Иридий

Иридий (лат. Iridium, Ir) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор, 9-сы төркөм элементы. Тәртип номеры — 77.

Иридий
Рәсем
Масса192,217 ± 0,002 массаның атом берәмеге[1]
Кем хөрмәтенә аталғанИрида[d]
Асыусы йәки уйлап табыусыСмитсон Теннант[d]
Асыу датаһы1803
Табылыу урыныЛондон
Элемент символыIr[2]
Химик формулаIr[3]
Каноническая формула SMILES[Ir][3]
Атом һаны77
Электр кирелеге2,2 ± 0,1
Ионный радиус0,68 ангстрем[4], 0,63 ангстрем[4] һәм 0,57 ангстрем[4]
 Иридий Викимилектә

Иридий — бик ҡаты, көмөшһыу-аҡ төҫтәге аҡ алтын төркөмө металы, ауыр ирей, күсеүсән. Тығыҙлығы буйынса осмий менән бер тиерлек[5]). Хатта 2000 °C температурала коррозияға ифрат сыҙамлы. Ер тоҡомдары араһында бик һирәк осрай, шуға күрә йыһан тоҡомдары (метеорит) сығышлы тип фаразлана ().

Символы

Иридий элементының символы — Ir (Иридий тип уҡыла).

Тарихы

Иридийҙы 1803 йылда инглиз химигы С Теннант Көньяҡ Американан килтерелгән аҡ алтын ҡушылмаларында осмий менән бер үк ваҡытта аса[6].

Исеменең килеп сығышы

Иридий (бор. грек. ἶρις — йәйғор) үҙенең төрлө төҫтәге тоҙҙары арҡаһында ошондай исем ала[7].

Тәбиғәттә табылыуы

Ер ҡабығында иридий миҡдары бик аҙ (массаһы буйынса 10−7 %). Ул алтын һәм платинанан күпкә һирәгерәк осрай. Уның менән бергә осмий, родий,рений һәм рутений булыусан. Иң әҙ таралған элементтарға ҡарай. Иридий йыш ҡына метеориттарҙа табыла[8].

Иридий невьянскит, сысертскит,ауросмирид кеүек минерлдарҙа осрай.

Ятҡылыҡтар һәм етештереү

Осмийлы иридий нигеҙҙә перидотит серпентинит ятҡылыҡтарында урынлашҡан була (КАР, Канада, Рәсәй, АҠШ, Яңы Гвинея)[9].

Йылына ер йөҙөндә етештерелгән иридий (2009 йылғы мәғлүмәттәр буйынса) 3 тонна самаһы тәшкил итә[10]. 2015 йылда 7.8 тонна сығарылған (251 мең труа унцияһы). 2016 йылда килограмы 16,7 мең доллар тәшкил итә (труа унцияһы 520 АҠШ доллары)[11]

Иридий алыуҙың төп сығанағы — баҡыр-никель етештергәндәге анод шламдары.

Физик үҙенсәлектәре

Иридий — ауыр көмөшһыу-аҡ металл, ҡаты булыуы арҡаһында механик эшкәртеү ҡыйын. Иреү температураһы — 2739 K (2466 °C), ҡайнаған саҡта 4701 K (4428 °C).Электр ҡаршылығы — 5,3·10−8Ом·м (0 °C-та) һәм 2·10−7Ом·м (2300 °C осраҡта); һыҙыҡлы киңәйеүе коэффициенты — 6,5·10−6 град; нормаль һығылмалылыҡ модуле — 538 ГПа[12];20 °С-та тығыҙлығы — 22,65 г/см3, шыйыҡ иридийҙыҡы — 19,39 г/см3 (2466 °С). Тығыҙлығы буйынса осмий менән сағыштырлыҡ.

Изотоплы состав

Тәбиғәттә иридий тотороҡло ике төр изотоп ҡатышмаларында осрай: 191Ir (йөкмәткеһе 37,3 %) һәм 193Ir (62,7 %). Яһалма ысулдар менән масса һаны 164-199 радиоактив изотоп, шулай уҡ күп ядро изомерҙары алынған. Яһалма192Ir таралыу алған .

Химик үҙенсәлектәре

Иридий һауа температураһында һәм йылытылғанда тотороҡло[13]. 1200 °C-тан артыҡ булғанда өлөшләтә IrO пар3 рәүешендә быуға әйләнә. Компакт иридий 100 °C температураһына тиклем бөтә билдәле кислоталар һәм уларҙың ҡатышмалары менән реакцияға инмәй. .

Ҡулланыу

2010 йылда донъяла иридий ҡулланыу 10,4 тонна тәшкил итә. Төп ҡулланыу даирәһе — монокристалл үҫтереү өсөн ҡорамалдар, уларҙа иридий тигель материалдары сифатында ҡулланыла. Ошо маҡсатта 2010 йылда 6 тонна иридий тотонолған. Яҡынса 1 тоннаны премиаль ҡабыҙыу шәмдәре, химик ҡорамалдар һәм химик катализаторҙар етештереүселәр ҡуллана[14].

Биологик әһәмиәте

Биологияла бер ниндәй ҙә роль уйнамай. Металл ағыулы түгел, әммә ҡайһы бер иридийлы берләшмәләр, мәҫәлән, уның гексафториды (IrF6), бик ағыулы.

Хаҡы

Иридийҙың 2018 йылғы донъя баҙарындағы хаҡы — 1 грамм өсөн яҡынса 45 АҠШ доллары[15].

Рәсәй Федерацияһында иридийҙы ҙур күләмдә (йәғни, хаҡы 2,25 миллион һумдан ашыу булғанда[16]) законһыҙ һатып алыу, һаҡлау, ташыу, һатыу һәм өсөн[17] 5 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү кеүек енәйәт яуаплылығы ҡаралған[18], был иҫәпкә ювелир һәм көнкүреш изделиелары һәм уның һыныҡтары (лом) инмәй.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Иридий// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 10-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары