Хмельницкий өлкәһе

Хмельницкий өлкәһе (укр. Хмельницька область) — Украиналағы өлкә. Административ үҙәге — Хмельницкий ҡалаһы.

Хмельницкий өлкәһе
укр. Хмельницька область
Герб
Герб
Флаг
Флаг
Ил

Украина

Статус

өлкә

Берләштерә

20 район

Административ үҙәк

Хмельницкий

Крупнейшие города

Каменец-Подольский

Барлыҡҡа килеүе

22.09.1937

Халҡы (2015)

1 296 930

Тығыҙлығы

62,9 кеше/км²

Майҙаны

20 629 км²

Хмельницкий өлкәһе на карте

Ваҡыт бүлкәте

UTC+2, летом UTC+3

Код ISO 3166-2

UA-68

Телефон коды

+380 38

Автомобиль номерҙары коды

BX

Рәсми сайты

Тарихы

Винница өлкәһенән 1937 йылдың 22 сентябрендә бүленеп сыға. 1954 йылдың 26 апрелендә исеме бөгөнгөгә алыштырылғанға тиклем «Каменец-Подольск өлкәһе» булып йөрөй[1].

1941 йылға тиклем өлкә үҙәге Каменец-Подольский ҡалаһы була. Бында боронғо Рәсәйҙең иң матур ҡылыстарының береһе — Карабчиев ҡылысы табылған, ул X—XI быуаттарҙа эшләнгән тип фаразалана. Ҡылыстың тотҡаһы европа-урыҫ стилендә, орнаменты византия стилендә[2][3].

Өлкәлә тыуған билдәле шәхестәр

  • Николай Кондратюк (1931—2006) — совет украин опера йырсыһы (баритон), педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре. СССР-ҙың халыҡ артисы (1978).
  • Валентина Матвиенко (7.04.1949) — Рәсәйҙең дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән, дипломат. 2011 йылдың 21 сентябренән Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы рәйесе.
  • Пирожок Пётр Иванович (3.09.1927) - тау инженеры-геолог, Халыҡ-ара информатлаштырыу академияһының мөхбир ағзаһы (2004). Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының 1985—1996 йылдарҙағы баш геологы. Бөйөк Ватан һәм 1945 йылғы совет-япон һуғыштарында ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған геологы (1995), СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985)[4].
  • Сибагатуллин Ростислав Имамович (31.08.1923—2.07.2016), совет хәрби начальнигы һәм йәмәғәт эшмәкәре. Отставкалағы гвардия генерал-майоры, Хәрби фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ветерандарҙың Башҡортостан республика йәмәғәт ойошмаһының Һуғыш һәм хәрби хеҙмәт ветерандары комитетының элекке бюро ағзаһы. Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ, III дәрәжә «Ватанға СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәте өсөн» һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Шепетовка ҡалаһынан[5].
  • Константин Степанков (1928—2004) — совет украин театр һәм кино актёры , педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1977).
  • Фридман Марк Наумович (15.04.1914—10.12.1969), ғалим-терапевт, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1939—1940 йылдарҙағы совет‑фин һуғышында ҡатнашыусы. Медицина фәндәре докторы (1967), профессор (1969). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1964), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1948). Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1940). Полонное ҡалаһынан[6].

Халҡы

Дәүләт статистика хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2013 йылдың 1 октябренә өлкәлә 1 309 687 кеше йәшәй, шул иҫәптән ҡала халҡы — 729 473 кеше (55,7 %), ауыл халҡы — 580 214 человек (44,3 %). Даими йәшәгән халыҡ — 1 306 524 кеше, шул иҫәптән ҡала халҡы — 723 830 кеше (55,4 %), ауыл халҡы — 582 694 кеше (44,6 %).

1959[7]1970[8]1979[9]1989[10]2001[11]
1 608 4071 615 3731 558 4421 527 1141 426 649

Иң ҙур тораҡ пунктар

Міські населені пункти з кількістю жителів понад 5,0 тисяч
за даними Держкомстату[12][13]
Хмельницкий Ҡалып:Збільшення267,3 Городок Ҡалып:Зменшення16,7
Каменец-Подольский Ҡалып:Зменшення102,3 Дунаївці Ҡалып:Збільшення16,2
Шепетівка Ҡалып:Зменшення43,3 Летичів Ҡалып:Зменшення10,6
Нетішин Ҡалып:Збільшення36,8 Деражня Ҡалып:Зменшення10,3
Славута Ҡалып:Збільшення35,9 Ярмолинці Ҡалып:Зменшення7,8
Старокостянтинів Ҡалып:Збільшення35,1 Понінка Ҡалып:Зменшення7,4
Полонне Ҡалып:Зменшення21,7 Теофіполь Ҡалып:Зменшення6,7
Красилів Ҡалып:Зменшення19,7 Віньківці Ҡалып:Зменшення6,4
Волочиськ Ҡалып:Зменшення19,6 Стара Синява Ҡалып:Зменшення5,6
Ізяслав Ҡалып:Збільшення17,2 Білогір'я Ҡалып:Зменшення5,4

Милли состав

(2001): украиндар — 93,9%, урыҫтар — 3,6%, поляктар — 1,6%[14].

Административ ҡоролошо

Өлкә составында 20 район:

  1. Белогорье районы
  2. Виньковцы районы
  3. Волочиск районы
  4. Городок районы
  5. Деражня районы
  6. Дунаевцы районы
  7. Изяслав районы
  8. Каменец-Подольский районы
  9. Красилов районы
  10. Летичев районы
  11. Яңы Ушица (Новоушицкий) районы
  12. Полонное районы
  13. Славута районы
  14. Иҫке Константинов (Староконстантиновский) районы
  15. Иҫке Синява (Старосинявский) районы
  16. Теофиполь районы
  17. Хмельницкий районы
  18. Чемеровцы районы
  19. Шепетовка районы
  20. Ярмолинцы районы

6 ҡала округы:

  1. Каменец-Подольский
  2. Нетешин
  3. Славута
  4. Староконстантинов
  5. Хмельницкий
  6. Шепетовка

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары