Шымкент

Ҡаҙағстан ҡалаһы

Шымке́нт ( 1992 йылдың 8 сентябренә тиклем Чимкент[5]; ҡаҙ. Шымкент ) — Ҡаҙағстандың көньяғындағы ҡала, республика әһәмиәтендәге статусҡа эйә[6]. «Ҡаҙағстан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошо тураһында» законы нигеҙендә, халыҡ һаны 1 миллиондан ашыу өс ҡала айырым дәүләт әһәмиәтенә эйә булып тора. Былар: Алматы, Астана һәм Шымкент,уларҙың статусы өлкәгә тиң. Шымкент айырым административн-территориаль берәмек, (республиканың 17-се регионы[7]), үҙен уратып алған өлкә составына инмәй [8]

Шымкент
ҡаҙ. Шымкент
Герб
Нигеҙләү датаһыXII быуат
Рәсем
Рәсми атамаһыЧимкент, Чымкент һәм Черняев
Донъя ҡитғаһыАзия
Дәүләт Ҡаҙағстан
Административ үҙәгеТөркөстан өлкәһе һәм Чимкентский уезд[d]
Административ-территориаль берәмекҠаҙағстан
Сәғәт бүлкәтеUTC+6 һәм Азия/Алма-Ата[d][1]
Хөкүмәт башлығыНурлан Ермекович Сауранбаев[d]
Халыҡ һаны1 184 113 кеше (1 октябрь 2022)[2],
1 191 877 кеше (1 ғинуар 2023)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек506 ± 1 метр
Туғандаш ҡалаСтивенидж[d], Хужанд, Адана, Джиддә, Байинь[d][3], Гроссето[d], Измир[4], Паттайя[d], Могилёв һәм Иҫкешәһәр
МилкеСтадион им. Хаджимукана Мунайтпасова[d]
Майҙан347 км²
Почта индексы160000
Рәсми сайтshymkent.gov.kz
Урынлашыу картаһы
Номер тамғаһы кодыX / Y / 17
Бында ерләнгән кешеләр категорияһыКатегория:Похороненные в Шымкенте[d]
Карта
 Шымкент Викимилектә

Шымкент — халыҡ һаны буйынса илдә өсөнсө[9] һәм биләгән майҙандары буйынса беренсе урында тора [10], иң эре сәнәғәт, сауҙа һәм мәҙәни үҙәктәренең береһе; халыҡ һаны буйынса икенсе урында торған Шымкент агломерацияһы.

2018 йылдың 19 июненә тиклем[11] — Көньяҡ-Ҡаҙағстан (хәҙерге Төркөстан өлкәһе) өлкәһенең административ үҙәге булған.

Этимологияһы

Ҡаланың әлеге атамаһы Шымкент ике өлөштән тора: «кент» термины[12] (фарсы телдәрендә — ҡала, ҡасаба, төйәк) һәм «чим/шым» билдәләмәһе[13].«Шым/чим» компонентының тарихи рәүештә «чем», «чеменьгень», «чиминь», «чиминъгень» тигән варианттары ла булған һәм фарсы телдәрендә «болон, сиҙәм» тигәнде аңлатҡан.

  • В. В. Бартольд һәм Э. М. Мурзаев фекеренсә, «чиминь/чемень» сөғд теленән (болон, сәскәле үҙән) «кент» һүҙе ҡушып эшләнгән.
  • В. В. Радлов «чаман» һүҙенән - ғәрәпсә «ағаслыҡ» тигәндән килеп сыҡҡан тип һанай[13].
  • Сәйәхәтсе Г. Н. Потанин 1830 йылда «Чимкеть» тигән атаманы теркәгән («кеть» варианты)[13].
  • Э. М. Мурзаев 1984 йылда ( Л. И. Розоваға һәм В. И. Савинаға һылтанып) «чамен/чемен» һүҙен «сиҙәм» һүҙе менән бәйләй[13].

Тәүге мәғлүмәттәр

Хәҙерге заман Шымкент биләмәләре территорияһында XI−XII быуаттар арауығында кеше йәшәгән булған. Шуның менән бергә, уның бынан иртәрәк барлыҡҡа килеүе тураһында ла гипотеза бар, был фараз археологик ҡаҙыныу эштәре барышында тәҡдим табылған ҡәберҙәрҙе өйрәнеү нигеҙендә барлыҡҡа килгән, белгестәр баһаһы буйынса, улар V - VI быуаттарға ҡарай тип баһаланған. Шымкент тураһында яҙма сығанаҡтарҙа беренсе тапҡыр Шәрәф-әд-дин Йәзди (1425 йыл) китабы «Зәфәр-намә» («Еңеүҙәр китабы») китабында Аҡһаҡ Тимер яуҙарын һүрәтләгәндә телгә ала. , эргәһендә хәрби походтары һүрәтләнгән Тимур[14].

Халҡы

XIX быуат аҙағы

1897 йылғы йәниҫәп буйынса Чимкентта 11 194[15] кеше йәшәгән (6185 ир-ат һәм 5009 ҡатын-ҡыҙ).

1897 йылда туған телдәре буйынса ошолай яҙылғандар[15]:

Чимкент өйәҙендә 1897 йылда 285 059 кеше йәшәгән, туған телдәр буйынса ошолай булғандар [16]:

XX быуаттың икенсе яртыһында

1939 йылғы йәниҫәп буйынса Чимкент ҡала советында (дөйөм халыҡ һаны 91 867 кеше) Чимкент ҡалаһы үҙе (74 421 кеше), шулай уҡ Ильич эшсе ҡасабаһы булған — 17 446 кеше[17].

Милләттотош ҡала советыЧимкент ҡ.Үҙәк өлөшКалинин
( Свинцовый з-ды р-ны)
Ильич э.ҡ.
Урыҫтар47,26 %49,28 %48,95 %51,13 %38,63 %
Ҡаҙаҡтар14,64 %13,09 %11,33 %22,80 %21,25 %
Үзбәктәр14,38 %16,71 %18,45 %7,09 %4,41 %
Украиндар9,65 %10,39 %10,26 %11,07 %6,49 %
Татарҙар4,20 %4,27 %4,17 %4,83 %3,89 %
Корейҙар1,39 %1,41 %1,65 %0,10 %1,31 %
Әзербайжандар1,24 %0,03 %0,04 %0,01 %6,37 %
Финдар0,83 %---4,37 %
Немецтар0,59 %0,38 %0,43 %0,10 %1,50 %
Тажиктар0,22 %0,07 %0,07 %0,05 %0,84 %
башҡалар6,44 %4,37 %4,64 %2,83 %15,30 %

XXI быуат башы

2019 йылдың 1 ғинуарына ҡала халҡы 1 011 511 кеше тип иҫәпләнә [18]

Ҡушылған биләмәләрҙе иҫәпкә алып: 2015 йыл башына[19]
ЭтносҺаныӨлөшө
Ҡаҙаҡтар547 29763,78 %
Үзбәктәр16122218,78 %
Урыҫтар93 60710,91 %
Әзербайжандар15 3571,79 %
Татарҙар10 2571,19 %
Корейҙар65980,77 %
Украиндар30610,36 %
Төрөктәр66560,78 %
Уйғырҙар15900,19 %
Ҡырғыҙҙар15000,17 %
Чечендар13870,16 %
Немецтар11180,13 %
Курдтар26070,30 %
Гректар6130,07 %
Фарсылар10020,12 %
Тажиктар6260,07 %
Башҡорттар4080,05 %
башҡалар32410,38 %
ВСЕГО858 147100,00 %
Шымкенттың этник составы
1 ғинуар 2011 йыл[20]
ЭтносҺаныӨлөшө
Ҡаҙаҡтар407 37864,76 %
Урыҫтар91 31714,52 %
Үзбәктәр86 18013,70 %
Әзербайжандар11 6761,86 %
Татарҙар97001,54 %
Корейҙар63041,00 %
Украиндар33770,54 %
Төрөктәр25680,41 %
Уйғырҙар13900,20 %
Ҡырғыҙҙар11340,18 %
Чечендар11220,18 %
Немецтар10290,16 %
Курдтар8820,14 %
Гректар5720,09 %
Фарсылар5030,08 %
Тажиктар4880,08 %
Төркмәндәр1000,02 %
башҡалар33490,53 %
ЙӘМҒЕҺЕ629 069100,00 %

Ҡаҙағстандың бойондороҡһоҙлоҡ осоронда Шымкент ҡалаһында халыҡ һаны ҙур үҫеш кисерҙе.Мәҫәлән, 2011 йылға ҡала халҡы һаны 2000 йыл менән сағыштырғанда 44,5 процентҡа үҫә (629,1 мең һәм 435,3 мең кеше - ярашлы рәүештә)[21].

2015 йылға Шымкентҡа эргә-тирәһендәге райондарҙы ҡушалар, шул сәбәпле ҡала халҡы һаны 858 147 кешегә етә[22].Шымкенттың элекке ерҙәрендә 711 783 кеше йәшәгән булған[23].

Биләмәләр өҫтәлеү менән халыҡтың этник составы ла үҙгәрә. Мәҫәлән, үзбәктәр һаны 86 180-дән 161 222 кешегә етә.

Агломерация

Шымкент агломерацияһына 367 тораҡ пункт инә, улар 1573,5 мең га территорияла урынлашҡан. Шымкент агломерацияһында йәшәүселәр һаны 2017 йыл аҙағына 1,8 млн кеше булған (Ҡаҙағстан Республикаһы халҡының 10 проценты), был уны дәүмәле буйынса илдәге икенсе агломерация кимәленә күтәрә ( Алматыныҡынан ҡала - 2,5 млн кеше)[24][25]2020 йылға был һан 1,9 млн кешегә етер тип көтөлә, ә 2030 — йылға - 2,3 млн тирәһе[26]

Изохрон ысулын файҙаланып (1,5- сәғәтлек транспорт менән файҙаланыу мөмкинлеге) агломерация структураһы билдәләнгән. Уның йоғонтоһона инә : үҙәк (төйөн) — Шымкент ҡалаһы, Арыс ҡала администрацияһы (Арыс ҡалаһы менән), Байҙыбәк, Төлкөбас, Ҡаҙығорт (Ҡаҙығорт ауылы менән), Толебий (Ленгер ҡалаһы менән), Ордабасы һәм Сайрам райондары (шул иҫәптән Манкент һәм Сайрамды ҡушып)[27]

Динамикаһы

Халыҡ һаны
1897[15]1908[28]1913[28]1939[29]1945[30]1959[29]1970[29]1977[29]1979[31]1989[32]
11 19417 00019 00074 00082 100153 000247 000303 000321 535392 977
1992[33]1993[33]1994[33]1995[33]1996[33]1997[33]1998[33]1999[33]2000[33]2001[33]
405 500409 700411 400414 400417 900417 400419 700435 300482 900502 700
2002[33]2003[33]2004[33]2005[33]2006[33]2007[33]2008[33]2009[33]2010[33]2011[33]
506 700513 100521 200526 100535 100554 600602 300615 000629 100642 700
2012[33]2013[33]2014[34]нач. 2015[35]01.01.2016[35]01.01.2017[36]01.01.2018[37]01.01.2019[38]
662 300683 300711 873858 147885 799912 300951 6051 011 511

Телдәр

Ҡулланылған телдәр 2012
ҡаҙаҡ теле
  
72 %
урыҫ теле
  
74 %
инглиз теле
  
9.5 %
һәммә өс тел
  
9.5 %

Ҡаҙаҡ теле дәүләт теле статусына, урыҫ теле — рәсми тел статусына эйә ( ҠР Конституцияһы, ст 7.2). 2012 йылға Шымкенттағы өлкәндәрҙең 74 % урыҫ телен, 72 % — ҡаҙаҡ, 9,5 % — инглиз телен белгән, өс телде лә белеүселәр (ҡаҙаҡ, урыҫ, инглиз) — 9,5 %[21].

Климаты

  • Һауаның уртаса йыллыҡ температураһы — +13,0 °C
  • Һауаның сағыштырма дымлылығы  — 57 %
  • Елдең уртаса тиҙлеге — 2,2 м/с
Ҡала климаты
КүрһәткесҒинФевМарАпрМайИюнИюлАвгСенОктНояДекЙыл
Абсолют максимум, °C22,224,531,533,037,843,047,242,239,234,430,625,447,2
Уртаса максимум, °C4,16,612,919,225,130,032,732,127,218,812,16,018,9
Уртаса температура, °C−0,71,67,613,619,123,726,325,319,912,36,40,913,0
Уртаса минимум, °C−4,8−2,73,08,312,916,719,117,912,86,61,7−3,17,4
Абсолют минимум, °C−31,1−28,9−23,9−7,8−2,85,57,87,0−1,1−12−30−26,1−31,1
Яуым-төшөм нормаһы, мм73708369561612410416775576
Сығанаҡ: Погода и климат
Ҡала климаты
КүрһәткесҒинФевМарАпрМайИюнИюлАвгСенОктНояДекЙыл
Уртаса максимум, °C4,75,714,220,526,831,934,233,928,320,011,45,919,8
Уртаса температура, °C0,11,18,814,520,324,726,626,120,813,66,51,513,7
Уртаса минимум, °C−4,7−3,63,38,513,617,318,918,313,27,21,3−3,37,5
Сығанаҡ: www.weatheronline.co.uk

Туғандаш ҡалалар

Галерея

Шулай уҡ ҡара

  • Этномузей «Кылует»
  • Заражение ВИЧ-инфекцией жителей Шымкента

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар


Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары