Тромсё

Тромсё (норв.Tromsø; с.с.Romsa) — Норвегияла ҡала һәм коммуна, Тромс фюлькеның административ үҙәге.

Тромсё
Bokmål: Tromsø kommune
нюнорск Tromsø kommune
Northern Sami: Romssa suohkan
ФлагГерб
Нигеҙләү датаһыXIII быуат
Рәсем
Этнохоронимtromsøværing[1] һәм tromsøværing[1]
Дәүләт Норвегия
Административ үҙәгеНур-Норге[d]
Административ үҙәкТромсё[d]
Административ-территориаль берәмекТромс[d]
Сәғәт бүлкәтеUTC+1:00[d]
Иң юғары нөктәЙеккеварри[d][2]
Хөкүмәт башлығы вазифаһыmayor of Tromsø[d]
Хөкүмәт башлығыGunnar Wilhelmsen[d][3][4]
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһыKOMM[d]
Халыҡ һаны77 992 кеше (1 ғинуар 2023)[5]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек20 метр
Туғандаш ҡалаАнкоридж[d], Ғәззә, Пуна, Загреб, Лулео[d], Гримсби[d], Мурманск һәм Кесальтенанго[d]
СиктәшЛенвик[d], Балсфьорд[d], Storfjord kommune – Omasvuona suohkan – Omasvuonon kunta[d], Люнген[d], Карлсёй[d] һәм Сенья[d]
Ҡулланылған телбукмол[d] һәм нюнорск[d]
Майҙан2521,27 км² (1 ғинуар 2020)[6]
Рәсми сайтtromso.kommune.no
Урынлашыу картаһы
Число домохозяйств37 191[7]
Карта
 Тромсё Викимилектә

Тромсё муниципалитеты ҡала ситтәрендә ҙур территорияны биләй. Тромсё— Норвегияла ҡала халҡы һаны буйынса туғыҙынсы урында тора. Ҡала үҙәге ҙур булмаған Тромсея утрауында (уның майҙаны 22 км² тәшкил итә) поляр түңәрәктән 400 км тиерлек төньяҡтараҡ ята. Бында донъялағы иң төньяҡ ботаник баҡса урынлашҡан, һыра заводы, футбол клубы һәм планетарий бар.

2014 йылдың авгусында Тромсёла 41-се шахмат олимпиадаһы үтә.

Тарихы

Тромсё урынында ултыраҡтар һуңғы боҙланыу дәүеренән һәм тимер быуат ваҡытынан алып йәшәгән. Тромсёла беренсе сиркәү 1252 йылда төҙөлә. Ул урта быуат йылъяҙмаларында хәҙерге Норвегияның төньяҡ-көнсығыш ерҙәрен биләгән поморҙарҙан һаҡланыу өсөн ҡәлгә кеүек телгә алына. Ҡала статусын Тромсё 1794 йылда ала. XIX быуатта ҡаланың әһәмиәте епископ кафедраһын булдырыу (1834), педагогия колледжын асыу (1848) һәм караптар ремонтлау верфен (1872) ойоштороу менән арта. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында ҡалала ваҡытлыса Норвегия хөкүмәте урынлаша. Ҡаланан алыҫ түгел урында немец Тирпиц линкоры батырылып, 1000-гә яҡын немец морягы һәләк булһа ла, Тромсё һуғыш ваҡытында зыян күрмәй. 1964 йылда —аэропорт, 1972 йылда университет асыла.

Климат

Тромсёла ҡыш ҡар күп яуа. Шулай ҙа ул йылдан йыл төрлөсә була. Тромсё метеорология хеҙмәте 19961997 йылдарҙа ҡыш ҡар ҡатламының рекордын теркәгән, ул 29 апрелдә 240 см еткән. Температура минимумы 18,4 °C, уртаса температура ғинуарҙа −4,4 °C тигеҙ. Шундай йылы климат был киңлектә Гольфстримдың яҡынлығы менән аңлатыла. Йәй шаҡтай һалҡын, июлдә уртаса тәүлек температураһы 12 °C; көндөҙгө температура саҡ ҡына юғары һәм 9 °C алып 25 °C тиклем тирбәлә. 1972 йылда +30 °C. температура рекорды теркәлгән.

Ҡала климаты
КүрһәткесҒинФевМарАпрМайИюнИюлАвгСенОктНояДекЙыл
Абсолют максимум, °C8,48,29,115,624,129,530,227,422,417,212,39,730,2
Уртаса максимум, °C−2,2−2,1−0,42,77,512,515,313,99,34,70,7−1,35,1
Уртаса температура, °C−4,4−4,2−2,70,34,89,111,810,86,72,7−1,1−3,32,5
Уртаса минимум, °C−6,5−6,5−5,1−2,32,06,18,77,84,50,7−3−5,40,1
Абсолют минимум, °C−18,3−18,4−17−14,7−6,5−2,50,71,1−4,3−9,6−12,5−16,8−18,4
Яуым-төшөм нормаһы, мм95877264485977821021311081061031
Һыу температураһы, °C5555681011108767
Сығанаҡ: eKlima, World Climate Guide

Халҡы

Тромсё күпере

Тромсё халҡы 75 638 кеше (2018 йылға) тәшкил итә. Тромсёла йөҙҙән ашыу милләт вәкилдәре йәшәй, милли аҙсылыҡ араһында урыҫтар, квенадар (финн) мөһим роль уйнай. Саамдарҙың ҡалала үҙҙәренең балалар баҡсаһы һәм тел мәктәбе бар.

Спорты

Тромсёла бер нисә футбол клубы бар, шуларҙың иң мөһиме «Тромсё» булып тора, ул Типпелиганда (Норвегия чемпионатының юғары дивизионында) һәм Адекколиганда (әһәмиәте буйынса икенсе дивизион) сығыш яһаусы «Тромсдаленда» уйнай. Ҡатын-ҡыҙҙар футбол клубы «Флейя» шулай уҡ юғары дивизионда сығыш яһай.

Норвегияның юғары лигаларында шулай уҡ «Тромсё Сторм» баскетбол клубы һәм «БК Тромсё» волейбол (ир-егеттәр) һәм «Тромсё Воллей» (ҡатын-ҡыҙҙар) командалары сығыш яһай.

Иҫтәлекле урындары

  • Иң Изге Дева Мария соборы — донъяла иң төньяҡ католик кафедраль собор.
  • Арктика соборы — модерн стилендә лютеран сиркәүе, 1965 йылда төҙөлгән.
  • Тромсё күпере — Норвегияла беренсе рамлы-консоль күпер, Төньяҡ Европала бындай типтағы иң эре күперҙәрҙең береһе.

Билдәле кешеләре

  • 1899 йылдан алып 1907 йылға тиклем Тромсёла поляр тикшеренеүсеһе, Нансен һәм Амундсен эксепдициялары ҡатнашыусыһы Ялмар Йохансен (18671913) хеҙмәт иткән.
  • Тромсёла Көньяҡ полюсҡа Амундсен экспедицияһында ҡатнашыусы поляр тикшеренеүсеһе Хансен Хелмер (18701956) вафат булған.
  • Тромсёла (шартлы-ваҡытынан алда 2009 йылдың 24 майында азат ителгән) Викернес Варган язаһын тултырып сыҡҡан, ул Burzum блэк-металл төркөмөнә нигеҙ һалыусы һәм берҙән-бер ҡатнашыусыһы.
  • Торбьёрн Брундтланд һәм Свейн Берге, билдәле Röyksopp дуэт ағзалары, Тромсёла тыуғандар.
  • Тромсёла Biosphere эмбиент-музыкант ҡушаматы аҫтында билдәле Гейр Йенссен тәыуған. Тәү сиратта музыкаһының сағыу «арктик» төҫмөрлөгө менән билдәле.
  • Тромсёла билдәле йырсы, MTV версияһы буйынса 1999 йылда иң яҡшы скандинав башҡарыусыһы Лене Марлин тыуған.
Тромсе күренеше

Туғандаш ҡалалар

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Донъяла иң төньяҡ биләмәләребеҙгә.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары