Ҡарағанды

Ҡарағанды (ҡаҙ. Қарағанды, рус. Караганда) — Ҡаҙағстандың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан ҡала. Ҡарағанды өлкәһенең үҙәге.

Ҡала
Караганда
ҡаҙ. Қарағанды
Герб
Герб
Ил

Ҡаҙағстан

Өлкә

Қарағанды

Координаталар

49°48′ с. ш. 73°07′ в. д.HGЯO

Эске бүленеш

2 район: Октябрь һәм Казыбекби

Аким

И. С. Испанов

Нигеҙләнгән

1931

Элекке исеме

Ак-Тюбе, Актюбинск

Ҡала с

1934

Майҙаны

550 км²

Бейеклеге

553 м

Климат тибы

Континенталь

Халҡы

501 129[1] кеше (2016)

Тығыҙлығы

846 кеше/км²

Агломерация

800 000 (Ҡарағанды-Темиртау)

Милли состав

ҡаҙаҡтар, урыҫтар, украиндар

Конфессиональ составы

мосолмандар (сөнниҙәр),, христиандар

Сәғәт бүлкәте

UTC+5

Телефон коды

+7 7212

Почта индексы

100000-100030

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

karaganda-akimat.gov.kz
 (ҡаҙ.) (рус.)

Караганда (Ҡаҙағстан)
Караганда
Караганда

Этимологияһы

Ҡарағаны - башҡортса "ҡарағай", ҡаҙаҡ Википедияһында "қaрaғaны қaлың өскен жер" - "ҡарағай ҡалын үҫкән ер" тигәндән килеп сыҡҡан тип аңлатыла. Йәғни, башҡортса "Ҡарағайлы" тигән мәғәнә бирә[2]..

Тарихы

XIX быуатта был урында Арғын ҡәбиләһе алтай-ҡарпыҡтарҙың ҡаракә һәм морат тигән аралары йәшәгән[3]. Риүәйәт ителеүенсә, 1833 йылда көтөүсе малай- Байжанов Аппаҡ күмер тапҡан. XIX быуат аҙағында геологик тикшеренеүҙәр үткәрелгән, ә ХХ быуат башында тәүҙә урыҫ сауҙагәрҙәре күмер сығара башлай, аҙаҡ инглиз һәм француз эшҡыуарҙар был эшкә тотона.

1906 йылда Столыпин аграр реформаһы буйынса урыҫ күскенселәре килгәс, беренсе Михайловка ҡасабаһына нигеҙ һалалар, шунан Тихоновка һәм Зелёная балка барлыҡҡа килә. Революциянан һуң, инглиздәр киткәс, күмер сығарыу ваҡытлыса туҡтатыла. Төбәк иһә Рәсәй империяһы Аҡмола өлкәһендә ҡала.

1930 йылда күмер сығарыу әүҙемләшә һәм СССР-ҙан кулак итеп һөрөлгән кешеләр, уларҙың ғаиләләре ваҡытлы торлаҡ төҙөп, яртылаш зимләнкәләрҙә йәшәй башлай. Һуңынан Майҡоҙоҡ, Яңы Тихоновка һәм Пришахтинский ҡасабалары ҡалҡып сыға. Белгестәрҙең һәм эшселәрҙең төп өлөшө шуларҙа урынлаша. Иҫке ҡасабаларҙа ла халыҡ һиҙелерлек арта.

1931 йылдың 20 мартында Ҡаҙағстан Үҙәк башҡарма комитеты ҡарары менән (КазЦИК) Ҡарағанды эшселәр Советы ойошторола. Уның үҙәге Оло Михайловка ауылында була, артабан ул ҡала составына инә. 1931 йылда шахтер ауылы Ҡарағанды эшселәр ҡасабаһы итеп үҙгәртелә.

1934 йылдың 10 февралендә ВЦИК Президиумы менән Ҡарағандыға ҡала статусы бирелә[4].

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән меңдәрсә ҡарағандылар фронтҡа китә.

1950 йылда ҡалала ике һәләкәт була — Ил-12 самолеты ҡыйралып төшә һәм № 4Д заводында шартлау була.

1974 йылда 66 предприятие һәм ойошма, шул иҫәптән 3 разрез һәм 26 шахта «Ҡарағандыуголь» етештерең берекмәһенә берләшә.

СССР тарҡалыуы Ҡаҙағстандың шахтерҙар башҡалаһына ауыр йоғонто яһай, — 1990-сы йылдар XX быуаттың 1920-се революция һәм 1940-сы һуғыш барған йылдарҙан ҡала иң ауыры булып сыға. Күмер сәнәғәте предприятиеларының күп өлөшө етештереүҙән туҡтай.

Ҡарағандының планы
Теннис корты

Бойондороҡһоҙлоҡ алған тәүге йылдарҙағы депрессия әкренләп үтә башлай. 2004 йылда Ҡарағанды үҙенең 70 йәшлек юбилейын ҙур индустриаль, мәҙәни һәм фәнни үҙәк булараҡ, халҡы 427 мең кешегә еткән ҡала булып ҡаршы ала. Ә 2007 йылдың 1 ғинуарынан ҡалала инде 451,8 мең кеше йәшәй [5]. Күмер һаман да ҡаланың традицион сәнәғәт маркаһы булып ҡала. Әммә сеймал йүнәлешенән тыш ҡала сервис-технологик иҡтисадҡа йөҙ тота бара. Бөгөн Ҡарағанды республика сәнәғәтендә күп кенә күрһәткестәр буйынса алдынғы урындарҙы биләй. кеүек Ил, шулай уҡ сит ил инвесторҙарының тотороҡло эше өсөн тигеҙ шарттар тәьмин ителә.

Иҡтисад үҫешә, бәләкәй һәм урта бизнес нығына бара.Ҡарағанды төҙөкләндерелә, киңәйә, матурая[6].

Географияһы

Климаты

Климаты ҡырҡа континенталь, ҡыш һыуыҡ, йәй уртаса эҫе һәм ҡоро, яуым-төшөм аҙ[7].

  • Уртаса йыллыҡ температура — +3,6 °C
  • Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм — 332 мм.
  • Уртаса йыллыҡ һауа дымлылығы — 65 %.
  • Уртаса йыллыҡ ел тиҙлеге — 3,8 м/c.
Ҡала климаты
КүрһәткесҒинФевМарАпрМайИюнИюлАвгСенОктНояДекЙыл
Абсолют максимум, °C6,2622,130,635,639,139,640,237,427,618,911,540,2
Уртаса максимум, °C−8,7−7,7−1,41220,125,626,825,419,210,5−0,2−6,89,6
Уртаса температура, °C−12,9−12,7−6,25,613,318,920,418,612,24,4−4,8−113,8
Уртаса минимум, °C−17,1−17,2−10,40,16,912,314,312,36,1−0,3−8,6−15,1−1,4
Абсолют минимум, °C−41,7−41−34,7−24−9,5−2,31,7−0,8−7,4−19,3−38−42,9−42,9
Яуым-төшөм нормаһы, мм211918223636412822352722332
Сығанаҡ: «Погода и климат»[8]

Һыу ресурстары

Ҡала биләмәһе аша Бүкпә йылғаһы аға [9] һәм Иртыш — Ҡарағанды каналы тамамлана. Ҡаланың көньяҡ өлөшөндә Федоровка һыуһаҡлағысы урынлашҡан.

Халҡы

Ҡарағанды халҡының һаны[10]
195919701979198919911999200420052006
397 083523 271571 877613 797608 600436 864428 867435 953446 139
200720082009201020112012201320142015
453 271459 187459 778465 178470 890475 370478 952484 510492 162

Ҡарағанды халыҡ һаны буйынса өлкәлә беренсе урынды биләй — 496 173[11]Ҡаҙағстанда - дүртенсе (Алматы, Шымкент, Астананан ҡала).

Ҡаҙағстан бойондороҡһоҙлоҡ алғанға тиклем Ҡарағанды ҡалаһы халыҡ һаны буйынса илдә икенсе була.

Милли состав (2018 йыл, 1 ғинуар)[12].:

Туғандашг ҡалалар

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

  • Бараг Т. Я. Караганда. — М.: Государственное издательство архитектуры и градостроительства, 1950. Архивная копия от 27 сентябрь 2007 на Wayback Machine
  • Караганда. Карагандинская область: Энциклопедия / Гл. ред. Нургалиев Р. Н.. — Алма-Ата, 1986. — 608 с.
🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары