Кайман Утрауҙары

Кайман утрауҙары[2][3][4][5] (ингл Cayman Islands) — Британияның Вест-Һиндостандағы сит ил территорияһы, Кариб диңгеҙендә, Кайман утрауҙарында урынлашҡан[6][7]. Рәсми атамаһы — Кайман утрауҙары (KY, CYM)[8].

Кайман утрауҙары
Cayman Islands
Кайман утрауҙары гербы
Флаг
Девиз: «He hath founded it upon the seas»
Гимн: «God Save the Queen»
Үҙаллылыҡ датаһы1962Ямайка)
Рәсми телИнглиз
Баш ҡалаДжорджтаун
Идара итеү төрөконституцион монархия, Британияның диңгеҙ аръяғы биләмәләре
Королева

ГубернаторПремьер-министр

Королева Елизавета II

Данкан ТейлорМаккива Буш

Территория
• Бөтәһе
210
264 км²
Халыҡ
• Һаны (2010)
• Халыҡ тығыҙлығы

54 397 чел. (206)
206,44 чел./км²
ВалютаКайман утрауҙары доллары (KYD)
Интернет-домен.ky
Код ISOKY
МОК кодыCAY
Телефон коды+1-345
Сәғәт бүлкәтеUTC−5[d] һәм America/Cayman[d][1]

Майҙаны 264 км². Ҙур Кайман, Бәләкәй Кайман һәм Кайман-Брак утрауҙарынан тора.

Халҡы — 61 944 (2020), мулаттар, аҡ һәм ҡара тәнлеләр. Ҙур Кайман утрауында халыҡтың 4/5 өлөшө йәшәй. Баш ҡалаһы — Джорджтаун ҡалаһы. Халыҡтың төп шөғөлө — туристарҙы хеҙмәтләндереү һәм ташбаҡалар үҫтереү.

Географияһы

Кайман утрауҙары картаһы
Ҙур Кайман картаһы

Өс Кайман утрауы: Ҙур Кайман, Кайман-Брак һәм Бәләкәй Кайман Куба утрауынан 240 км көньяҡтараҡ, Майаминан (Флорида, АҠШ) көньяҡҡа табан 730 км һәм Ямайканан төньяҡ-көнбайышҡа табан 267 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Кайман утрауҙарының баш ҡалаһы Джорджтаун — ҙур Каймандың көнбайыш ярында.

Ҙур Кайман — Кайман утрауҙары составындағы иң ҙур утрау, уның майҙаны 197 км² тәшкил итә, ә оҙонлоғо — 6,5 км киңлектәге 35 км. Утрауҙың иң бейек нөктәһе — 16 метр. Утрауҙың күпселек өлөшөн Норт-Саунд лагунаһы биләй (56 км²).

Кайман-Брак утрауы Ҙур Каймандан төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 142 км алыҫлыҡта ята. Оҙонлоғо 19 км, киңлеге уртаса 2 км, майҙаны яҡынса 38 км². Бөтә утрау буйлап эзбизташлы Блафф яҫы таулығы һуҙыла, ул Кайман-Брактың көнсығыш осона диңгеҙ кимәленән 42 метр бейеклеккә етә (утрауҙарҙың иң бейек нөктәһе).

Кесе Кайман утрауы Кайман-Брак утрауынан көнбайышҡа 8 км алыҫлыҡта ята. Кесе Каймандың майҙаны — 28,5 км². Утрауҙың өҫтө уйһыу, тик төньяҡ өлөшөндә генә яр буйы 12 метр бейеклеккә етә.

Утрауҙарҙа йылғалар юҡ. Яр буйҙарын рифтар уратып алған һәм ҡайһы бер урындарҙа мангр ҡыуаҡлыҡтары үҫә, улар ҡайһы берҙә утрауҙарҙың һаҙлыҡҡа әйләнгән эске өлөшөнә барып етә.

Утрауҙарҙың климаты тропик, пассатлы. Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы ярлы, ләкин тирә-яҡ һыуҙар балыҡтарға, гөбөргәйелдәргә, ҡыҫала һымаҡтарға һәм моллюскыларға бай. Дөйөм алғанда, тәбиғәт шарттары кешеләр өсөн уңайлы.

Кайман утрауҙары Куба утрауынан көнбайышҡа табан һуҙылған Кайман һыу аҫты тау һырты менән сиктәш. Кайман утрауҙарын һәм Ямайка утрауын айырып торған Кайман улағы — Кариб диңгеҙенең иң тәрән өлөшө (максималь тәрәнлеге — 7686 м). Утрауҙар Төньяҡ Америка һәм Кариб бассейны тектоник плиталары сигендә урынлашҡан. Кариб плитаһының көнсығышҡа һәм Төньяҡ Америка плитаһының көнбайышҡа хәрәкәте был районда ер тетрәүҙәр һанын сикләй, уларҙың магнитудаһы һирәк осраҡта 7,0-тан ашып китә. Кайман утрауҙарында йыш ҡына ҙур булмаған ер тетрәүҙәр була, әммә 2004 йылдың декабрендә Ҙур Кайманда 6,8 магнитудалы ер тетрәү күҙәтелә. Һөҙөмтәлә ҙур булмаған соҡорҙар барлыҡҡа килгән һәм ҙур юғалтыуҙар булмай.

Тарихы

Кайман-Брак һәм Бәләкәй Кайман утрауҙарын Христофор Колумб 1503 йылдың 10 майында Яңы донъяға 4-се экспедиция ваҡытында, уның карабы көнбайышҡа «баш һөйәктәре тулы ике бәләкәй һәм уйһыу утрауға» боролғас, аса. Шуға күрә утрауҙар Лас-Тортугас (Ташбаҡалар) тип аталған.

1523 йылдан Кайман утрауҙары «Lagartos» исеме аҫтында картаға төшөрөлә, был «аллигаторҙар» йәки «оло кеҫәрткеләр» тигәнде аңлата. «Кайман утрауҙары» атамаһы 1530 йылдан ҡулланыла. Был атама аңлашылмаусанлыҡ арҡаһында килеп сыҡҡан: Европанан килеүселәр утрауҙарҙа ҙур игуана кеҫәрткеләрен күреп, уларҙы кайман крокодилдары тип иҫәпләгәндәр.

Кайман утрауҙарының милли музейы

Кайман утрауҙарына беренсе булып инглиз Фрэнсис Дрейк килә, ул утрауҙарға 1586 йылда килә. Шул ваҡыттан алып, Кайман утрауҙары, кеше йәшәмәһә лә, Кариб диңгеҙендә йөҙөүсе караптар өсөн мөһим аралаш пунктҡа әйләнә, сөнки бында аҙыҡ-түлек запасы тулылана (башлыса урындағы ташбаҡаларға һунар итәләр, был уларҙың тулыһынса тиерлек юҡҡа сығыуына килтерә).

1670 йылғы Мадрид килешеүенә ярашлы, Кайман утрауҙарын контролдә тотоу рәсми рәүештә Британияға тапшырыла, ул Ямайкалағы губернатор аша утрауҙар менән идара иткән. Быға тиклем, 1661 йылда, Кесе Кайман һәм Кайман-Брак утрауҙарында тәүге торамалар төҙөлә. Әммә 1671 йылда Испания каперҙарының йыш һөжүм итеүе арҡаһында Кайман утрауында йәшәүселәр кире Ямайка утрауына күсерелә.

Бынан һуң, нигеҙҙә, Оло Кайманда, утрауҙарҙа карап һәләкәтенә дусар булған моряктар, шулай уҡ үҙҙәренең кредиторҙарынан ҡасҡан пираттар һәм бурыслылар ғына урынлаша. Артабан улар Кайман утрауына бер нисә тапҡыр күсеп ултырырға маташа, әммә уларҙың барыһы ла уңышһыҙ була: Оло Каймандағы даими торама 1730-сы йылдарҙа ғына барлыҡҡа килә, ә Кайман-Брак менән Бәләкәй Кайманға 1833 йылдан ғына кеше йәшәй башлай. 1794 йылдың 8 февралендә Оло Кайман утрауындағы рифҡа бәрелеп, Ямайканан Англияға йөҙөп барған «Конверт» хәрби карабы ла һәләк була. Кайман утрауҙарында йәшәүселәр экипажды ҡотҡара, ләкин һигеҙ кеше һәләк була. Урындағы легендаға ярашлы, караптарҙың береһендә король ғаиләһе ағзаһы булған. Күрһәтелгән ярҙам өсөн Британия короле Георг III рәхмәт белдереп, указ сығара, уға ярашлы Кайман утрауында йәшәүселәр хәрби йөкләмәләрҙән һәм һалымдарҙан азат ителгән. Шуға ҡарамаҫтан, был легенданың ысын булыуын раҫлаусы ниндәйҙер документтар һаҡланмаған.

Утрауҙарҙа беренсе халыҡ иҫәбен алыу 1802 йылда үткәрелә. Мәғлүмәттәр буйынса, Ҙур Кайман утрауҙарында 933 кеше йәшәгән, шуларҙың 545-е ҡол булған. Ҡоллоҡ бөтөрөлгәнгә тиклем, утрауҙа 950-гә яҡын ҡол йәшәгән, улар 116 ғаиләнеке була.

1670 йылдан Кайман утрауҙары, үҙидаралыҡ дәрәжәһе етерлек булһа ла, административ яҡтан Ямайкаға буйһона. 1831 йылдың 10 декабрендә беренсе закондар сығарыу йыйылышы һайлана, ул беренсе законды 1831 йылдың 31 декабрендә сығара. Артабан Ямайка губернаторы үҙе тәғәйенләгән 8 магистрҙан һәм утрау халҡы тарафынан һайланған 10 (һуңыраҡ 27) депутаттан торған Кайман утрауҙары закондар сығарыу органын төҙөүҙе хуплай. 1835 йылда Кайман утрауҙарында ҡоллоҡ бөтөрөлә.

Британия парламентының 1863 йылғы актына ярашлы, Кайман утрауҙары рәсми рәүештә Ямайканың бойондороҡло территорияһына әйләнә, әммә улар мировой судьялары һәм закондар сығарыу йыйылышының һайланған ағзалары булған Ямайка районына нығыраҡ оҡшай. 1750 йылдан 1898 йылға тиклем Ямайка губернаторы утрауҙар башлығын, ә 1898 йылдан комиссарын тәғәйенләй. 1959 йылда, Вест-Һиндостан федерацияһы ойошторолғандан һуң, Кайман утрауҙары, Ямайка губернаторы Кайман утрауҙары губернаторы булып ҡалһа ла, Ямайканың бойондороҡло биләмәһе булыуҙан туҡтай. 1962 йылда Ямайка бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, Кайман утрауы халҡы Британия хакимлығы аҫтында ҡалырға теләк белдерә. Һөҙөмтәлә Лондонда Ямайка администраторы тәғәйенләнә, ул элек губернатор башҡарған функцияларға эйә була.

1953 йылда Кайман утрауҙарында самолеттар өсөн осоу һыҙаты һәм Джорджтаун йәмәғәт дауаханаһы асыла. Тиҙҙән иң эре инглиз Barclays акционерҙар йәмғиәтенең офисы асыла. 1959 йылда Кайман утрауҙарының үҙ конституцияһы ҡабул ителә, ул ҡатын-ҡыҙҙарға һайлау хоҡуғы бирә. 1992 йылда конституцияға бер нисә төҙәтмә индерелә, атап әйткәндә, 1986 йылда бөтөрөлгән баш секретарь вазифаһы тергеҙелә.

Кайман утрауҙары Ямайканың бойондороҡло территорияһы булыуҙан туҡтауға ҡарамаҫтан, илдәр араһында тығыҙ бәйләнеш һаҡлана: берҙәм сиркәү, епархия, 1972 йылға тиклем — берҙәм валюта. 2004—2005 йылдар араһында халыҡтың 50 проценттан ашыуы ямайка сығышлы була.

Дәүләт ҡоролошо

Джорджтаунда закондар сығарыу ассамблеяһы бинаһы

Кайман утрауҙарының дәүләт ҡоролошо Вестминстер системаһының парламент демократияһы принциптарына нигеҙләнгән. Король Карл III — номиналь дәүләт башлығы, утрауҙарҙағы вәкиле — губернатор, уны король дүрт йылға тәғәйенләй.

Губернатор Башҡарма комитет рәйесе булып тора. Башҡарма комитет губернатор тәғәйенләгән өс рәсми ағзанан һәм Закондар сығарыу ассамблеяһы һайлаған дүрт ағзанан тора.

Закондар сығарыу власы бер палаталы Закондар сығарыу ассамблеяһына ҡарай (18 урын; Башҡарма совет ағзалары араһынан 3 ағза тәғәйенләнә һәм 15 ағза туранан-тура дүрт йылға һайлана).

Суд власы Кайман утрауҙарының дисциплинар суды, Юғары суды һәм Апелляция судынан тора. Һуңғы инстанция суды — Бөйөк Британияның Йәшерен советы.

Шулай уҡ Бөйөк Британия утрауҙарҙың тышҡы сәйәсәте, оборонаһы, эске именлеге һәм суд идаралығы өсөн яуаплы.

Сәйәси партиялар:

Халыҡ прогрессив хәрәкәте (Закондар сығарыу йыйылышында 9 урын);Берләшкән демократик партия (Закондар сығарыу йыйылышында 5 урын).

Административ бүленеше

Кайман утрауҙары 7 округка бүленә: уларҙың бишәүһе Ҙур Кайман утрауында, 1-һе Кайман-Брак утрауында һәм 1-һе Кесе Кайман утрауында урынлашҡан.

ОкругМайҙан,
км²
Халҡы,
кеше (2010)
Тығыҙлыҡ,
кеше/км²
Ҙур Кайман
1Бодден-Таун (округ)Таун]]810 3411292,63
2Ист-Энд (округ)50136927,38
3Джорджтаун2927 704955,31
4Норт-Сайд (округ)91143715,79
5Уэст-Бей (округ)1911 269593,11
Кайман-Брак
6Кайман-Брак38187749,39
Бәләкәй Кайман
7Бәләкәй Кайман28,540014,04
Бөтәһе26454 397206,44

Халҡы

Халҡы 61 944 кеше тәшкил итә (2020 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса).

Йыллыҡ үҫеш темпы — 1,9 %.

Тыуым 1000 кешегә 11,9 тәшкил итә (тыуым — бер ҡатын-ҡыҙға 1,83 бала).

Үлем осраҡтары — 1000 кешегә 6,1.

Иммиграция 1000 кешегә 13 кеше тәшкил итә (башлыса ямайкалылар, кубалылар, филиппиндар, гондурастар).

Ир-егеттәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо — 78,9 йыл; Ҡатын-ҡыҙҙарҙың — 84,4 йыл.

Грамоталылыҡ кимәле — 98,9 %.

Этнос-раса составы: мулаттар 40 %, аҡ тәнлеләр — 20 %, негрҙар — 20 %, иммигранттар (башлыса кубалылар) һәм башҡалар.

Телдәре: инглиз 90,9 %, испан 4 %, филиппин 3,3 %, башҡа 1,8 % (2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса).

Диндәре: Алла сиркәүе (Церковь Бога) — 22,6 %, католиктар — 14,1 %, Етенсе көн адвентистары (адвентисты седьмого дня) — 9,4 %, Берләшкән сиркәү (пресвитериандар һәм конгрегационистар) — 8,6 %, баптистар — 8,3 %, пятидесятниктар (башлыса Алла Ассамблеяһынан (Ассамблея Бога)) — 7,1 %, англикандар — 4,1 %, башҡа христиандар — 7,7 %, хәл ителмәгәндәр — 0,7 %, башҡалар 7 %, атеистар — 9,3 % (2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу). 2010 йылда халыҡтың 1,1 проценты Йәһүә шаһиттарын (Свидетели Иеговы) тәшкил иткән.

Кайман утрауҙарының иҡтисады

Скаттар туристар өсөн иң ҙур аттракциондарҙың береһе булып тора

Кайман утрауҙары — ҙур оффшор финанс үҙәге. Унда яҡынса 100 000 компания теркәлгән[9], шул иҫәптән 500-гә яҡын банк, 800 страховкалау компанияһы, 5000 пай фонды бар. 1997 йылда фонд биржаһы асыла.

Утрауҙар иҡтисадының нигеҙе — туристик бизнес: ул эске тулайым продукттың 70 проценты һәм валюта килемдәренең 75 процентын тәшкил итә. Йыл һайын утрауҙарға 2 миллиондан ашыу турист килә, күбеһенсә АҠШ-тан һәм Канаданан. Утрауҙар үҙҙәренең матур пляждары һәм һыу аҫты һунары өсөн идеаль шарттар менән дан тота.

Кайман утрауҙары халҡының йән башына табыш кимәле иң юғары. Шул уҡ ваҡытта бөтә аҙыҡ-түлек һәм халыҡ ҡулланыуы тауарҙарын ситтән килтерергә тура килә тиерлек. Импорт яҡынса 3,33 млрд АҠШ доллары тәшкил итә (2017)[10], һәм экспорт 589 миллион АҠШ доллары ғына тәшкил итә (караптар һәм кәмәләр, металдарҙы, алтынды, ташбаҡа итен, ташбаҡа ҡабығын, акула тиреһен ҡайтанан экспортлау). Экспорт буйынса төп партнер — Нидерланд (әйләнештең 82 проценты), төп тәьмин итеүселәр — Германия (22 процент), Нидерланд (21 процент), Көньяҡ Корея (19 процент) һәм Америка (15 процент).

Эске ҡулланыу өсөн йәшелсә һәм емеш-еләк үҫтерәләр. Махсус фермаларҙа гөбөргәйелдәр (экспорт тауары) үрсетелә. Балыҡсылыҡ кәсебенең нигеҙен акула тәшкил итә.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары