Минь телдәре

Ҡытай теле диалекты

Ми́нь телдәре (минь; Ҡытай Халыҡ Республикаһы; POJ: Bân hong-giân; BUC: Mìng huŏng-ngiòng) — ҡытай теленең ҡытай тармағы син-тибет ғаиләһенә ҡараған тел. Ҡытайҙың көньяҡ-көнсығышында, шулай уҡ Тайвань һәм Хайнань утрауҙарында, Көньяҡ-Көнсығыш Азияның ҡайһы бер илдәрендә таралған. Традицион ҡытаистикала иң боронғо диалект төркөмдәренә ингән һөйләш һанала.

Минь телдәре
Рәсем
Алыштырғандревнекитайский язык[d] һәм Minyue[d]
ЯҙыуҠытай яҙыуы
Карта распространения
 Минь телдәре Викимилектә
Ҡытай телдәре

Ҡытай теле тарихынан

Ҡытай теле монолит, һәр ҡытай кешеһе һөйләшә торған бүленмәҫ тел түгел. Ғәмәлдә, ҡытай теле — бик күп диалекттар, һөйләштәр тупланмаһы, улар үҙ-ара әйтелеше, грамматикаһы һәм лексикаһы менән айырыла.

Ҡытай телен ете төп төркөмгә бүлеп ҡарарға була: путунхуа, у, кантон йәки юэ, минь, хакка, гань һәм сян. Был төркөмдәрҙә диалекттарҙан тыш һәр береһенең эсендә төрлө вариациялар йәшәй, улар баҫым йәки өндәрҙең әйтелеше менән айырыла. Мәҫәлән, киң билдәле путунхуа Ҡытайҙың төрлө ҡалаларында төрлөсә яңғырай.

Ҡытай телен диалект төркөмдәренә бүлеү күп осраҡта йә географияға, йә тарихи факторҙарға бәйле. Ҡытай теленең һәр диалекты айырым тел статусына эйә булырлыҡ, бар Ҡытай өсөн бер яҙма булыуы ҡытай теленең бөтәүлек һаҡлауына булышлыҡ итә, ойоштороп тота. Путунхуа һөйләшен рәсми тел итеп иғлан иткәс, күптәр уны ысын ҡытай теле тип таный башлай.

Терминология

  • МиньФуцзянь провинцияһының боронғо үҙатамаһы, уны бугун дә ҡулланғылайҙар.
  • Хок-кьень (Hokkien, Hokkienese, Fukien, Fuchien) — Фуцзяньпровинцияһының көньяҡ минь телендәге атамаһы. Ғәмәлдә минь тигәндең синонимы, әммә йышыраҡ көньяҡ минь диалекттарына ҡарата ғына ҡулланыла, бигерәк тә Ҡытайҙан ситтә, мәҫәлән, Көньяҡ-Көнсығыш Азияла шулай итәләр.
  • Хокло[1] (Hō-ló-oē, Hoklo) — көньяҡ минь теленең, бигерәк тә шул телдә һөйләшкән этник төркөмдөң атамаһы, бигерәк тә Тайвандә йыш осрай. Киң мәғәнәлә тайвандәр тигән атаманың эквиваленты.

Телдәр исемлеге

(LAC = Language Atlas of China)
Урыҫса атамаһыLACИнглизләшкән атамаһыБашҡа атамаларыПиньиньҮҙатама
(POJ йәки BUC)
Үҙатамаһы кириллицала
Минь төркөмө (минь, фуцзянь)MinFujianese, Fu-chien, Fukienese, FoukienMǐn, FújiànBân / Hok-kiàn, Mìng / Hók-gióngБань / Хоккьень
шаоцзян телеShaojiangShàojiāng 邵將
төньяҡ минь теле (миньбэй)MinbeiNorthern MinMǐnběi 閩北
урта минь теле (миньчжун)MinzhongCentral MinMǐnzhōng 閩中
көнсығыш минь теле (миньдун)MindongEastern MinMǐndōngMìng-dĕ̤ng-ngṳМиндённгю
пусянь телеPuxianXinghua, Hinghua, PutianPúxiān huà 莆仙話Pô-sing-uā / Hing-hua̍-uāПосинва, хинхуава
көньяҡ минь теле (миньнань, хокло, көньяҡ фуцзянь)MinnanSouthern MinHokkien, Hokkienese, Fukien, Southern Fujianese, Hō-ló-oē, HokloMǐnnányǔ, Fújiàn huàBân-lâm-gú, Hō-ló-oē, Hok-kièn-oāБаньламгу, холовэ, хоккьеньва
хайнань теле (цюнвэнь) + лэйчжоуQiong-LeiHainanese+LeizhouQiongzhou huaQióng zhōu, HǎinánHái-nâm-oeхайнамвэ
Минь телдәре (диалекты языка минь)

Киңерәк мәғәнәлә (бигерәк тә географияла) минь телдәре ике төркөмгә бүленә: көньяҡ (көньяҡ минь, хайнань, пусянь) һәм төньяҡ (башҡалары).

Көньяҡ минь телендә тайвань һөйләше иң байы.

Көньяҡ минь теле

Көньяҡ минь теле (миньнань, южнофуцзяньский, хокло; ҡыт. ғәҙәти 閩南語, ябайл. 闽南语, пиньин: Mǐnnányǔ, Fújiàn huà, палл.: миньнаньюй; үҙатама: Bân-lâm-gí / Bân-lâm-gú, Hō-ló-oē, Hok-kièn-oā) — ҡытай теленең бер дилекты, (икенсе фекерҙәр буйынса — ҡытай телдәренең береһе). Ҡытай провинцияһы Фуцзянь һәм Тайвандә ҡулланыла, Көньяҡ-Көнсығыш Азияның күп илдәрендә лә ошо телдә һөйләшәләр. Шул телде бар донъяның чайнатаундарында ишетергә мөмкин. Көньяҡ-Көнсығыш Азияның ҡытай эмигранттарының иң йыш ҡулланған теле.

Көнсығыш минь теле

Көнсығыш минь теле (икенсе классификациялар буйынса — көнсығыш минь диалекты), йәки минь-дун, — ҡытай теленең диалекты, ғәмәлдә, үҙаллы тел, Фуцзянь провинцияһының көнсығыш өлөшөндә киң ҡулланыла, шулай уҡ Фучжоу һәм Ниндэ ҡалалары тирәһендә һөйләшәләр. Көнсығыш минь теленең стандартной формаһы тип фучжоу диалект тармағы һанала .

Фучжоу — көнсығыш минь диалектының үҙәге

Һөйләштәр

Фуцзянь (Hokkien) мәҙәниәт йорто (Малакка ҡалаһы)
  • цюаньчжан (Hokkien, Quanzhang, трад. 泉漳話)
    • сямынь (Amoy, Xiamen, трад. 廈門話) — Өҫтөнлөклө һөйләш, стандарт диалект
      • филиппин-минь (лань-нан, Lan-nang, Lân-lâng-oé, трад. 咱人話)
    • чжанчжоу (Changchew, Zhangzhou, трад. 漳州話)
    • цюаньчжоу (Chinchew, Quanzhou, трад. 泉州話)
    • тайвань һөйләше (Taiwanese Hokkien, Táiyǔ, Táiwānhuà, Tâi-gí, Tâi-oân-oē, Hō-ló-oē, трад. 台灣話) — был һөйләштә ҡулланыусылар һан буйынса беренсе урында.
    • пенанг-минь (Penang Hokkien, Medan Hokkien, трад. 檳城福建話)
    • дэхуа (Dehua, трад. 德化語)
    • юньсяо (Yunxiao, трад. 雲霄話)
  • датянь (Datian, трад. 大田話)
  • чаошань һөйләше (Chaoshan, Chaozhou, Teochew, Teochiu, Tiuchiu, Diojiu, Swatoese, Diô-jiǔ-oē, трад. 潮州話).

Ҡайһы берҙә көньяҡ минь һөйләшенә хайнань телен дә индерәләр (трад. 海南話, Hainanese).

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • DeBernardi, J. E. (1991). Linguistic nationalism: the case of Southern Min. Sino-Platonic papers, no. 25. Philadelphia, PA, USA: Order from Dept. of Oriental Studies, University of Pennsylvania. Текст.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары