Бысраныу

Бысраныу[3] (тирә-яҡ мөхит[4][5], тәбиғәт мөхите[6][7], биосфера, уларҙа ғәҙәти булмаған физик, химик йәки биологик агенттар (бысратыусы) барлыҡҡа килеүе, йәки уларҙың күп йылдар дауамындағы күрһәткестәрҙең уртаса кимәле артыу арҡаһында кире һөҙөмтәләргә килтереүе[8][9].

Бысраныу
Рәсем
Ҡайҙа өйрәнеләpollution and contamination[d]
Тасуирлау биттәреservicios.infoleg.gob.ar/…
Обрабатывается, смягчается или управляетсяpollution prevention[d][1] һәм Pollution control[d][2]
Вид с воздуха
Берекмәләреисемлекте ҡарағыҙ[d]
 Бысраныу Викимилектә

Төп субъектты билдәләгәндә тәбиғи һәм антропоген бысраныуҙарҙы бүлеп ҡарайҙар . Төп объекттар — тупраҡ, атмосфера иһәм һыу ятҡылыҡтары. Бысраныу төрҙәре буйынса кластарға бүлеү дүрт өлөштән тора: механик, физик, химик һәм биологик[10]. Дәүмәле буйынса иһә локаль, төбәк кимәлендә һәм глобаль бысраныуҙар айырып ҡарала [5].

Бысраныу төрҙәре

  • Биологик — бысратыусы булып кеше өсөн дә, дөйөм алғанда экосистема өсөн дә зыянлы организмдарҙың килеп сығыуы һәм үрсеүе. Улар тәбиғи юл менән дә, ә ҡайһы бер осраҡта - кеше эшмәкәрлеге эҙемтәһе үтеп инеүе мөмкин. Бының ҡушма өлөшө булараҡ микробиологик бысраныу ҙа иҫәпкә алына[11].
  • Механик — мөхиттең химик һәм физик инерт сүп-сар менән бысраныуы, ҡағиҙә булараҡ, уның сифаты насарайыуына килтерә һәм унда йәшәгән организмдарға йоғонто яһай. Ғәмлдә механик бысраныу физик-химичк бысраныу менән берлектә барыусан[12].
  • Физик — бысратыусы мөхиттең физик параметрҙары үҙгәреүенә килтерә. Быларға температура-энергетика (йылылыҡ менән бысраныу), тулҡын (яҡтылыҡ, тауыш, электромагнит бысраныу), радиациялы (радиоактив бысраныу) һәм башҡалар[13].
  • Химик — бысратыусы мөхиттең тәбиғи химик үҙенсәлектәре үҙгәреүенә килтерә: уларҙың концентрацияһы арта, йәки мөхиттә элек булмаған матдәләр үтеп инә. Химик бысраныуҙарға аэрозоль инә[14].

Бысраныу сығанаҡтары бүленеше

Тирә-яҡ мөхитте бысратыу[15]
Параметрик
 • йылылыҡ
 • тауыш
 • яҡтылыҡ
 • радиация
 • электромагнит
Биоценотик
 • борсолоуҙың комплекслы факторы
 • популяция балансы боҙолоу
 • көйләнмәгән йыйыу, аулау, атып алыу
 • осраҡлы һәм йүнәлешле интродукция һәм акклиматизация
 • тәбиғәттән кәрәгенән артыҡ алыу
Стациаль-деструктив
 • ағас ҡырҡыу
 • тупраҡ эрозияһы
 • һыу ағымын тейешһеҙ көйләү
 • ҡаҙылдыҡтарҙы карьер ҡаҙып сығарыу
 • юл төҙөлөшө
 • һаҙлыҡтарҙы киптереү
 • урбанизация
 • урман һәм дала янғындары
 • башҡалар
Ингредиентҡа бәйле
МинеральОрганик
 • ҡаҙылма яғыулыҡ яныу продукттары • көнкүреш йыуынтылары һәм сүп-сар
 • двигателдәрҙә яныу продукттары ↔ • микробиологик препараттар
 • Химик сәнәғәт ҡалдыҡтары ↔ • Аҙыҡ-түлек сәнәғәте ҡалдыҡтары
 • акваторияларҙа авария һөҙөмтәһендә ташлау ↔ • Малсылыҡ ҡалдыҡтары
 • Пестицидтар һәм ашлама • башҡалар
 • нефть сығарыу һәм нефть эшкәртеү ↔
 • тау эштәре убалары һәм террикондар
 • металлургия ҡалдыҡтары
 • башҡалар

Шулай уҡ ҡара

  • Космостағы сүп-сар
  • Яҡтылыҡ менән бысраныу

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Экологическая энциклопедия: В 6 т. / Глав. ред. В.И. Данилов-Данильян. — М.: ООО «Издательство „Энциклопедия“», 2010. — Т. 2. Г-И. — 448 с.
  • Экологический энциклопедический словарь / Глав. ред. А.С. Монин. — М.: Издательский дом «Ноосфера», 1999. — 930 с. — ISBN 5-8126-0003-1.

== СсылкиҺылтанмаларнешние ссылки}}

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары