Эйсебио

Эузебиу да Феррейра Силва (порт. Ferreira Eusébio da Silva; португалса әйтелеше: [ˈsiɫvɐ ewˈzɛβju fɨˈʁɐjɾɐ ðɐ]; 25 ғинуар 1942 йыл — 5 ғинуар 2014 йыл), Эузебиу булараҡ нығыраҡ билдәле (СССР һәм Рәсәй киң мәғлүмәт сараларында Эйсебио тип яҙыу ҡалыплашҡан) — Мозамбик сығышлы Португалия футболсыһы, һөжүмсе. Африканан сыҡҡан беренсе бөйөк футболсы. Лиссабондың «Бенфика»һы һәм Португалия йыйылма командаһы өсөн сығыш яһауы менән билдәле. «Бенфика» составында 715 уйын уйнай (иптәштәрсә матчтарҙы ла индереп) һәм 727 гол керетә[8]. Португалия йыйылма командаһы өсөн 64 уйын уйнай, 41 гол индерә[9][10].

Эйсебио
порт. Eusébio
Рәсем
Затир-ат[1]
Гражданлыҡ Португалия[2]
Спортта ил өсөн сығыш яһай Португалия
Тыуған ваҡыттағы исемепорт. Eusebio da Silva Ferreira
ҠушаматLa pantera negra һәм La perla negra
ХФА-лағы транскрицияһыewˈzɛbiu ðɐ ˈsiɫvɐ fɨˈʁɐjɾɐ
Тыуған көнө25 ғинуар 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[3][4][5][…]
Тыуған урыныМапуту[d], Мозамбик
Вафат булған көнө5 ғинуар 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[6][3][4][…] (71 йәш)
Вафат булған урыныЛиссабон, Португалия[6][2]
Үлем сәбәбейөрәк етешмәүсәнлеге[d]
Ерләнгән урыныНациональный пантеон Португалии[d]
Ҡәбере һүрәте
Хәләл ефетеFlora Claudina Burheim[d]
Туған телПортугал теле
Һөнәр төрөфутболсы, спортсы
Командалағы уйын позицияһынападающий[d]
Спорт командаһы ағзаһыМашакене[d], Бенфика[d], Бостон Минитмен[d], Монтеррей[d], Торонто Близзард (1971—1984)[d], Бейра-Мар[d], Лас-Вегас Квиксилверс[d], Униан ди Томар[d], New Jersey Americans[d], Футбол буйынса Португалия йыйылма командаһы, Toronto Blizzard[d], Сан-Диего Сокерз[d] һәм Miami Americans[d]
Масса73 килограмм
Спорт төрөФутбол
ҠатнашыусыЧемпионат мира по футболу 1966[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Золотой мяч кавалер Большого креста ордена Заслуг Большой крест ордена Инфанта дона Энрике
Уйналған матчтар һаны3[7]
Бейеклеге/буйы175 сантиметр
Количество голов за карьеру2[7]
 Эйсебио Викимилектә

1966 йылғы Донъя чемпионатының бронза призеры. 11 тапҡыр Португалия чемпионы, биш тапҡыр Португалия Кубогын яулаусы, 1961/62 йылдар миҙгелендә Европа чемпиондары кубогына эйә була[11], Төньяҡ Америка футбол лигаһы чемпионы

1954—2003 йылдарҙа Португалияның иң яҡшы футболсыһы[12][13], 1965 йылда Европаның иң яҡшы футболсыһы[14][15], ике тапҡыр Португалияның иң яҡшы футболсыһы (был исемгә иң беренсе эйә була)[16], 1966 йылғы чемпионаттың иң яҡшы бомбардиры[17], Португалия чемпионатының ете тапҡыр иң яҡшы бомбардиры[18], Европа чемпиондары кубогының өс тапҡыр иң яҡшы бюомбардиры[19][20][21], ике тапҡыр «Алтын бутса» яулай (уның беренсе эйәһе)[22][23][24]. МФФИИС версияһы буйынса XX быуаттың иң яҡшы футболсылары исемлегендә туғыҙынсы урында тора[25], МФФИИС версияһы буйынса XX быуатта Европаның иң яҡшы футболсылары исемлегендә алтынсы урында[26], World Soccer версияһы буйынса XX быуаттың бөйөк футболсылары исемлегендә унынсы урында[27], Placar версияһы буйынса XX быуаттың 100 бөйөк футболсыһы исемлегендә[28], Sportivo[29] Foot һәм Planète[30] версияһы буйынса XX быуаттың 50 бөйөк футболсыһы исемлегендә, ФИФА 100 исемлегенә инә[31], барлыҡ замандарҙа ла Португалия чемпионатының иң яҡшы бомбардирҙары исемлегендә икенсе урында тора, 1966 йылдан илдең символик йыйылма командаһы ағзаһы.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары