Тэджон

Тэджон (кор. 대전 [tɛ̝.dʑʌn]) — Көньяҡ Кореяның үҙәгендә туранан-тура ҡарамағындағы ҡала, Чхунчхон-Намдо провинцияһының административ үҙәге. Ҡаланың рәсми исеме — Тэджон ҡала метрополияһы (кор. 대전광역시 Тэджон-гванъекси). 1 564 мең халҡы менән ҙурлығы буйынса Кореяла бишенсе ҡала[27]. Көньяҡ Кореяның фәнни-техник баш ҡалаһы тип һанала.

Тэджон
ФлагГерб
Рәсем
Дәүләт Көньяҡ Корея
Административ-территориаль берәмекКөньяҡ Корея
Сәғәт бүлкәтеUTC+9:00[d]
ГеомәғлүмәттәрData:South Korea/Daejeon.map
Хөкүмәт башлығы вазифаһыMayor of Daejeon[d]
Башҡарма властьDaejeon Metropolitan Government[d]
Закондар сығарыу органыDaejeon municipal council[d]
Халыҡ һаны1 475 221 кеше (2018)[1]
Туғандаш ҡалаСиэтл[2][3][4], Ода[d][5][3], Будапешт[3][6], Нанкин[7][8][9][…], Калгари[3][10], Уппсала[d][11][12][3], Новосибирск[13][3], Брисбен[d][3][14], Дурбан[15][3][16][…], Саппоро[17][3][18][…], Монтгомери[d][19][20][3], Шэньян[d][21][3], Гвадалахара (Мексико)[3][22], Брно[d][23][24][25][…] һәм Биньзыонг[d][3][26]
МилкеТэджон Уорлд Кап Стадиум[d] һәм Daejeon Hanbat Baseball Stadium[d]
Майҙан539,96 ± 0,01 км²
Рәсми сайтdaejeon.go.kr/language/e…
Официальный блогpf.kakao.com/_NkUIK
Урынлашыу картаһы
Коллаж
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһыCategory:Films shot in Daejeon[d]
Карта
 Тэджон Викимилектә

Географияһы

Ҡаланың географик координаталары: 36° 10' ~ 36° 29' төньяҡ киңлектә. 127° 14' ~ 127° 33' көнсығыш оҙонлоҡта.

Тэджон Көньяҡ Кореяның урта өлөшөндә урынлашҡан, Сеулдан 167 км алыҫлыҡта, Пусандан 294 км һәм Кванджунан 169 километр алыҫлыҡта ята.

Климаты

Тэджонда дымлы муссонлы климат. Ҡыш һалҡын һәм ҡояшлы, уның оҙайлығы яҡынса ике ай, йәй эҫе һәм ямғырлы, уның оҙайлығы — биш ай.

Ҡала климаты
КүрһәткесҒинФевМарАпрМайИюнИюлАвгСенОктНояДекЙыл
Уртаса максимум, °C3,35,711,519,123,827,429,730,225,920,412,76,118,0
Уртаса температура, °C−2,4−0,24,912,217,521,825,025,420,213,66,50,212,1
Уртаса минимум, °C−6,3−4,50,26,311,717,221,821,815,88,31,9−3,97,6
Яуым-төшөм нормаһы, мм29,536,460,587,297174,3292,2296,5141,556,951,730,11353,8
Сығанаҡ: Гонконгская обсерватория

Тарихы

Тимер юлы үткәнгә тиклем был ҙур булмаған Ханбат ҡалаһы булған. 1905 йылда бында Сеулдан Пусанға тимер юлында тимер юлы вокзалы төҙөлә, һәм ҡала тиҙ үҫә башлай. 1932 йылда Чхуннам провинцияһының баш ҡалаһы Конджунан Тэджонға күсерелә. Корея һуғышы башында ҡала ҙур конфликт үҙәге була (Тэджон операцияһы).

Административ бүленеше

Тэджон 5 районға бүленгән («ку»).

ИсемеХангыльХанча
Тэдокку대덕구大德區
Тонгу동구東區
Чунгу중구中區
Согу서구西區
Юсонгу유성구儒城區

Транспорты

Тимер юл вокзалы, ике тиҙ йөрөшлө Кёнбу һәм Хонам автомагистрале бар. Ҡаланы Чхонджу халыҡ-ара аэропорты хеҙмәтләндерә

Тэджонда метрополитен эшләй. 2006 йылда эксплуатациялана башлай.

Мәҙәниәте

1993 йылда ҡалала халыҡ-ара күргәҙмә үтә (бөтә донъя Экспо-1993 күргәҙмәһе). Был ваҡиғаға ҡарата EXPO Bridge күпере төҙөлгән.

Ҡалала К-Лигаһының Daejeon Citizen футбол командаһы бар.

Тунсан паркында урынлашҡан Тэджон сәнғәт музейы үҙенең сәнғәт һәм технологиялар берләшкән экспонаттары менән билдәле. Ул 1998 йылда ойошторола.

Фәндәре

1959 йылдың 1 мартында ҡалала Atomic Energy Research Institute (AERI) ойошторола, 1973 йылдың 17 февралендә Radiological Research Institute (RRI) һәм Radiation Research Institute in Agriculture (RRIA) менән берләштерелгәс, Korea Atomic Energy Research Institute (KAERI тигән атама ала. 1990 йылда ҡалала Корея Республикаһы фән һәм техникаһының милли музейы асыла.

Туғандаш ҡалалар

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Особые города Кореи

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары