улар башлыса тән тиреһе, күҙ һәм сәс пигментацияһы менән генә айырыла. Был ике тармаҡ араһында урталыҡта торған халыҡтар бар. Совет этнографы һәм тарих фәндәре докторы Н. Н. Чебоксаров 1930-сы йылдарҙа уҡ көньяҡ европеоидтар баштағы типҡа яҡыныраҡ, улар төньяҡҡа күсә бара депигментацияға бирелгән, тип белдергән булған[8]

Башҡорт антропологияһында

Башҡорттар европеоид һәм монголоид раса аралығындағы һыҙаттарға эйә. Антропологик тикшеренеүҙәр башҡорттарҙың дүрт төп антропологик тибы араһында аҡ йөҙлө европеоид төрсә лә булыуын асыҡлаған[9].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары