Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр

Мәҡәлхалыҡ ижадында тормош тәжрибәһенән сығып, ыҡсым ғына итеп әйтелгән тәрән мәғәнәле тапҡыр һүҙ.

Әйтем — һамаҡлап әйтелгән һүҙ; башҡорт фольклорында тормоштоң айырым бер күренешенә ситләтеп, кинәйәләп йәки образлы итеп баһа биргән тотороҡло һүҙбәйләнеш; идиоматик әйтем составы һәм төҙөлөшө тотороҡло булған, мәғәнә яғынан бер бөтөн әҙер телмәр берәмеген тәшкил иткән, лексик яҡтан ойошҡан һүҙбәйләнеш.

Мәҡәл һәм әйтемдәрҙә халыҡ үҙенең быуаттан-быуатҡа һуҙылған тормош тәжрибәһен, тапҡыр аҡылын, яҡшылыҡҡа булған ынтылышын сағылдырған. Улар тормошта осрай торған күренештәрҙе күҙәтеү нигеҙендә барлыҡҡа килгәндәр.Афористик жанрҙар үҙҙәренең тәбиғәте менән күп яҡлы, улар халыҡтың һөйләү - телмәрен биҙәү, матурлау өсөн уның тыңлаусыға тәьҫир көсөн, образлылығын арттырыу сараһы булараҡ ҡулланылалар.

Мәҡәлдәр

Ниндәй ҙә булһа бер темаға нигеҙләнә, унда тормошта осрай торған күренештәр художестволы образ аша кәүҙәләнә.

Мәҡәлдең төрҙәре

  • Туған ил. батырлыҡ тураһында мәҡәлдәр

Мәҫәлән: Сит ерҙә солтан булғансы,үҙ ерендә олтан бул.

  • Хеҙмәт тураһындағы мәҡәлдәр
  • Ғаилә мөнәсәбәтәре тураһындағы мәҡәлдәр
  • Тормош- көнкүреш тураһындағы мәҡәлдәр
  • Яҡшылыҡ һәм яманлыҡ тураһындағы мәҡәлдәр

Әйтемдәр

Өгөт- нәсихәт. аҡыл өйрәтеү, кәңәш итеү, әәхләҡ тәрбиәләү маҡсатын күҙ уңында тотҡан шиғри жанр.Мәҫәлән:

Ил ҡәҙерен белгәндең

Башы ҡәҙерле булыр.

Ир ҡәҙерен белгәндең

Ашы ҡәҙерле булыр.

Мал ҡәҙерен белгәндең

Ҡото артыр.

Әйтемтәрҙең төрҙәре

  • Батырлыҡ тураһында әйтемдәр.
  • Тыуған ил тураһында әйтемдәр.
  • Тормош- күнкүреш тәжрибәлеген сағылдырған әйтемдәр

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары