Надин Гордимер

Көньяҡ Африка Республикаһы яҙыусыһы

Надин Гордимер (ингл. Nadine Gordimer; 20 ноябрь 1923 йыл, Спрингс, Трансвааль провинцияһы — 13 июль 2014 йыл, Йоханнесбург) — Көньяҡ Африка Республикаһының инглиз телле яҙыусыһы. «Таң ҡалдырғыс эпосы менән кешелеккә бик ҙур файҙа килтергәне өсөн» әҙәбиәт буйынса 1991 йылғы Нобель премияһы лауреаты. Африка милли конгресы ағзаһы һәм апартеид режимына ҡаршы әүҙем көрәшсе.

Надин Гордимер
ингл. Nadine Gordimer
Рәсем
Затҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ Көньяҡ Африка Республикаһы[3]
Имя в бракеNadine Gordimer Cassirer[4]
Тыуған көнө20 ноябрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[1][2][5][…]
Тыуған урыныСпрингс[d], Трансвааль[d], Южно-Африканский Союз[d][6]
Вафат булған көнө13 июль 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[7][2][1][…] (90 йәш)
Вафат булған урыныЙоханнесбург, Көньяҡ Африка Республикаһы[3]
АтаһыIsidore Gordimer[d][6]
ӘсәһеHannah Gordimer[d]
Хәләл ефетеReinhold Cassirer[d] һәм Gerald Gavron[d]
БалаларыOriane[d][8]
Туған телинглизсә
Яҙма әҫәрҙәр телеинглизсә
Һөнәр төрөшағир, яҙыусы, романист, драматург, новеллист, научный редактор, прозаик
Эшмәкәрлек төрөәҙәбиәт
Эш урыныГарвард университеты
Уҡыу йортоУниверситет Витватерсранда[d][6]
Әүҙемлек урыныЙоханнесбург[1]
Сәйәси фирҡә ағзаһыАфриканский национальный конгресс[d]
ҠатнашыусыWorld Economic Forum Annual Meeting 2004[d][9]
Архивы хранятся вLilly Library[d][10]
Ойошма ағзаһыАмерика сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d] һәм Король әҙәби йәмғиәте[d]
Жанрроман, нәҫер һәм хикәйә
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Предпочитаемое местоимениеОшибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 301: Неизвестный тип сущности..
 Надин Гордимер Викимилектә

Биографияһы

Надин Гордимер 1923 йылдың 20 ноябрендә Йоханнесбург эргәһендәге Спрингс тигән кескәй генә шахтёр ҡасабаһында йәһүд ғаиләһендә тыуа. Атаһы сәғәт йүнәтеүсе, һуңынан ювелир Айзек-Вольф (Исидор) Гордимер (1887—1962) ун өс йәшендә Рәсәй империяһының Ковен губернаһы (хәҙерге Каунас) Шавель өйәҙе Жагор ҡалаһынан Көньяҡ Африка Союзына иммиграциялай, ә әсәһе Ханна Гордимер (тыумышта Майерс, 1897—1973) алты йәшлек сағында Лондондан күсә[11]. Уның Бетти Аделаида (кейәүгә сыҡҡас Вольф, 1920—2000) тигән апаһы була.

Надинды монастырь эргәһендәге башланғыс мәктәпкә уҡырға бирәләр. Ун йәшендә йөрәк ауырыуы табалар һәм ул өйҙә уҡый башлай[12]. 1939 йылда 16 йәшендә Йоханнесбургта сыҡҡан «Форум» журналы уның «Иртәгә тағы кил» тигән беренсе хикәйәһен баҫа. Мәктәпте тамамлағас, Витватерсранд университетына уҡырға инә, әммә әҙәбиәт менән шөғөлләнеү өсөн унан китә.

1940—50-се йылдарҙа Көньяҡ Африка Республикаһында апартеид нығына, раса дискриминацияһы көсәйә, тән төҫө бер иш булмағандар араһында никах тыйыла. Яҙыусы бала сағында «үҙенең аҡ тәнен» өҫтөнлөк билдәһе итеп күреүен хәтергә төшөрә, һуңыраҡ ҡына ҡабаттан тыуған кеүек үҙгәреш кисерә. Гордимер туранан-тура апартеидҡа ҡаршы сыға алмай, ул үҙ мөхитендәге кешеләрҙе һүрәтләй, йәмғиәттең психологик киҫелешен бирә[13].

Гордимерҙың «Йөҙгә йөҙ» тигән беренсе хикәйәләр йыйынтығы 1949 йылда баҫылып сыға, 1953 йылда «Ялғанлы көндәр» тигән романы донъя күрә, уның йәш героиняһы Хелен яҙыусының үҙе кеүек үк эволюция кисерә.

«Сит халыҡтарҙың ере» романы (1958) — Йоханнесбург йәмғиәтенең 1950-се йылдар уртаһындағы күп планлы картинаһы, ул йәш инглиз журналисы Тоби Ходдтың күргәндәре аша һүрәтләнә.

1964 йылда Гордимер журналист Энтони Сэмпсон менән Нельсон Манделаның уны дәүләткә хыянат итеүҙә ғәйепләгән судтағы «Мин үлемгә әҙер» тигән телмәрен әҙерләүҙә ҡатнаша. Гордимер сит илдә баҫтырыр өсөн суд барышын теркәп бара. Ләкин уларҙың бөтә тырышлыҡтары Манделаны төрмәнән ҡотҡара алмай[14].

«Джулай халҡы» романы (1981) бөтә донъяла билдәлелек ала. Хикәйәләү үҙәгендә — архитектор Смайзл ғаиләһе. Йоханнесбургтан ауылға ҡасҡан ғаилә үҙ хеҙмәтсеһенең өйөндә йәшәй. Гордимер ауыл кешеләре менән аҡ тәнлеләр ғаиләһе араһындағы мөнәсәбәттәрҙе тәрән психологизм менән һүрәтләй, улар араһындағы социаль һәм мәҙәни упҡынды анализлай.

Гордимерҙы әҙәбиәт буйынса Нобель премияһына бер нисә тапҡыр тәҡдим итәләр. Ниһайәт, 1991 йылда Нобель премияһы Надин Гордимерға тапшырыла.

Уның «Әле иң ҡулай ваҡыт» тигән һуңғы романы 2012 йылда баҫыла һәм хәҙерге Көньяҡ Африка Республикаһында апартеидҡа ҡаршы хәрәкәт ветерандарының тормошо тураһында һөйләй. Надин Гордимерҙың романдары, хикәйәләре һәм мәҡәләләре донъяның 40 теленә тәржемә ителгән[15]. Һуңғы йылдарҙа яҙыусы СПИД менән көрәш программаларына ярҙам итә[16].

Шәхси тормошо

  • Беренсе никахындағы ире (1949—1952) — Джеральд Гавронский (1924—2008), дантист, Витватерсранд университетының ортодонтия профессоры, «The Transitional Dentition of Cercopithecus Aethiops with Special Reference to the Mandibular Anterior Teeth» (1980)[17] тигән монография авторы; был никахта ҡыҙы Ориана (ингл. Oriane Phoebe GavronskyOriane Phoebe Gavronsky, 1950 йылғы)[18] тыуа.
  • Икенсе никахындағы ире (1954) — Рейнхольд (Рейнхардт Ханс) Кассирер (1908—2001), Германияның эре сәнәғәтсеһе Гуго Кассирерҙың (Берлиндағы Hugo-Cassirer-Straße урамы уның исемен йөрөтә) улы, невролог Рихард Кассирерҙың, галерист Пауль Кассирерҙың һәм сәнәғәтсе Альфред Кассирерҙың бер туғанының улы, философ Эрнст Кассирерҙың, психиатр Курт Гольдштейндың һәм галерист Бруно Кассирерҙың ике туғанының улы; сәнғәт коллекционеры, галерист, Сотбис аукцион йортоноң Көньяҡ Африка филиалын нигеҙләүсе һәм уның генераль директоры; был никахта тыуған улы — Нью-Йорк режиссёр-документалисы Хьюго Кассирер (1955 йылғы)[19][20].

Үлеме

Надин Гордимер 2014 йылдың 13 июлендә[21] 90 йәшендә[22] Йоханнесбургтағы йортонда балалары Хьюго менән Ориана эргәһендә вафатбула[23].

Библиография

Романдары

  • Ялғанлы көндәр (ингл. The Lying Days) (1953)
  • Сит халыҡтар ере (ингл. A World of Strangers) (1958)
  • Осраҡҡа бәйле мөхәббәт (ингл. Occasion for Loving) (1963)
  • Юғалған буржуаз донъя (ингл. The Late Bourgeois World) (1966)
  • Шөһрәтле ҡунаҡ (ингл. A Guest of Honour) (1970)
  • Һаҡлаусы (ингл. The Conservationist) (1974)
  • Бургерҙың ҡыҙы (ингл. Burger's Daughter) (1979)
  • Джулай халҡы (ингл. July's People) (1982)
  • Тәбиғәт уйынсығы (ингл. A Sport of Nature) (1987)
  • Улымдың хикәйәте (ингл. My Son's Story) (1990)
  • Эргәмдә бер кем юҡ (ингл. None to Accompany Me) (1994)
  • Йорт мылтығы (ингл. The House Gun) (1998)
  • Осраҡлы танышыу (ингл. The Pickup) (2001)
  • (ингл. Get a Life) (2005)
  • Әле иң ҡулай ваҡыт (ингл. No Time Like the Present) (1998)

Хикәйә йыйынтыҡтары

  • Йөҙгә йөҙ (ингл. Face to Face) (1949)
  • (ингл. Town and Country Lovers)
  • Йыландың арбағыс тауышы (ингл. The Soft Voice of the Serpent) (1952)
  • Алты фут тыуған ер (ингл. Six feet of the Country) (1956)
  • (ингл. Which New Era Would That Be?) (1956)
  • (ингл. Friday's FootprintFriday’s Footprint) (1960)
  • Иғлан итеү тыйыла (ингл. Not for Publication) (1965)
  • Ливингстондың юлдаштары (ингл. Livingstone's Companions) (1970)
  • Һайланма хикәйәләр (ингл. Selected Stories) (1975)
  • (ингл. No Place Like: Selected Stories) (1978)
  • Һалдаттың ҡосағы (ингл. A Soldier's Embrace) (1980)
  • Унда ниҙер бар (ингл. Something Out There) (1984)
  • (ингл. Correspondence Course and other Stories) (1984)
  • (ингл. The Moment Before the Gun Went Off) (1988)
  • (ингл. Once Upon a Time) (1989)
  • Һикереү һәм башҡа хикәйәләр (ингл. Jump: And Other Stories) (1991)
  • (ингл. Why Haven't You Written: Selected Stories 1950-1972) (1992)
  • (ингл. Something for the Time Being 1950-1972) (1992)
  • (ингл. Loot: And Other Stories) (2003)
  • (ингл. Beethoven Was One-Sixteenth Black) (2007)
  • (ингл. Life Times: Stories) (2011)

Пьесалары

Эссе йыйынтыҡтары

  • (ингл. The Black Interpreters) (1973)
  • (ингл. What Happened to Burger's Daughter or How South African Censorship Works) (1980)
  • Необходимый жест: Письма, политика и места (ингл. The Essential Gesture: Writing, Politics and Places) (1988); авторҙашы Стивен Клингман
  • (ингл. Writing and Being: The Charles Eliot Norton Lectures) (1995)
  • (ингл. Living in Hope and History) (1999)

Башҡа хеҙмәттәре

  • (ингл. On the Mines) (1973)
  • Апартеид (ингл. Lifetimes Under Apartheid) (1986)
  • (ингл. Choosing for Justice: Allan Boesak) (1983) (документаль, Хьюго Кассирер менән)
  • (ингл. Berlin and Johannesburg: The Wall and the Colour Bar) (документаль, Хьюго Кассирер менән)

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Roberts R. S. No Cold Kitchen: A Biography of Nadine Gordimer. Johannesburg: STE Publishers, 2005.
🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары