Яшин Лев Иванович

совет футболсыһы

Лев Ива́нович Я́шин (21 октябрь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[1][2][3][…] или 22 октябрь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}), Мәскәү, РСФСР, СССР[1][4]20 март 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[5][6] (60 йәш), Мәскәү, РСФСР, СССР) — СССР футболсыһы, ҡапҡа һаҡсыһы, Мәскәүҙең «Динамо» футбол клубы һәм СССР йыйылма командалары өсөн сығыш яһай. 1956 йылда Олимпия чемпионы һәм 1960 йылда Европа чемпионы, 5 тапҡыр СССР чемпионы, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1957). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1990). Полковник. 1958 йылдан КПСС ағзаһы .

Яшин Лев Иванович
рус. Лев Иванович Яшин
Рәсем
Затир-ат
Гражданлыҡ СССР
Спортта ил өсөн сығыш яһай СССР
ҠушаматЧёрный паук һәм Чёрная пантера
Тыуған көнө21 октябрь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[1][2][3][…] или 22 октябрь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыныМәскәү, РСФСР, СССР[1][4]
Вафат булған көнө20 март 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[5][6] (60 йәш)
Вафат булған урыныМәскәү, РСФСР, СССР
Үлем төрөтәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбеАшҡаҙан яман шеше[d]
Ерләнгән урыныВаганьков зыяраты[d]
Туған телурыҫ теле
Һөнәр төрөфутболсы, хоккейсы
Командалағы уйын позицияһыҡапҡасы[d]
Уҡыу йортоРәсәй дәүләт физик культура, спорт, йәштәр һәм туризм университеты[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы1971
Сәйәси фирҡә ағзаһыСоветтар Союзы Коммунистар партияһы
Спорт командаһы ағзаһыДинамо[d], Динамо (хоккей клубы, Мәскәү) һәм Футбол буйынса СССР йыйылма командаһы
Масса82 килограмм[7]
Сәләмәтлек торошоампутация[d]
Спорт төрөФутбол һәм Шайбалы хоккей
ҠатнашыусыЧемпионат мира по футболу 1970[d], Чемпионат мира по футболу 1966[d], Чемпионат мира по футболу 1962[d], Чемпионат мира по футболу 1958[d], Летние Олимпийские игры 1956[d], Чемпионат Европы по футболу 1960[d] һәм Чемпионат Европы по футболу 1964[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Бейеклеге/буйы189 сантиметр[7]
 Яшин Лев Иванович Викимилектә

ФИФА[8], МФФИИС[9], World Soccer, Football France һәм Placar версиялары буйынса XX быуаттың иң яҡшы ҡапҡасыһы[10][11]. Venerdì[12], Guerin Sportivo[13], Planète Foot[14] һәм Voetbal International версиялары буйынса XХ быуаттың иң яҡшы уйынсылары исемлегенә ингән[15]. Спорт тарихында «Алтын туп» алыуға өлгәшкән берҙән-бер ҡапҡасы. Донъя футболында уйындан сығыу һәм тотош штраф майсансығында уйынды яҡшы үҙләштергән тәүге ҡапҡа һаҡсыларының береһе.

Биографияһы

Бала сағы, үҫмер йылдары

Лев Иванович Яшин 1929 йылдың 22 октябрендә Мәскәүҙә, Богородское районында тыуа. Атаһы, Иван Петрович, юғары квалификациялы слесарь була[16], Тушинолағы оборона авиация заводында шымартыусы булып эшләй, әсәһе, Анна Митрофановна, «Красный богатырь» заводында эшләй . Яшиндар Анна Митрофановнаның ҡустылары һәм һеңлеләре менән бергә Миллионная урамындағы 15-се һанлы йортта бер ғаилә булып йәшәй. Лев Яшин бала саҡтан ихаталағы малайҙар менән туп тибә. Иртә яҙҙан көҙ һыуыҡтарына саҡлы көнө буйына, ҡараңғы төшкәнсе футбол уйнайҙар. Лев Иванович ошо уйындарҙа ҡапҡа һаҡсыһы тәжрибәһен туплай башлай ҙа инде[17]. Ҡышҡыһын ихатала туңдырылған боҙҙа туплы хоккей уйнайҙар. Футбол менән хоккейҙан тыш балалар араһында лапта, саңғы менән трамплиндан һикереү уйындары ла бик популяр була. Яшин бала сағындағы мауығыуҙарҙы шулайыраҡ хәтерләй: «Йығылып ҡул-аяҡ һыҙырыуҙар, тәндең күгәреүҙәре беҙҙе бейеклектән ҡурҡмайынса, аяҡта ныҡ баҫып торорға өйрәтте». Ошондай күнегеүҙәр уны ҙур спортта сығыш яһарлыҡ итеп әҙерләгән дә инде[18].

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда 11 йәшлек Яшин Подольск ҡалаһы янында йәйге каникул осорона ял итеү өсөн туғандарына ебәрелгән була. Иван Петрович эшләгән завод октябрҙә Ульяновск ҡалаһына эвакуациялана; бөтә ғаилә менән шунда күсенәләр, 12 йәшлек Леваға ла завод станоктарын бушатыуҙа ҡатнашырға тура килә[17]. 1943 йылдың яҙында Яшин слесарь өйрәнсеге булып атаһы эшләгән заводҡа эшкә төшә. Лев Яшин 16 йәшендә тәүге наградаһы — миҙалдар «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[16].

Спорт карьераһы

Яшиндар Мәскәүгә 1944 йылда ҡайта. Лев заводта эшләй һәм бөтә буш ваҡытын яратҡан уйынына арнай — Тушиноның йыйылма командаһында ҡапҡа һаҡсыһы була. 18 йәштә армия сафына алына. Хәрби хеҙмәте Мәскәүҙә үтә уның, бына ошонда уны «Динамо» (Мәскәү) футбол клубы тренеры А. И. Чернышёв күреп ҡала һәм йәш спортсыны клуб командаһына саҡыра. 1949 йылдың яҙында Яшин төп команданың өсөнсө һанлы ҡапҡа һаҡсыһы булып китә — Алексей Хомич менән Вальтер Санайҙың дублеры итеп тәғәйенләйҙәр[19]. Шул мәлдән алып Лев Яшин, 1971 йылда футбол карьераһы тамамланғансы, тик ошо клуб өсөн уйнай.

Спорт карьераһы башланғанда Яшин хоккей ҙа уйнай (1950—1953 йылдарҙа). 1953 йылда ул Хоккей буйынса СССР кубогын ала һәм, ҡапҡа һаҡсыһы булып уйнап, СССР чемпионаты призеры ла булыуға өлгәшә. 1954 йылғы хоккей чемпионаты алдынан хоккей буйынса СССР йыйылма командаһына кандидат була, ләкин футболға нығыраҡ иғтибар бүлергә ҡарар итә.

1950-се йылдар башында көйәрмәндәр «Юлбарыҫ» тип атаған Алексей Хомич "Динамо"ның төп ҡапҡа һаҡсыһы була. Тик 1953 йылдан башлап ҡына Яшин «Динамо» ҡапҡаларында беренсе урынды биләй башлай.

Лев Яшин үҙ клубы менән биш тапҡыр (1954, 1955, 1957, 1959 и 1963 годы) СССР чемпионы була һәм өс тапҡыр футбол буйынса СССР Кубогын яулауға өлгәшә.

1954 йылдан Яшин — СССР йыйылма командаһының ҡапҡа һаҡсыһы, был урында ул 78 матч үткәрә. 1956 йылда йыйылма команда менән Мельбурнда Олимпия уйындарында һәм 1960 йылда Европа Кубогы өсөн ярышта еңеү яулай.

1959 йылда «Торпедо» клубы өсөн өс иптәштәрсә матчта[20][21] уйнай.

Ул йыйылма командаһы составында өс тапҡыр футбол буйынса донъя чемпионаты финалында уйнай: 1958 йылда Швецияла, 1962 йылда Чилила һәм 1966 йылда Англияла. Донъя чемпионаттарындағы иң юғары ҡаҙаныштары — 1966 йылғы чемпионатта дүртенсе урын. Шулай уҡ 1970 йылда Мексикала үткән донъя чемпионатында өсөнсө ҡапҡа һаҡсыһы тип иғлан ителә, әммә уйындарҙа ҡатнашмай.

Игорь Нетто һәм Лев Яшин

1963 йылдың 23 октябрендә Лондонда, «Уэмбли» стадионында, Лев Яшин донъя йыйылма командаһы составында инглих футболының йөҙ йыллығына арналған «Йөҙ йыллыҡ матчында» Англияның йыйылма командаһына ҡаршы уйнай (2:1 иҫәбе менән матчта инглиздәр еңә; әммә Яшин ҡапҡаға бер генә тупты ла индермәй, икенсе таймда уны алмаштырған югослав Милутин Шошкич ике тапҡыр үҙ ҡапҡаһына туптың инеүенә юл ҡуя)[22]. Бөтә донъяла Яшинды йә «Ҡара ҡаплан» (ҡара ҡапҡа һаҡсыһы кейеме, йылдам хәрәкәте һәм акробатик һикереүҙәре өсөн), йәки «Ҡара үрмәксе» (оҙон ҡулдары өсөн) тип атайҙар[23].

1963 йылда Яшин Европаның иң яҡшы футболсыһы призын — «Франс-Футбол» аҙналыҡ гәзитенән «Алтын туп» яулай.

1971 йылдың 27 майында Мәскәүҙә В. И. Ленин исемендәге Үҙәк стадионда Лев Яшииндың футбол менән хушлашыу матчы була, унда бөтәһе 103 мең тамашасы ҡатнаша. Был матчта сборная клубов Бөтә Союз «Динамо» спорт йәмғиәте клубтарының йыйылма командаһы (матчта Мәскәү, Киев һәм Тбилиси футболсылары уйнайу) донъя «йондоҙҙары» йыйылма командаһына ҡаршы уйнай (был командала Эйсебио, Бобби Чарльтон, Герд Мюллер һәм башҡалар уйнай). Матч барышында Яшин үҙенең бирсәткәләрен 23 йәшлек ҡапҡа һаҡсыһы Владимиру Пильгуйға тапшыра (әммә Пильгуй аҙаҡ интервьюһында был фактты кире ҡаға)[22]. Матч 2:2 иҫәье менән тамамлана, ә Пильгуй артабан 11 йыл буйы "Динамо"ның ҡапҡа һаҡсыһы була.

Шул уҡ йылдың 31 авгусында Яшин тағы ла футбол яланына сыға; был юлы ул донъя «йондоҙҙары» йыйылма командаһы составында Италия йыйылма командаһына ҡаршы матчта ҡатнаша (матч йондоҙҙар файҙаһына 4:2 иҫәбе менән тамамлана)[24].

Рәсәйҙең почта маркаһы, 2015 йыл

Карьераһы тамамланғанға тиклем үк Л. И. Яшин Дәүләт үҙәк физик культура институты (Гцолифка) эргәһендәге тренерҙар мәктәбен тамамлай (1967 йылда). 1971 йылдан 1975 йылдың апреленә тиклем «Динамо» командаһы начальнигы. Йәш һәм талантлы футболсы тарҙан һуң, ҡайғы-хәсрәт менән футболсы А. Е. Кожемякиндың фажиғәһенән һуң Лев Иванович « әхлаҡи-тәрбиәүи эште йомшартыуҙа» ғәйепләнә. Ул «Динамо» йәмғиәтенең Үҙәк советына эшкә күсә: советтың хоккей һәм футбол бүлеге начальнигы урынбаҫары булып эшләй (1975 йылдан 1976 йылдың май айынан октябргә тиклем). Артабан СССР Спорт комитеты Футбол идаралығы начальнигының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары (1984 1976 йылдың октябренә тиклем), бер үк ваҡытта СССР Футбол федерацияһы рәйесе урынбаҫары була (1981 йылдан алып 1989 йылға тиклем). Тыуған йәмғиәте 1985 йылла «Динамо» йәмғиәтенә кире ҡайта һәм йәмғиәттең үҙәк советының тәрбиә эше буйынса өлкән тренеры вазифаһын башҡара[25]. СССР-ҙың икенсе йыйылма командаһында тренер булып эшләй һәм бер ни тиклем ваҡыт икенсе балалар командаһы тренеры була.

50 йәшенән һуң Яшиндың һул аяғында гангрена башлана, бик күп тәмәке тартыуы уны ошо сиргә юлыҡтыра. 1984 йылда уның аяғын ҡырҡалар. Операциянан һуң да тәмәке тартыуын ташламай. Марк Зайчик раҫлауынса, 1989 йылда, ветерандың йыйылма командаһы Израилгә барғанында Яшинға бушлай «бик яҡшы протез» эшләп бирәләр. Яшин Израилдә булған сағында Израиль йыйылма командаһының баш табибы Марк Росновский уға ярҙам итә[26].

1990 йылдың 18 мартында Лев Иванович Яшинға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» тигән маҡтаулы исем бирелә. Ә ике көндән һуң, 20 мартта СССР-ҙың данлыҡлы спортсыһы вафат була һәм Ваганьков зыяратында ерләнә

Ғаиләһе

Рәсәй Банкыһының Лев Яшин һүрәтләнгән иҫтәлекле тәңкәһе. 2 һумлыҡ, көмөш, 2009 йыл

Ҡатыны — Валентина Тимофеевна;

Ҡыҙы — Ирина;

Ҡыҙы — Елена.

Яшиндың ейәне — Василий Фролов та (22 февраль, 1986 йыл) футболда ҡапҡа һаҡсыһы була: "Динамо"ның алмаш составында, Петербургтың «Динамо» һәм «Зеленоград» командаларында уйнай, 2009 йылда ҙур спортта карьераһын тамамлай. Физик культура уҡытыусыһы, аҙағыраҡ балалар футбол командаһы тренеры була. 2012 йылдың яҙында Рәсәй йәштәр беренселеге уйындарының ике матчында судья ярҙамсыһы була.

Спорт ҡаҙаныштары

Команда

Динамо (хоккей клубы)

  • СССР Кубогын яулаусы: 1953
  • СССР чемпионатының бронза призеры: 1953

Динамо (Москва) (футбол клубы)

  • СССР чемпионы (5): 1954, 1955, 1957, 1959, 1963
  • СССР Кубогын яулаусы (3): 1953, 1967, 1970
  • СССР чемпионатының көмөш призер (5): 1956, 1958, 1962, 1967, 1970
  • СССР чемпионатының бронза призер: 1960

СССР йыйылма командаһы

  • Олимпия чемпионы (Мельбурн, 1956)
  • Европа кубагын яулаусы (Франция, 1960)
  • Европа кубогының көмөш призеры: 1964
  • Футбол буйынса донъя чемпионатының бронза призёры (4-се урын өсөн) (Лондон, 1966)
  • Победитель СССР Халыҡтары спартакиадаһында еңеүсе: 1956

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1990)
  • Ленин ордены (16.09.60, 1990)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1957, 1971)
  • Көмөш Олимпия ордены (1986)
  • Хеҙмәттәре өсөн Алтын орден, ФИФА (1988)
  • «1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» (1945)

Яшин әҙәбиәттә һәм фольклорҙа

Яшиндың спорт талантын Владимир Высоцкий «Вратарь» йырында сағылдыра.

Вот судья противнику пенальти назначает —
Репортёры тучею кишат у тех ворот.
Лишь один упрямо за моей спиной скучает —
Он сегодня славно отдохнёт!

Роберт Рождественский «Года летят» шиғырын Яшинға арнап яҙа:

Я славлю
ощущение броска!
Года летят,
и каждый
как пенальти,
который ты возьмёшь
наверняка!

Хәтер

Грозныйҙа Лев Яшин урамындағы йорттарҙың береһендәге яҙыу
  • 1997 йылда Мәскәүҙә «Лужники» спорт комплексында Яшинға һәйкәл ҡуйыла (скульпторы А. И. Рукавишников).
  • 1999 йылда Мәскәүҙә үҙәк «Динамо» стадионында һәйкәл ҡуйыла (скульпторы А. И. Рукавишников).
  • 2011 йылдың майында Грозныйҙың Косиор урамы Лев Яшин урамы тип үҙгәртелә.

Маркалар

  • Монтсерраттың 2-шәр долларлыҡ 4 марканан торған блогы. Футбол буйынса 1994 йылғы Донңя чемпионатына (АҠШ) арнала. Маркаларҙың береһендә Л. И. Яшин портреты һүрәтләнгән..

Кинематограф

  • х/ф «Лев Яшин. Вратарь моей мечты» (Рәсәй, 2019)

Яҙмалары

  • Яшин Л. И . Записки вратаря. — М.: Правда, 1976. — 64 с. — (Библиотека журнала «Огонёк»).
  • Яшин Л. И . Счастье трудных побед. — М.: Физкультура и спорт, 1985. — 208 с. — (Сердца, отданные спорту).

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары