Ширваншаһтар һарайы

Ширваншаһтар һарайы (әзерб. Şirvanşahlar sarayı) — Ширван дәүләте хакимдары - ширваншаһтарының элекке, Әзербайжандың баш ҡалаһы Баҡыла урынлашҡан һарайы.

Ширваншаһтар һарайы
әзерб. Şirvanşahlar sarayı
Нигеҙләү датаһыXV быуат
Рәсем
Дәүләт Әзербайжан
Административ-территориаль берәмекСабаилский район[d]
Архитектура стилеШирван-Апшерон архитектура мәктәбе[d]
Төп төҙөлөш ойошмаһыШирваншаһ
Рәсми сайтshirvanshahs.az
План помещения
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы(iv)[d]
Категория Викисклада для интерьера элементаCategory:Interior of the Shirvanshahs palace[d]
Карта
 Ширваншаһтар һарайы Викимилектә

Комплекс булып тора, унда һарайҙан тыш диванхана, ширваншаһтар төрбәһе, 1441 йылғы манаралы һарай мәсете, һамам һәм һарай ғалимы Сәйед Яхья Баҡыуи төрбәһе инә. Һарай комплексы XIII быуатта төҙөлгән[1] XVI быуат [2] (ҡайһы бер биналар XV быуат башында ширваншаһ Хәлилулла идара иткәндә төҙөлгән[3]. Һарайҙы төҙөү Шемахиның баш ҡалаһы Баҡыға күсерелгәс кәрәк булған[2][4] [4].

1964 йылда һарай комплексы музей-ҡурсаулыҡ тип иғлан ителгән һәм дәүләт ҡурсыуына алынған. 2000 йылда уникаль архитектура һәм мәҙәниәт ансамбле ЮНЕСКОның мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелгән. Ширваншаһтар һарайы бөгөн дә Әзербайжан архитектураһы ынйыларының береһе тип һанала [5].

Урынлашҡан ере

Һарай бинаһы Баҡылағы убала, Эскәре шәһәр тип аталған иң боронғо урынында төҙөлгән. Барлығы бер гектар самаһы ер биләй [6]. Эргәлә һарайға ҡағылышлы йәнә бер нисә ҡоролма бар. Улар берлектә тотош комплекс барлыҡҡа килтерә. Быларға манаралы һарай мәсете, төрбә, диванхана һәм Сәйед Яхъя Баҡыуи төрбәһе, һарай яны ҡоролмаларына емерек һамам менән овдан инә.

Убала булыуы арҡаһында ла, архитектураһы менән дә айырылып, алыҫтан уҡ күренеп тора[7]. Элек һарай башнялы ҡәлғә менән уратып алынған булған, тик хәҙер уларҙың нигеҙҙәре генә 1920-се йылдарҙа саҡ-саҡ беленеп торған[7].

Һарай тарихы

Баҡы һарай мәсете манараһы. Хәлилулла I исеме яҙылған. Һижри 1441-1442

Бинаның төҙөлгән ваҡытын һарай комплексындағы архитектура ҡомартҡыларындағы яҙмалар буйынса ғына билдәләнә. Ундай яҙмалар тик төрбәлә һәм һарай мәсете манараһында ғына һаҡланған. Төҙөтөүсе тип Хәлилулла I тип яҙылған. Төрбәлә һижри 839 йыл (миләди 1435/36), манарала — 845 йыл (миләди 1441/42 йыл) күрһәтелгән [3][3].

Комплекс элек ҙурыраҡ урын биләгән, унда хеҙмәттә тороусылар һәм хеҙмәтселәр өсөн биналар булған [8].

1501 йылға тиклем мәғлүмәттәр табылмаған. Баҡы яуланғас, күпмелер ваҡыт сәфәүиҙәр идарасылары хакимлыҡ итеп алған. XVI быуаттың тәүге яртыһында һарайҙа кемдәр йәшәгәне билдәле түгел[9].

1578 йылда төрөктәр Баҡыны ала. Осман империяһы ваҡытынан һарай диуарындағы ҡапҡа ҡалған. Яҙманан күренеүенсә ул солтан Морад III тарафынан төҙөтөлгән. (1574—1595 йылдарҙағы хаким)[10]

Әҙәбиәттә был ваҡытта төрөк пашалары йәшәүе тураһында яҙмалар осрай [11], Көнсығыш ҡапҡа шуға дәлил булып тора ла инде [12].

Баҡы һарайының көньяҡ-көнсығыш яҡтан күренеше. XIX быуат уртаһы. Рәссәм Георгий Гогенфельден[13]. Алғы планда солтан Морад III исеме яҙылған ҡапҡа (Көнсығыш портал)

XVII быуатта һарай бушап ҡала. Капуциндар ордены вәкиле Патер Рафаэль дю Ман 1660 йылғы әҫәрендә ширваншаһтар һарайын һүрәтләй һәм уның емерелеүе, тулыһынса бушап ҡалыуы тураһында яҙа[14]. 1723 йылда Баҡыны Петр I ғәскәре уратып ала, ҡаланы аттыралар. Шул арҡала һарайҙың көньяҡ-көнсығыш диуарҙары зыян күрә. Шундай хараба хәлендә һарай XIX быуатта Рәсәй хәрби ведомствоһы ҡарамағына бирелә[12].

Рәсәй хәрби ведомствоһы һарайҙы өлөшләтә ремонтлата. Бер үк ваҡытта биналарҙы үҙгәртеп ҡороу, ҡорал һаҡлауға ҡулайлаштырыу башлана. Ремонт ваҡытында бик мөһим деталдәр исраф ителә[12].

Келәттәр эшләр өсөн диуарҙар емертелә, ҡалған тиклем көмбәҙҙәр юҡҡа сығарыла, тәҙрәләрҙе бәлкәй генә итеп ҡалдыралар һәм башҡалар[12].

Шул осорға Урыҫ православ сиркәүе һарай урынында собор төҙөтөргә рөхсәт һорай. Ҙур келәттәр кәрәк булыу арҡаһында ғына һарайҙы уға бирмәйҙәр [15][16].

Хәрби ведомство һарайҙы һанһыҙ үҙгәртеп ҡора-ҡора көнсығыш фасадҡа баҫҡыс эшләй, көньяҡ ихатаны бойницалы таш диуар менән уратып ала. Был диуар һарай диуарҙарының һаҡланып ҡалған нигеҙҙәренә ҡорола [17]. Һарай ансамбле әле лә шул XIX быуаттың беренсе яртыһында төҙөлгән ҡәлғә диуарҙары менән уратылған[8].

Әзербайжан Демократик Республикаһы 19181920 йылдарҙа архитектура ҡомартҡыларын өйрәнеү һәм теркәү буйынса күпмелер эш башҡара. 1918 йылда архитектор-техник Исмаил бәк Нәби улы бик сифатлы итеп һарайҙың һыҙмаларын эшләй. 1920 йыл башында «Мосолман Шәрҡен өйрәнеү йәмғиәте»ндә Исмаил бәк Нәби улы һыҙмаларҙы күрһәтеп телмәр тота. Йәмғиәттең президиумы һайлана, һарайға экскурсиялар ойошторорға ҡарар ителә. Был әзербайжан халҡының тәүге тапҡыр күмәкләп тарихи архитектура мираҫына йәлеп итеү булып тора[16].

1920 йылда Әзербайжан ССР-ы хөкүмәте ҡомартҡыны һаҡлау буйынса саралар күрә башлай[18]}}

«Баҡы хан һарайы» ( Кей-Кубада мәсете күренә. XIX быуат. Ричард Тиле фотографияһы

[19]]]

1924 йылда эштәр дауам иттерелә. [20].

19371938 йылдарҙа үткәрелгән археологик ҡаҙыныуҙарҙа XII—XV быуаттарға ҡараған байтаҡ артефакттар табыла. 1945 йылда һаҡланып ҡалған ҡоролмаларҙың нигеҙҙәре аҫтында бик тәрәндә тығыҙ ултырған мәхәлләләр ҡалдыҡтары табыла. Күп һанда керамика һауыттар ярсыҡтары, тәңкәләр VIII —IX быуаттарға ҡарай[21].

Күпмелер ваҡыт бинала Әзербайжан халыҡ музейы һәм Дин тарихы музейы урынлашып тора[22]. 1960 йылда һарай архитектура ҡурсаулығына әйләндерелә, ул 1964 йылдан « Ширваншаһтар һарайы комплексы» Дәүләт тарихи-архитектура музей-ҡурсаулығы тип атала [23].

1992 йылда яңынан реставрация эштәре башлана[24]. 2000 йылда ЮНЕСКО-ның 24-я сессияһында Әзербайжандан Ширваншаһтар һарайы һәм йәнә бер нисә ҡомартҡы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә. 2006 йылда һарай яңынан реставрациялана[25].

Һарай планы

1 — Һарай; 2 — Диван-ханә; 3 — Сәйид Яхья Баҡыуи төрбәһе; 4 — Емерелгән Кей-Кубад урыны; 5 — Көнсығыш портал; 6 — Һарай мәсете; 7 — Кәшәнә; 8 — Һамам урыны; 9 — Овдан.

Һарай комплексының ҡоролмалары

Ширваншаһтар һарайы панорамаһы. Һулдан уңға: Баҡы һарай мәсетенең манараһы; һарайҙың көньяҡ фасады; Кей-Кубад мәсете харабалары, Сәйид Яхья Баҡыуи мавзолейы. Алғы планда «Бәил таштары» — Сәбәил һарайы ҡалдыҡтары. XIII быуат

Һарай

Һарай бинаһы бер юлы ғына төҙөлмәгән. Иң тәүге өлөш XIV быуатта башланған булғандыр[26][27].

Һарайҙа тар ғына бормалы өс баҫҡысы менән берләштереп торған 52 бүлмә булған: 27 - аҫҡы, 25 - икенсе ҡатта[27] (әле икенсе ҡатта 16 бүлмә)[22], бейек һигеҙ мөйөшлө тантаналар көмбәҙле залы бар[28]. Был зал ҡабул итеү залы булғандыр тип фараз итәләр[29]. икенсе ҡатта шулай уҡ шаһ һәм уның ғаиләһенең бүлмәләре була[22].

Һарайҙың таштары төҫө, киңлеге һәм фактураһы, шулай уҡ селтәрле «шебеке» менән айырылып тора[29].

Һарайҙа археологик ҡаҙыныуҙар ваҡытында комплекс эсендә һәм Эскәре шәһәрҙә, Ширванда табылған төрлө көнкүреш әйберҙәре, XII—XV быуат тәңкәләре, һауыт-һаба, ҡоралдар, XV быуат уйын ҡоралдары ҡуйылған. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ кейемдәре (XIX быуат), XVII быуатта Баҡыла һуғылған келәм бар. Зал үҙәгендә ҡаланың тарихи өлөшө макеты урын алған.

Диванхана

Диван-ханә ротонда-павильоны

Ширваншаһтар һарайының төньяғындағы баҡсанан юл Диванханаға килтерә, ул өс яҡтан аркада менән уратылған. Уның уртаһында һигеҙ мөйөшлө ротонда-павильон. Ротонданың көнбайыш фасады арабеска менән биҙәлгән[30][31].

Диванхана хөкөм сығарыу урыны булып хеҙмәт иткән тип фараз ҡылалар [32], ҡабул итеү бүлмәһе йә дәүләт шураһы[33], төрбә булыуы ла мөмкин[34]. Стиль үҙенсәлектәре һәм биҙәү эштәре тамамланмаған булыуы Диванхана XV быуатта, Баҡыны сефевиҙәр алған саҡҡа тура килеүен фараз итергә сәбәп бирә. Залға ингән ерҙә Ҡөрьән сүрәләре яҙылыуы уның мемориал әһәмиәте булуын күрһәтә[35]. Бретаницкий Диванхана XV быуат аҙағында, ширваншаһ Фаррух Йасар ваҡытында төҙөлә башланып, сәфәүиҙәр баҫып алыу тамамларға мөмкинлек бирмәгән тип һанаған[36].

Оригиналь архитектура ҡоролошо Исламға тиклемге ерләү йолаһын да сағылдыра[37]. Тарихсы Сара Ашурбәйли Исламға тиклем осорҙа Диванхана изге урын һаналған тигән фекер белдерә[38].

Сәйед Яхья Баҡыуи төрбәһе

XV быуат төрбәһендә Хәлилулла I хакимлығы ваҡытында һарай ғалимы булған Сәйед Яхья Баҡыуи ерләнгән. Ул медицина, математика һәм астрология менән шөғөлләнгән [39] [40]. Аббасҡули аға Бакиханов Бакыуи намаҙ уҡыған бүлмә әле лә бар тип һанай[41].

Кей-Кубад мәсете

Баҡыуи төрбәһе янында иҫке мәсет ҡалдыҡтары

Элгәре Сәйед Яхья Баҡыуи төрбәһе янына мәсет төҙөлгән булған, уны «иҫке» мәсет тип атап йөрөткәндәр. Шулай уҡ «Кей-Кубад мәсете» тигән атамаһы ла бар[42]. XIV быуат аҙағында XV быуат башында боронғораҡ бина емерелгәс төҙөлгән [43]. Мәсеттең дүрт бағанаға беркетелгән көмбәҙе булған. 1918 йылда мәсет янғын ваҡытында янып бөтә [44]. Мәсеттең һүрәте 1888 йылда Баҡыла булып киткән Андрей Павлинов әҫәрендә һаҡланған, ул «Материалы по археологии Кавказа» журналының 3-сө сығарылышында баҫылған (Мәскәү, 1893)[45]}}XX быуаттың 20-се йылдарында мәсеттең бер колоннаһының аҫҡуймаһы склепҡа төшә торған баҫҡысты ҡаплап торғаны асыҡланған. Был соҡорҙа егермеләп кеше һөйәге табылған. Күрәһең, бында зыярат булғандыр[46].

Хәҙерге ваҡытта ҡасандыр мәсет торған урында ике колонна бар, һәм ҡыйыҡлы диуар өлөшө һаҡланған.

Көнсығыш портал

Көнсығыш порталдың дөйөм күренеше

Комплекстың көньяҡ ихатаһына Көнсығыш портал, йәки «Морад ҡапҡаһы» аша инеп йөрөгәндәр. Шул порталды төҙөгәс, ансамбль тамамланған төҫ алған. Портал уйымындағы яҙманан күренеүенсә, уны Баҡыны османлылар алған саҡта төҙөгәндәр[40]. Ул бик бай булмауы һәм биҙәктәре ярлыраҡ булыуы менән айырыла. Порталдың өҫ яғында ғәрәп телендә яҙма бар. Ул бинаның Солтан Мурад хан тарафынан һижри 994 йылда төҙөлөүен бәйән итә[47].

Һарай мәсете

Һарай мәсетенең көнсығыштан күренеше

Түбәнге ихатаның алғы өлөшөндә манаралы мәсет урынлашҡан. Төньяҡ портал ширваншаһтар төрбәһенә төбәлгән. Ике яҡтылыҡ төшкән зал сферик елкән көмбәҙ менән ҡапланған[48].

Мәсет миһрабы залдың көньяҡ ҡабырғаһында. Ҡатындар яғында ла көмбәҙле бина бар[48].

Төньяҡ-көнсығыш мөйөштә манара күтәрелгән[49] манаралағы яҙмала Аллаһыға һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәргә маҡтау әйтелә, манараны бөйөк солтан Халиллула төҙөтөүе әйтелә (845 һ.й. — 1441/2 миләди.)}}

Яҙма манара төҙөлгән ваҡытты ғына белдерә, мәсет алданыраҡ төҙөлгән була[50].

Кәшәнә

Кәшәнәнең төньяҡтан күренеше

Шаһ мәсете янында Ширваншаһтар кәшәнәһе ҡоролған[51]. Бина өҫтөндә бик бай биҙәлгән портал. Ул Диванхана порталының композицияһын ҡабатлай[52]. Порталда Ҡөрьән сүрәһе (XII сүрә, 92-се аят) һәм хәҙис) яҙылған.

Кәшәнә порталы

Порталда кәшәнәне төҙөүсе-архитектор исеме яҙылған[53]. Порталға ингән ерҙәге яҙма төҙөлгән ваҡытты һижри 839 йыл тип билдәләй (1435−1436 йылдар) һәм төрбәне ширваншаһ Хәлиулла улына һәм әсәһенә бағышлап төҙөтөүе әйтелә [54]

Порталдан ары ҙур булмаған бүлмәләр, улар руханиҙар өсөн тәғәйенләнгән булғандыр[54].

Кәшәнә эсендә ҡәберҙәр

Төрбәлә археологик ҡаҙыныуҙар үткәргәндә бер нисә архитектура деталдәре табыла, шулай Хәлилулланың ғаиләһе ҡәберҙәре асыҡлана. 1946 йылда төрбә иҙәне аҫтында 14 ҡәбер табыла[55]. Хәлилулланың ғаилә ағзалары исемдәрен уларға бағышланған мәҙхиәләрҙән асыҡлап була [56].

Ширваншаһтар һамамы

Комплекстың аҫҡы ихатаһында һамам һаҡланған. XV быуатта төҙөлгәндер тип фараз ителә[57]. Уның аҫҡы диуарҙары һаҡланып ҡалыуы арҡаһында эске ҡоролошон тергеҙә алғандар [58].

Һарай һамамы Шәреҡтең күпселек илдәрендәге кеүек үк соҡорға төшөрөп эшләнгән, тыштан тик инә торған урын һәм ҙур залдарҙың елләтеү өсөн тишекләп эшләнгән көмбәҙҙәре генә күренеп торған[58]. Апшерон ярымутрауындағы барлыҡ һамамдар ҙа шулай соҡорға һалынған булған[59].

Мунса инеүсе кейенеп-сисенгән урындан һабанланыу бүлмәһенә эләккән, ары процедуралар өсөн төрлө температуралы бүлмәләр киткән[58]. Бүлмәләр температураны көйләрлек итеп урынлаштырылған булған[59]. Бер камерала ҡайнар һыулы ҙур һауыт торған. Ятаҡтар, диуарҙар эҫе үткәрә торған каналдар менән йылытылған[58].

Овдан

Һарай овданы ишек алды

Һамамдан алыҫ түгел овдан — бик ҙур һыу һаҡлағыс булған. Был овдан һарайҙы ғына түгел, бер үк ваҡытта тотош мәхәлләне һыу менән тәьмин иткән. Овданға һарай һамамы өсөн дә һыу алғандар [58].

Овдан — ер аҫтында тәрәндә эшләнгән һыу һаҡлағыс, ул махсус вертикаль шахта ярҙамында елләтелеп торған[58].

Һыу овданға бик тәрбиәләп тотолған ер аҫты һыу үткәргес — кәхриз аша бирелгән. Һыу ала торған урын ҡаланан ярайһы алыҫта булған [58].

Мәҙәниәттә

Ширваншаһтар һарайы һүрәттәрен Григорий Гагарин, Георгий Гогенфельден, Ричард Тиле әҫәрҙәрендә күрергә мөмкин. 1990 йылда һарайға арналған СССР почта маркаһы сығарылған. Һуңғараҡ Әзербайжан Республикаһы почта маркалары ла донъя күргән. Шулай уҡ Ширваншаһтар һарайы 10000 манатлыҡ әзербайжан банкнотаһында ла төшөрөлгән. Һарайҙы һүрәтләү Ҡорбана Сәидтең «Али һәм Нино» романында бирелгән.

Һарай комплексы кинематографта

Ширваншаһтар һарайы архитектураһы бер нисә тапҡыр Леонида Гайдайҙың «Бриллиантовая рука» фильмында күренеп ҡала[60]

Иҫкәрмәләр

  • 2,0 2,1 Бретаницкий, Веймарн, 1976, с. 106
  • 3,0 3,1 3,2 Левиатов, 1944, с. 19
  • 4,0 4,1 Искусство Азербайджана // Всеобщая история искусств. — Искусство, 1961. — Т. 2-й. — С. 113.
  • Walled City of Baku with the Shirvanshah's Palace and Maiden Tower (ингл.). Официальный сайт ЮНЕСКО. (2000). Архивировано 22 март 2012 года.
  • Бретаницкий, 1970, с. 47
  • 7,0 7,1 Левиатов, 1944, с. 7
  • 8,0 8,1 Бретаницкий, Веймарн, 1976, с. 108
  • Левиатов, 1944, с. 20
  • Перевод всех надписей комплекса дворца ширваншахов сделан А. Алескерзаде и взят из приложения к книге И. П. Щеблыкина — «Краткий очерк истории дворца ширваншахов». Изд. АзФАН, 1939 г. Перевод им же исправлен и дополнен в 1942 г.
  • Пахомов, 1924, с. 106
  • 12,0 12,1 12,2 12,3 Левиатов, 1944, с. 21
  • 13,0 13,1 13,2 И. Н. Берёзин. часть III-я // Путешествие по Дагестану и Закавказью. — 2-е. — Казань: Университетская типография, 1850.
  • Средневековый Восток / Редколлегия: Г. Ф. Гирс (председатель), Е. А. Давидович, С. Б. Певзнер, И. В. Стеблева. — Наука, 1980. — С. 22. — 318 с.
  • История Азербайджана. — Б.: Издательство Академии наук Азербайджанской ССР, 1960. — Т. 2-й. — С. 359.
  • 16,0 16,1 Алиев М. А. Об изучении исторического наследия по архитектуре Азербайджана дореволюционного периода // Доклады Академии наук Азербайджанской ССР. — 1971. — С. 78-80.
  • Левиатов, 1944, с. 22
  • Пахомов, 1924, с. 107
  • А. М. Павлинов. Баку // Материалы по археологии Кавказа (выпуск III). — М.: Издательство БОНО, 1893. — С. 81-91.
  • Левиатов, 1944, с. 25
  • Бретаницкий, 1970, с. 11
  • 22,0 22,1 22,2 Dünya Əhəmiyyətli Abidələr (әзерб.). Официальный сайт Управления государственного историко-архитектурного заповедника Ичери-Шехер.. Архивировано 15 ноябрь 2009 года. 2009 йыл 15 ноябрь архивланған.
  • Советский музей. — Искусство, 1984. — С. 28.
  • Встреча Президента Азербайджанской Республики Гейдара Алиева во дворе Музея дворца Ширваншахов с известными представителями интеллигенции, деятелями литературы и искусства, музыкантами по случаю Новруз байрама - 21 марта 1998 года // Бакинский рабочий : газета. — 26 марта 1998 года.
  • Рена Рзаева, директор Дворца Ширваншахов: «Наши двери всегда открыты для гостей» // Азербайджанские известия : газета. — 13 августа 2011.
  • Ашурбейли, 1992, с. 175
  • 27,0 27,1 Левиатов, 1944, с. 10
  • [[#CITEREFЛевиатов1944|Левиатов, 1944]], с. 13
  • 29,0 29,1 Бретаницкий, Веймарн, 1976, с. 110
  • Jonathan M. Bloom, Sheila Blair. The Grove Encyclopedia of Islamic Art and Architecture. — Oxford University Press, 2009. — Т. 2. — С. 240. — 513 с. — ISBN 9780195309911.
  • Бретаницкий, Веймарн, 1976, с. 113
  • Сысоев В. М. Баку прежде и теперь. — Б., 1928. — С. 16.
  • Дадашев, Усейнов, 1946, с. 22
  • Бретаницкий Л. К. К вопросу назначения и датировки «Диван-хане». — Б.: Искусство Азербайджана, 1956. — Т. V. — С. 138, 142, 161.
  • Бретаницкий, Веймарн, 1976, с. 115
  • Бретаницкий, 1970, с. 58
  • Бретаницкий, Веймарн, 1976, с. 116
  • Ашурбейли, 1992, с. 167
  • Левиатов, 1944, с. 41
  • 40,0 40,1 Бретаницкий, Веймарн, 1976, с. 120
  • А. К. Бакиханов. Гюлистан-Ирам. — Баку, 1970. — С. 209.
  • Ашурбейли, 1992, с. 171
  • Ашурбейли, 1992, с. 172
  • Левиатов, 1944, с. 42
  • А. М. Павлинов. Баку // Материалы по археологии Кавказа (выпуск III). — М.: Издательство БОНО, 1893. — С. 85.
  • Левиатов, 1944, с. 43
  • Ашурбейли, 1992, с. 173
  • 48,0 48,1 Бретаницкий, Веймарн, 1976, с. 118
  • Бретаницкий Л. С., 1966, с. 239
  • Дадашев, Усейнов, 1946, с. 11
  • Дадашев, Усейнов, 1946, с. 25
  • Дадашев, Усейнов, 1946, с. 26
  • Ашурбейли, 1992, с. 168
  • 54,0 54,1 Дадашев, Усейнов, 1946, с. 27
  • Ашурбейли, 1992, с. 169
  • Ашурбейли, 1992, с. 169-170
  • Бретаницкий Л. С., 1966, с. 540
  • 58,0 58,1 58,2 58,3 58,4 58,5 58,6 Бретаницкий, 1970, с. 67
  • 59,0 59,1 Мамед-заде, 1983, с. 53
  • Леонид Гайдай - 90 лет: "Бриллиантовая рука" - история съемок в Баку // trend.az. — 30 января 2013.
  • Әҙәбиәт

    • Ахундов, Давуд Ага оглы Мечеть в комплексе Дворца ширваншахов в Баку // Памятники архитектуры Азербайджана : Сборник материалов. — Баку: Азернешр, 1950.
    • Ашурбейли, Сара Балабек кызы. История города Баку. Период средневековья. — Б.: Азернешр, 1992. — 408 с. — ISBN 5-552-00479-5.
    • Бретаницкий, Леонид Семёнович. Баку. — Ленинград-Москва: Искусство, 1970. — 245 с.
    • Бретаницкий, Леонид Семёнович. Зодчество Азербайджана XII-XV вв. и его место в архитектуре Переднего Востока. — Наука, Главная редакция восточной литературы, 1966. — 556 с.

    Һылтанмалар

    🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары