Робин Уильямс

америка актёры, сценарист, продюсер һәм стендап-комик

Робин Маклорин Уильямс (ингл. Robin McLaurin Williams; 21 июль 1951 йыл, Чикаго, Иллинойс, АҠШ11 август 2014 йыл, Тибурон, Калифорния, АҠШ) — америка актёры, сценарист, продюсер һәм стендап-комик. "Морк һәм Минди" комик сериалындағы роле арҡаһында популярлыҡ яулаған.

Робин Уильямс
Robin Williams
Уильямс в 2011 году.
Уильямс в 2011 году.
Исеме

Робин Маклорин Уильямс

Тыуған көнө

21 июль 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})

Тыуған урыны

Чикаго, Иллинойс, США

Вафат көнө

11 август 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (63 йәш)

Вафат урыны

Тибурон, Калифорния, США

Һөнәре

актёр, Ҡалып:Комик

Карьераһы

1972—2014

Наградалары

«Оскар» (1998)
«Золотой глобус» (1979, 1988, 1992, 1993, 1994, 2005)
«Эмми» (1987, 1988)

IMDb

ID 0000245

RobinWilliams.com

 Робин Уильямс Викимилектә

Уильямс экранда көслө һәм аяныслы ваҡиғалар менән һуғарылған ролдәрҙе сағылдыра[1][2].Уның кино карьераһы бик күп билдәле режиссёрҙар эштәрен үҙ эсенә ала, мәҫәлән, «Попай» (1980), «Джуманджи» (1995), «Август Раш» (2007) һәм башҡалар[3].«Аладдин» (1992) мультфильмында Ен персонажы уның тауышы менән яҙылған.

Үҙенең актёрлыҡ карьераһы осоронда Уильямс яҡынса 100 кинокартинала төшкән[4][5][6].Ул «Комедия Эйнштейны » тип йөрөтөлә[7].

Иң яҡшы ир-ат роле өсөн өс тапҡыр «Оскар» премияһына лайыҡ булған. Уильямс «Умница Уилл Хантинг» фильмының икенсе пландағы иң яҡшы ир-ат роле өсөн маҡтаулы статуэткаға лайыҡ була (1997). Ике тапҡыр «Эмми», алты тапҡыр «Алтын глобус», ике тапҡыр «Киноактёрҙар гильдияһы» премиялары һәм дүрт «Грэмми» статуэткаһы менән бүләкләнә [8][9]. Киноиндустрияны үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Голливудтың «Дан аллеяһында» уның исемендәге йондоҙ урынлаштырылған.

Биографияһы

Тәүге йылдары һәм ғаиләһе

«АҠШ-тың милли тарихи урындары реестры»на индерелгән Изге Лука госпитале

Робин Маклорин Уильямс [10] АҠШ-тың Чикаго ҡалаһындағы Изге Лука госпиталендә 21 июль 1951 йыл тыуған. Уның атаһы Роберт Фицджеральд Уильямс (1906-1987) Эвансвиллдә (Индиана) тыуған, Урта Көнбайыштағы «Ford» компанияһының етәкселегенә ингән була, ә әсәһе, Лори Маклорин Уильямс Лори (ҡыҙ фамилияһы Смит, 1922-2001) Джексонда (Миссисипи) тыуған, Миссисипи штаты сенаторы һәм губернаторы Ансельм Маклориндың бүләсәре[11][12].Робин веналарында англия, уэльс, ирланд, шотланд, немец һәм француз ҡандары бар. Ғаиләләрендә ата-әсәһе һәм уларҙың тәүге никахтарынан тыуған үҙенән өлкән ике ағаһы була: ағалары Роберт Тоддом Уильямс артабан Toad Hollow шарап компанияһын нигеҙләй[13][14][15], ә Маклорин Смит Мемфиста физика уҡытыусыһы була[16].

Робин епископ сиркәүе традицияларында тәрбиәләнгән булған , шул уҡ ваҡытта уның әсәһе Христиан фәнен яҡлаусы була[17]. Бала саҡта ул йорт алдындағы ҡомда уйнарға ярата, Гортондағы муниципаль башланғыс мәктәптә уҡый, артабан Дир-Пат урта мәктәбендә белем ала. Һуңғараҡ уны дуҫтары бик ирмәк малай булды, тип хәтерләй[18]. 1963 йылдың көҙөндә, Робин 7 класта уҡыған саҡта уның атаһы Детройтҡа эшкә күсерелә, ә ғаиләләре Чикагонан Мичиган штатының Блумфилд-Хиллс биҫтәһендге 40 бүлмәле йортҡа күсә, Робин Детройт округының шәхси көндөҙгө мәктәбендә уҡый башлай[19]. Тиҙ арала ул яҡшы уҡыусылар иҫәбенә инә, класс президент була, мәктәптең футбол һәм көрәш буйынса йыйылма командаһы составына инә. Робинға 16 йәш тулғас, уның атаһы ваҡытынан алда пенсияға сыға һәм ғаиләһе менән Марин округының Вудакр ҡалаһына күсеп килә. Робин яҡындағы Ларкспурҙағы Редвуд урта мәктәбенә уҡырға инә, 1969 йылда мәктәпте тамамлай[20].

Робин бер аҙ ваҡыт Клермонт ирҙәр колледжында уҡый[21], унда сәйәси фәндәр өйрәнә[22] һәм импровизация курсына йөрөй[23]. Дәрестәр араһындағы тәнәфестәрҙә Колледж Марина[en][24] теаатр сәнғәтенә уҡырға йөрөй, унда профессор Джим Данн менән таныша һәм тәүге тапҡыр «Оливер» театр мюзиклында ҡатнаша[25].Артабан, Робиндың уҡытыусыһы Джим Данн уҡыусыһының талантлы булыуын билдәләй һәм «ул беҙҙең колледжда ҡуйған спектаклдәрҙең һәр береһендә ҡатнашты, ул төрлө ролдәрҙе төрлө урында , төрлө шарттарҙа ла уйнай алды» тип иҫкә ала[26].

Делясь воспоминаниями в одном из интервью, Уильямс называл себя тихим ребёнком, который не мог преодолеть свою застенчивость до занятий в драматическом кружке при средней школе[27], где его называли «самым смешным парнем»[28].В детстве, чтобы избежать издевательств из-за своего очень избыточного веса[29], Робин добирался до дома разными маршрутами[30], чтобы рассмешить свою мать и обратить на себя внимание он рассказывал ей анекдоты и пародировал бабушку[31][32], а также практически всё свободное время проводил в одиночестве в большом доме с двумя тысячами игрушечных солдатиков — «моим единственным спутником, моим единственным другом в детстве было моё воображение»[32]. Уильямс говорил, что мать с отцом были слишком заняты на работе и не занимались воспитанием, отдав его на «поруки» горничным[33]. Однако отец, служивший во время Второй мировой войны на авианосце, по словам Робина, преподал ему урок, который он запомнил на всю жизнь[23]:

Отец рассказал мне несколько совершенно ужасных историй… Как самолёт камикадзе врезался в мостик… Как он лежал восемь часов, истекая кровью. Как он сам себя перевязывал. В общем, он мне сказал: «Слушай. Нет ничего более ужасного, чем распрощаться с представлением о славе (в смерти за свою страну) — Dulce Et Decorum Est…[Комм. 1]» Все эти страсти внушали ужас и одиночество. И это придало мне мудрости.


Отец рассказал мне несколько совершенно ужасных историй… Как самолёт камикадзе врезался в мостик… Как он лежал восемь часов, истекая кровью. Как он сам себя перевязывал. В общем, он мне сказал: «Слушай. Нет ничего более ужасного, чем распрощаться с представлением о славе (в смерти за свою страну) — Dulce Et Decorum Est…[Комм. 2]» Все эти страсти внушали ужас и одиночество. И это придало мне мудрости.

Страница Ҡалып:Шаблон:Оригинальный текст/styles.css не имеет содержания.

1973 йылда Робин Джульярд мәктәбенә ҡабул ителә һәм Нью-Йоркка — драматик сәнғәт етәкселегендә уҡыусылар Хаусман Джон етәкселеге аҫтында драматик сәнғәткә уҡый башлай, уның менән бергә 20 студент уҡый, улар араһында Кристофер Рив, Уильям Херт[34], Грэммер Келси, ә уның менән бер бүлмәлә «Бэтмен тауышы» — Кевин Конрой йәшәй[35]. Уҡыған осорҙа Робин төнгө клуб сәхнәһендә юмористик программалар менән сығыш яһай, официант булып эшләй, Метрополитен-музей сәхнәһендә пантомимала үҙен һынап ҡарай . 1976 йылда Хаусман тәҡдиме буйынса Робин уҡыуын ташлап китә, сөнки Хаусман уға Джульярд [36] бер нәмә лә өйрәтә алмай[37] тип әйтә. Бер аҙҙан Робин Уильямс Лос-Анджелесҡа күсеп китә, унда бер нисә телешоуҙа ҡатнаша .

Уның Джульярдтағы уҡытыусыһы Джеральд Фридман[en] һуңыраҡ Уильямсты гений тип атай һәм уны классик стиль һәм консерватив уҡыу ҡәнәғәтләндерә алманы, шуға күрә уның мәктәпте ташлап китеүе бер кемде лә ғәжәпләндермәне, тип билдәләй.Ә Рив «ул Джульярдтың стандарт булмаған уҡыусыһы...».

Ижады

Карьераһының башланыуы: телевидение һәм театр

Робин Уильямс портреты, унда комик менән бергә сығыш яһай, клуб стенаһы ҡуйылған «The Improv» (уңдан өсөнсө)

Стендап менән Уильямс менән 1970 йылдар башында шөғөлләнә башлай, был улар ғаиләһенең Сан-Франциско ҡултығы өлкәһенең Марина округына күскәндән һуң була. Уның беренсе сығышы «Holy City Zoo[en]» клубында үтә[38]. Һуңыраҡ Уильямс, шул саҡта «наркотик һәм бәхет»те таный, әммә шул уҡ ваҡытта ниндәй «иң яҡшы аҡыллы кешеләрҙең әрәмгә сығыуын да» күрә[35]. Лос-Анджелес ҡалаһына күскәс, Робин төрлө клубтарҙа сығыш яһауын дауам итә, шул иҫәптән — «Comedy Club»та, 1977 йылда уны телевизион продюсеры Джордж Шлаттер[en] күрә. Был продюсер Уильямстан йондоҙ яһарға мөмкинлекте аңлай һәм Уильямсты «Laugh-In[en]» шоуҙы тергеҙерү маҡсатында үҙенә саҡыра. 1977 йылда телевидениела Робин ҡатнашлығында шоу эфирға сыға. Әммә шоу терелмәй, һәм Уильямс «The Roxy[en]» һәм «The Improv[en]» комедия клубтарында сығыш яһауын дауам итә[39]. Был Робиндың импровизация оҫталығын һаҡлап ҡалырға ярҙам итә[40].

Был ваҡытта, Уильямс шундай билдәле, талантлы комиктар талант Джонатан Уинтерс (Робин телевизор буйынса уны тәүге тапҡыр 8 йәшендә күргән була)[41], Питер Селлерс (айырыуса уның «Доктор Стрейнджлав, или Как я перестал бояться и полюбил бомбу» фильмында уйнауын һәм «The Goon Show»)[42] программаһында, Майк Николс һәм Элейн Мэй («Николс и Мэй[en] шоу»ында сығыш яһауын) һәм Ленни Брюстың йоғонтоһо аҫтына эләгә, сөнки улар тапҡыр булыуҙары арҡаһында «аҡыллы һәм уҡымышлы аудитория»ны юғары кимәлдә йәлеп итә[43]. Шулай уҡ Уильямс Лено Джей һәм Сид Сизарҙың сығыштарын яратып ҡарай[44]. Һуңыраҡ Сан-Франциско клубтарында сығыш яһаған һәм Уильямс менән дуҫ буулған комик Скотт Капурро[en], былай тип билдәләй«ул миңә сәхнәләге ваҡытыының 70 % -ында уңайһыҙланғанын әйтте», сөнки «ул башына һәм теленә нимә килһә, шуны сәхнәнән һөйләгән»[45].Кәмитсе Крис Гетард[en] Уильямс тураһында «мин һәр саҡ сәхнәлә Робинды Энди Кауфман ҡарсыҡ кеүек кейенгән кеүек итеп күрә инем һәм үҙемде Энди Кауфмандың Карнеги-Холлдағы концертында ултырған кеүек тоя инем. Ә был ваҡытта Робин донъяның иң ҙур йондоҙҙарының береһе ине инде, ләкин ул үҙен шоуҙың аҙағынаса шым ғына тотоп ултыра һәм аҙаҡтан ғына үҙененң кемлеген таныта ине»[46].

Бынан тыш, Уильямс Бөйөк Британияның комедия клубтарында, атап әйткәндә Лондондың «The Comedy Store[en]» комедия клубында сығыш яһай. Британия тамашасылары Уильямс сығышына битараф була. Шуға ҡарамаҫтан, бер сәғәт 10 минуттан һуң уның уйын план үҙгәрә. Башҡа кешеләрҙең күпселеге сәхнәлә 10 минут, күп тигәндә 20 минут сығыш яһаһа һәм тамашасылар улапрҙы тыңламайынса шаулаша башлаһа конферансье гонг яңғыратҡан һәм кәмитсе ғәрләнеп сәхнәнән сығып китә торған булһа, Уильямс сығышы ваҡытында барыһы ла үҙгәрә — Уильямс унда «хатта мебелде лә көлдөрә» торған була, әйтерһең ул «комедия гейзеры» кеүек сығыш яһаған[47].Төрлө эксперименттарҙан ҡурҡмай торған Ричард Прайорҙың 1977 йылда барлыҡҡа килгән үҙенең «Шоу Ричарда Прайора[en]» сығышында Уильямс ҡатнаша башлай, ләкин был шоу тиҙ генә сәхнәнән төшә, ҡыҫҡа ғүмерле була[48].

1978 йылда режиссёр Маршалл Гэрриҙың һеңлеһе Пенни Уильямстың төнгө клубтағы сығышын ҡарағандан һуң Уильямсты үҙенең ағаһыныңсериалына саҡыра һәм уға йыһандан килеүсе ролен тәҡдим итә. Тыңлағандан һуң, унда үҙ урынына барып ултырыу урынына башында ултырған Уильямстың юмор тойғоһон күргән продюсерҙар, «Бәхетле көндәр»[49] телесериалының бишенсе миҙгелендәге бер нисә серияла сит йыһандан килеүсе ролен уйнарға Уильямсты саҡыра .Тамашасыларҙың һөйөүен алғаны өсөн Уильямс өсөн махсус спин-офф — «Морк һәм Минди» сериалы төшөрөлә, Робин бында йәнә ошо уҡ ролде башҡара, киноға төшөрөү барышында күп өлөшөн һәм сюжетынан туранан-тура уйлап сығара.Сериал ABC каналында 1978 йылдан алып 1982 йылға тиклем трансяциялана һәм тиҙ арала ҙур уңыштарға өлгәшә. Уильямс 1979 йылдың 12 мартында АҠШ-тың Time яңылыҡтар журналының тышлығында сериалдың символы итеп төшөрөлә.Был фото Уильямстың вафатынан һуң галереяға уның иҫтәлеген хөрмәт итергә килгән тамашасылар өсөн Смитсон институтындағы Милли портреттар галереяһында ҡуйыла[50].Шул уҡ йылда, уның Ричард Аведон төшөргән фотоһы «Роллинг Стон»журналының тышлығында баҫыла [51]. 1982 йылда шоуҙың рейтиныгы түбәнәйеү арҡаһында шоу ябыла, ә Робин был ваҡытта популяр актёр булып китә. Морк ролен кәүҙәләндергән Уильямс Робиндың фотоһын төрлө плакаттар, тауарҙар өсөн ҡумталар тыштарына төшөрәләр , ә уның һындарын уйынсыҡ йомортҡаларға һалып һаталар.


Өҙөмтә хатаһы: "Комм." төркөмөнөң ғәмәлдәге <ref> тамғалары өсөн кәрәкле <references group="Комм."/> тамғаһы табылманы

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары