Үтә бейек йорттар

үтә бейек йорт

Үтә бейек йорттар (ингл. skyscraper) — кешеләргә йәшәү һәм хеҙмәт урындары булдырыу өсөн төҙөлгән донъялағы иң бейек йорт-биналар, манаралар.

Home Insurance Building — беренсе бейек ҡоролма 1885 йыл

Уларҙың минималь бейеклеге күпме булырға тейешлеге бөгөн дә бәхәс тыуҙыра. АҠШ һәм Европала минималь бейеклеге 150 м йәки 500 фут булған йорттарҙы үтә бейектәр рәтенә индерәләр[1].

300 метрҙан бейек биналар үтә бейек йорттар тип атала[2].

Иң бейек йорттарҙың бейеклеген иҫәпләгәндә теле— һәм радиоманаралар оҙонлоғо бында кермәй.

Бина бейеклеген үлсәүҙәге өс критерий:

  • бинаның конструктив бейеклеге.
  • өҫтәге ҡатҡа хәтле .
  • антенна(һ.б.) осонаса.

Төп критерий булып — 1-се тора.

19-сы быуатҡа ҡәҙәре бейек биналар һирәк төҙөлгән.

2011 йылдың октябренә донъяла 150 метрҙан бейек 2490 бейек ҡоролма иҫәпләнә[3].

Беренсе иң бейек ҡоролма

Ҡоролмаларҙы сағыштырыу

Иң беренсе бейек ҡоролма булып 1985 йылда төҙөлгән Чикаголағы The Home Insurance Building иң бейек бина һанала. Ул 1931 йылға хәтле була. Башта ул 42 метрлы һәм 10 ҡатлы булып төҙөлә, ә 1891 йылда тағын ике ҡат өҫтәлә (бейеклеге 55 метрға етә). Проект авторы — Уильям Ле Барон Дженни. Ул бина төҙөүҙә беренсе булып каркастар ҡуллана.

Иң бейек 10 ҡоролма

Ерҙәге иң бейек 10 ҡоролма

ИсемеҠалаБейеклеге, мҠаттарТөҙөлөү йылы
Бурдж Халифа Дубай8281632009
Шанхай башняһы Шанхай6321282014
Абрадж аль-Бейт Мәккә6011202012
Халыҡ-ара сауҙа үҙәге 1 Нью-Йорк541,31042013
Тайбэй 101 Тайбэй5081012004
Шанхай бөтә донъя сауҙа үҙәге Шанхай4921012008
Халыҡ-ара коммерция үҙәге Гонконг4841082010
Петронас-1 Куала-Лумпур452881997
Петронас-2 Куала-Лумпур452881997
Наньцзин Гринлэнд аҡса үҙәк Нанкин316,6662010

Ҡитғалар буйынса иң бейек ҡоролма

КонтинентИсемеҠалаБейеклеге, мҠаттарТөҙөү йылы
Австралия һәм ОкеанияQ1  Австралия, Голд-Кост323782005
АзияДубай манараһы , Дубай8281632009
АфрикаКарлтон Сентр Офис Тауэр (инг.)баш.  КАР, Йоханнесбург223501973
ЕвропаМеркурий Сити Тауэр  Рәсәй Федерацияһы, Мәскәү339752013
Төньяҡ АмерикаХалыҡ-ара сауҙа үҙәк 1  АҠШ, Нью-Йорк541,3[4]1052013
Көньяҡ АмерикаПарке Сентраль Торре Эсте (инг.)баш.  Венесуэла, Каракас225561979

Тарихи иң бейек ҡоролмалар

ИсемеТөҙөлөү йылыҠалаСтатусыБейеклеге (м)ҡаттары
Хоум-иншуранс-билдинг1885  АҠШ Чикаго1931 йылда емерелә5512
Уорлд билдинг1890  АҠШ Нью-Йорк1955 йылда емерелә9420
Манхэттен Лайф иншуренс билдинг (инг.)баш.1894  АҠШ Нью-Йорк1930 йылда емерелә10618
Парк Роу билдинг (инг.)баш.1899  АҠШ Нью-Йоркәле лә бар11930
Зингер билдинг (инг.)баш.1908  АҠШ Нью-Йорк1968 йылда емерелә18747
Метрополитан Лайф Тауэр1909  АҠШ Нью-Йоркәле лә бар21350
Вулворт билдинг1913  АҠШ Нью-Йоркәле лә бар24160
Трамп билдинг1930  АҠШ Нью-Йоркәле лә бар28371
Крайслер билдинг1930  АҠШ Нью-Йоркәле лә бар31977
Эмпайр Стейт билдинг1931  АҠШ Нью-Йоркәле лә бар381,3102
Бөтә донъя сауҙа үҙәге (1-се манара)1972  АҠШ Нью-Йорк2001 йылда емерелә417110
Сирс-Тауэр (хәҙер Уиллис-тауэр)1973  АҠШ Чикагоәле лә бар443,2110
Петронас-Тауэрс1998  Малайзия Куала-Лумпурәле лә бар451,988
Тайбэй 1012004  Ҡытай Республикаһы Тайбэйәле дә бар508101
Бурдж Халифа2009 Дубайәле дә бар828163

Галерея

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары