Криптон

Криптон (лат. Krypton, Crypton, Kr) — Менделеевтың периодик таблицаһының 4-се осоро, 18-се төркөм элементы. Тәртип номеры — 36. Криптон — инерт бер атомлы газ, төҫө, тәме һәм еҫе юҡ. Атом массаһы элементы 83,798(2)

Криптон
Рәсем
Масса83,798 ± 0,002 массаның атом берәмеге[1]
Кем хөрмәтенә аталғансокрытие[d][2]
Асыусы йәки уйлап табыусыУильям Рамзай[d] һәм Траверс, Морис Уильям[d]
Асыу датаһы1898
Табылыу урыныБөйөк Британия
Элемент символыKr[3]
Химик формулаKr[4]
Каноническая формула SMILES[Kr][4]
Атом һаны36[5]
Электронная конфигурация1s² 2s² 2p⁶ 3s² 3p⁶ 3d¹⁰ 4s² 4p⁶ һәм [Ar] 3d¹⁰ 4s² 4p⁶
Электр кирелеге3
Стандартная молярная энтропия164 ± 0,05 Дж / (моль·К)[6]
 Криптон Викимилектә

Символы

Криптон элементының символы — Kr (Криптон тип уҡыла).

Тарихы

Криптон 1898 йылда инглиз химиктары Уильям Рамзай һәм Морис Траверс тарафынан табылған[7]. Улар һауанан кислородты, азотты, аргонды сығарып бөткәндән һуң спектраль ысул менән ике газ тороп ҡалыуын асыҡлай: криптон (грек. κρυπτός — «йәшерен», «сер һаҡлаусы») һәм ксенон («ят», «ғәҙәттән тыш») булып сыға улар.

Тәбиғәттә

Атмосфера һауаһында күләме буйынса 1,14·10-4%, атмосферала дөйөм запасы 5,3·1012м³. 1 м³ һауала яҡынса 1 см³ криптон бар.

Һауанан криптон алыу бик күп энергия талап итә.

Йыһанда криптон һәм водород нисбәте даими булып ҡала. Бынан йондоҙҙар араһындағы матдә криптонға бай тигән һығымта яһарға мөмкин[8]. Шулай уҡ 0503-289 RE һанлы аҡ кәрләлә криптон табыла. Ул Ҡояштағыға ҡарағанда 450 тапҡыр артыҡ булып сыға, әммә әлегә тиклем бының сәбәптәре билдәһеҙ[9].

Физик үҙенсәлектәре

Криптон — инерт газ, төҫһөҙ, тәме булмаған һәм еҫһеҙ (6 атмосфера баҫым яһағанда хлороформға оҡшаған киҫкен еҫле булып китә[10]). Тығыҙлығы стандарт шарттарҙа 3,745 кг/м3 (һауанан 3 тапҡыр ауыр). Нормаль һауа баҫымында криптон 119,93 (-153,415 °C) температурала һыуға әйләнә, 115,78 (-157,37 °C) температурала ҡата. Шулай итеп, ул шыйыҡ фазала яҡынса дүрт градус температура арауығында ғына йәшәй.

Диамагнит үҙенсәлекле. Магнитҡа һиҙгерлеге −2,9·10−5. Полярлашыу 2,46·10−3 нм3.

Ионлашыу энергияһы 13,9998 эВ (Kr0 → Kr+), 24,37 эВ (Kr+ → Kr2+).

Криптон тултырылған газлы көпшә

Биологик әһәмиәте

Криптондың тере организмға тәьҫире насар аңлашыла. Уны водолаздар эшендә тын алыу ҡатнашмалары составында һәм ҡан баҫымы юғары булғанда анестезия сараһы булараҡ файҙаланыу мөмкинлектәре тикшерелә.[11].

Физиологик тәьҫире

3,5 атмосфера баҫымы аҫтында криптонлы газ ҡатнашмаларын һулағанда наркотик эффекты күҙәтелә[12].

Иҫкәрмә

Әҙәбиәт

  • Криптон// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 13-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары