Рений

Рений (лат. Rhenium, Re) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор, 7-се төркөм элементы. Тәртип номеры — 75. Стандарт шарттарҙа тығыҙ, көмөшһыу-аҡ күсеүсән металдан ғибәрәт.

Рений
Рәсем
Масса186,207 ± 0,001 массаның атом берәмеге[1]
Кем хөрмәтенә аталғанРейн
Асыусы йәки уйлап табыусыВальтер Ноддак[d], Ида Ноддак[d] һәм Otto Berg[d]
Асыу датаһы1925
Элемент символыRe[2]
Химик формулаRe[3]
Каноническая формула SMILES[Re][3]
Атом һаны75
Электронная конфигурация[Xe] 4f¹⁴ 5d⁵ 6s²
Электр кирелеге1,9
Ионный радиус0,63 ангстрем[4], 0,58 ангстрем[4], 0,55 ангстрем[4], 0,38 ангстрем[4] һәм 0,53 ангстрем[4]
Әселәнеү дәрәжәһе3[5], 5[5] һәм 7[5]
 Рений Викимилектә

Символы

Рений элементының символы — Re (Рений тип уҡыла).

Исеменең килеп сығышы

Элементтың исеме латинса Rhenus — Германиялағы Рейн йылғаһы исеменән килеп сыҡҡан .

Тарихы

Ренийҙың барлығы оҡшашлыҡ үҙенсәлеге буйынса Д. И. Менделеев тарафынан алдан уҡ, 1871 йылда, әйтеп ҡуйылған булған(«тримарганец»)[6], әммә «двимарганец» (инглизсә «dvi-manganese») күпкә йышыраҡ ҡулланылған[7].

Рений 1925 йылда немец химиктары Ида һәм Вальтер Ноддактар тарафынан, колумбит минералын спектраль анализ үткәреп тикшереү ваҡытында[6] Siemens & Halske компанияһы лабораторияһында асыла.

Ренийҙың сағыштырмаса таҙа өлгөһөн 1928 йылда ғына алырға мөмкин була. 1 г рений алыу өсөн 600 кг норвег молибденитын эшкәртеү талап ителә.

Рений тотороҡло изотобы билдәле булған һуңғы асылған элемент була. Ренийҙан һуң асылған барлыҡ элементтарҙың (яһалма рәүештә алынғандарын да индереп) тотороҡло изотоптары булмаған.

Донъяла рений сығарыу

2006 йылда донъяла рений табыу яҡынса 40 тонна тәшкил итә. Иң ҙур етештереүсе — Чили компанияһы Molymet[8]. Рений етештереү тотороҡло үҫә һәм 2008 йылда ул 57 тоннаға етә[9].

Ҡулланыу

Ренийҙы ҡулланыуҙы билдәләгән иң мөһим үҙенсәлектәре — бик юғары иреү нөктәһе, химик реагенттарға тотороҡлолоғо, катализатор активлығы (бында ул платиноидтарға яҡын). Әммә рений — ҡыйбат һәм һирәк металл, шуға күрә уны файҙаланыу башҡа металдарға ҡарағанда өҫтөнлөклөрәк булған осраҡтар менән сикләнә.

Хаҡы

Аҙ миҡдарҙа булыуы һәм шул уҡ ваҡытта ихтыяж ҙур булыу сәбәпле, рений иң ҡиммәтле металдарҙың береһе. Уның хаҡы металлдың таҙалығына ныҡ бәйле, 1 кг рений хаҡы 1000 долларҙан 10,000долларға тиклем етә[10][11].

Иҫкәрмә

Әҙәбиәт

  • Рений// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 22-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары