Фатимиҙар хәлифәлеге

Фатимиҙар хәлифәлеге (909—1171) — урта быуат шиғый (исмәғиллеләр) ғәрәп дәүләте. Баш ҡалаһы Ҡаһирә (972 йылдан). Үҙенең сәскә атыу осоронда Фатимиҙар хәлифәлеге үҙенең составына Мысыр, Мәғриб, Фәләстин һәм Сүриә территорияларын индергән. Әбү Абдуллаһ етәкселегендәге Ифрикия провинцияһында (хәҙерге Тунис биләмәләре) бәрбәр ҡәбиләләре ихтилалы һөҙөмтәһендә Ғәббәсиҙәр хәлифәлегенән айырылып сыға. Әбү Абдуллаһ бөтә власты үҙен Фатиманың вариҫы тип иҫәпләгән Ғөбәйҙуллаһҡа тапшыра.

Фатимиҙар хәлифәлеге
الدولة الفاطمية

Фатимиҙар хәлифәлеге, яҡынса 969 йыл
Фатимиҙар хәлифәлеге, яҡынса 969 йыл

 
 →
 →
909 — 1171
Баш ҡала

Мәхдиә (909—948)
Мансуриә (948—972)
Ҡаһирә (972—1171)

Телдәр

ғәрәп теле

Дин

ислам (исмәғиллелек)

Аҡса берәмеге

Динар

Майҙаны

5 000 000 км²

Идара итеү формаһы

монархия

Династия

Фатимиҙар

Фатимиҙар хәлифәһе
 • 909—934

Ғөбәйҙуллаһ

Тарихы
 • 5 ғинуар 909

Барлыҡҡа килеү

 • 8 август 969

Ҡаһирәне нигеҙләү

 • 1171

Тарҡалыу

 Фатимиҙар хәлифәлеге Викимилектә

Тарихы

Исламдың шиғыйсылыҡ йүнәлешенән иң билдәле тармаҡтарының береһе — исмәғиллеләр — VIII быуатта барыҡҡа килгән. Әбү Абдуллаһ етәкселегендәге Ифрикия провинцияһында (хәҙерге Тунис биләмәләре) бәрбәр ҡәбиләләре ихтилалы һөҙөмтәһендә Ғәббәсиҙәр хәлифәлегенән айырылып сыға. Әбү Абдуллаһ бөтә власты үҙен Фатиманың вариҫы тип иҫәпләгән имам Ғөбәйҙуллаһҡа тапшыра. 909 йылда исмәғиллеләрҙең ғәскәре Каруанды баҫып ала, бында Ғөбәйҙулла «әл-Мәхди» исеме аҫтында үҙен хәлифә тип иғлан итә һәм 934 йылға ҡәҙәр хакимлыҡ итә.

Фатимиҙар күп тапҡыр Ғәббәсиҙәр хәлифәлегенең уңдырышлы һәм бай өлкәһен — Мысырҙы яулап алырға маташалар.

914 йылда Фатимиҙар ғәскәре Мысырға үтеп инә һәм Александрияны биләй, әммә Ғәббәсиҙәр хәлифәһе армияһы тарафынан тар-мар ителә. 919 йылда Ғөбәйҙулланың Розетта ҡалаһы янында батырыла, ә йәнә Александрияны яулап алған ҡоро ер ғәскәрҙәре 920 йыл аҙағында Ғәббәсиҙәр армияһы тарафынан Мысырҙан ҡыҫырыҡлап сығарыла.

936 йылда Ғөбәйҙулланың улы хәлифә әл-Ҡайым өсөн дә Мысырға яу уңышһыҙлыҡҡа тарый.

Ғөбәйҙулланың бүләһе — хәлифә әл-Муизз (954—975) Мысырҙы 969 йылда яулап ала. Ҡаһирә ҡалаһын нигеҙләп, уны үҙенең баш ҡалаһын итә.

996—1021 йылдарҙа хәлифә әл-Хаким хакимлыҡ итә, реформалар программаһын уҙғара, ул шул иҫәптән ғәмәлдә ҡол биләүселекте бөтөрә. Әл-Хаким Сүриәлә һуғыштар алып бара.

Хәлифәлек тәре йөрөтөүселәргә ҡаршы көрәшкән сәлжүк юлбашсыһы Сәләхетдин тарафынан бөтөрөлә.

Фатимиҙар хәлифәләренең исемлеге

ИсемеТыуыу йылыХакимлыҡ итеү йылдарыИҫкәрмә
1Әбү Мөхәмәт Ғөбәйҙуллаһ әл-Мәхди Биллаһ909—934
2Ғәбделҡасим Мөхәмәт әл-Ҡайым Биһәмриллаһ934—946
3Әбү Заһир Исмәғил ибн Мөхәмәт әл-Мансур Биллаһ914946—953
4Әбү Тамим Маадд ибн Исмәғил әл-Муизз Лидиниллаһ931953—975
5Әбү Мансур Низар ибн Маадд әл-Азиз Биллаһ975—996
6Әбү Али Мансур ибн Низар әл-Хаким би-Амриллаһ985996—1021
7Әбү әл-Хәсән Али ибн Мансур әз-Заһир Биллаһ10051021—1036
8Әбү Тамим Маадд ибн Али әл-Мустансир Биллаһ10291036—1094
9Әбү әл-Ҡасим Әхмәт ибн Маадд әл-Мустали Биллаһ1094—1101
10Әбү Али Мансур ибн Әхмәт әл-Амир Биахкамиллаһ1101—1130
11Әбү әд-Мәймүн Ғәбделмәжит ибн Мөхәмәт әл-Хафиз Лидиниллаһ1130—1149
12Әбү Мансур Исмәғил ибн Ғәбделмәжит әз-Зафир Биамриллаһ1149—1154
13Ғәбделҡасим Иса ибн Исмәғил әл-Фәйез1154—1160
14Әбү Мөхәмәт Абдуллаһ июн Йософ әл-Адид Лидиниллаһ1160—1171

Әҙәбиәт

  • С. де Саси, «Exposé de la rel. des Druzes» П., 1838, т. I;
  • Фурнель. «Les Berbers» т. II;
  • Гюйяр, «Un grand maître des Assassins» «Journ. Asiat.», 1877, и отд.);
  • Р. Дози, «Essai sur l’hist. de l’islam.» П., 1879, гл. IX; печатается дополненный рус. пер. Крымского;
  • Вюстенфельд, «Gesch. der Fatimiden-Cnalifen» Гёттинген, 1881;
  • А. Мюллер, «История ислама» СПб., 1895, т. II, гл. III—IV.
🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары