Европала һыу баҫыу (2021)

Бернд (Bernd) циклоны алып килгән ҡойма ямғырҙар арҡаһында 2021 йылдың 12 июлендә башланған һыу баҫыуҙар серияһы

Европала һыу баҫыу — Бернд (Bernd) циклоны алып килгән ҡойма ямғырҙар арҡаһында 2021 йылдың 12 июлендә башланған һыу баҫыуҙар серияһы. Бер нисә йылға бассейны ярҙарынан сыҡты. Төп зыян Германияға килтерелде. Был һыу баҫыу һуңғы 100 йыл эсендә иң ҙур ташҡын тип аталды[6]. 209-лап кеше һәләк булды — Германияла 169, Бельгияла — 36, Италияла — 1, Австрияла — 1, 2 Румынияла — 2, йөҙҙәрсә кеше хәбәрһеҙ юғалған[7][8][9][10].

Европала һыу баҫыу
Рәсем
Дәүләт Бельгия[1][2]
 Франция
 Германия[3][4][5]
 Италия
 Люксембург
 Нидерланд
 Швейцария
 Бөйөк Британия
 Румыния
 Хорватия
 Чехия
УрынЕвропа
Ваҡиға ваҡыты2021
Башланыу датаһы12 июль 2021
Тамамланыу датаһы25 июль 2021
Хәбәрһеҙ юғалғандар һаны670
Һәләк булғандар һаны242
Нанесённый ущерб10 000 000 000 €
Вид с воздуха
 Европала һыу баҫыу (2021) Викимилектә

Германия

Германияның көнбайыш һәм көньяҡ-көнбайышында, 12 июлдән башлап яуған ҡойма ямғырҙар арҡаһында, Рейн йылғаһы ҡушылдыҡтары Ар һәм Мозель, шулай уҡ бер нисә ҙур булмаған йылғалар ярҙарынан сыҡты. Көслө емергес тәбиғәт күренешенең (стихия) төп бәхетһеҙлеге туранан-тура Төньяҡ Рейн-Вестфалия һәм Рейнланд-Пфальц ерҙәренә төштө. 165 000 ашыу кеше электр яҡтылығынан мәхрүм булды, тимер юл магистралдәре зыян күрҙе[11]. Һыу ағымы күперҙәрҙе һәм йорттарҙы емерҙе. Германия оборона министрлығы илдең көнбайышында хәрби һәләкәт режимын иғлан итте[12]. Һыу ташҡыны арҡаһында 169 кеше һәләк булды, 170 кеше хәбәрһеҙ юғалды[7]. Төньяҡ Рейн-Вестфалия федераль ерендә 46 кеше, Рейнланд-Пфальцта кәм тигәндә 121 — (барыһы ла — Арвайлер районында), бер кеше — Бавария районы Берхтесгаденда[13]. 749 кеше йәрәхәтләнде.[13]. Германиялағы һуңғы тиҫтә йылдарҙағы иң емерткес һәм үлемесле көслө ташҡын булды[14][15].

Мародёрлыҡ осраҡтары[16] осраҡтары билдәләнде. Ҡайһы бер ҡалаларҙа эсәр һыу[17] менән тәьмин итеүҙә тотҡарлыҡтар күҙәтелде.

Илдең көнбайышында гидроэлектростанциялар[18] сафтан сыҡты.

18 июлдә Германияның көнсығышына ла һыу баҫыу ҡағылды[19]. Чехия менән тимер юл бәйләнеше туҡтатылды[20].

Бельгия

Бельгияла һыу баҫыу һөҙөмтәһендә 36 кеше һәләк булды, яҡынса 70 кеше хәбәрһеҙ юғалды, 57 кеше дауаханала[8][21]. Тәбиғәт афәте Льеж, Намюр, Валлон Брабанты, Люксембург, Антверпен һәм Фламанд Брабант провинцияларына ҡағылды. Тиҫтәләрсә мең кеше күсеп китергә мәжбүр булды. Зыян күргән төбәктәрҙә электр уты тотҡарланды. Был һыу баҫыу илдең бөтә тарихында иң һәләкәтлеһе тип аталды[22].

Люксембург

Люксембургта бер нисә коммуна эвакуацияланды.[23].

Һолландия (Нидерланд)

16 июлдә Лимбургтан кешеләрҙе эвакуациялау башланды. Провинцияла электр менән тәьмин итеү проблемаһы күҙәтелә[24]. 15 000 кеше эвакуацияланған[25].

Италия

Италияның төньяғындағы һауа торошо үҙгәреү һөҙөмтәһендә 1 кеше һәләк булған, канат юлы зыян күрҙе[26]. Рашҡы һәм йәшенле оҙайлы ҡойма ямғырҙар ишелмәләргә сәбәп булған[27]. 18 июлдә көслө ямғырҙар бер нисә төбәктә һыу баҫыуҙарға килтерҙе. Сицилия утрауы иң ныҡ зыян күрҙе. Бынан тыш, Италияның төньяғында, Көньяҡ Тиролдә, метеорологтар һуңғы тәүлек эсендә рекордлы яуым-төшөм теркәне[28].

Бөйөк Британия

12 июлдә Лондонға йәшенле ҡойма ямғыр ябырылды. Урамдарҙы һыу баҫты, бер нисә метро станцияһы ябылды[29].

Франция

Францияның көнсығышын һыу баҫты, Сона һәм Луара департаментында һауа торошоноң «ҡыҙғылт һары» хәүеф кимәле иғлан ителде[30]. Ташҡындар Лионда ла күҙәтелде[31].

Чехия

18 июлдә ташҡын Чехияға етте[32]. Илдең төньяғында Либерецкий крайындағы ике ауылдан халыҡ эвакуациялана. Германия менән тимер юл бәйләнеше ваҡытлыса туҡтатыла[33].

Австрия

17 июлдә Зальцбург ерендәге Халлайн ҡалаһын һыу баҫты һәм бер нисә районға зыян килтерҙе[34][35]. Бер кеше һәләк булды[9].

Румыния

20 июлдә ташҡын Румынияға етә. Сату-Маре һәм Яссыла 2 кеше һәләк була. Һыу баҫыуҙар һәм йонсоу һауа торошо Клуж-Напокаға ҡағылды, 2 кеше зыян күрҙе.

Климат үҙгәреүе менән бәйле

Европа лидерҙары һәм ғалимдар белдереүенсә, Европаны һыу баҫыу климат үҙгәреү[36][37] менән бәйле булыуы мөмкин. Ҡойма ямғырҙар алдынан Германияла бер нисә аҙна дауамында ныҡ эҫе була. Оксфорд университетының Тирә-яҡ мөхит үҙгәреүе институтынан Фридерика Отто былай тине:

«Беҙ Европала һуңғы бер нисә көн эсендә күҙәткән ҡойма ямғырҙар — ул ғәҙәттән тыш экстремаль һауа шарттары менән бәйле. Климат үҙгәреү сәбәпле, уларҙың интенсивлығы көсәйә. Был көсөргәнешлелек артабанғы йылыныу менән тағы ла көсәйеүен дауам итәсәк»[36].

БМО шулай уҡ АҠШ һәм Канадалағы үлемесле эҫе көндәрҙе, Себерҙәге урман янғындарын[38] климат үҙгәреүе менән бәйләй. «Фобос» һауа торошо үҙәгенең әйҙәүсе белгесе Михаил Леус, Ҡырымда һәм Краснодар крайында булып үткән ташҡындар Европала ҡоторонған шул уҡ бер циклон менән бәйләнгән, тип белдерҙе[39].

Көнбайыш һәм Үҙәк Европалағы һыу ташыуҙары менән бер ваҡытта күҙәтелгән Төркиәләге (6 кеше һәләк булды[40]), Һиндостандағы (33 кеше һәләк булды[41]), Ҡытайҙағы (12 кеше һәләк булды)[42][43],һыу баҫыуҙар Украинаға һәм Белоруссияға[44][45] ла ябырылды.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Реакция

Рейнланд-Пфальц ере властары ҡойма ямғырҙар килтергән зыянды бөтөрөү эштәренә 50 миллион евро бүлде.

ФРГ властары ташҡындан күргән зыян эҙемтәләрен бөтөрөү маҡсатында 400 миллион евро аҡса бүлеүҙе планлаштыра.

Башҡа илдәр лидерҙары, бихисап ҡорбандары менән бәйле, Германияға ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе.

Рим папаһы «ташҡындан зыян күргән бөтә кешеләр, шулай уҡ афәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан авария-ҡотҡарыу хеҙмәте менән рухи яҡынлыҡ тоям» тип белдерҙе.

Европа союзы зыян күргән райондарға ярҙам итергә әҙерлеге тураһында белдерҙе.

20 июлдә Бельгия матәм көнө[22] иғлан итте.

Бундестаг Германиялағы һыу баҫыуҙың һәм күпләп кеше ҡорбан ителеүенең сәбәптәре — властарҙың вайымһыҙлығы тине. Германия канцлеры Ангела Меркель йәкшәмбе көндө трагедия урынын барып күрҙе[46]. Ул көслө ташҡындарҙан һуң климат үҙгәреү менән аяуһыҙ көрәшергә саҡырҙы[47][48].

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары