Цинхай

Цинхай[4] (ҡыт. ябай. 青海, пиньинь: Qīnghǎi) — Ҡытай Халыҡ Республикаһы үҙәк өлөшөнөң көнбайышындағы әҙ халыҡлы булһа ла күп милләтле провинцияһы. Иң ҙур ҡала һәм административ үҙәге — Синин. Халҡы — 5 626 722 кеше (провинциялар араһында 32-се урында; 2010 й.). Ҡытайға ингәнгә тиклем был өлкә Кукунор тип аталған (монг.Хөх нуур), йәки Амдо (тиб. ཨ་མདོ) һәм унда тулыһынса тиерлек монголдар һәм тебетлеләр йәшәгән.

Цинхай
Нигеҙләү датаһы1928
Рәсем
Рәсми атамаһы青海省
Дәүләт Ҡытай
Административ үҙәкСинин[d]
Административ-территориаль берәмекҠытай
Сәғәт бүлкәтеUTC+8:00[d]
ГеомәғлүмәттәрData:China/Qinghai.map
Иң юғары нөктәBukadaban Feng[d]
Партия секретарыСинь Чансин[d] һәм Чэнь Ган[d]
Хөкүмәт башлығыЛю Нин[d] һәм У Сяоцзюнь[d]
Закондар сығарыу органыQ106088413?[1]
Халыҡ һаны5 923 957 кеше (2020)[2]
Административ рәүештә бүленәСинин[d], Хайдун[d], Хайбэй-Тибетский автономный округ[d], Хуаннань-Тибетский автономный округ[d], Хайнань-Тибетский автономный округ[d], Голог-Тибетский автономный округ[d], Юйшу-Тибетский автономный округ[d] һәм Хайси-Монгольско-Тибетский автономный округ[d]
Номинальный ВВП300 590 000 000 ¥[3]
СиктәшШеңжан-Уйғыр автономиялы районы, Тибетский автономный район[d], Ганьсу[d] һәм Сычуань[d]
АлыштырғанЦинхай[d]
Ҡулланылған телWutun[d], Kangjia[d], амдо[d], камский тибетский язык[d], Ҡаҙаҡ теле, баоаньский язык[d], шира-югурский язык[d], Цатский язык[d], Салар теле һәм Монгорский язык[d]
Майҙан696 700 км²
Рәсми сайтqh.gov.cn
Урынлашыу картаһы
Зимнее изображение
Карта
 Цинхай Викимилектә

Географияһы

Цинхай күленең спутник фотоһы

Провинция кәнбайышта Синьцзян һәм Тибет, ә көнсығышта Ганьсу һәм Сычуань менән сиктәш.

Цинхай провинцияһы көнсығыш өлөштә Азияның иң ҙур Куньлунь тау системаһында ята. 6-7 мең м тиклем бейеклектәге Куньлунь Цинхайҙы төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай киҫеп үтә, көньяҡ-көнбайышта ул Тибет таулығы менән сикләшә. Көнсығыш Куньлундең төньяҡ сылбыры провинцияның тәбиғи төньяҡ сиге булған дуға барлыҡҡа килтерә, ул Алтынаг һәм Наньшан һырттарын (бейеклектәре 5—6 мең м) тәшкил итә, улар Көнсығыш Куньлундең төп сылбырҙарынан Цайдам уйпатлығы менән айырыла (бейеклеге 2600—3100 м).

Провинцияның климаты һалҡынса йәй һәм ҡырыҫ ҡыш менән ҡырҡа континенталь, яуым-төшөм йылына 300-500 мм, шуға күрә тәбиғәт зоналарынан уйпаттарҙа дала һәм ярым дала һәм тауҙарҙа далалар киң таралған. Цинхайҙа Азияның иң ҙур йылғалары Янцзы, Хуанхэ һәм Меконг башланғыс ала. Тымыҡ күлдәр бик күп, шуларҙың иң эреһе провинцияға исем биреүсе — Цинхай ху (Кукунор).

Тарихы

312 йылда күл районында сяньби-монголдар (монгораҙар) Тогон дәүләтенә нигеҙ һала, ул 663 йылға тибетлеләр баҫып алғанға тиклем йәшәй, XIII быуатта биләмә Монгол империяһы составына инә. XVI быуат башында тумат-монголдар төньяҡ-көнсығыш Цинхайҙы баҫып ала.[5]XVII быуат уртаһында Цинхай биләмәһенә хәҙерге Синьцзяндың төньяҡ өлөшөнән кешеләр күсеп килә, улар хәҙер «куконор монголдары» булараҡ билдәле. Иҫке монгол әҙәбиәтендә Кукунор монгол халҡы һәм Алашания «үрге монгол» (монг. дээд монгол) булараҡ билдәләнә. 1724 йылда Цин империяһы ғәскәрҙәре баҫып ала һәм уның составына индерелә.

1928 йылда Кукунор Ҡытай республикаһының Цинхай провинцияһы булып иғлан ителә, ул милитарист Ма Буфандың төп базаһы була. 1949 йылдан — Ҡытай Халыҡ Республикаһының провинцияһы.

Административ-территориаль бүленеше

Цинхай провинцияһы административ-территориаль бүленеш планында 1 ҡала округы, 1 округ һәм 6 автономиялы округҡа бүленә.

КартаИсемеИероглифтар менән атамаһыПиньинь телендә атамаһыКимәле
1Хайся--Тибет АО海西蒙古族藏族自治州Hǎixī Zìzhìzhōu Měnggǔzú ZàngzúАвтономиялы округы
2Хайбэй-Тибет АО海北藏族自治州Zìzhìzhōu Hǎiběi ZàngzúАвтономиялы округы
3Синин西宁市Xīníng ShìҠала округы
4Хайдун округы海东地区Hǎidōng DìqūКрасноярск
5Хайнань-Тибет АО海南藏族自治州Zìzhìzhōu Hǎinán ZàngzúАвтономиялы округы
6Хуаннань-Тибет АО黄南藏族自治州Zìzhìzhōu Huángnán ZàngzúАвтономиялы округы
7Юйша-Тибет АО玉树藏族自治州Zìzhìzhōu Yùshù ZàngzúАвтономиялы округы
8Голог-Тибет АО果洛藏族自治州Zìzhìzhōu Guǒluò ZàngzúАвтономиялы округы

Халҡы

Ханьдар — 54,5 %, тибетлеләр — 20,87 %, хуэйҙар — 16 %, монгорҙар — 4 %, ҡалғандары саларалар, монголдар.

Иҫтәлекле урындары

  • 1996 йылда провинцияның Хайси-Монгол-Тибет автономиялы округы Дэлинха ҡала өйәҙендәге Байгун тауында имеш Байгун торбалары тип аталған боронғо металл торбалар табылған. Табылған урынды властар туристик үҙәк булараҡ ҡуллана[6].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Верхняя Монголия

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары