Шафталы

Шафталы[2][3], Шәфтәле[4], Персик (лат. Prúnus pérsica, рус. Персик обыкновенный[5][6][7] йәки рус. персик[8] , «фарсы» емеше) — йомшаҡ, һутлы емеш[9],[10][9][11]..

Шафталы
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Prunus persica (L.) Batsch

Синонимдар
Persica vulgaris Mill.

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
GRIN  t:30065

Элегерәк хәҙерге заманда ашарға яраҡлы тип һаналған емештәр (павия, бруньондар, гони, биан-тао һ.б.) бер төргә ҡарай тип иҫәпләгәндәр, улар — ябай шафталы төрө[12][13][14][15][16][17]. Һуңғы ваҡытта Фирғәнә шафталыһы (Prunus perganensis) үҙ аллы төр булып һанала[18][19].

Тышҡы күренеше һәм төҙөлөшө

Ябай шафталы емеше — йомшаҡ һәм һутлы һөйәкле (төшлө) емеш. Һөйәктәре ҙур, өҫтөндә тәрән генә һырҙар була. Өҫтө йомшаҡ ҡыҫҡа ғына мамыҡ кеүек төктәр менән ҡапланған (ҡыҫҡа йөнтәҫ), төҫө аҡ һалам һәм һары-йәшелдән алып һарғылт-ҡыҙыл, сағыу ҡыҙғылт-һары, алһыу һәм көрәнһыу- ҡыҙыл булыуы мөмкин[20][21][22][23][24] .

Емештең һутлы итләс өлөшө һары, ҡайһы саҡта аҡ төҫтә була[20].

Емештең ауырлығы уртаса 60 граммдан алып 200 граммға тиклем тарта[20].

Төрҙәре

Шафталы түбәндәге төркөмдәргә бүленә[18] :

ысын шафталы — йомшаҡ мамыҡлы (йөнтәҫ), итләс өлөшө йомшаҡ һәм айырылып торған һөйәкле;

нектариндар — мамыҡһыҙ, айырылып торған һөйәкле;

павиа — мамыҡлы, итләс өлөшө йомшаҡ, әммә һөйәге айырылмай;

клинчтар, йәки консервалау өсөн — итләс өлөшө ҡатыраҡ һәм һөйәге айырылмай;

бруньондар — өҫтө мамыҡһыҙ, һөйәге айырылмай[18] ;

яҫы йәки инжир шафталыһы — итләс, йәлпәк формалы (уртаһы эскә батыбыраҡ тора)[18][25].

Аҙыҡ булараҡ әһәмиәте

Яңы өлгөргән емештәр кеше өсөн иң файҙалыһы тип иҫәпләнә. Әммә шафталы емешен оҙаҡ һаҡлап булмай, шуға күрә күпләп һатыу өсөн үҫтергәндә уны ярым өлгөргән килеш йыялар. Шул уҡ сәбәптән (ҡыҫҡа һаҡлау арҡаһында) йыш ҡына шафталы емешен (сәнәғәт масштабында, йәки шәхси баҡсала үҫкәнде) эшкәртеп, уның һутын эшләйҙәр, йәки уны консервалайҙар. Шулай уҡ был емеште киптерергә лә була[17].Шафталы емешендә шәкәр күп (5 -15 %), ирекле органик кислоталар (алма, лимон, шарап һ. б.кислоталар, бөтәһе 0,2 -нән 0,7 %-ҡа тиклем), В төркөмө витаминдары, С витамины (аскорбинка кислотаһы), А провитаминдар (каротен), шулай уҡ К, Е һәм РР витаминдары бар. Бынан тыш был емеш калий, тимергә бай [17].

Донъяла шафталы етештереү

Шафталы етештереүсе төп өлкәләр — 45° с.ш. һәм 30° ю.ш. Уңышы 20-40 т/га [18].

Донъяла шафталы етештереү

(нектарин менән бергә) йылдар буйынса(мең тонна)

19655816
19706371
19756542
19807535
19857752
19909397
199510 913
200013 370
200517 790
201020 540
201523 890
201724 665
23 төп шафталы етештереүсе
(нектарин менән бергә; мең тонна) [26]
Страна198519952005201520182020
 ҠХР70727707649136681519515000
 Испания547661126115819031306,0
 Италия142413281693142210901015,4
 Төркиә200340510642789892,0
 Греция5471034864521968890,6
 Иран70160439781645663,6
 АҠШ116411981302927700560,0
 Мысыр13267360269246337,9
 Чили143275311335319307,8
 Һиндостан6589174271278265,7
 Аргентина287199272266226221,7
 Бразилия99150235216219201,9
Ҡалып:ROK131129223237205189,1
 Алжир203895177190186,4
 Үзбәкстанн/д6756220161184,3
 Франция488529402271184179,0
 Мексика174120208176160173,0
 КАР136184172193152172,3
Марокко25305591158159,5
 Тунис2548105138118150,0
КНДР85100124121121121,8
Пакистан1245707188108,7
 Япония20516317412111398,9
Россия23383236,540,0
Источник: Продовольственная и сельскохозяйственная организация ООН
Ботаҡтағы шафталы емеше
шафталы ағасы
Шафталы баҡсаһы
Шафталы уртаға киҫелгән
Йәлпәк емеш, Ҡытайҙа сыҡҡан (:en:Saturn Peach) инжир шафталыһы
Шафталы сәскә ата
Уртаға киҫелгән шафталы

Сәнғәттә шафталы емеше

Ҡарағыҙ

  • Девочка с персиками


Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары