Ибн Рөшд

Ибн Рөшд; Әбүл Вәлид Мөхәммәт Әхмәт улы, шулай уҡ Аверро́эс (14 апрель 1126 йыл — 10 декабрь 1198 йыл) — данлыҡлы ғәрәп фәлсәфәсеһе.

Ибн Рөшд
ғәр. ابن رُشد
Рәсем
Затир-ат[1][2][3][…]
Тыуған ваҡыттағы исемеғәр. أبو الوليد محمد بن أحمد بن محمد بن رشد
Ҡушаматأبو الوليد, المُعلِّم الثاني һәм ابن رُشد الحفيد
Тыуған көнө14 апрель 1126[3]
Тыуған урыныКордова[d], Әл-Мурабиттар[2][3]
Вафат булған көнө10 декабрь 1198[3] (72 йәш)
Вафат булған урыныМарракеш, Әлмөхәдтәр[d][2][3]
Туған телҒәрәп теле
Һөнәр төрөфәлсәфәсе, табип, астроном, судья, уҡытыусы, яҙыусы
Эшмәкәрлек төрөИслам фәлсәфәһе, астрономия, Ғаҡидә, Фиҡһ, медицина, тел ғилеме, математика, Кәләм һәм география
Кемдә уҡығанAbu Jafar ibn Harun al-Turjali[d], Ḫalaf Ibn-ʿAbd-al-Malik Ibn-Baškuwāl[d] һәм Ибн Туфайль[d]
Сәнғәт йүнәлешеаристотелизм[d] һәм Аверроизм[d]
Йоғонто яһаусыАристотель[3], Мөхәммәт (Пәйғәмбәр), Платон, Плотин[d], Мәлик ибн Әнәс, Әбү Хәмит Әл-Ғазали, Ибн Баджа[d], Ибн Зухр[d], Ибн Туфайль[d], Әл-Фараби һәм Әбүғәлисина
Телгә алынған хеҙмәттәрБожественная комедия[d]
Подтверждено вMare Magnum volume 82[d][4]
Вики-проектПроект:Математика[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусыавторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
 Ибн Рөшд Викимилектә

Биографияһы

Уның атаһы баш хөкөмдар һәм мөфтөй вазифаһын биләй. Ул үҙ быуатының данлыҡлы ғалимдарынан белем ала, теософтар һәм ғалимдар менән дуҫ була. Белеме һәм таланттары арҡаһында, Йософ солтан (1163—1184) заманында юғары вазифалар биләй. Йософ солтан вариҫы әл-Мансур тәүҙә Әбүл Вәлид Мөхәммәт улына ҙур мәрхәмәт күрһәтә, әммә аҙаҡ дошмандары уны Ҡөрьән тәғлимәтен үтәмәүҙә ғәйепләй. Әл-Мансурҙың мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалғас, ул бөтә вазифаларын юғалта һәм Кордова янындағы Елизенда, Люценала һөргөндә йәшәй. Бер нисә йылдан, солтан философия менән шөғөлләнә башлағас, Әбүл Вәлид Мөхәммәт Әхмәт улын яңынан Мароккоға саҡыра һәм яҡын күрә башлай, тик философ оҙаҡламай (1198 йылдың 12 декабрендә) вафат була.

Әбүл Вәлид Мөхәммәт Әхмәт улы Аристотель хеҙмәттәрен тәржемә итә һәм тәрән аңлап төшөндөрә. Уның хеҙмәттәрендә, күпселек ғәрәп философтарына хас булғанса, Александрия философтарының тәьҫире һиҙелә. Ғәрәп философтарына, айырыуса Әл-Ғаззалиға ҡаршы ул рационалистик философияның яҡлаусыһы булып сығыш яһай. Байтаҡ әҫәрҙәре латинса тәржемәлә килеш кенә һаҡлана. Уның Аристотелгә комментарийҙары латин телендә Аристотель әҫәрҙәренең дөйөм баҫмаһында донъя күрә (11т. Венеция, 1960).

Әбүл Вәлид Мөхәммәт Әхмәт улының медицина системаһы рәүешендәге «Colliget» тип аталған хеҙмәте, латин теленә тәржемәләнеп, бер нисә тапҡыр нәшер ителә. Күп кенә әҫәрҙәре йәһүд теленә тәржемәләнә. Христиан донъяһында уның философияһы XIII быуатта уҡ тейешле баһа ала. Әммә пантеистик тәғлимәте, астрология менән бергә, яңылышыу тип ҡабул ителә.

Бынан тыш Әбүл Вәлид Мөхәммәт Әхмәт улы ҡояштағы таптарҙы тикшереп, астроном булараҡ та дан ҡаҙана.

Әбүл Вәлид Мөхәммәт Әхмәт улының фәлсәфәүи әҫәрҙәре менән таныштырыу эшендә М. Мюллер ҙур хеҙмәт күрһәтә — «Аверроэстың философияһы һәм теологияһы» тигән ғәрәп текстарын нәшер итә(Мюнхен, 1859). Уларҙың тәржемәһе Мюллер вафат булғандан һуң Бавария академияһы тарафынан баҫтырылып сығарыла (Мюнхен, 1875).

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Colliget
рус телендә
  • Аверроэс // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Гайденко В. П., Смирнов Г. А. Западноевропейская наука в средние века: Общие принципы и учение о движении. — М.: Наука, 1989.
  • Ефремова Н. В. О единстве философии и религии согласно Ибн-Рушду // Вера и знание в контексте диалога культур. Сравнительная философия. М., 2008.
  • Ефремова Н. В. Ибн Рушд // Новая философская энциклопедия / Ин-т философии РАН; Нац. обществ.-науч. фонд; Предс. научно-ред. совета В. С. Стёпин, заместители предс.: А. А. Гусейнов, Г. Ю. Семигин, уч. секр. А. П. Огурцов. — 2-е изд., испр. и допол.. — М.: Мысль, 2010. — ISBN 978-5-244-01115-9.
  • Ибн Рөшд // Энциклопедия «Кругосвет».
  • Сагадеев А. В. Ибн-Рушд (Аверроэс). М.: Мысль, 1973. — 207 с. — (Мыслители прошлого).
  • Ренан Э. Аверроэс и аверроизм // Ренан Э. Собр. соч., т. 8. Киев, 1902.
башҡа телдәрҙә
  • Heinrich Ritter, Geschichte der Philosophie, Bd. 1—12, Hamburg, 1829—1853.
  • Fausto Lasinio, Studii sopra Averroe, I—V, Firenze, 1872—1874.
  • Kogan, Barry S. (1985). Averroes and the Metaphysics of Causation. SUNY Press. ISBN 0-88706-063-3.
  • Leaman, Olivier (1998). Averroes and his philosophy. Routledge. ISBN 0-7007-0675-5.
  • Baffioni, Carmela (2004). Averroes and the Aristotelian Heritage. Guida Editori. ISBN 88-7188-862-6.
🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары